Раянов Фәнис Мансур улы

Раянов Фәнис Мансур улы (12 декабрь 1938 йыл) — хоҡуҡ белгесе, юғары мәктәп эшмәкәре. Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы (1995), юридик фәндәр докторы (1982), профессор (1983). Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1984), Рәсәй Федерацияһы почётлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре (1998). «Башҡортостан Республикаһында күрһәткән хеҙмәттәре өсөн» ордены (2018) кавалеры.

Фәнис Мансур улы Раянов
Тыуған көнө

12 декабрь 1938({{padleft:1938|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:12|2|0}}) (85 йәш)

Тыуған урыны

Башҡорт АССР-ыБаҡалы районы Туҡтағол ауылы

Эшләгән урыны

Башҡорт дәүләт университеты

Альма-матер

Свердловск юридик институты

Ғилми дәрәжәһе

юридик фәндәр докторы

Ғилми исеме

профессор

Награда һәм премиялары
«Башҡортостан Республикаһы алдындағы хеҙмәттәре өсөн» ордены
«Башҡортостан Республикаһы алдындағы хеҙмәттәре өсөн» ордены
БАССР-ҙың атҡаҙанған фән эшмәкәре (1984), Рәсәй Федерацияһы юғары мәктәбенең почётлы хеҙмәткәре (1999).

Биографияһы үҙгәртергә

Фәнис Мансур улы Раянов[1] 1938 йылдың 12 декабрендә Башҡорт АССР-ы Баҡалы районының Туҡтағол ауылы ауылында тыуған.

1965 йылда Свердловск юридик институтын тамамлаған.

1965 йылдан — Башҡорт АССР-ының Нуриман районы прокуроры ярҙамсыһы, унан һуң Балтас районы прокуроры була.

19691970 йылдарҙа Свердловск юридик институтының Өфө факультетында өлкән уҡытыусы булып эшләй.

19701973 йылдарҙа — КПСС-тың Башҡортостан өлкә комитеты инструкторы.

1974 йылдан Башҡорт дәүләт университетында уҡыта. 19781981 йылдарҙа һәм 19882004 йылдарҙа БДУ-ның дәүләт һәм хоҡуҡ теорияһы һәм тарихы кафедраһы мөдире була.

19811986 йылдарҙа һәм 19891992 йылдарҙа Фәнис Раянов БДУ-ның юридик факультетының деканы була.

2004 йылдан башлап ул — Урал дәүләт юридик академияһыың Өфө филиалында кафедра мөдире, 2005 йылдан — профессор.

2005 йылдан — «Правовое государство: теория и практика» журналының баш мөхәррире.

2006 йылдан башлап — Башҡорт дәүләт университетының дәүләт һәм хоҡуҡ теорияһы кафедраһында профессор, вуздың ғилми-инновация идаралығы фәнни-тикшеренеү секторының баш ғилми хеҙмәткәре.

Фәнис Мансур улының фәнни эшмәкәрлек даирәһе — дәүләт-хоҡуҡ төҙөлөшө, хоҡуҡ өлкәһендәге реформа, аграр-хоҡуҡ мәсьәләләре. Ул Рәсәй Федерацияһында һәм Башҡортостан Республикаһында дәүләт-хоҡуҡ төҙөлөшө һәм хоҡуҡ реформаһы буйынса тәҡдимдәр әҙерләй.

Раяновтың уҡыусылары араһында 4 фән докторы һәм 41 фән кандидаты бар.

Хеҙмәттәре үҙгәртергә

Фанис мансурович Раянов — 250-нән ашыу ғилми хеҙмәт, шул иҫәптән 7 монография авторы.

  • Раянов Ф. М. Проблемы теории государства и права (юриспруденции). М.: Право и государство, 2003.
  • Раянов Ф. М. Государственно-правовые «болезни»: исторический диагноз. Уфа, 2005.
  • Раянов Ф. М. Правовое государство — судьба России, Уфа: Полиграф-Сервис. 2007.
  • Раянов Ф. М. Правовое государство и современный мир.- СПБ.: Издательство «Юридический центр-Пресс». 2012. −175 с.
  • Раянов Ф. М. Проблемы теории и практики правового государства. — Уфа: АН РБ, Гилем, 2013.-300 с.
  • Раянов Ф. М. Теория правового государства.-М.: Юрлитинформ, 2014.-272 с.
  • Раянов Ф. М. Гражданское общество и правовое государство: проблемы понимания и соотношения. -М.: Юрлитинформ, 2015. — 320 с.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре үҙгәртергә

  • «Башҡортостан Республикаһында күрһәткән хеҙмәттәре өсөн» ордены (2018)[2][3]
  • Рәсәй Федерацияһы юғары мәктәбенең почётлы хеҙмәткәре (1999)
  • Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1984)

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

Әҙәбиәт үҙгәртергә

  • Кто есть кто в Республике Башкортостан. Уфа: Башкортостан, 1995.
  • Бакалинская земля: история и люди. — Уфа: ГУП РБ УПК, 2010. — 320 с.: ил. (рус.)

Һылтанмалар үҙгәртергә