Ризуанова Хәтижә Йәғәфәр ҡыҙы
Ризуанова Хәтижә Йәғәфәр ҡыҙы (12 декабрь 1933 йыл — 7 июнь 1999 йыл) — мәғариф ветераны, математика фәне буйынса методик әсбаптар һәм шиғыр китаптары авторы, Башҡортостан һәм Рәсәйҙең Журналистар союзы ағзаһы, СССР-ҙың мәғариф отличнигы (1977), БАССР-ҙың мәғариф отличнигы (1963).
Ризуанова Хәтижә Йәғәфәр ҡыҙы | |
Ризуанова Хәтижә Йәғәфәр ҡыҙы | |
Тыуған көнө | |
---|---|
Тыуған урыны | |
Вафат көнө | |
Вафат урыны | |
Ил | |
Биографияһы
үҙгәртергәХәтижә Йәғәфәр ҡыҙы Ризуанова 1933 йылдың 12 декабрендә Маҡар районының Хажы ауылында Мәйсә Минһажетдин ҡыҙы Үмәрғәлина һәм Йәғәфәр Харис улы Кинйәбаевтың күп балалы ғаиләһендә өсөнсө бала булып донъяға килә. Уның өсөн өлгө булған ике ағаһына эйәреп, ҡыҙсыҡ бик иртә уҡырға һәм яҙырға өйрәнә. Ғәрәпсә уҡый-яҙа белгән әсәһе лә ҡышҡы оҙон төндәрҙә балаларына ғәрәпсә шиғыр-хикәйәләрҙе тәржемәләп уҡый. Йорттарына килгән ""Ҡыҙыл Башҡортостан, «Йәш төҙөүсе» гәзиттәрендә баҫылған мәҡәләләр, шиғыр-хикәйәләр бәләкәй Хәтижәне ижад мөхитенә ылыҡтыра.
Башланғыс белемде тыуған ауылы Хажыла ала, артабан Маҡар районының Һайран ете йыллыҡ мәктәбендә уҡыуын дауам итә. 1948 йылда уны тамамлағас, Стәрлетамаҡ педагогия училищеһына уҡырға инә. Әлбиттә, башҡорт ауылынан килгән ҡыҙға тәүге мәлдә ауырға тура килә, хатта уҡыуын ташлап ҡайтырға ла уйлап ҡуя.
Х. Й. Ризуанованың хәтирәләренән:
«Училищела уҡытыу урыҫ телендә алып барылды. Телде белмәгәнлектән, ике аҙананан ауылға ҡайтып китергә лә йыйынғайным. Тик директорыбыҙ Петр Антонович Измайловтың кәңәше, йомшаҡ һүҙе мине был ҡарарымдан ҡайтауылланы. Уҡытыусыларыбыҙ ошо ҡыҫҡа ғына арала минең математика һәм башҡа фәндәр буйынса отҡор булыуымды билдәләгәндәр икән. Шундай ышанысты мин аҡларға тырыштым: китапхананан „Урыҫса-башҡортса һүҙлек“ китабын алып, урыҫ телен үҙаллы өйрәнә башланым».
Күп тә үтмәй Хәтижә училищеның алдынғы студенттарының береһе булып китә. Математика фәне буйынса төрлө кимәлдәге олимпиадаларҙа еңеүе уның буласаҡ һөнәр йүнәлешен дә билдәләй. Шулай итеп, училищены «отличие» менән тамамлағандан һуң ул уҡыуын артабан дауам итергә ҡарар итә һәм Стәрлетамаҡ уҡытыусылар институтының математика факультетына уҡырға инә. 1954 йылда был уҡыу йортон да «отличие» менән тамамлай һәм Стәрлетамаҡ педагогия институтының ситтән тороп уҡыу бүлегендә уҡырға инә (1955—1960 йй.).
Педагогикаға арналған ғүмер
үҙгәртергәТыуған районына ул дипломлы уҡытыусыһы булып ҡайтып төшә һәм Ишәй мәктәбендә балаларға математика серҙәрен төшөндөрә башлай. Үҙенә генә хас оҫталыҡ менән ул балаларҙа математика фәненә ҡарата һөйөү уята. 1956 йылда педагогия институты буйынса курсташы Камил Мәсәлим улы Ризуанов менән өйләнешәләр һәм Силәбе өлкәһенең Ҡыштым ҡалаһына эшкә юлланалар. 1956 −1958 йылдарҙа Ҡыштым ҡалаһының 8-се мәктәбендә математиканан уҡыта. Әммә улар эшләгән ваҡытта Силәбе өлкәһенең «Маяҡ» заводында булған шартлау уларҙың тормошона үҙ төҙәтмәләрен индерә. Сәләмәтлектәренә хәүеф янағанлыҡтан, 1958 йылда авария эҙемтәләре тураһындағы серҙе кешеләргә һөйләмәйәсәктәре тураһында яҙыу яҙып һәм 20 көнлөк кенә сабыйҙары Тамараны күтәреп, Башҡортостанға ҡайталар.
Районда үҙен көслө математика уҡытыусыһы итеп танытып өлгөргән Хәтижә Йәғәфәр ҡыҙы 1958 йылдан 1972 йылға тиклем Ишембай районының Зигановка, Әхмәр, Петровск мәктәптәрендә математика уҡытыусыһы булып эшләй, ә Әхмәр урта мәктәбендә директор вазифаһын да башҡарырға тура килә уға.
Артабан ғаилә Ишембай ҡалаһына күсергә ҡарар итә һәм артабанғы яҙмыштарын Ишембай ҡалаһы менән бәйләй. 1972 йылдан алып 1988 йылда хаҡлы ялға сыҡҡанға тиклем Хәтижә Йәғәфәр ҡыҙы Ишембай ҡалаһының 1, 3, 5-се мәктәптәрендә балаларҙы математика серҙәре менән таныштыра, ә 1-се интернат-мәктәптә директор вазифаһын башҡара. Ошо йылдар эсендә ул математика фәнен уҡытыу методикаһы нескәлектәрен тәрәндән өйрәнә һәм үҙ фәне буйынса өс методик әсбап баҫтырып сығарыуға өлгәшә.
Ижади эшмәкәрлеге
үҙгәртергәҒөмүмән Хәтижә Йәғәфәр ҡыҙына үҙаллы белемен арттырыуға ынтылыш хас: әҙәбиәт менән ҡыҙыҡһыныуы уны ижад юлына баҫтыра. Республиканың «Башҡортостан», «Йәшлек», «Торатау» гәзиттәре, «Башҡортостан ҡыҙы», «Ағиҙал» журналдары менән хеҙмәттәшлеге һөҙөмтәһе булараҡ ул Рәсәйҙең Һәм Башҡортостандың Журналистар союзы ағзаһы булып китә. Хаҡлы ялға сыҡҡас, ең һыҙғанып ижад эшенә тотона: шиғыр һәм хикәйәләре төрлө баҫмаларҙа донъя күрә. Шиғырҙары һәм хикәйәләры тупланмаһын китаптар итеп баҫтырып сығара.
Баҫылып сыҡҡан китаптары
үҙгәртергә- «Математиканан кластан тыш эш өсөн материалдар», Ишимбайская городская типография Минпечати РБ,1991г., 3000 экз.;
- «Математиканан кластан тыш укыу китабы», Издательство «Китап» г. Уфа, РБ, 1994 г., 6000 экз.;
- «Книга для внеклассного чтения по математике» (1996 г.);
- «Книга для внеклассного чтения по математике», Изд-во «Китап» г. Уфа, РБ, 1998г., 7000 экз.;
- «Мин — хыялый», шиғырҙар йыйынтығы, Изд-во «Китап» г. Уфа, РБ, 1998г., 1000 экз.;
- «Мөхәббәткә хөкөм юҡ», повестар, хикәйәләр, юморескалар, пьесалар, Изд-во «Китап» г. Уфа, РБ, 1997г., 5000 экз.;
- «Материалы для внеклассной работы по математике», (1992 г.);
- «hандар ҙа шаяра», Изд-во «Китап» г. Уфа, РБ, 1996г., 10000 экз.;
- «Тәүбә, тәүбә…» (1997 йыл) ололар өсөн хикәйәләр;
- «Куңелем моңдары», сборник стихов, Группа компаний «АУРАИНФО & ГРУППА МИД» Санкт-Петербург, 2018г., 200 экз.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
үҙгәртергә- Башҡорт АССР-ының мәғариф отличнигы (1963);
- КПСС Өлкә Комитеты Грамотаһы (1964);
- Башҡортостан Юғары Советы Президиумы Грамотаһы (1967);
- «Маҡтаулы хеҙмәт өсөн. В. И. Лениндың тыуыуына 100 йыл тулыу айҡанлы» миҙал кавалеры (1970)[1].
- СССР-ҙың мәғариф отличнигы (1977);
- РСФСР профсоюздары Грамотаһы (1978);
- «Хеҙмәт ветераны» миҙалы (1985);
- «Уҡытыусы — методист» билдәһе (1987);
- Педагогика йәмғиәте өлкә комитеты Грамотаһы (1985);
- Ҡала һәм район Советтары грамоталары (төрлө йылдарҙа).
Ғаиләһе һәм балалары
үҙгәртергәТормош иптәше Камил Мәсәлим улы менән бер ҡыҙ һәм бер ул тәрбиәләп үҫтерә.
Балалары:
- Тамара Камил ҡыҙы, 1957 йылғы, Стәрлетамаҡ педагогия институтын тамамлағандан һуң ВЛКСМ-дың Ишембай ҡала комитетында, Ишембай ҡалаһы мәктәптәрендә математика һәм физика фәндәренән уҡыта.
- Рафаэль Камил улы, Өфө авиация институтын тамамлап, Санкт-Петербургта йәшәй. «ЛенСтройМеханика» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәттең генераль директоры.
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Ишимбайская энциклопедия. (Уфа: Башкирская энциклопедия, 2015 г., стр. 656. 3000 экз.);
- Ишимбай век ХХ, (стр. 389), 2005 г., ООО РА «Информреклама», г. Уфа, 1500 экз., стр., 528 стр.;
- Мы этой памяти верны (стр. 512), 2018 г., ООО РА «Информреклама» г. Уфа, 1000 экз., 600 стр.;
- газета «Восход» (статья: Все тесней на полке книжной) № 58 (13406) 24.07.2018, газета города Ишимбая и Ишимбайского района, 4000 экз.;
- газета «Торатау» (мәҡәлә: Хәтижә апайҙың хушлашыу йыры) № 64 (2447) 10.08.2018, газета города Ишимбая и Ишимбайского района, 2230 экз.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ [Ишимбайская энциклопедия, Уфа, изд. Башкирская энциклопедия, 2005 г., стр. 30]