Дринфельд Владимир Гершонович

Дринфельд Владимир Гершонович (14 февраль 1954 йыл) — СССР, украин һәм Америка математигы. Чикаго университетының атҡаҙанған профессоры, АҠШ Фәндәре милли академияһы ағзаһы (2016), Украина Фәндәре милли академияһы ағза-корреспонденты (1992), Франция Фәндәре академияһының сит ил ағзаһы[6]. Филдсов премияһы (1990) һәм математика буйынса Вольф премияһы (2018, А. А. Бейлинсон менән) лауреаты.

Дринфельд Владимир Гершонович
рус. Владимир Гершонович Дринфельд
укр. Володимир Гершонович Дрінфельд
Зат ир-ат[1][2]
Гражданлыҡ  Украина
 СССР
 Америка Ҡушма Штаттары
Тыуған көнө 14 февраль 1954({{padleft:1954|4|0}}-{{padleft:2|2|0}}-{{padleft:14|2|0}})[3] (70 йәш)
Тыуған урыны Харьков, СССР
Атаһы Дринфельд Гершон Ихелевич
Һөнәр төрө математик, университет уҡытыусыһы
Эшмәкәрлек төрө һандар теорияһы, алгебраик геометрия һәм математик физика[d]
Эш урыны Чикаго университеты[d]
Физико-технический институт низких температур имени Б. И. Веркина НАН Украины[d]
Уҡыу йорто М. В. Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университеты[4]
Ғилми дәрәжә физика-математика фәндәре докторы[d] (1988)
Ғилми етәксе Манин Юрий Иванович
Аспиранттар Alexander Stolin[d][4], David B. Ogilvie[d][4], Sergey Lysenko[d][4], Dmitro Olexandrovich Arinkin[d][4], Joaquin Teruji Thomas[d][4], Митя Боярченко[d][4], Masood Kamgarpoor[d][4], Юджин Каролински[d][4], Tanmay Deshpande[d][4], Evan Philip Jenkins[d][4], Swarnendu Datta[d][4] һәм Jonathan Wang[d][4]
Кемдә уҡыған Манин Юрий Иванович
Ҡатнашыусы Халыҡ-ара математик олимпиада[d]
Ойошма ағзаһы Украинаның Милли фәндәр академияһы, Америка сәнғәт һәм фәндәр академияһы[d][5], АҠШ фәндәр милли академияһы[d] һәм Француз фәндәр академияһы[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Вики-проект Проект:Математика[d]
Число Эрдёша 4

Биографияһы

үҙгәртергә

Дринфельд Владимир Гершонович Харьковта математик, Харьков университеты профессоры Гершон Ихелевич Дринфельд (1908—2000) һәм филолог-классик Фрида Иосифовна Луцкая-Литвак (1921—2011) ғаиләһендә тыуа. 15 йәшендә Халыҡ-ара математика олимпиадаһында абсолют еңеүсе була (1969)[7]. Мәскәү дәүләт университетының механика-математика факультетын тамамлай, 1978 йылда Ю. И. Манин етәкселегендә кандидатлыҡ диссертацияһы яҡлай[8]. Уның биографияһында билдәләнеүенсә, Мәскәү дәүләт университетын тамамлағандан һуң ул үҙенең йәһүд булыуы, шулай уҡ прописка мәсьәләһе арҡаһында Мәскәүҙә эш таба алмай һәм Өфөгә китергә мәжбүр булған, унда Башҡорт дәүләт университетында математиканан уҡыта. 1981 йылда Харьковҡа ҡайтып, Украинаның Милли фәндәр академияһының Б. И. Веркин исемендәге Түбән температуралар физика-техника институтына эшкә урынлаша, унда 1999 йылға тиклем эшләй. Йылдар үткәс, В. Г. Дринфельд «Үҙгәртеп ҡороуға тиклем илдән китергә теләгем дә, мөмкинлегем дә булманы», тип билдәләй. Ул 1990 йылдарҙан уҡ Көнбайышта эш таба ала ине, тик ул саҡта баш тарта[9]. 1988 йылда В. А. Стеклов исемендәге Математика институтында докторлыҡ диссертацияһы яҡлай[10]. 1990 йылда Филдсов премияһы менән бүләкләнә. 1998 йылда АҠШ-ҡа эмиграцияға китә, шул уҡ йылдың декабрендә Чикаго университеты профессоры була. Америка сәнғәт һәм фән академияһы ағзаһы (2008).

Төп хеҙмәттәре алгебраик геометрия, һандар теорияһы өлкәһендә, бында ул GL(2) өсөн Ленглендстың функциональ майҙан һәм математик физика (Квант төркөмдәре теорияһын — Хопфа алгебраһының яңы класын уйлап табыусы.) өҫтөндәге гипотезаһын иҫбатлай.

Дринфельд — Соколов теорияһы авторҙашы[11], ассоциатор Дринфельд төшөнсәһен индерә

Библиография

үҙгәртергә
  • Дринфельд В. Г., Соколов В. В. Алгебры Ли и уравнения типа Кортевега — де Фриза // Итоги науки и техники. Современные проблемы математики. Т. 24. — М.: ВИНИТИ, 1984.
  • A. A. Belavin, V. G. Drinfeld. Triangle equations and simple Lie algebras. — Chur : New York : Harwood Academic Publ., 1984
  • В. Г. Дринфельд. Алгебры Хопфа и квантовое уравнение Янга — Бакстера // ДАН СССР.— 1985. — Т. 283. — № 5.
  • V. Ginzburg, Vladimir Drinfeld : Preface, Transformation Groups 10 (3-4), (2005), 277—278.
  • S. Koppes, Math department welcomes latest addition to its stellar team of recruits, University of Chicago Chronicle 18 (8) (21 January, 1999).
  • V. G. Drinfeld. On a conjecture of Kashiwara. — MATHEMATICAL RESEARCH LETTERS, 8, Part 5/6 (2001): 713—728
  • V. G. Drinfeld. DG quotients of DG categories. — JOURNAL OF ALGEBRA, 272, no. 2, (2004): 643—691
  • A. Beilinson, V. G. Drinfeld. Chiral algebras. — Providence, R.I. : American Mathematical Society, 2004
  • V. G. Drinfeld. Infinite-Dimensional Vector Bundles in Algebraic Geometry: An Introduction. — PROGRESS IN MATHEMATICS.- BOSTON, 244, (2006): 263—304
  • V. Ginzburg, V. G. Drinfeld. Algebraic geometry and number theory. (in honor of Vladimir Drinfeld’s 50th birthday) Boston, Basel, Berlin, 2006. ISBN 978-0-81-764471-0

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Record #25759355 // VIAF (билдәһеҙ)[Dublin, Ohio]: OCLC, 2003.
  2. Bibliothèque nationale de France идентификатор BNF (фр.): платформа открытых данных — 2011.
  3. Архив по истории математики Мактьютор — 1994.
  4. 4,00 4,01 4,02 4,03 4,04 4,05 4,06 4,07 4,08 4,09 4,10 4,11 4,12 Математическая генеалогия (ингл.) — 1997.
  5. https://www.amacad.org/person/vladimir-drinfeld
  6. Vladimir Drinfeld
  7. Результаты Дринфельда на Международной математической олимпиаде
  8. Дринфельд В. Г. Эллиптические модули и их приложения к гипотезам Ленглендса и Петерсона для GL (2) над функциональным полем. Автореферат диссертации на соискание ученой степени кандидата физико-математических наук : 01.01.03. МГУ. Механико-математический факультет. — М.: Издательство Московского университета, 1977. — 10 с.
  9. Лауреаты премии Вольфа рассказали о своей жизни в СССР — Газета.Ru
  10. Дринфельд В. Г. Глобальная некоммутативная теория полей классов для GL(2) над функциональным полем. Автореферат диссертации на соискание ученой степени доктора физико-математических наук : 01.01.06. АН СССР. Математический институт им. В. А. Стеклова. — М., 1988. — 22 с.
  11. В. Г. Дринфельд, В. В. Соколов // Докл. АН СССР, 258:1 (1981), 11-16

Һылтанмалар

үҙгәртергә