Тау саңғыһы спорты

Тау саңғыһы спорты — ҡар менән ҡапланған тау битләүе трассаһынан махсус саңғыларҙа һарҡыуға төшөү ул.

Тау саңғыһы спорты
Рәсем
Кем хөрмәтенә аталған Альптар һәм горные лыжи[d]
Грозящая опасность үлем[1]
Пиктограмма
 Тау саңғыһы спорты Викимилектә

Тау саңғыһы ҡышҡы спорт төрҙәренең береһе булыу менән бер рәттән, бөтә ер йөҙөндә йәшәүсе миллионлаған кеше араһында ҙур популярлыҡ ҡаҙанған әүҙем ял итеү сараһы ла.

Ул традицион рәүештә, Австрия, Италия, Франция, Швейцария, АҠШ, Германия кеүек илдәрҙә ҙур үҫеш алған.

Тау саңғыһы спортының тыуған яғы булып Альп тауҙары иҫәпләнә. Күп кенә халыҡтарҙың телендә был спорт төрөнөң атамаһы «Альп тауы саңғыһы» (ингл. Alpine skiingAlpine skiing, франц. Ski alpin, нем. Ski Alpin, исп. Esquí alpino, итал. Sci alpino) тигән мәғәнәне аңлата ла инде.

Тарихы үҙгәртергә

Тау саңғыһы спорты XVIII быуат урталарында Скандинавияла барлыҡҡа килә. Ул замандарҙа таулы райондарҙа йәшәгән крәҫтиәндәр өсөн саңғы берҙән-бер юл йөрөү сараһы булған.

Ул саңғылар хәҙергеләренән күпкә айырылып торған: улар ҡыҫҡаҡ булған, таяҡтары ла икәү түгел, тик берәү генә булған һәм ул түбәнге осона ҡарай яҫыртып эшләнгән. Иң боронғо саңғылар Осло ҡалаһы музейында һаҡлана (оҙонлоғо — 110 см, киңлеге — 20 см).

1896 йылда Австрия альпинисы һәм саңғысыһы Матиас Здарский боролоштар яһай-яһай, бер ниндәй туҡталышһыҙ тау һарҡыуына ҙур тиҙлектә төшә. «Упор» тип аталған техниканы ла ул уйлап сығара.

1905 йылда Альп тауҙарында саңғысылар ярышы үтә. Был ярышта улар бирелгән юл өлөшөндә иң күп боролоштар яһап төшөргә тейеш булалар.

1911 йылда тау битенән ҙур тиҙлектә һарҡыуға төшөү буйынса беренсе ярыштар үтә.

1936 йылда слалом һәм тау битенән ҙур тиҙлектә һарҡыуға төшөү тәүге тапҡыр Олимпия уйындары программаһына индерелә.

1988 йылдан Олимпия уйындары программаһында тау саңғыһы спортында 5 төрлө дисциплина ҡулланыла башлай.

Дисциплиналары үҙгәртергә

Олимпия дисциплиналары үҙгәртергә

  • Һарҡыуға ҙур тиҙлектә төшөү (ингл. DownhillDownhill)
  • Супергигант (ингл. Super-GSuper-G)
  • Гигант слалом (ингл. Giant slalomSlalom Giant)
  • Слалом (ингл. SlalomSlalom)
  • Тау саңғыһы комбинацияһы (ингл. Alpine skiing combinedCombined Alpine skiing)

Башҡа төрҙәре һәм стилдәре үҙгәртергә

  • Фрирайд
  • Спид-скиинг
  • Ньюскул — тау саңғыһы спорты, фристайл һәм акробатика элементтарын берләштергән дисциплина.

Шулай уҡ ҡарағыҙ үҙгәртергә

  • Халыҡ-ара саңғы спорты федерацияһы
  • Тау саңғыһы спорты буйынса донъя кубогы
  • Тау саңғыһы спорты буйынса донъя чемпионаты
  • Олимпия уйындарында тау саңғыһы спорты

Һылтанмалар үҙгәртергә

  1. Fiore D. C. Injuries associated with whitewater rafting and kayaking (ингл.) // Wilderness and Environmental MedicineElsevier BV, 2003. — Vol. 14, Iss. 4. — P. 255—260. — ISSN 1080-6032; 1545-1534; 0953-9859[255:IAWWRA2.0.CO;2 doi:10.1580/1080-6032(2003)14[255:IAWWRA]2.0.CO;2] — PMID:14719861