Йомағолов Харис Йомағол улы

Йомағолов Харис Йомағол улы (3 ғинуар 1891 йыл — 2 ноябрь 1937 йыл) — партия һәм дәүләт, Башҡорт милли хәрәкәте эшмәкәре. Бөтә башҡорт ҡоролтайҙарында ҡатнашыусы. 1917 йылдың июленән Башҡорт мәркәз шураһы ағзаһы. 1919 йылдың майынан — Башревком рәйесе, бер үк ваҡытта сентябрь—ноябрҙә РКП(б)-ның Башҡортостан өлкә комитеты секретары. Сәйәси золом ҡорбаны.

Йомағолов Харис Йомағол улы
Харис Йомағол улы Йомағолов
Флаг
Флаг
Башревком рәйесе, РКП (б)-ның Башҡортостан өлкә комитеты секретары, Башҡорт милли партияһы председателе
 
Тыуған: 22 декабрь 1890 (3 ғинуар 1891)({{padleft:1891|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:3|2|0}})
Һамар губернаһы, Николаевск өйәҙе, Имәләй улусы, Хәсән ауылы (хәҙерге Һамар өлкәһенең Оло Чернигов районы)
Үлгән: 2 ноябрь 1937({{padleft:1937|4|0}}-{{padleft:11|2|0}}-{{padleft:2|2|0}}) (46 йәш)
РСФСР, Мәскәү
Партия: РКП(б) (1917—1920), ВКП(б)(1931—1935) ағзаһы

Биография

үҙгәртергә

Харис Йомағол (Йәнғол) улы Йомағолов 1891 йылдың 3 ғинуарында (иҫке стиль буйынса 1890 йылдың 22 декабрендә) Һамар губернаһы Николаевск өйәҙенең[1] Хәсән ауылында тыуған[2]

1914 йылда Реаль училищеның VII класын тамамлағандан һуң, Мәскәүгә барып ауыл хужалығы инс­титутына уҡырға инә.

1917 йылдың ғинуары­нда хәрби хеҙмәткә алына. Мәскәү прапорщиктар мәктәбен тамамла­п, прапорщик дәрәжәһе ала. «Полуротный» командир булып хеҙмәт итә.[3] 1917 йылғы Февраль революцияһынан һуң, большевиктар партияһына инә һәм революцион хәрәкәткә ылығып китә.

1917 йылдың йәйендә Башҡорт милли-азатлыҡ хәрәкәтенә ҡушыла. 1917 йылдың 20—27 июлендә Ырымбурҙа үткән I Бөтә башҡорт ҡоролтайында милли хәрәкәттең етәкселек органы — Башҡорт үҙәк шураһы башҡарма комитеты ағзаһы итеп һайлана. 1917 йылдың көҙөндә Һамар губернаһы башҡорттары Бөтә Рәсәй Ойоштороу йыйылышына (Учредительное Собрание) депутатлыҡҡа кандидат итеп күрһәтә. 1917 йылдың 8—20 декабрендә үткән III Дөйөм Башҡорт ойоштороу ҡоролтайында 15 ноябрҙә иғлан ителгән Башҡортостан автономияһының юғары закон­дар сығарыу органы — Кесе ҡорол­тай (предпарламент) составына индерелә.

1918 йылда Мосолман коммунистарының үҙәк бюроһы ағзаһы, Эске Рәсәй мосолмандары комиссары урынбаҫары, Ҡазанда хәрби комиссар вазифаһын үтәй.

1919 йылдың башында Мәскәүҙә Үҙәк мосолман комиссариаты комиссары Мирсәйет Солтанғәлиевтың урынбаҫары итеп үрләтелә. 1919 йылдың майынан Башҡорт Совет автономияһы хөкүмәте — Башҡортостан Хәрби-Революцион Комитетының рәйесе була. Ғинуар низағы барышында вазифаһынан бушатыла.

1920 йылдың 17 майындағы «Автономиялы Совет Башҡорт Республикаһының дәүләт ҡоролошо тураһында» декреты менән Үҙәк Совет власы Башҡортостандың автономия хоҡуҡтарын ҡырҡа сикләй. Башревком ағзалары быға протест белдереп, Баш­ҡортостандан сығып китә һәм Зәки Вәлиди кәңәше буйынса Төркөстанға юллана. Әммә Төркөстандағы көрәш уңыш­һыҙлыҡҡа осрағас, Башҡортостанға ҡайтырға ҡарар итә.

1921 йылда Башҡортостан Үҙәк башҡарма комитетының аслыҡҡа ҡаршы көрәш буйынса уполномоченныйы вазифаһын башҡара.

1922 йылдан ВЦИК Президиумы ҡарамағындағы Башҡортостан вәкиллегендә эшләй.

1926 йылда Башҡортостан үҙәк башҡарма комитеты рәйесе Хафиз Ҡушаевтың тәҡдиме менән Башҡортостандың Мәскәүҙәге сауҙа вәкиллегенә эшкә алына, экономист-консультант вазифаһын башҡара.

30-сы йылдарҙа Харис Йомағолов СССР-ҙың Иген һәм малсылыҡ совхоздары комиссариатында Көнбайыш Себерҙең һөт-ит етештереүсе совхоздары идаралығының иҫәп һәм статиска бүлеге начальнигы булып эшләй.

1935 йылда партиянан сығарыла.

1937 йылдың 27 июлендә, Советтарға ҡаршы милләтселек эшмәкәрлеге алып барыуҙа ғәйепләп, төрмәгә ябыла. 1937 йылдың 2 ноябрендә СССР Юғары Советының Хәрби коллегияһы ҡарары буйынса атыла.

1956 йылдың 10 октябрендә аҡлана.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Һылтанмалар

үҙгәртергә