Төп менюны асырға

Кальку́тта (2001 йылдан рәсми атамаһы — Ко́лката) (бенг. কলকাতা, ингл. Kolkata; һинд कोलकता) — Һиндостандың көнсығышындағы Ганга делтаһындағы ҡала, Көнбайыш Бенгал штатының баш ҡалаһы, Һиндостандағы Мумбайҙан ҡала майҙаны буйынса икенсе һәм халҡы буйынса Мумбаи, Дели һәм Бангалорҙан һуң дүртенсе ҡала.

Город
Калькутта
бенг. কলকাতা, ингл. Kolkata
Kolkata Imgs.jpg
Флаг
Флаг
Ил

Һиндостан

Штат

Көнбайыш Бенгал

Координаталар

22°48′00″ с. ш. 88°22′00″ в. д.HGЯO

Мэр

Бикаш Ранджан Бхаттачарья

Беренсе мәртәбә телгә алынған

1690

Майҙаны

185 км²

Диңгеҙ кимәленән бейеклеге

9 м

Халҡы

4 486 679 кеше (2011)

Тығыҙлығы

27 462 кеше/км²

Агломерация

14 112 536

Сәғәт бүлкәте

UTC+5:30

Телефон коды

+91 33

Почта индексы

700001 - 700157

Цифровые идентификаторы
Автомобиль коды

WB-01, WB-02, WB-03, WB-04

Рәсми сайт

kolkatamycity.com  (инг.)

Калькутта (Һиндостан)
Калькутта
Калькутта

2011 йылға ҡарата халыҡ һаны 4 486 679 кеше[1], агломерацияһы — 14 112 536 кеше[2] (Һиндостан ҡалалар агломерациялары араһында 3-сө урын)[3].

Британия хакимлығы йылдарында Калькутта бар Британия Һиндостаны өсөн 1911 йылғаса баш ҡала ролен үтәгән. Шуның өсөн бөгөн дә ул мәғариф, фән, мәҙәниәт һәм сәйәсәт үҙәге булып тора. Шулай ҙа ҡаланың проблемаларыла етәрлек: ярлылыҡ, һауаның бысраныуы һәм юлдарҙағы тығындар.

АтамаһыҮҙгәртергә

 
Хугли йылғаһы

Әүәлге рәсми исеме инглиз әйтелешле Калькутта тип әйтелгән. 2001 йылдың 1 ғинуарынан урындағы хакимиәт атамаһын Колкатаға үҙгәртә, ул бенгалисә яңғырай. 2001 30 июленән был законлаштырыла. Атама ҡала храмы исеме алиһә Кали менән бәйле.

ХалҡыҮҙгәртергә

2011 йылғы мәғлүмәттәр буйынса ҡала халҡы 4 486 679, ҡаланың агломерацияһы — 14 112 536 кеше. 1000 ир- егеткә 928 ҡатын-ҡыҙ тура килә. Ҡалала уҡыу-яҙя белеү 81 % (был башҡа төбәктәр менән сағыштырғанда юғары). Халыҡтың артыуы 4,1 %,( башҡа миллионлы ҡалаларға ҡарағанда түбән)

Халыҡтың күп ҡлҡшҡ бенгальүдәр. Әҙселектә бихарҙар, инглиз-һиндостанлылар, ҡытайҙар. XX быуатҡа ҡәҙәре йәһүдтәр ҙә йәшәгән булған.

Индустар 73 % , 23 % — мосолмандар, , 2 % — христиандар, 1 % — джайнистар.

ИҡтисадыҮҙгәртергә

Калькутта — төньяҡ-консығыш Һиндостандың иҡтисад һәм финанс үҙәге. Бында Калькутта фонд биржаһы урынлашҡан. Ул ҙурлығы буйынса илдә икенсе урында.

Һиндостандың башҡа ҡалаларындағыса Калькутта лаа 1990 йылдарҙан мәғлүмәт технологиялары етеҙ үҫә. Ҡала илдең күп кенә сәнәғәт ҡалалары өсөн штаб-квартира булып тора. Шулар араҙында: ITC Limited, India Government Mint, Kolkata, Haldia Petrochemicals, Exide Industries, Hindustan Motors, Britannia Industries, Bata India, Birla Corporation, CESC Limited, RPG Group, Texmaco Limited, Bengal Ambuja, Philips India, Eveready Batteries, Coal India Limited, Damodar Valley Corporation, PwC India, һәм Peerless Group.

Эре банкылар һәм финанс үҙәге, шулай уҡ күп кенә банкылар өсөн дә штаб-квартираһы булып иҫәпләнә: Allahabad Bank, Uco Bank и United Bank of India.

Ҡала мөһим сәнәғәт үҙәге булып ҡала: бында ҡорос ҡойоу, машина төҙөлөшө, цемент, фармацевтика, аҙыҡ-түлек, текстиль тармаҡтары үҫешкән. 2005 йылғы мәғлүмәттәргә ҡарағанда Калькуттала тулайым эске продукт АҠШ-тың 94 млрд доллар тәшкил итә. 2009 йылға был күрһәткес тағы ла күтәрелә төшкән,162 млрд. доллар.

ЭлемтәҮҙгәртергә

Ҡаланың мобиль элемтәһен BSNL дәүләт компаниеһы һәм шулай уҡ шәхси операторҙар: Vodafone, Airtel, Reliance Communications, Uninor, Idea Cellular, Aircel, Tata DoCoMo, Tata Indicom, Virgin Mobile и MTS India йүнләй. Киң форматлы интернет селтәрен BSNL, Tata Indicom, Sify, Airtel, Reliance и Alliance компаниелары тәьмин итә.

Иҫтәлекле урындарыҮҙгәртергә

Ҡаланың архитектураһы үҙ эсенә готик, роман, барокко, көнсығыш һәм һинд-ислам стилдәрен эсенә ала. 1814 йылда төҙөлгән Һинд музейы, Азияла иң боронғоларҙан иҫәпләнә, унда Һиндостан тарихы һәм мәҙәниәте ҡомартҡылары бик күп.

       
Кали алиһәһе ҡорамы (храм)

ИҫкәрмәләрҮҙгәртергә

ҺылтанмаларҮҙгәртергә