Рәмиев Мәзит Кәлимулла улы

инженер‑технолог. Техник фәндәр кандидаты

Рәмиев Мәзит Кәлимулла улы (3 ғинуар 193011 июнь 1999) — инженер‑технолог. Техник фәндәр кандидаты (1980). Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған уйлап табыусыһы (1985), СССР‑ҙың уйлап табыусыһы (1980), СССР‑ҙың нефть сәнәғәте отличнигы (1982)[1].

Рәмиев Мәзит Кәлимулла улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 3 ғинуар 1930({{padleft:1930|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:3|2|0}})
Тыуған урыны Стәрлетамаҡ кантоны, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Ергән
Вафат булған көнө 11 июнь 1999({{padleft:1999|4|0}}-{{padleft:6|2|0}}-{{padleft:11|2|0}}) (69 йәш)
Вафат булған урыны Өфө, Рәсәй
Һөнәр төрө технолог
Уҡыу йорто Өфө дәүләт авиация техник университеты
Ғилми дәрәжә техник фәндәр кандидаты[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
премия Совета Министров СССР

Рәмиев Мәзит Кәлимулла улы 1930 йылдың 3 ғинуарында БАССР‑ҙың Стәрлетамаҡ кантоны Ергән ауылында (хәҙер Башҡортостан Республикаһының Мәләүез районы) тыуған. 1963 йылда Өфө авиация институтын (хәҙер Өфө дәүләт авиация техник университеты, УГАТУ) тамамлай. 1961 йылдан алып ИПТЭР‑ҙа эшләй: 1972 йылдан башлап өлкән ғилми хеҙмәткәр, 1978 йылда — лаборатория мөдире, 1987 йылда — төп ғилми хеҙмәткәр[1]. 1961-1999 йылдарҙа -нефть һәм нефть продуктларын йыйыу, әҙерләү һәм транспортлау буйынса Бөтә Рәсәй фәнни-тикшеренеү институтында (ВНИИСПТнефть) эшләй. Нефть үткәргестәр өсөн изоляция материалдарын һәм һаҡлағыс конструкцияларҙы тикшереү һәм эшләү менән шөғөлләнә[2].

1980 йылда техник фәндәр кандидатына дәғүә итеп, «Разработка технологии защиты магистральных нефтепроводов от почвенной коррозии с применением покрытия "Пластобит"» темаһына диссертация яҡлай[3].

Рәмиев Мәзит Кәлимулла улының фәнни тикшеренеүҙәре нефть үткәргестәрҙе коррозиянан һаҡлауға арналған. Рәмиев ҡатнашлығында үткәргес торбаларҙы изоляциялау технологиялары, “Пластобит” тибындағы изоляция ҡаплауҙары, УИМ‑14, УИМ‑20НРС, УИМ‑273, УИМ‑720, УИМ‑1020, УИМ‑1220 РС изоляция машиналары уйлап табылған. Асыштары Башҡортостан Республикаһының, Рәсәй Федерацияһының үткәргес торба транспорты предприятиеларында индерелгән[1].

Рәмиев Мәзит Кәлимулла улы 35‑тән ашыу фәнни хеҙмәт һәм 12 уйлап табыу авторы. СССР Министрҙар Советы (1983), И.М.Губкин исемендәге (1983) премия лауреаты.

Мәзит Кәлимулла улы 1999 йылдың 11 июнендә Өфөлә вафат була[2].

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Һылтанмалар

үҙгәртергә