Сәйәрғәлиев Барый Сәйәрғәли улы

Сәйәрғәлиев Барый Сәйәрғәли улы (12 декабрь 1907 йыл1964 йыл) — ғалим-тел белгесе. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1945 йылдан Башҡорт театр-художество училищеһының уҡыу‑уҡытыу бүлеге мөдире, 1951—1964 йылдарҙа Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты ғилми хеҙмәткәре. Филология фәндәре кандидаты (1956). 2-се дәрәжә Ватан һуғышы, Ҡыҙыл Йондоҙ (1944) һәм «Почёт Билдәһе» орденындары кавалеры.

Барый Сәйәрғәли улы Сәйәрғәлиев
Тыуған көнө

12 декабрь 1907({{padleft:1907|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:12|2|0}})

Тыуған урыны

Ҡоншаҡ ауылы, Шадринск өйәҙе, Пермь губернаһы (хәҙерге Силәбе өлкәһе Ҡоншаҡ районы)

Вафат көнө

1964({{padleft:1964|4|0}})

Вафат урыны

Өфө ҡалаһы, Башҡорт АССР-ы

Альма-матер

К. А. Тимирязев исемендәге Башҡорт педагогия институты

Ғилми дәрәжәһе

филология фәндәре кандидаты

Награда һәм премиялары
2-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены Ҡыҙыл Йондоҙ ордены «Почёт Билдәһе» ордены

Биографияһы

үҙгәртергә

Барый Сәйәрғәли улы Сәйәрғәлиев 1907 йылдың 12 декабрендә Пермь губернаһы Шадринск өйәҙе (хәҙерге Силәбе өлкәһе Ҡоншаҡ районы) Ҡоншаҡ ауылында тыуған.

1940 йылда К. А. Тимирязев исемендәге Башҡорт педагогия институтын тамамлағандан һуң Дәүләкән педагогия училищеһында уҡыта башлай[1].

1941 йылдан Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнаша. 1941 йылда хәҙерге Башҡортостандың Дәүләкән районы хәрби комиссариаты тарафынан Ҡыҙыл Армия сафына алына. 16-сы гвардия кавалерия дивизияһының хәрби прокуратураһында секретарь булып хеҙмәт итә[2]. 1943 йылдың 28 февралендә «Батырлыҡ өсөн» миҙалы менән бүләкләнә[3].

1943 йылдың 27-28 сентябрендә Днепр йылғаһын һуғышып аша сыҡҡанда һәм Днепрҙың уң яҡ ярында плацдармды киңәйтеүҙә Саярғәлиев Барый Саярғәли улы батырлыҡ күрһәтә. Саярғәлиев эскадрон менән үҙе эшләшкән ҡул аҫтындағы материалдар менән Днепрҙы аша сығып, дошмандың артиллерияһы һәм минометы уты аҫтында башҡа подразделениеларға йылғаны аша сығыуҙы тәьмин итә. Галки һәм Усохи тораҡ пункттары янында һан яғынан өҫтөнлөк иткән дошман алдында 4-се эскадрон юғалып ҡала. Шундай киҫкен минуттарҙа Саярғәлиев хәлде яйға һалырға ебәрелә. Ул большевик һәм ҡыйыу яугир булараҡ ҡуйылған бурысты үтәп сыға. «Ура» ҡысҡырып яугирҙарҙы үҙенең артынан әйҙәй. Саярғәлиев миҫалында дәртләнгән яугир һәм офицерҙар ситуацияны тергеҙә. 1944 йылдың 29 февралендә ҡыҙылармеец Саярғәлиев Барый Саярғәли улы подразделениеның 8/н бойороғо менән Ҡыҙыл Йондоҙ орденына тәҡдим ителә[3].

Саярғәлиев Барый Саярғәли улы командованиеның закондарын һәм бойороҡтарын аңлатыу буйынса тулыландырыу һәм бөтә шәхси состав араһында ҙур эш башҡара.

Берлинды уратып алыу буйынса һуңғы һуғыштарҙа командованиеның бөтә заданиеларын теүәл башҡара, дивизия хәрби прокуратураһының оператив эшен тәьмин итә. Яҡшы хеҙмәте һәм бөтә заданиеларҙы өлгөлө башҡарғаны өсөн Саярғәлиев Барый Саярғәли улы 1945 йылда II дәрәжә Ватан һуғышы орденына лайыҡ була[3]. Күрһәткән батырлыҡтары өсөн 2-се дәрәжә Ватан һуғышы, Ҡыҙыл Йондоҙ ордендары менән бүләкләнә, тыныс тормоштағы хеҙмәт эшмәкәрлеге өсөн артабан «Почёт Билдәһе» орденына лайыҡ була.

1945 йылдан Башҡорт театр-художество училищеһында уҡыу‑уҡытыу бүлеге мөдире вазифаһын башҡара[1].

1951—1964 йылдарҙа Өфөләге Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтының ғилми хеҙмәткәре булып эшләй[1].

1960 йылда нәшер ителгән «Башҡорт телендә ярҙамсы һүҙҙәр» монографияһының авторы. Башҡортса‑русса (1958) һәм русса‑башҡортса (1964) һүҙлектәрен төҙөүҙә ҡатнаша[1].

1964 йылда Өфөлә вафат була.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

үҙгәртергә
  • 2-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены
  • Ҡыҙыл Йондоҙ ордены
  • «Почёт Билдәһе» ордены

Китаптары

үҙгәртергә
  • Башҡорт телендә ярҙамсы һүҙҙәр. — Өфө, 1960.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Һылтанмалар

үҙгәртергә