Башҡортостан Республикаһының Шәйехзада Бабич исемендәге йәштәр дәүләт премияһы

Башҡортостан Республикаһының Шәйехзада Бабич исемендәге йәштәр дәүләт премияһы — 1995 йылда әҙиптең тыуыуына 100 йыл тулыу айҡанлы һәм уның исемен мәңгеләштереү маҡсатында Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте тарафынан өмөтлө йәш ижадсыларҙы дәртләндереү өсөн булдырылған. Әҙәбиәт, сәнғәт һәм архитектура өлкәһендә эшләүселәргә юғары ижади ҡаҙаныштары өсөн бирелә.

Башҡортостан Республикаһының Шәйехзада Бабич исемендәге йәштәр дәүләт премияһы
Ил

Рәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы, Башҡортостан Башҡортостан

Награда төрө

маҡтаулы исем

Награда тапшырыла

Әҙәбиәт, сәнғәт һәм архитектура өлкәһендәге ҡаҙаныштар өсөн

Статус

ғәмәлдә (тапшырыла)

Статистика
Раҫланған ваҡыты

1995

Беренсе бүләкләү

1995

Күренекле башҡорт шағиры Шәйехзада Бабич исеме менән аталған был премия, дөйөм алғанда, Башҡортостан комсомолының 1967 йылдан 1990 йылғаса тапшырылып килгән Ғәлимов Сәләм исемендәге премияһын алмаштыра.

Премияның төп маҡсаты: Башҡортостан Республикаһының төрлө яҡлы үҫешенә мөһим өлөш индергән йәш яҙыусыларҙы, рәссамдарҙы һәм архитекторҙарҙы, артистарҙы, музыканттарҙы һәм режиссёрҙарҙы дәртләндереү. 1995 йылда булдырылғандан һуң премия йыл һайын тапшырылып килһә, 2011 йылдан уның лауреаттары ике йылға бер билдәләнә башланы[1]. 2015 йылдан уның аҡсалата күләме 150 мең һум тәшкил итә.

Шәйехзада Бабич исемендәге республика йәштәр премияһы бер үк ваҡытта өс өлкәлә — әҙәбиәттә, сәнғәттә һәм архитектурала ҙур ҡаҙаныштарға өлгәшкән өсөн бирелә. Премия ҡағиҙәһенә ярашлы, был күрһәткестәргә түбәндәгеләр инә[1]:

  • нәфис әҙәбиәт өлкәһендә — барлыҡ төрҙәге һәм жанрҙағы (проза, шиғриәт, драматургия, балалар әҙәбиәте, әҙәбиәт белеме һәм тәнҡит, әҙәби тәржемә) әҙәби әҫәрҙәр һәм ижад материалдары өсөн;
  • һынлы сәнғәт өлкәһендә — рәсем һәм һынлы сәнғәт, скульптура, графика һәм биҙәү-ғәмәли сәнғәт әҫәрҙәре өсөн;
  • театр, музыка, эстрада, цирк сәнғәте һәм хореография өлкәһендә — йәш композитор, режисссёр, дирижёр, балетмейстер, хормейстер, артист һәм рәссамдарҙың, сәхнәселәрҙең музыкаль-драматик постановкаларҙағы, үҙенсәлекле композицияларҙағы, балалар өсөн постановкаларҙағы, эстрада, цирк һәм дөйөм тамашаларҙағы эштәре, шулай уҡ театр, музыка, страда, цирк сәнғәте һәм хореография буйынса тикшеренеүҙәре өсөн;
  • кинематография өлкәһендә — сценарий авторҙарының, режиссёр, рәссам, оператор һәм артистарҙың нәфис, документаль һәм анимацион фильмдарҙағы эштәре, шулай уҡ кино сәнғәтен өйрәнеп-тикшереү өсөн;
  • архитектура өлкәһендә — айырыуса һәләтле, яңылыҡ һәм үҙенсәлек менән айырылып тороп, йәмәғәт танылыуы алған һәм Башҡортостан Республикаһы мәҙәниәтен үҫтереүгә һиҙелерлек өлөш индергән архитектура әҫәрҙәре өсөн.

Шәйехзада Бабич исемендәге премия лауреаттары

үҙгәртергә
Йыл Лауреаттың исем-шәрифе Бүләкләнеү нигеҙе
2021—2022[2] Кристина Андрианова, шағирә «Триста сарматов», «Пятьдесят пять историй одного толмача» шиғырҙар йыйынтығы һәм әҙәби тәржемәне үҫтереүгә индергән өлөшө өсөн
Лиана Мкртчян, рәссам һынлы сәнғәттәге «Тыуған илем — минең ерем» ижади проекты өсөн
Резеда Таһирова, рәссам
Илнур Хәйруллин, ҡурайсы башҡорт музыка сәнғәтен пропагандалағаны һәм милли уйын ҡоралы ҡурайҙы популярлаштырғаны өсөн.
2019—2020[3] Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт халыҡ бейеүҙәре ансамбле артисы Айбулат Баһауетдинов Марат Кәримовтың «Салауат» хореография спектаклендә эшләгән һәм хореография сәнғәтен популярлаштырған өсөн
Актёр Азат Вәлитов Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры спектаклдәрендә ролдәрҙе юғары һөнәри кимәлдә башҡарғаны өсөн
Шағир Александр Хватков Әҙәбиәт өлкәһендәге юғары ижади ҡаҙаныштары, Башҡортостан әҙәбиәтен үҫтереүгә һәм йәштәрҙе рухи яҡтан тәрбиәләүгә ҙур өлөш индергән өсөн
2017—2018[4] Линар Дәүләтбаев, Шәүрә Сәғитова, Екатерина Хәйбуллина һәм Лиана Ниғәмәтйәнова Башҡорт легендалары мотивтары буйынса ижад ителгән «Ҡоштар ни йырлай» музыкаль әкиәте өсөн
«Арғымаҡ» этно-рок төркөмө (Ринат Рамазанов, Алик һәм Эмиль Гәрәевтар, Радмир Исмәғилев, Айрат Нәзиров) Башҡорт халҡының мәҙәни мираҫын һәм милли музыка ҡоралдарын тергеҙгәне һәм уларҙы популярлаштырғаны өсөн
Актёрҙар Илгиз Таһиров (Шәйехзада Бабич роле), Рәмзил Сәлмәнов (Зәки Вәлиди) һәм Радмир Абдуллин (Ғәбделхай Иркәбаев) тулы метражлы әҙәби тарихи «Бабич» фильмында уйнаған ролдәрҙе юғары башҡарыу оҫталығы өсөн
2015—2016 Алмас Шаммасов, шағир «Өй түбәмдә күгәрсендәр» китабы өсөн
Башҡорт дәүләт академия драма театрының Илсур Ҡаҙаҡбаев, Урал Әминев, Ринат Баймырҙин, Артур Кәбиров һәм Фәнис Рәхмәтовтарҙан торған ижади төркөмө «Хыялға ҡаршы» спектаклен (А. Баймөхәмәтовтың «Ҡалдырма, әсәй!» повесы буйынса) юғары художество кимәлендә сәхнәләштергән һәм башҡорт театр сәнғәтен пропагандалаған өсөн
Алһыу Хәсбиуллина, музыкант, хор дирижёры хор сәнғәте өлкәһендәге ҡаҙаныштары өсөн
2013—2014[5][6][7] Айгиз Баймөхәмәтов, журналист һәм яҙыусы «Ҡалдырма, әсәй!» китабы өсөн
Вера Фролова
Айгөл Ишбирҙина
һынлы сәнғәт өлкәһендәге «Тыуған төйәктә ҡулға-ҡул тотоношоп» ижади проекттары өсөн
Артур Нәзиуллин, кларнетсы, Мәскәү филармонияһы артисы донъяла Башҡортостан мәҙәниәтенең абруйын күтәреүгә индергән өлөшө өсөн
2011—2012 Рөстәм Сөләймәнов, дирижер Башҡортостан Республикаһы композиторҙарының симфоник музыка әҫәрҙәрен пропагандалағаны өсөн
Игорь Савельев, яҙыусы «Терешкова летит на Марс» романы өсөн
Айнур Асҡаров, режиссёр «Еңмеш» нәфис фильмы өсөн
2010 Артур Ҡунакбаев, театр актёры Әхмәтзәки Вәлиди ролен башҡарғаны өсөн
Зөлфиә Күскилдина, балалар яҙыусыһы «Тәмле Яңы йыл» исемле әкиәттәр һәм хикәйәләр йыйынтығы өсөн
Искәндәр Ғафаров, музыкант юғары башҡарыу оҫталығы өсөн
2009 Андрей Ганичев, театр актёры Колька Кузмин (А. Приставкин «Ночевала тучка золотая») ролен башҡарған өсөн
Руслан Ниғмәтуллин, скульптор, художник скульптура сәнғәтен үҫтереүгә индергән өлөшө өсөн
Рөстәм Ямалетдинов
Павел Мазин
сәнғәт гимназия—интернатын яңыртыу проекты өсөн
2008 Светлана Ғиниәтуллина, театр актёры Агафья Тихоновна, Любовь, Турандот ролдәрен башҡарған өсөн
Илһам Вәлиев, опера йырсыһы Операларҙа Һөйөндөк, Салауат, Ленский, Пинкертон, Альфред, Фауст партияларын башҡарған өсөн
Зөһрә Бураҡаева, яҙыусы милли әҙәбиәтте үҫтереүҙә һәм пропагандалауҙағы өлөшө һәм тәржемә өлкәһендәге хеҙмәттәре өсөн
2007 Лариса Абдуллина, шағир, журналист «Еләк тәме» шиғырҙар һәм публицистик әҫәрҙәр йыйынтығы өсөн
Гүзәл Мөхәмәтйәрова «Аҡ тирмә» кейеҙ коллекцияһын йыйғаны өсөн
Руслан Девятов
Тәнзилә Дулатова
Дмитрий Мавродиев
Андрей Мануилов
Руслан Йәнбәков
«Өфө-Арена» боҙ һарайы проекты өсөн
2006 Гөлназ Ҡотоева, шағир «Йәнем томбойығы» шиғырҙар йыйынтығы өсөн
Сәғәҙиева Зилә Ғәлимйән ҡыҙы «И стонет курай, и ликует курай» телевизион фильмы һәм очерктары өсөн
Рөстәм Хәкимов, режиссёр «Урал батыр» (Ғәзим Шафиҡов әҫәре буйынса) спектаклен ҡуйғаны өсөн
2005 Илдар Ибраһимов Күгәрсен районы Мораҡ мәҙәниәт йортон яңыртыу проекты өсөн
Хәсән Усманов, йырсы "Искәндәр һәм Ләйлә музыкаль комедияһында төп ролде башҡарғаны өсөн
Әминә Шафиҡова, уҡытыусы—музыкант юғары башҡарыу оҫталығы өсөн
2004 Мөсәлим Күлбаев, режиссёр «Тиль» (Г. Горин), «Беҙҙең өйҙөң йәме» (Мостай Кәрим) спектаклдәрен ҡуйғаны өсөн
Рөстәм Шәйхетдинов, музыкант юғары башҡарыу оҫталығы өсөн
Сәлмән Ярмуллин, журналист «Ахыр заман — аяҡ аҫтында» исемле әҙәби — публицистик әҫәрҙәр йыйынтығы өсөн
2003[8] Миңлеғәфүр Зәйнетдинов, ҡумыҙсы төрлө музыкаль фестиваль һәм конкурстарҙағы еңеүҙәре һәм халҡыбыҙҙың боронғо уйын ҡоралы ҡумыҙҙы пропагандалауҙағы хеҙмәттәре өсөн
Роберт Юлдашев, ҡурайсы юғары башҡарыу оҫталығы, ҡурайҙа уйнаүҙың классик традицияларын байытҡаны һәм башҡорт халҡының был музыка ҡоралын үҫтереүгә индергән өлөшө өсөн
Зөлфиә Ханнанова, шағир «Килен тәңкәһе» шиғырҙар йыйынтығы өсөн
2002 Алмас Әмиров, актёр Жүси, Ҡотош, Морис Ляппен ролдәрен башҡарғаны өсөн
Тимур Ғарипов, артист Георг IV, Петя, Әбүләй ролдәрен башҡарған өсөн
Ғәйнислам Ибраһимов, ғалим, тәржемәсе «Урал батыр», «Аҡбуҙат» һәм башҡа эпик әҫәрҙәрҙе төрөк теленә тәржемә иткәне өсөн
2001 Искәндәр Бикташов Красноусольский санаторийы корпусын яңыртыу һәм башҡа проекттары өсөн
Гөлдәр Ишҡыуатова, йырсы, телережиссёр йәш быуынды рухи-әхләҡи яҡтан тәрбиәләүҙәге хеҙмәте өсөн
Антон Павловский, музыкант виолончелда юғары башҡарыу оҫталығы өсөн
2000 Сулпан Билалова, рәссам «Аманат» балалар журналын биҙәү буйынса хеҙмәттәре өсөн
Урал Иҙелбаев, композитор «Айгөл иле», «Шайморатов генерал» һәм башҡа театр спектаклдәре өсөн яҙған музыкаһы өсөн
Азамат Хәлилов, артист Ҡаһым түрә, кенәз Тереғол һәм Шәкүр ролдәрен башҡарған өсөн
1999 Рәйес Низаметдинов, хореограф халыҡ ижадын үҫтереүгә индергән өлөшө һәм «Ҡарас сәсән», «Бөркөт ояһы», «Мираҫ», «Сура батыр» бейеүҙәрен ҡуйғаны өсөн
Гүзәл Сөләйманова, балет артисы П. И. Чайковскийҙың «Щелкунчик» балетында Мари, Жюль Массненың "Дон Кихот"ында Китри һәм Л. Степановтың «Сыңрау торна»һында — Зәйтүнгөл партияларын башҡарған өсөн.
Юлай Үҙәнбаев, композитор «Тылсымлы ҡурай» (Зәйнәп Биишева), «Төштәге йыр» (Таңсулпан Ғарипова), «Ҡыңғырау сәскә» (Нәжиб Асанбаев) һәм «Һуңғы аҡсарлаҡ» (Буранбай Исҡужин) спектаклдәрен музыкаль яҡтан биҙәгәне һәм «Аҡ болоттар», «Устарыма һал йөрәгеңде» йырҙары өсөн.
Земфира, йырсы хәҙерге заман музыка сәнғәтен үҫтереүгә индергән өлөшө һәм юғары башҡарыу оҫталығы өсөн
1998 Гөлназ Ҡолһарина, «Ете ҡыҙ», «Торналар», «Ғәҙәти булмаған балыҡ тотоу», «Болан мөгөҙҙәре» видеофильмдары өсөн
Вәхит Хызыров, опера йырсыһы "Ave Maria"ны, сит ил композиторҙарының боронғо музыка концерттарын һәм Хөсәйен Әхмәтовтың "Ҡояшҡа гимн"нын башҡарғаны өсөн
Илдар Ғафаров
Юлдаш Ураҡсин
Алмас Ғафаров
Рәмил Ихсанов
Руслан Ниғмәтов
«Аманат» студияһында милли музыканы үҫтереүгә индергән хеҙмәттәре өсөн
1997 Тәнзилә Дәүләтбирҙина, шағир «Мин кем?» йыйынтығы өсөн
Әмир Мәжитов
Йәлил Сөләймәнов
«Сикһеҙ юл» күргәҙмә проекты өсөн
Ринат Миңлебаев, рәссам-график «Урман аллалары», «Гипербореялар» график рәсемдәре өсөн
1996 Ләйсән Рәхмәтуллина, рәссам «Флюидлар» триптихы, «Байкал буйлап» исемле рәсеме өсөн
Булат Йосопов
Айҙар Аҡманов
Рияз Исхаҡов
Владислав Байрамғолов
«Быяла юлсы» (Стеклянный пассажир) фильмы өсөн
Рәсүл Ҡарабулатов
Азат Йыһаншин
Фирҙәт Ғәлиев
Рушанна Бабич, театр актёрҙары
Милли йәштәр театрының «Салауат» спектаклендә (Мостай Кәрим әҫәре) башҡарған ролдәре өсөн
1995 Фәрзәнә Аҡбулатова, яҙыусы «Атай икмәге» (1993) исемле хикәйәләр йыйынтығы өсөн
Рәйес Түләков, шағир «Ҡашмау» һәм «Муйынса» исемле китаптары өсөн
Зөһрә Байбурина, балет артисы Магдалена, Кармен, Ярославна, Яубикә, Көнбикә партияларын башҡарған өсөн

Сығанаҡтар

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. 1,0 1,1 Государственные республиканские молодежные премии имени Шайхзады Бабича в области литературы, искусства и архитектуры — Официальный сайт Министерства молодежной политики и спорта Республики Башкортостан 2016 йыл 5 март архивланған. (рус.)
  2. В Уфе наградили лауреатов Молодежной премии имени Шайхзады Бабича. ИА «Башинформ», 10 декабрь 2023 йыл (Тикшерелеү көнө: 19 октябрь 2023)
  3. Баш ҡалала Шәйехзада Бабич исемендәге республика йәштәр премияһы тапшырылды. «Башинформ» мәғлүәмәт агентлығы, 28 декабрь 2021 йыл (Тикшерелеү көнө: 28 декабрь 2021)
  4. Молодые деятели культуры Башкирии сегодня получили госпремии имени Шайхзады Бабича. ИА «Башинформ», 11 октября 2019
  5. ПРАВИТЕЛЬСТВО РЕСПУБЛИКИ БАШКОРТОСТАН ПОСТАНОВЛЕНИЕ О присуждении Государственных республиканских молодежных премий им. Шайхзады Бабича в области литературы, искусства и архитектуры за 2013, 2014 годы — Официальный сайт Министерства молодежной политики и спорта Республики Башкортостан 2017 йыл 8 июль архивланған.
  6. Өфөлә Шәйехзада Бабич исемендәге дәүләт премияһы лауреаттары билдәле булды — «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, 18 сентябрь 2015 йыл
  7. Бөгөн Башҡортостан Хөкүмәте йортонда 2013—2014 йылдар өсөн әҙәбиәт, сәнғәт һәм архитектура өлкәһендә Шәйехзада Бабич исемендәге йәштәр премияһын тапшырыу тантанаһы булды. — «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, 2015 йыл, 9 октябрь
  8. Республика йортонда Шәйехзада Бабич исемендәге өс премия лауреатын наградланылар (рус.)

Һылтанмалар

үҙгәртергә