Тарих
Портал «Тарих» | |
Тарих Викикитапханала | |
Тарих Викимилектә | |
Тарих Викияңылыҡтарҙа |
Тарих (грек. Ιστορία[⇨]) — белем өлкәһе, кешелектең үткән замандағы эшмәкәрлеген, торошон, донъяға ҡарашын, ойошоуын һәм социаль бәйләнештәрен өйрәнә торған гуманитар фән. Был өлкәлә эшләүсе ғалимдарҙы тарихсылар тип атайҙар
Тарыраҡ мәғәнәлә «тарих» — ваҡиғаларҙың, тарихи процесстың эҙмә-эҙлеклелеген асыҡлау, һүрәтләнгән сараларҙың объективлығын билдәләү һәм ваҡиғаларҙың сәбәбенә һәҙөмтә эшләү өсөн үткәндәр тураһындағы һәр сығанаҡты өйрәнеүсе фән[1][2][3][4].
Терминдың тәүге мәғәнәһе, этимологияһы һәм йөкмәткеһе
үҙгәртергә«Тарих» һүҙенең тәүге мәғәнәһе «һорашыу», белешеү, «асыҡлау» кеүек Боронғо Греция терминдарына барып тоташа. Тарих факттар һәм ваҡиғаларҙың ысынлығы һәм дөрөҫлөгөн асыҡлау менән тиңләштерелә[5]. Боронғо Рим тарихнамәһендә (тарихнәмә хәҙерге мәғәнәлә — тарих фәнен, уның тарихын өйрәнеүсе тармаҡ) был һүҙ белешеү алымын йә ысулын түгел, ә үткән ваҡиғалар хаҡында һөйләү, хикәйәләүҙе аңлатҡан. Артабан ысынбарлыҡта булған йәки уйлап сығарылған ниндәйҙер хәл-ваҡиға тураһында һөйләүҙе «тарих» тип атай башлағандар.
Теге йәки был мәҙәниәттә популяр булған, ләкин башҡа сығанаҡтар менән раҫланмаған тарихтар, мәҫәлән, Король Артур легендаһы, ғәҙәттә мәҙәни ҡомартҡының өлөшө генә булып тора[6][7].
«Тарих» һүҙе грек теленән ингән (ἱστορία, historia) һәм wid-tor, сығышы менән праиндоевропа теленән. Weid- тамыры — «белеү», «күреү» тигәнде аңлата[8][9]. Урыҫ телендә «видеть» һәм «ведать» һүҙҙәренең мәғәнәһен бирә[10].
Боронғо Грецияла «тарих» һүҙе хәҙерге мәғәнәләге тарихи белемде генә түгел, ә тикшереү юлы менән алынған һәр төрлө белемде белдергән. Мәҫәлән, Аристотель был һүҙҙе үҙенең «Хайуандар тарихы»нда файҙаланған[11]. Шулай уҡ был һүҙ Гомер гимндарында, Гераклит әҫәрҙәрендә һәм Афина дәүләтенә ант биреү тексында ла осрай. Боронғо грек телендә historeîn — «тикшеренеү» тигән һүҙ ҙә булған. Ул башта Ионияла ғына файҙаланылған, артабан бөтә Греция, һуңыраҡ Эллинизм мәҙәниәте (цивилизацияһы) буйлап таралған.
Ошо уҡ Боронғо Греция мәғәнәһендә XVII быуатта «тарих» һүҙе Фрэнсис Бэкон тарафынан киң ҡулланылыштағы «тәбиғи тарих» атамаһында ҡулланылған. Бэкон өсөн тарих – сығанағы хәтер булып торған, урыны киңлектә һәм ваҡытта билдәләнгән предметтар тураһындағы белем. Урта быуат Англияла «тарих» һүҙе хикәйә мәғәнәһендә (story) ҡулланыла. «Тарих» термины (history) үткән ваҡиғаларҙың эҙмә-эҙлеклеге булараҡ, XV быуат аҙағында инглиз телендә барлыҡҡа килгән, ә «тарихи» һүҙе (historical, historic) XVII быуатта.[12]. Германияла, Францияла һәм Рәсәйҙә ике мәғәнәлә лә элеккесә бер үк “тарих” һүҙе ҡулланыла.[11].
Тарихсылар бер үк ваҡытта ниндәйҙер ваҡиғаның күҙәтеүселәре һәм ҡатнашыусылары ла. Уларҙың тарихи хеҙмәте үҙ ваҡыттарындағы ҡараштарҙан сығып яҙылған һәм ғәҙәттә, улар сәйәси бер яҡлы ғына булмай, ә үҙ дәүеренең бөтә хаталары менән дә бүлешә. Итальян аҡыл эйәһе Бенедетто Кроче һүҙҙәре буйынса, “бөтә тарих – хәҙерге тарих”. Тарихи фән, тарих барышын дөрөҫ һүрәтләүҙе ваҡиғалар тураһында һөйләү юлы һәм уларҙың ғәҙел анализы менән тәьмин итә.[13]. Хәҙерге ваҡытта тарих тарих институттары көсө менән булдырыла.
Быуындар хәтерендә ҡалған бөтә ваҡиғалар ҙа, теге йәки был төп сығанаҡҡа таянып, тарихи хроника йөкмәткеһе булдыра.[14]. Был үткәндәрҙе тергеҙеүҙә мөһим булған сығанаҡтарҙы асыҡлау өсөн кәрәк. Һәр тарихи архив составы, теге йәки был текстар, документтар табылған дөйөмөрәк архив йөкмәткһенә бәйле; уларҙың һәр ҡайһыһы дөрөҫлөккә дәғүә итһә лә, бындай белдереүҙәрҙе ғәҙәттә кире ҡағалар. Архив сығанаҡтарынан тыш, тарихсылар ҡомартҡыларҙағы яҙыуҙар һәм һүрәттәр менән дә, риүәйәттәр һәм башҡа сығанаҡтар менән дә файҙаланырға мөмкин[15], мәҫәлән, археологик. Археология, тарихи сығанаҡҡа бәйле булмаған сығанаҡтар биреүе менән тарихи тикшеренеүҙәр өсөн файҙалы. Ул теге йәки был хәл-ваҡиға шаһиттарының мәғлүмәтен кире ҡағып йәки раҫлап ҡына ҡалмай, ә ваҡытлы осорҙарҙы мәғлүмәт менән тултырыу мөмкинлеге лә бирә.
Ҡайһы бер авторҙар тарихы — гуманитар, икенселәре — йәмғиәт фәндәренә ҡарай[16], йәки гуманитар һәм йәмғиәт фәндәре арһындағы өлкә булараҡ та ҡаралырға мөмкин.[17].
Тарихты өйрәнеү йыш ҡына билдәле бер практик йәки теоретик маҡсат менән, һәм шул уҡ ваҡытта кешенең ғәҙәти ҡыҙыҡһыныуы менән дә бәйле була.[18].
Тарихнамә
үҙгәртергә«Тарихнамә» термины бер нисә мәғәнәгә эйә. Беренсенән, ул тарихтың нисек яҙылыуы, тарих методологияһының ни тиклем дөрөҫ ҡулланылыуы һәм тарих белеменең үҫеше тураһындағы фән. Икенсенән, ошо уҡ термин менән тарихи хеҙмәттәр йыйылмаһы билдәләнә. Өсөнсөнән, «тарихнамә» термины менән конкрет тарихсыларҙың ҡараштарын, эштәрен өйрәнеүҙе (тарихи яҙмалар булдырыуҙың сәбәптәре, уларҙың тематикаһы, ваҡиғаларҙы интепретациялау алымы, авторҙың һәм уның аудиторияһының ныҡлы фекере, икенсе тарихсыларға ҡарата һылтанма биреү, дәлилдәрҙе файҙалана белеү анализлана) билдәләйҙәр. Профессиональ тарихсылар кешелек тарихында берүк хикәйәләү булдырыу ихтималлығы тураһында ла фекер алыша.
Тарих философияһы
үҙгәртергәТарих фәлсәфәһе — фәлсәфәнең бер өлөшө, ул кешелек тарихының һуңғы һорауына яуап бирергә тырыша. Тарих фәлсәфәһен тарихнамә менән бутарға ярамай. Икенсе яҡтан, тарих фәлсәфәһен фәлсәфә тарихы менән ҡушырға кәрәкмәй.
Профессиональ тарихсылар шулай уҡ, тарихтың фәнме әллә инде ирекле сәнғәтме булыу мәсьәләһе буйынса ла фекер алыша. Был бүленеш мөһим дәрәжәлә яһалма һанала, сөнки тарихты белем өлкәһе булараҡ, төрлө аспекттарҙа ҡарайҙар[19][20][21].
Тарих фәлсәфәһе үҫешенең төп алымдарына түбәндәгеләрҙе индерергә була:
- Ижтимағи-иҡтисади формация (Карл Маркс, Фридрих Энгельс, Владимир Ильич Ленин һ.б.)
- Цивилизациялы (Николай Яковлевич Данилевский, Освальд Шпенглер, Арнольд Джозеф Тойнби, Шмуэль Айзенштадт, Борис Сергеевич Ерасов[22], Дмитрий Михайлович Бондаренко, Игорь Васильевич Следзевский, Сергей Александрович Нефёдов, Глеб Владимирович Алексушин һ.б.)
- Донъя — системалы анализ (Андре Гундер Франк, Иммануил Валлерстайн, Самир Амин, Джованни Арриги, Теотониу дус Сантус, Кристофер Чейз-Данн, Джанет Абу-Лугод, Марат Александрович Чешков, Андрей Ильич Фурсов, Андрей Витальевич Коротаев, Леонид Ефимович Гринин һ. б.)
- «Аннал»дар мәктәбе (М. Блок, Л. Февр, Ф. Бродель, Ж. Л. Гофф, А. Я. Гуревич һ. б.)
- Эстафеталы-стадиалы (Ю. И. Семёнов) (асылда, модификациялы марксист-формацион ҡарашта, йәмғиәт ҡоролошоноң төп әйҙәүсе көсө булып, шул уҡ синфи көрәш, ә һуңғы маҡсаты — коммунизм) тора.
Тарих алымдары
үҙгәртергә
Тарихи алым нигеҙҙәре
Хәҙерге тарихсылар үҙҙәре алдына шундай мәсьәләләр ҡуя:
|
Тарихи алым тәүге сығанаҡтар һәм башҡа мәғлүмәттәр менән эшләгәндә тикшеренеүҙәр барышында табылған һәм тарихи хеҙмәт яҙғанда файҙаланылған принциптарға һәм ҡағиҙәләргә эйәреүҙән тора.
Геродот (б.э.т. 484—425 йй.) «Тарих» тигән хеҙмәтененең иң башында былай тип яҙған:
ошо мәғлүмәттәрҙе йыйып, (ἱστορίης ἀπόδεξις— һорашыуҙар ярҙамында алынған мәғлүмәтте һөйләү) ваҡыт үтеү менән бөйөк эштәр онотолмаһын, эллиндар һәм варварҙар кеүек хәтерҙән юйылмаһын өсөн, яҙып ҡуйған.[23].
Шулай ҙа, тарихта фәнни алымдар ҡуллана башлауҙы Фукидид һәм уның «Пелопоннеск һуғышы тарихы» китабы менән бәйләйҙәр. Геродоттан һәм уның дини коллегаларынан айырмалы рәүештә, Фукид тарихты аллаларҙың түгел, ә кешеләрҙең һайлау продукты һәм ҡылығы тип ҡарай. Нәҡ кешеләрҙә ул сәбәп һәм һөҙөмтәләрҙе эҙләй.[24].
Шәхси традициялар һәм үҫешкән алымдар боронғо һәм урта быуат Ҡытай ҙа ла булған. Профессиональ тарих-графияның нигеҙҙәрен (беҙҙең эраға тиклем 145—90 йылдарҙа) «Тарихи яҙмалар» авторы Сыма Цянь һалған. Уның шәкерттәре был хеҙмәтте тарихи һәм биографик яҙмалар өсөн өлгө кеүек файҙаланған.
Христан тарихнамәһенә һәм ғөмүмән, дөйөм көнбайыш тарихнамәһенә Аврелий Августин ҙур йоғонто яһай. XIX быуатҡа тиклем тарихты план буйынса үҫеш һөҙөмтәһе булараҡ ҡабул иткәндәр. Гегель дә, уға дини булмаған төҫ өҫтәһә лә, ошо идеяға эйәргән[18]. Гегель фәлсәфәһенең һыҙыҡлы тарихи прогрес идеяһы марксистик фәлсәфәүи тарихҡа ингән.
1377 йылда ғәрәп тарихсыһы Ибн Хальдун тарихсылар йыш яһаған хатаны анализлаған. Ул хәҙерге менән үткәндәр араһында мәҙәни айырмалыҡ билдәләй. Был сығанаҡтарға, принциптар айырыуға һәм ниһайәт, үткәндәрҙең мәҙәниәтен һәм ваҡиғаларын интерпретациялауҙы иғтибарлы мөнәсәбәт талап итә. Ибн Хальдун к тарихсыларҙың алдан уҡ билдәле фекергә эйә булыуын, тиҙ ышанып бары[25]. Уның алымы дәүләт роленә баһа биреүгә, пропагандалауға, коммуникациялар сараһына һәм тарихиграфияла системалы рәүештә алдан күрә белеүлеккә нигеҙ һалған, шул арҡала Ибн Халдун «ғәрәп тарихграфияһынаның атаһы» тип һаналған.[26], в связи с чем Ибн Хальдун считается «отцом арабской историографии»[27][28][29]. Ибн Халдундың тарихи динамиканың тәүге фәнни һүрәтләүен сағылдырырға тырышҡан сәйәси-демографик циклдар концепцияһы мөһим әһәмиәткә эйә.[30].
Тарихи тикшеренеүҙәр методологияһы үҫешенә йоғонто яһаусы башҡа тарихсылар араһынан, Леопольд фон Ранкены, Джордж Маколей Тревельянды, Фернан Бродельде, Марк Блокты, Люсьен Феврҙы, Роберт Фогелде иҫкә алырға була. Тарихта фәнни методология ҡулланыуға ҡаршы Хью Тревор-Ропер кеүек авторҙар сығыш яһай. Улар, тарихты аңлау өсөн фаразлау талап ителә, шуның өсөн тарихты фән тип түгел, ә сәнғәт тип һанарға кәрәк, тигән. Тағы ла бер бәхәсле автор Эрнст Нольте, немец классик фәлсәфәүи традицияларына эйәреп, тарихты идеялар хәрәкәте булараҡ ҡарай. Марксистик тарихнамәһе, атап әйткәндә Эрик Джон Хобсбаум һәм Исаак Дойчер эштәре, Карл Маркстың фәлсәфәһен раҫлауҙы маҡсат итеп ҡуя. Уларҙың оппоненттары, антикоммунизм тарихнамәһен яҡлаусылар: Ричард Пайпс һәм Роберт Конквест, тарихты ҡаршы марксистик тарихҡа интерпретацияларға тәҡдим итә. Шулай уҡ, феминизм ҡарашы буйынса бик ҙур тарихнамә бар. Ҡайһы бер постмодернист философтар, тарихтың алдан күреү интерпретацияһын һәм ундағы фәнни методологияны кире ҡаға. Һуңғы ваҡытта клиодинамика]ҙур көс ала. Клиодинамика — тарихи процесстарҙың математик моделен әҙерләү.
Тарихи процесстарҙың закондарын төшөнөү
үҙгәртергәXIX быуатта позитивизмға нигеҙ һалыусы Огюст Конт, «Таш төшөү законы булған кеүек, йәмғиәттең үҫеш законы ла бар», тип дәлииләргә вәғәҙә итә. Әммә тарих закондарын булдырыу еңел генә булмай. Немец тарихсыһы Карл Лампрехт Контттың ҡарашын яҡларға маташҡас, икенсе немец тарихсыһы Эдуард Мейер, күп йыллыҡ тикшереү дәүерендә ул бер генә тарихи законды ла аса алмауын һәм быны башҡаларҙың булдырыуын ишетмәүен дә белдерә. Макс Вебер тарихи закондар эҙләүҙе мәғәнәһеҙлек тип һанай. Философ Карл Ясперс: «Тарих оло мәғәнәгә эйә. Ул кеше аңына барып етерлек түгел», — тип яҙа. Эдвард Хьюлетт Карр, көнбайышта «тарихи закондар» тураһында башҡаса һөйләмәйҙәр, «сәбәп» тигән һүҙ моданан сыҡты, тип раҫлай.
Тарихи дисциплиналар
үҙгәртергә- Археография — яҙма сығанаҡтарҙы баҫыуҙың теорияһы һәм практикаһы.
- Археология — әйберләтә сығанаҡтар буйынса кешелектең тарихи үткәнен өйрәнеү.
- Архивты өйрәнеү — архивтарҙы комплектациялау мәсьәләһен һәм архив документтарын һаҡлауҙы, файҙаланыуҙы өйрәнә.
- Архонтология — дәүләт, халыҡ-ара, сәйәси, дини һәм башҡа структураларҙа вазифалар тарихын өйрәнә
- Бонистика — ҡағыҙ аҡсаларҙың баҫтырылыу, әйләнеш тарихын өйрәнә.
- Вексиллология (флагтарҙы өйрәнеү) — флагтарҙы, байраҡтарҙы, вымпелдарҙы һәм башҡа ошондай предметтарҙы өйрәнә.
- Генеалогия — кешеләрҙең нәҫел бәйләнешен өйрәнә.
- Генетик генеалогия — генентика алымы ярҙамында нәҫел бәйләнешен өйрәнеү.
- Геральдика (гербоведение) — гербтарҙы, уларҙың традицияһын, файҙаланыу практикаһын өйрәнә.
- Дипломатика — тарихи акттарҙы, юридик документтарҙы өйрәнә.
- Документтарҙы өйрәнеү — документтар һәм документ-коммуникацион эшмәкәрлегенең фәнни комплексы. Документтарҙы системаға һалыу, класссификациялау, документ әйләнеше алымдарын ойоштороу.
- Тарихи география — география менән тарих тоташҡан урындағы фән.
- Тарихи демография — кешелектең демографик тарихы тураһындағы фән.
- Тарихи информатика — тарихи процесстарҙа, тарихи тикшеренеүҙәрҙе публикациялауҙа һәм тарихи дисциплиналарҙы уҡытыуҙа һәм шулай уҡ музей, архив эшендә информацион технологияларҙы ҡулланыу мөмкинлеген өйрәнеүсе фән.
- Тарихи метрология — үткәндәрҙә файҙаланылған оҙонлоҡ, майҙан, күләм, ауырлыҡ — үлсәү берәмектәренең тарихи үҫешен өйрәнә.
- Сығанаҡтарҙы өйрәнеү — тарихи сығанаҡтарҙы өйрәнеү.
- Кодикология — ҡулъяҙма китаптарҙы өйрәнеү.
- Нумизматика — тәңкә һуғыу һәм тәнкәләр буйынса аҡса әйләнешен өйрәнә.
- Ономастика — тарихи-лингвистик дисциплина. Яңғыҙлыҡ исемдәрҙе һәм уларҙың килеп сығышын өйрәнә.
- Палеография — хат яҙыу тарихын, уның график формалары үҫешенең законын һәм боронғо яҙыу ҡомартҡыларын өйрәнә.
- Папирология — Мысырҙа табылған папирустағы текстарҙы өйрәнә.
- Сфрагистика — раҫлаусы мисәттәрҙе һәм уларҙың төрлө материалдағы оттискыһын өйрәнә.
- Трансмилли тарих — бөтә мәҙәниәттәргә лә уртаҡ булған закондарҙы өйрәнә.
- Фалеристика — награда билдәләрен өйрәнеү.
- Хронология — тарихи ваҡиғаларҙың эҙмә-эҙлеклеген ваҡытта өйрәнә йәки ваҡыт үлсәү фәне.
- Эортология — Христиан сиркәүе байрамдарын өйрәнә.
- Эпиграфика — ҡаты материалдарҙағы (таш, керамика, металл) яҙыуҙы өйрәнә.
Тарих менән бәйләнгән дисциплиналар
үҙгәртергә- Антропология — кешене һәм уның донъя менән бәйләнешен өйрәнә.
- Гендер тарих — ҡатындар һәм ирҙәр тәжрибәһенең үҙ ара-йоғонтоһо тарихын социаль ойошманың мөһим бер аспекты булараҡ өйрәнә.
- Социокультур антропология — материаль объекттар, идеялар, ҡиммәттәр, төшөнсәләр йыйылмаһы булараҡ, мәҙәниәт тураһында фән
- Культурология — мәҙәниәтте, уның уртаҡ үҫеш закондарын өйрәнеүсе фән.
- Крайҙы өйрәнеү — архитектураларҙы, биологияны, географияны, тарихты, мәҙәниәтте, әҙәбиәтте, медицинаны, дини табыныуҙарҙы, үҙидаралыҡты, ауыл хужалығын, спортты, топонимиканы, фортификацияны, конкрет төбәктәрҙең экологияһын өйрәнеү.
- Психо тарих — үткәндәрҙә кешеләр ҡылығының психологик мотивацияһын өйрәнә.
- Этнология һәм этнография — халыҡтарҙы һәм этностарҙы, уларҙың килеп сығышын өйрәнә.
- Асыҡ тарих — асыҡ сферала һәм тарихи белемдең массалы практик репрезентацияһында тарихты өйрәнеү.
Оҡшаш дисциплиналар
үҙгәртергә- Хәрби тарих — төҙөлөш, ҡораллы көстәр хәрәкәтенең килеп сығыуын өйрәнеүсе фән, хәрби хеҙмәт фәненең ҡушма өлөшө.
- Тарихи психология — психология һәм тарих тоташҡан урындағы фән.
- Мәҙәниәт тарихы — тарихи дәүерҙең рухи донъяһы, халыҡтар һәм тарихи процесстың башҡа берәй вәкиле тураһындағы фән.
- Фән тарихы — фәнни белем, сәйәси һәм хоҡуҡи тәғлимәт, фәлсәфә тарихы.
- Дәүләт һәм хоҡуҡ тарихы — төрлө тарихи дәүерҙәрҙә донъя халыҡтарының дәүләт һәм хоҡуҡ үҫеш закондарын өйрәнә.
- Сәйәси һәм хоҡуки уҡыуҙар тарихы — ысынбарлыҡ мәсьәләләренә ҡараш үҙенсәлектәрен, дәүләттең барлыҡҡа килеүен һәм булыуын, төрлө тарихи дәүерҙәрҙә төрлө аҡыл эйәләренең хоҡуғын өйрәнә.
- Дин тарихы — дини ышаныуҙарҙың килеп сығыуын, үҫешен һәм сакраль культтарҙы, локаль һәм донъя конфессияһының бәйләнешен айырмалығын өйрәнә.
- Иҡтисад тарихы — эволюцион үҫеш һәм кешенең хужалыҡ эшмәкәрлеге менән бәйләнгән күренеш һәм процесстарҙы өйрәнә.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Profesor Richard J. Evans. The Two Faces of E.H. Carr (ингл.). History in Focus, Issue 2: What is History?. University of London (2001). Дата обращения: 10 ноябрь 2008. Архивировано 21 август 2011 года.
- ↑ Professor Alun Munslow. What History Is (ингл.). History in Focus, Issue 2: What is History?. University of London (2001). Дата обращения: 10 ноябрь 2008. Архивировано 21 август 2011 года.
- ↑ Introduction // Knowing Teaching and Learning History, National and International Perspectives / Peter N. Stearns, Peters Seixas, Sam Wineburg (eds.). — New York & London: New York University Press, 2000. — P. 6. — ISBN 0-8147-8141-1.
- ↑ Nash Gary B. The "Convergence" Paradigm in Studying Early American History in Schools // Knowing Teaching and Learning History, National and International Perspectives / Peter N. Stearns, Peters Seixas, Sam Wineburg (eds.). — New York & London: New York University Press, 2000. — P. 102–115. — ISBN 0-8147-8141-1.
- ↑ Утехин С. В. О понимании истории
- ↑ Seixas Peter. Schweigen! die Kinder! // Knowing Teaching and Learning History, National and International Perspectives / Peter N. Stearns, Peters Seixas, Sam Wineburg (eds.). — New York & London: New York University Press, 2000. — P. 24. — ISBN 0-8147-8141-1.
- ↑ Lowenthal David. Dilemmas and Delights of Learning History // Knowing Teaching and Learning History, National and International Perspectives / Peter N. Stearns, Peters Seixas, Sam Wineburg (eds.). — New York & London: New York University Press, 2000. — P. 63. — ISBN 0-8147-8141-1.
- ↑ Joseph, Brian (Ed.) & Janda, Richard (Ed.) (2008), «The Handbook of Historical Linguistics», Blackwell Publishing (published 30 December 2004), с. 163, ISBN 978-1405127479
- ↑ Мюллер М. О силе корней // Наука о языке. Филологические записки, Воронеж, 1866. 2011 йыл 11 ноябрь архивланған.
- ↑ Online Etymology Dictionary, http://www.etymonline.com/index.php?search=history&searchmode=none
- ↑ 11,0 11,1 Ferrater-Mora, José. Diccionario de Filosofia. Barcelona: Editorial Ariel, 1994.
- ↑ Whitney, W. D. The Century dictionary; an encyclopedic lexicon of the English language. New York: The Century Co, 1889.
- ↑ Whitney, W. D. (1889). The Century dictionary; an encyclopedic lexicon of the English language. New York: The Century Co. Page 2842.
- ↑ WordNet Search — 3.0 2005 йыл 17 сентябрь архивланған. http://wordnet.princeton.edu/perl/webwn%7Cid=20090329}}(недоступная ссылка), «History».
- ↑ Michael C. Lemon (1995).The Discipline of History and the History of Thought. Routledge. Page 201. ISBN 0-415-12346-1
- ↑ Scott Gordon and James Gordon Irving, The History and Philosophy of Social Science. Routledge 1991. Page 1. ISBN 0-415-05682-9
- ↑ Ritter, H. (1986). Dictionary of concepts in history. Reference sources for the social sciences and humanities, no. 3. Westport, Conn: Greenwood Press. Page 416.
- ↑ 18,0 18,1 Graham, Gordon. Chapter 1 // The Shape of the Past. — Oxford University, 1997.
- ↑ Elizabeth Harris, In Defense of the Liberal-Arts Approach to Technical Writing. College English, Vol. 44, No. 6 (Oct., 1982), pp. 628—636
- ↑ Arise Cliodynamics. Nature 454, 34-35 (3 July 2008) | doi:10.1038/454034a; Published online 2 July 2008
- ↑ Arise Cliodynamics. sott.net/articles
- ↑ [http://www.gumer.info/bibliotek_Buks/History/Eras/ Цивилизацияны сағыштырмаса өйрәнеү: хрестоматия
- ↑ Геродот. История. / Пер. и прим. Г. А. Стратановского. Статья В. Г. Боруховича. (Серия «Памятники исторической мысли».) Л.: Наука, 1972. Книга I. Клио
- ↑ Lamberg-Karlovsky, C. C. and Jeremy A. Sabloff. Ancient Civilizations: The Near East and Mesoamerica. — Benjamin-Cummings Publishing, 1979. — P. p. 5.
- ↑ Ibn Khaldun, Franz Rosenthal, N. J. Dawood (1967), The Muqaddimah: An Introduction to History, p. x, Princeton University Press, ISBN 0-691-01754-9.
- ↑ H. Mowlana (2001). «Information in the Arab World», Cooperation South Journal 1.
- ↑ Salahuddin Ahmed (1999). A Dictionary of Muslim Names. C. Hurst & Co. Publishers. ISBN 1-85065-356-9.
- ↑ Enan, Muhammed Abdullah (2007), «Ibn Khaldun: His Life and Works», The Other Press, с. v, ISBN 9839541536
- ↑ Dr. S. W. Akhtar (1997). «The Islamic Concept of Knowledge», Al-Tawhid: A Quarterly Journal of Islamic Thought & Culture 12 (3).
- ↑ Коротаев А. В. Долгосрочная политико-демографическая динамика Египта: Циклы и тенденции. М.: Восточная литература, 2006. ISBN 5-02-018526-4
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Блок М. Апология истории или ремесло историка. — 2-е изд. — М.: Наука, 1986.
- Тойнби А. Постижение истории. — М.: Прогресс, 1990.