Яңғыҙҡайын

Рәсәйҙең Башҡортостан Республикаһы Ғафури районындағы ауыл

Яңғыҙҡайын (рус. Янгискаин) — Башҡортостан Республикаһының Ғафури районындағы Юрматы ырыуы башҡорттары ауылы. 2010 йылдың 14 октябренә халыҡ һаны 888 кеше булған[2]. Почта индексы — 453073, ОКАТО коды — 80221846001.

Яңғыҙҡайын
Дәүләт  Рәсәй
Административ үҙәге Яңғыҙҡайын ауыл Советы[1]
Административ-территориаль берәмек Яңғыҙҡайын ауыл Советы
Почта индексы 453073
Карта

Халыҡ һаны үҙгәртергә

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль ( 26 ғинуар)
1920 йыл 26 август
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар
1959 йыл 15 ғинуар
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар
2002 йыл 9 октябрь
2010 йыл 14 октябрь 888 424 464 47,7 52,3

Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.

1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны

Тарихы үҙгәртергә

Ауылға нигеҙ VIII быуаттың 30-сы йылдарында Юрматы ырыуының Ҡармыш түбәһе башҡорттары тарафынан һалына. 1795 йылғы рәүиздә 35 башҡорттоң йәшәүе теркәлә. 1747, 1749, 1804, 1811 йылдарҙа башҡорттар ерһеҙ башҡорттарға — типтәрҙәргә ерҙәренең бер өлөшөн бүлеп бирә. Ауыл халҡының һаны 129-ға (78 ир-егет һәм 51 ҡатын-ҡыҙ) етә. Шул ваҡыттарҙа 12 йыл йәшәргә рөхсәт алып, мишәрҙәр керҙәш булараҡ килеп төпләнә: 13 ихатала 32 ир-егет һәм 25 ҡатын-ҡыҙ. 1747 йылда мишәрҙәрҙең бер өлөшө, башҡорттарҙан ер һатып алып, ер хужалары булып китә. XVIII быуат аҙағына мишәрҙәр һаны 13 ихатала 98-гә етә. 1816 йылғы рәүиздә 9 башҡорт ихатаһында 53 кеше (26 ир-егет һәм 27 ҡатын-ҡыҙ) йәшәй. 1813 йылда 2 башҡорт ихатаһы Туғай ауылына күсенә. 35 мишәр ихатаһында 195 кеше йәшәй[3].

Ауылдың мишәрҙәр йәшәгән өлөшөндә түбәндәге вазифалы кешеләрҙең йәшәүе лә иҫәпкә алына: йорт старштнаһы Әлиулла Рафиҡов (35 йәштә), десятник Рәхмәтулла Мәсәғүтов. Был рәүиздә ауылда йәшәгән ике типтәр төркөмө лә билдәләп үтелә: 1-се төркөмдә 5 ихата (19 типтәр), 2-се төркөмдә 30 ихата (205 типтәр).

XIX быуат уртаһында ауылда 168 аҫаба башҡорт, ергә хоҡуҡтары бөтөрөлгән башҡорттарҙан 32 типтәр йәшәүе билдәле. Дөйөм алғанда типтәрҙәр һаны 540-ҡа етә, улар араһына мишәрҙәр ҙә индерелә. Бөтәһе 210 йорт була[3].

1773 — 1773 йылғы Крәҫтиән һуғышында Яңғыҙҡайын ауылының ир-егеттәре әүҙем ҡатнаша. 68 яугирҙең исем-шәрифтәре билдәле. Ауыл халҡы 1812 йылдағы Ватан һуғышына ла байтаҡ ир-егеттәрен оҙата. Әбделлатиф Кинйәғолов 1812 йылғы Ватан һуғышы ветераны тип таныла.

1920 йылда ауылдағы 574 йортта 1420 ир-егет һәм 1567 ҡатын-ҡыҙ йәшәүе теркәлә. Уларҙың милләттәре башҡорт һәм типтәр тип яҙыла[3].

Ауылдың урамдары үҙгәртергә

  • Әсфәндийәров ( урамы ) (рус. Асфандиярова (улица))
  • Әхмәтйәнов ( урамы ) (рус. Ахметзянова (улица) )
  • Баҡыев ( урамы ) (рус. Бакиева (улица))
  • Яр буйы (урамы) (рус. Береговая (улица))
  • Көнсығыш ( урамы ) (рус. Восточная (улица))
  • Көнбайыш ( урамы ) (рус. Западная (улица))
  • Егән ( урамы ) (рус. Зиган (улица))
  • Егән ( тыҡырығы ) (рус. Зиган (переулок))
  • Кәшфулла Йәнбәков ( урамы ) (рус. Кашфуллы Янбекова (улица))
  • Колзоз ( урамы ) (рус. Колхозная (улица))
  • Тимерлек ( урамы )(рус. Кузнечная (улица))
  • Ҡыҙыл Яр ( урамы ) (рус. Кызыл Яр (улица))
  • Болон ( урамы ) (рус. Луговая (улица))
  • Механизаторҙар ( урамы ) (рус. Механизаторов (улица))
  • Йәштәр ( урамы )(рус. Молодежная (улица))
  • Партизан ( урамы ) (рус. Партизанская (улица))
  • Писяев ( урамы ) (рус. Писяева (улица))
  • Ялан ( урамы )(рус. Полевая (улица))
  • Баҡса ( улица ) (рус. Садовая (улица))
  • Совет ( урамы ) (рус. Советская (улица))
  • Социалистик (урамы) (рус. Социалистическая (улица))
  • Урал ( урамы ) (рус. Урал (улица))
  • Чапаев ( урамы ) (рус. Чапаева (улица))
  • Шишмә ( урамы ) (рус. Чишмы (улица))
  • Мәктәп ( урамы ) (рус. Школьная (улица))

Географик урыны үҙгәртергә

Билдәле шәхестәре үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

Сығанаҡтар үҙгәртергә

Әҙәбиәт үҙгәртергә

Һылтанмалар үҙгәртергә