Фәтихова Лилиә Ғәрифулла ҡыҙы

Фәтихова Лилиә Ғарифулла ҡыҙы (3 ғинуар 1954 йыл) — эстрада артисы. 1975—2014 йылдарҙа Башҡорт дәүләт филармонияһының нәфис һүҙ оҫтаһы. Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (2012).

Фәтихова Лилиә Ғәрифулла ҡыҙы
Зат ҡатын-ҡыҙ
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 3 ғинуар 1954({{padleft:1954|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:3|2|0}}) (70 йәш)
Тыуған урыны Солтанморат, Ауырғазы районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Һөнәр төрө актёр
Уҡыу йорто Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институты

Биографияһы

үҙгәртергә

Лилиә Ғарифулла ҡыҙы Фәтихова 1954 йылдың 3 ғинуарында Башҡорт АССР-ының Ауырғазы районы Солтанморат ауылында тыуған.

«Сәнғәткә һөйөү миңә ата-әсәйемдән килде, атайым заманында ‎Ауырғазы колхоз-совхоз театрында эшләгән. Өс йәшемдән ултырғысҡа баҫып шиғыр һөйләй торғайным. Артистар менән аралашып үҫтем», — тип хәтерләй бала сағын Лилиә Фәтихова. Урта мәктәптән һуң Стәрлетамаҡ культура ағартыу училищеһында уҡый.

Өфө сәнғәт училищеһын тамамлағас, Башҡорт дәүләт академия драма театрында хеҙмәт эшмәкәрлеген башлай.

Артабан Лилиә Фәтихова оҙаҡ йылдар филармонияла эшләй, үҙ һәләтен эстрадала аса. Йәш артист мәшһүр Кәтүк — Әхәт Уразмәтов етәкселегендә һөнәр серҙәренә өйрәнә.

Эстрада оҫтаһы булараҡ, күбеһенсә юмористик һәм сатирик көләмәстәр һөйләй, тамашасыны берсә шатландыра, берсә уйландыра. Тормош иптәше виртуоз баянсы Хәлит Фәтихов менән Илшат һәм Айнур исемле улдар үҫтерә. Улар ҙа сәнғәт юлын һайлаған.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Шулай уҡ ҡарағыҙ

үҙгәртергә

Һылтанмалар

үҙгәртергә