Алише́р Навои́ (үзб. Alisher Navoiy; уйғ. Әлшир Нава'и/ئەلشىر ناۋائى; фарс. علیشیر نوایی; Низамаддин Мир Алишер; 9 февраль 1441 йыл, Герат — 3 ғинуар 1501 йыл, шунда уҡ) — Урта Азия төрки халыҡтары шағиры, суфыйсылыҡ йүнәлешендәге фәлсәфә ғалимы, тимурид Хөрәсәне дәүләт эшмәкәре.

Алишер Навои
сығ. علیشیر نوایی
File-0111Navoii.jpeg
Алишер Навои. Герат мәктәбе миниатюраһы. XVI быуат
Исеме:

Низаметдин Мир Алишер

Псевдонимдары:

Навои (моңло), Фани (рус. бренный)

Тыуған көнө:

9 февраль 1441({{padleft:1441|4|0}}-{{padleft:2|2|0}}-{{padleft:9|2|0}})

Тыуған урыны:

Герат,
Тимуридтар дәүләте

Вафат булған көнө:

3 ғинуар 1501({{padleft:1501|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:3|2|0}}) (59 йәш)

Вафат булған урыны:

Герат,
Тимуридтар дәүләте

Эшмәкәрлеге:

шағир

Әҫәрҙәре яҙылған тел:

сығатай, фарсы

Навои (моңло) исеме менән төп әҫәрҙәрен әҙәби сығатай телендә ижад иткән һәм телдең камиллашыуына һиҙелерлек өлөш индергән, Фани (бренный) исемендә фарсы телендә яҙған. Уның ижады төрки телле әҙәбиәткә, бигерәктә сығатай, үзбәк, уйғыр телендә яҙылған әҙәбиәт үҫешенә оло йоғонто яһаған.

Навоиның милли сығышы аныҡ ҡына билдәле түгел: ҡайһы бер сығанаҡтар буйынса ул — үзбәк[1][2][3][4][5][6], икенселәрендә — уйғыр[7][8][9] йәки барлас[10][11]

БиографияһыҮҙгәртергә

СығышыҮҙгәртергә

Алишер Навоиның остазы һәм дуҫы Абдурахман Джами (1414—1492), уның төрки сығышлы булыуын айырым билдәләп, былай тип яҙа: «Уның төрки, минең фарси булыуыбыҙға ҡарамаҫтан, бер-беребеҙгә ныҡ яҡын булдыҡ»[12].

Мөхәммәт Хәйҙәр Дулати (1499—1551) әйтеүенсә Алишер Навои сығышы менән уйғыр бахшаларынан[13] . А. А. Семенов буйынса ла, Алишер Навои сәркәтип һәм ҡайһы бер рәсми ҡағыҙҙарҙы уйғырса яҙыусы уйғыр бахшаларынан[14] . Төркиләштерелгән[11] монгол ырыуы барластарҙан[10] тигән дә юрауҙар бар. Академик Малов С. Е. А.Навои тураһындағы эшендә былай тип яҙа:

Шиғырҙарында Алишер Навои төрөктәр тураһында үҙ халҡы кеүек итеп яҙа:

Совет осоро тарихында Алишер Навои үзбәк шағиры булып иҫәпләнә[15].

БиографияһыҮҙгәртергә

Низамаддин Мир Алишер тимуридтар дәүләтенең чиновнигы, үҙ дәүеренең күренекле фәлсәфәселәре һәм мәҙәниәт эшмәкәрҙәре менән аралашҡан Гиясаддин Кичкине ғәиләһендә тыуа. Мир Алишерҙың бер ағаһы — Абу Сәйет — шағир, икенсеһе — Мөхәммәт Али — музыкант һәм каллиграф була. Алишер бәләкәйҙән тимурид ғәиләләре балалары менән бергә тәрбиәләнә. Бигерәк тә, Хөрәсән дәүләтенең буласаҡ башлығы, шағир, мәҙәниәт яҡлаусыһы, Хөсәйен солтан менән ныҡ дуҫ була, ул дуҫлыҡ бөтә ғүмеренә һаҡланып ҡала.

Навои Хөсәйен Байҡара менән бергә Гератта, Мешхедтә, Сәмәрҡәндтә уҡый. Навоиның уҡытыусылары араһында, һуңынан дуҫы һәм фекерҙәше булған, Джами ла бар. Навои 15 йәшенән төрки һәм фарси телдәрендә шиғырҙар яҙа башлай.

1466—1469 йылдарҙа Алишер Навои Сәмәрҡәндтә йәшәй һәм мәҙрәсәлә уҡый. Бында бик күп дуҫтарын осрата. Дуҫы Хөсәйен Байҡара власҡа килгәндән һуң, тыуған яғы Гератҡа кире ҡайта.

1469 йылда Хөрәсән хакимы Хөсәйен Байҡара мисәт һаҡлаусы вазифаһына тәғәйенләй. 1472 йылда вәзир дәрәжәһе һәм әмир титулы ала. 1476 йылда дәүләт хеҙмәтенән китә, әммә солтандың Гераттағы һәм Астрабадтағы яуаплы эштәрен башҡарған яҡын кешеһе булып ҡала.

Навои ғалимдарға, аҡыл эйәләренә, рәссамдарға, музыканттарға, шағирҙарға, каллиграфтарға яҡлаусы һәм мәтди ярҙам күрһәтеүсе. Гератта ижади түңәрәк ойоштора. Унда Джами, Хөсәйни ҡушаматында шиғырҙар яҙған, солтан, тарихсылар Мирхонд, Хондамир, Васифи, Дәүләтшах Самарканди, рәссам Кемаледдин Бехзад, архитектор Кавам-ад-дин инә. Навоиның башланғысы менән һәм етәкселегендә Инджил каналы яры буйында мәҙрәсә, тәкке (ил гиҙеүсе мосолмандарға ҡунып китеү урыны), китапхана, дауахана төҙөлә.

Аҡыл эйәһе булараҡ, Алишер Навои Нәҡшбәндиә дәрүиш Суфыйсылыҡ ордены ағзаһы булып тора. Ул тик Аллаһты ғына ярата, шуға ла өйләнмәй. Был турала «Лисон ут-тайр» (ҡоштар теле) шиғырында яҙа.

ӘҫәрҙәреҮҙгәртергә

Алишер Навоиның ижади мираҫы ҙур һәм төрлө яҡлы: утыҙлап ҙур әҫәр — шиғырҙар йыйынтығы (диван), поэмалар (дастан), фәлсәфәүи һәм фәнни рисәләләрҙе үҙ эсенә ала. Урта Азия һәм Яҡын Көнсығыш мосолман халыҡтарының мәҙәни йолаларын ҡулланып, Алишер Навои үҙенсәлекле әҫәрҙәр ижад итә.

ЛирикаҮҙгәртергә

 
«Уйҙар хазинаһы» — Алишер Навоиның шиғри дастанынан бер бит. Сөләймән I китапханаһынан манускрипт

Шағирҙың лирик ижади мираҫы бик ҙур. Газель жанрындағы

сығатай телендә һәм фарсыла яҙылған 3150 әҫәре билдәле.

«Уйҙар хазинаһы» — поэтик йыйынтыҡты шағир үҙе 1498—1499 йылдарҙа хронология принцибында төҙөгән. Дүрт тормош миҙгеленә тап килгән, дүрт диуанды эсенә ала: «Бала саҡ сәйерлектәре», «Йәш саҡ һирәклектәре», «Урта йәш сәйерлектәре», «Ҡартлыҡ ғибрәттәре». Шиғырҙар төрлө лирик жанрҙарға ҡарай, шулар араһында газель жанры иң күбе (2600 күберәк). Йыйынтыҡтарҙа икенсе жанр шиғырҙары ла бар — мухаммас, мусаддас, местезар, кыт, рубаи һәм туюги төрөк халыҡ ижады.

Лирик шиғырҙарының нисәнсе йылдарҙа ижад ителгәнен билдәләү ҡыйын, сөнки үҙ тормошондағы хәлдәрҙе бик һирәк яҙа. «Уйҙар хазинаһы» — шағирҙың тойғоларын сағылдырған лирик йыйынтыҡ. Һөйөү һәм ғәҙәти образдар метафора ярҙамында һүрәтләнә.

Навои өсөн һөйөү бөйөк, рухи, нәзәҡәтле һәм бер үк ваҡытта кешене үҙенә бойһондора, иркенән мәхрүм итә. Шулай ҙа, һөйөү ғазабы рухи яңырыу нигеҙе булғанға, шағирҙа төшөнкөлөк тыуҙырмай[16]

Навои, төп бурыстарының береһе итеп, әҙәби сығатай телен үҫтереүҙе иҫәпләй. Шағирҙың лирикаһында төрөк шиғырҙары нәфис биҙәлешенең иң юғары кимәленә өлгәшә.

Шағир фарсы телендә «Диван Фани» исемле лирик йыйынтыҡ төҙөй.

«Ҡырыҡ хәҙис» — икенсе типтағы әҫәр. Был төрки телендәге Мөхәммәт Пәйғәмбәр хәҙистәре темаһына ҡырыҡ дүртюллыҡтар. Нигеҙендә Джаминың фарсы телендәге әҫәре ята.

ХәмзәҮҙгәртергә

Навои ижадының юғары нөктәһе — данлыҡлы «Хәмзә», биш эпик поэманы эсенә ала: «Ғәҙелдәрҙең борсолоуы» мөнәжәте (1483) һәм сюжетлы героик (дастандар) «Ләйлә һәм Мәжнүн»(1484), «Фәрхәт һәм Ширин» (1484), «Ете планета»(1484), «Искәндәр диуары»(1485).

«Хәмзә» Низами Гәнжәви һәм һинд-фарсы шағиры Әмир Хосрова Дехлевиның «Хәмзә»һенә «яуап» итеп яҙылған. Навои уларҙың әҫәрҙәренең сюжетын ҡабатлай, тик күп осраҡта ваҡиғаларға һәм образдарға яңы аңлатма бирә.

«Ғәҙелдәрҙең борсолоуы» — циклдағы беренсе поэма Низаминың «Серҙәр һандығы» поэмаһының нигеҙе эшкәртелә. 64 бүлектән тора, унда дини, әхләки һорауҙар күтәрелә. Поэмала үҙ-ара талашты, хөкүмәт вельможаларының мәрхәмәтһеҙлеген, байҙарҙың башбаштаҡлығын, шәйехтәрҙең ике йөҙлөлөгөн фаш итә.

«Ләйлә менән Мәжнүн» — поэма урта быуат ғәрәп риүәйәте сюжетында (шулай уҡ Низами Гянджеви, Әмир Хосров, Джами экәртеүе), йәш шағир Ҡайсаның Ләйләгә булған ҡыҙғаныс мөхәббәте тураһында яҙылған. Поэма көнсығыш әҙәбиәтенә һәм үзбәк фольклорына ҙур йоғонто яһай.

«Фәрхәт һәм Шерин» — батыр Фәрхәттең әрмән һылыуы Ширинға булған һөйөүе тураһындағы поэма. Алишер Навои фольклор поэтикаһы алымдарын ҡулланып Фәрхәтте һоҡландырғыс эпик батыр итеп һүрәтләй.

«Ете планета» — ете әкиәт новеллаһын берләштергән поэма. Алишер Навои үҙе тирәһендәге кешеләрҙе, хакимдарҙы (тимуридтар), солтан Хөсәйенде һәм уның яҡындарын тәнҡитләй.

«Искәндәр диуары» — циклдағы һуңғы поэма. Хаким, аҡыл эйәһе Искәндәрҙең (Көнсығышта был исем менән Александр Македонскийҙы атайҙар) тормошо ярым фантастика сюжетында яҙылған.

Фәнни рисәләләрҮҙгәртергә

XV быуат авторҙары төрки телен поэзия яҙыуға тупаҫ, тип иҫәпләгән. «Ике тел тураһында фекер» (1499) рисәләһендә Алишер Навои был фекерҙе кире ҡаға. Сығатай теленең мәҙәни һәм әҙәби әһәмиәтен нигеҙләй[16].

«Үлсәү күләме» рисәләһендә әҙәбиәт һәм шиғыр сығарыу теорияһы һорауҙары күтәрелә. Теория торошо, Алишер Навоиның ижады үзбәк һәм чагатай телендәге уйғыр әҙәбиәтенә генә түгел, башҡа төрки телле (төркмән, әзербайджан, төрөк, татар) әҙәбиәттең үҫешенә лә ҙур йоғонто яһай.

Тарихи яҙмаларҮҙгәртергә

Алишер Навои — биографик һәм тарихи китаптар авторы. «Тынғыһыҙ хәмзә» (1492) Джамиға арналған; «Нәзәҡәтлеләр йыйылышы» антологияһы (1491—1492) Навоиның замандаш яҙыусылырға ҡыҫҡаса характеристика; «Иран батшаларының тарихы» һәм «Пәйғәмбәрҙәрҙең һәм аҡыл эйәләренең тарихы», Көнсығыш тарихи шәхестәре тураһында мәғлүмәттәр, мифтар йыйынтығын баҫтыра.

БиблиографияҮҙгәртергә

  • Алишер Навои. Сочинения в 10 томах. — Т.: «Фан», 1968-1970. — Т. 1—10. — 3095 с.
  • Навои А. Стихотворения и поэмы. — М., 1965.
  • Навои А. Сочинения. — Т. 1-10. — Ташкент, 1968-70.
  • Навои А. Пять поэм. — М.: Худож. лит., 1972.
  • Навои А. Избранная лирика. — Ташкент: Изд-во ЦК КП Узбекистана, 1978.
  • Навои А. Стена Искандера / Пересказ И. Махсумова. — Ташкент: Изд-во лит. и искусства, 1978.
  • Навои А. Стихотворения и поэмы / Вступ. ст. Камиля Яшена; Сост. и примеч. А. П. Каюмова. — Л.: Сов. писатель, 1983. — 920 с. Тираж 40 000 экз. (Библиотека поэта. Большая серия. Второе издание)
  • Навои А. Возлюбленная сердец. — Ташкент: Изд-во лит. и искусства, 1983.
  • Навои А. Кн. 1-2. — Ташкент: Изд-во ЦК Компартии Узбекистана, 1983.
  • Навои А. Афоризмы. — Ташкент: Изд-во ЦК КП Узбекистана, 1985.
  • Навои А. Афоризмы Алишера Навои. — Ташкент: Изд-во лит. и искусства, 1988.
  • Навои А. Друга я не нашёл: Газели. — Ташкент: Изд-во лит. и искусства, 1988.
  • Навои А. Стена Искандера / Пер. с узб. Н. Айшов. — Алма-Ата: Жазушы, 1989.
  • Навои А. Афоризмы — Aphorisms. — Ташкент: Укитувчи, 1991.
  • Навои А. Зеница ока: [Стихи]. — Ташкент Изд.-полигр. об-ние им. Гафура Гуляма, 1991.
  • Навои А. Язык птиц / Пер. С. Н. Иванов. — 2-е изд. — СПб.: Наука, 2007

Алишер Навои хаҡындаҮҙгәртергә

  • Абдуллаев В. Навои в Самарканде. — Самарканд, 1941.
  • Бертельс Е. Э. Навои. Опыт творческой биографии. — М. — Л., 1948.
  • Бертельс Е. Э. Избр. труды. Навои и Джами. — М., 1965.
  • Пулявин А. А. Гений в сердцах, 1978.
  • Болдырев А. Н. Персидские переводы «Маджалис ан-Нафаис» Навои // Учёные записки ЛГУ. — Л., 1952. — Сер. 128. — Вып. 3.
  • Захидов В. Мир идей и образов Алишера Навои. — Ташкент, 1961.
  • Свидина Е. Д. Алишер Навои. Биобиблиография (1917—1966). — Ташкент, 1968.
  • Хайитметов А. Творческий метод Навои. — Ташкент, 1965.

ИҫкәрмәләрҮҙгәртергә

  1. Навои Алишер Навои Низамаддин Мир Алишер / А. А. Валитова // Моршин — Никиш. — М. : Советская энциклопедия, 1974. — (Большая советская энциклопедия : [в 30 т.] / гл. ред. А. М. Прохоров ; 1969—1978, т. 17).
  2. Большой энциклопедический словарь / Гл. ред. А. М. Прохоров. Изд. 2-е, перераб. и доп. М.; СПб., 2000.
  3. Советская тюркология Изд-во Коммунист, 1975 г.
  4. Литература народов СССР: хрестоматия для высших учебных заведений. Том 1 Люциан Ипполитович Климович Из-во «Просвещение» 1971 г.
  5. Свиток столетий: тюркская классическая поэзия XIII—XX веков сост., пер. вступ. ст. С. Н. Иванова; предисл., коммент. А. Н. Малехова. — Ленинград : Изд-во Ленингр. ун-та, 1991 г.
  6. Избранные труды: Навой и Джами. Евгений Эдуардович Бертельс Изд-во восточной лит-ры, 1965 г.
  7. Subtelny, M. E. (1993), «Mīr 'Alī Shīr Nawā'ī», in C. E. Bosworth, E. Van Donzel, W. P. Heinrichs, Ch. Pellat, The Encyclopedia of Islam, vol.
  8. Paksoy H. B. Central Asia Reader: The Rediscovery of History.
  9. Kutlu Mustafa.
  10. 10,0 10,1 Этнический атлас Узбекистана.
  11. 11,0 11,1 Г.
  12. Абдуллаев К. Н. От Синьцзяна до Хорасәаа. Душанбе. 2009, с.70
  13. «Тарихи Рашиди», Мирза Мухаммед Хайдар Дуглат
  14. А. А. Семенов ВЗАИМООТНОШЕНИЯ АЛИШЕРА НАВОИ И СУЛТАНА ХУСЕЙН-МИРЗЫ* //Исследования по истории культуры народов Востока. — М.-Л.: Изд. АН СССР, 1960, С. 237—249.
  15. Навои Алишер Навои Низамаддин Мир Алишер — статья из Большой советской энциклопедии (3-е издание)
  16. 16,0 16,1 Каюмов А. П. Алишер Навои // История всемирной литературы: В 9 томах. Т. 3. М.: Наука, 1985. С. 576—582.

ҺылтанмаларҮҙгәртергә