Урал иҡтисади районы
Урал иҡтисади районы — РСФСР һәм Рәсәй Федерацияһының 12 иҡтисади районының береһе, Федерацияның 7 субъектын үҙ эсенә ала.
Иҡтисади район составы
үҙгәртергәМәғлүмәттәр
үҙгәртергә- Халыҡ һаны: 20,5 млн кеше[1]
- Майҙаны: 824 мең км²
- Халыҡ тығыҙлығы: кв. км.-ға 30 кеше
Тармаҡтар
үҙгәртергәТөп тармаҡтар — ҡара һәм төҫлө металлургия, машиналар эшләү (энергетика, транспорт, ауыл хужалығы), урман, химия, нефть химияһы һәм тау-химия сәнәғәте. Нефть, газ сығарыу һәм эшкәртеү.
Ауыл хужалығында иген һәм малсылыҡ продукттары етештерелә.
Географик мәғлүмәт
үҙгәртергәУрал иҡтисади районы Урта һәм Көньяҡ, өлөшләтә Төньяҡ Уралда, шулай уҡ Көнсығыш Европа һәм Көнбайыш Себер тигеҙлектәренең сиктәш өлөштәрендә урынлашҡан. Район территорияһынанОло Иҙел (Кама, Вишера, Чусовая, Һамар), Обь (Тобол, Исеть, Тура, Тавда) һәм Урал бассейнына ҡараған йылғалар аға. Урал иҡтисади районының эре һәм урта йылғаларының потенциаль гидроресурстары 3,3 млн квт тип иҫәпләнә, Кама йылғаһында (Воткинск һәм Кама) һыуһаҡлағыстары төҙөлгән. Райондың көнбайыш өлөшөндә климат уртаса континенталь, Уралда һәм унан көнсығышҡа табан — континенталь. Территория майҙанының 43 проценты тайга урмандары менән ҡапланған; ағас запасы 3,5 млрд кубометр тәшкил итә. Көньяҡ өлөшө дала, байтағы һөрөлгән.
Файҙалы ҡаҙылмалар
үҙгәртергәУрал иҡтисади районы төрлө файҙалы ҡаҙылмаларға бай. Был юғары ауыр индустрияның үҫешкән һәм төрлө, структураһы буйынса ҡатмарлы производство комплексы. Ҡара һәм төҫлө металлургия, ауыр машиналар эшләү, химия, минераль сеймал һәм газ сығарыу, ағас әҙерләү һәм эшкәртеү дөйөм Рәсәй әһәмиәтенә эйә. Урал иҡтисади районына производствоның бер урында тупланыуы, тармаҡ һәм тармаҡ-ара кооперация һәм ҡатнашыуы, бик күп сәнәғәт ҡалдыҡтарын киң ҡулланылыуы, үҫешкән инфраструктура, Уралдың көнсығыш битләүенә (файҙалы ҡаҙылмаларға бай яғына), төп транспорт узелдарына тап килеүе хас[2].
Машиналар эшләү
үҙгәртергәМашиналар эшләү һәм металл эшкәртеү продукцияһын сығарыу буйынса Урал иҡтисади районы илдең иң алдынғы районы. Ауыр машиналар эшләү (Уралмаш, Быҙаулыҡ), химик машиналар эшләү (Уралхиммаш, Глазовск заводы һ. б.), энергоҡорамалдар һәм электротехник сәнәғәт (заводтар: Турбомоторҙар, Уралэлектротяжмаш) заводтары айырылып тора. Транспорт машиналары эшләү (Түбәнге Тагилда йөк вагондары, Миәстә һәм Ижевскиҙа автомобилдәр, Ижевскиҙа һәм Ирбитта мотоциклдар, Силәбелә ауыр тракторҙар, Орскиҙа трактор прицептары, Нефтекамала, Ҡурғанда автобустар) ныҡ үҫешкән. Шулай уҡ станок ҡорамалдары эшләү сәнәғәте (Силәбе, Ырымбур, Алапаевск һ. б.) киң ҡолас алған. Төрлө ауыл хужалығы машиналары (Ҡурған һ. б.), электроприборҙар, радиоалғыстар һәм радиола, һыуытҡыстар (дөйөм союз күләменең 16 проценты) һәм башҡа мәҙәни-көнкүреш тәғәйенләнешендәге машиналар сығарыла. Урал иҡтисади районы предприятиелары урында етештерелгән металдың һиҙелерлек өлөшөн файҙалана.
Металлургия сәнәғәте
үҙгәртергәМеталлургия сәнәғәте — Урал иҡтисади районының урындағы бай сеймал базаһында булдырылған боронғо тармаҡтарҙың береһе. Төп предприятиелар: Магнитогорск, Түбәнге Тагил, Орск-Хәлил, Учалы металлургия комбинаттары, Силәбенең Кузбасс һәм Караганда бассейндары күмерен файҙаланыусы кокс ҡоролмалы заводы. Элекке, реконструкцияланған предприятиелар араһында Серов исемендәге завод, Златоуст, Чусовск, Лысьвенск, Үрге Иҫәт заводтары. Торбалар эшләү (Первоуральск, Синар, Силәбе заводтары) ойошторола. Ферроиретмәләрҙең ҙур производствоһы бар. Металлургия предприятиелары өсөн тимер мәғдәненең яртыһынан күберәге Магнитогорск, Высокогорск, Гороблагодатск, Первоуральск, Бакал төркөмдәренән һәм башҡа урындарҙан килә. 1963 йылда ҙур Качканар титаномагнетит ятҡылығында тау-байыҡтырыу комбинаты сафҡа инә. Орск-Хәлил, Магнитогорск, Силәбе һәм башҡа металлургия мясокомбинаттары Урал ятҡылыҡтарындағы мәғдәндән тыш, Ҡаҙағстандан һәм Курск магнит аномалияһынан тимер-мәғдән концентратын ала. Урал иҡтисади районында төҫлө металлургияның барлыҡ тармаҡтары ла бар.
Химия сәнәғәте
үҙгәртергәХимия сәнәғәтенең мөһим тармағы — төп химия: сода (Березники, Соликамск, Стәрлетамаҡ), минераль ашламалар (Березникиҙа һәм Соликамскиҙа — калийлы, Березникиҙа, Пермдә, Красноуральскиҙа, Ревдела һ. б.азот һәм фосфорлы), көкөрт кислотаһы һәм көкөрт (башлыса төҫлө металлургия һәм нефть-газ химияһы үҙәктәрендә), хлор һәм хлор ҡатнашмалары, төрлө тоҙҙар һ.б. эшләнелә. Кокс химияһы һәм урман химияһы сәнәғәте үҫешкән, лак-буяу эшләнә. Пластмасса һәм ыҫмала (Екатеринбург, Түбәнге Тагил, Губаха һ. б.), спирттар (Орск, Губаха) етештерелә, синтетик каучук (Чайковский) һ. б. производство булдырыла. Нефть химияһы сәнәғәте (Өфө, Пермь, Екатеринбург, Ырымбур, Салауат), яһалма сүс һәм ептәр эшләү сәнәғәте үҫешә.
Еңел һәм аҙыҡ-түлек сәнәғәте
үҙгәртергәЕңел һәм аҙыҡ-түлек сәнәғәтендә он тарттырыу, ит һәм һөт аҙыҡтары, күн аяҡ кейеме, тегеү, туҡыу тармаҡтары айырылып тора. Тетеү комбинаты һәм етен туҡымалар (Екатеринбург) фабрикаһы, ебәк, нигеҙҙә синтетик туҡымалар комбинаттары (Ырымбур Чайковский) бар.
Ауыл хужалығы
үҙгәртергәАуыл хужалығы — Урал иҡтисади районы иҡтисадының мөһим тармағы. Ауыл хужалығы игенмселеккә (ярауай бойҙай, арыш, һоло) һәм малсылыҡ продукцияһына (һөт, ит, йөн) махсуслашҡан. Ауыл хужалығы бигерәк тә Башҡортостанда һәм Ырымбурҙа ныҡ үҫешкән. Сәсеүлек майҙандары структураһында иген культуралары (65 процент самаһы) һәм мал аҙығы культуралары (32 процент) төп урынды алып тора. шулай уҡ картуф, йәшелсә, етен, көнбағыш, шәкәр сөгөлдөрө үҫтерелә. Малсылыҡта иһә төньяҡта - һөт малсылығына, ҡошсолоҡҡа, көньяҡта ит-һөт, ит малсылығына, һарыҡсылыҡҡа, сусҡасылыҡҡа ҙур иғтибар бирелә. Урал иҡтисади районының ауыл хужалығы алдында торған мөһим бурыс - иген культураларының уңышын һәм малдарҙың артымын арттырыу. Аҙыҡ-түлек сәнәғәтендә он тарттырыу, һөт, ит заводтары һәм комбинаттары төп урын биләй[3]
Транспорт
үҙгәртергәТөп транспорт төрө — тимер юл (файҙаланылған тимер юлы оҙонлоғо 9,9 мең км, 1975). Төбәк линияларының иң мөһиме — Полуночное — Серов — Свердловск — Силәбе — Орск тимер юлы. Төп тимер юл магистралдәре Урта һәм Көньяҡ Уралды 5 урында (Түбәнге Тагил — Пермь, Екатеринбург — Пермь, Екатеринбург — Ҡаҙан, Силәбе — Өфө, Орск — Ырымбур) киҫеп үтә; Урал аша (Магнитогорск — Белорет — Ҡарламан) тимер юлы төҙөлөшө тамамланған. Тимер юлдарының байтаҡ өлөшө электрлаштырылған. Был уның аша ҙур күләмдә йөк үтеүе һәм күп урындарҙа тауҙарға менеү зарурлығына бәйле. Урал иҡтисади районы территорияһы аша Уралға газ (Төмән өлкәһенең төньяҡ райондарынан һәм Урта Азиянан) һәм нефть (Көнбайыш Себерҙән) ҡеүәтле торба үткәргестәр аша килә. Кама бассейнында һыу транспорты үҫешкән.
Эске айырмалыҡтар
үҙгәртергә- Уралдың көнсығыш битләүе — меридиандағы төп сәнәғәт һыҙаты. Унда металла сығарыу һәм эшкәртеү, ауыл хужалығы өҫтөнлөк ала. Мөһим сәнәғәт агломерациялары һәм үҙәктәре Екатеринбургта, Түбәнге Тагилда, Силәбелә, Магнитогорскиҙа, Орскиҙа урынлашҡан.
- Урта Кама буйында химия, урман һәм урман эшкәртеү сәнәғәте, машиналар эшләү һәм һөт, йәшелсә-картуф йүнәлешендәге ауыл хужалығы райондары өҫтөнлөк ала. Сәнәғәт үҙәктәре — Березники, Соликамск, Пермь, Лысьва, Чайковский һ.б.
- Урта Уралдың көнбайыш битләүҙәрендә тау тоҡомдары сығарыу, машиналар эшләү һәм металлургия сәнәғәте менән бер рәттән ауыл хужалығы ла алып барыла.
- Көньяҡ-көнбайышта һәм көньяҡ-көнсығышта тау тоҡомдары сығарыу һәм уларҙы эшкәртеү сәнәғәте үҙәктәре булған эое ауыл хужалығы производствоһы райондары. Шулай уҡ төньяҡ-көнбайышта һәм төньяҡ-көнсығышта айырым урман эшкәртеү үҙәктәре булған эре урман сәнәғәте (ҡайһы бер урындарҙа ауыл хужалығы менән бергә бара) райондары[4].
Шулай уҡ ҡарағыҙ
үҙгәртергә- Рәсәйҙең Азия өлөшө
- Рәсәйҙең Европа өлөшө