Шәрип (Салауат районы)

Рәсәйҙең Башҡортостан Республикаһындағы Салауат районы ауылы

Шәрип (рус. Шарипово) — Башҡортостандың Салауат районындағы ауыл. Миәшәгәр ауыл Советына ҡарай. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 420 кеше[2]. Почта индексы — 452495, ОКАТО коды — 80247845004[3].

Ауыл
Шарипово
башҡ. Шәрип
Ил

Рәсәй

Федерация субъекты

Башҡортостан

Муниципаль район

Салауат районы

Ауыл биләмәһе

Миәшәгәр ауыл Советы

Координаталар

55°26′58″ с. ш. 58°10′39″ в. д.HGЯO

Халҡы

420[1] кеше (2010)

Сәғәт бүлкәте

UTC+6

Почта индексы

452495

Һанлы танытмалар
Автомобиль коды

02, 102

ОКАТО коды

80 247 845 004

ОКТМО коды

80 647 445 111

ГКГН номеры

0520681

Шарипово (Рәсәй)
Шарипово
Шарипово
Шәрип (Салауат районы) (Башҡортостан Республикаһы)
Шарипово

Географик урыны

үҙгәртергә

Шәрип ауылы Әй йылғаһы ҡушылдығы Һикияҙ (Сикиязик) йылғаһы буйында, район үҙәге Малаяҙ ауылынан төньяҡҡа табан 43 километр һәм Мөрсәлим тимер юл станцияһынан төньяҡ-көнбайышҡа табан 66 километр алыҫлыҡта урынлашҡан.

Шәрип ауылына Себер даруғаһы Тырнаҡлы улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә XVIII быуаттың 50-се йылдары башында, 1753 йылда төҙөлгән керҙәшлек килешеүе буйынса Себер даруғаһының төньяғынан Әлчәй (Альчаево) ауылы типтәрҙәре һәм мишәрҙәре нигеҙ һалған. Ауылға тәүге төпләнеүсе Шәрип Ҡормаев исеме бирелгән. Ауыл ерҙәре һатып алынмаған, ә ҡуртымға бирелгән.

Шәрип ауылы барлыҡҡа килеүенә нигеҙ биргән килешеү тексы:

«1753 йылдың 16 ноябрендә Себер даруғаһы Өфө өйәҙе Тырнаҡлы улусы донъяуи кешеләре, бөйөк хакимдарыбыҙ бүләк итеп биргән уртаҡ еребеҙҙе беҙ, өлкәне һәм кесеһе, дөйөм ризалыҡ менән, шул уҡ Себер даруғаһы Өфө өйәҙе старшина Йәнеш Абдуллин командаһынан Шәрип Ҡормаев һәм уның иптәштәренә (6 йорт) һәр йорттан 20 тин һалым түләү шарты менән, түбәндәге ыҙан һәм сиктәрҙе күрһәтеп: беренсе ыҙан (межа) Әте Ҡана инеше тамағы менән Янтыҡ күле һәм Миәшәгәр йылғаһы тамағы менән тәрән ҡул буйлап, һәм Мырҙалар межаһына сиктәш Һикияҙ һырты ҡайынлығы, Әрғәзе ҡыуағы һәм муйыл ҡыуаҡлы Черлаклы тауынан Һикияҙ тамағы менән Әй йылғаһының ике яры Ҡорман тауына тиклем, балыҡ тотоуға, йәнлеккә һунар, тирмән ҡороу һәм башҡа файҙаланыуға яраҡлы ерҙәрен мәңгелеккә файҙаланыу һәм нәҫелдән нәҫелгә тапшырыу хоҡуғы менән, киләсәктә бәхәсләшмәү тураһында килешеп, шуны раҫлап ҡул һәм тамға ҡуйҙыҡ: старшина Абдулла Теләпбирҙин, Әйтеш ауылы сотнигы Таңатаров, Иман Күсәков (Кучяков), Йылгилде Аҡманов, Тайсы Васкин, Әлкәй Үлмәҫҡолов, Яуын Сыуашев, Зәүәй Сысҡанбаев, Балыҡса Мостаев, Шәрәй Күсләпов, Мәғәш Абдраҡаев, Яңыбай (Енабай) Со(л)танаев, Телә(ү)бай Ҡурпин. Был ерҙе тапшырғанда, Боғалыш ауылынан сотник (йөҙбашы) Әлмәмбәт Бикбулов, Һарт улусы сотнигы Ҡосаҡ Ҡалсурин, шул уҡ улустан Итйыймаҫ Мортазин шаһитлыҡ ҡылды».

[5].

1762 йылда Шәрип ауылындағы 4 йортта 10 ир-ат мишәр йәшәгән.

1770 йылдың 18 авгусында Шәрип ауылына академик П. С. Паллас килгән:

«төшкә табан Төрөпкилде ауылынан 30 саҡрым алыҫлыҡтағы Шәрип ауылына килдек. Ауыл ултырған Һикәяҙ йылғаһы һыуында көкөрт булыуы иғтибарҙы йәлеп итә. Йылғаның ярҙарынан бәреп сыҡҡан ике юлаҡта ул көкөрт бар»

.

1795 йылда 12 йортта 75 кеше йәшәгән.

1816 йылда 6 типтәр, 1834 йылда — 13 йән типтәр ир-ат йәшәгән. Шул уҡ йылдарҙа 48 йортта 122 ир-ат мишәр йәшәгән.

1816 йылда тәүге төпләнеүсе Шәрип Ҡормаевтың улы Әҙелша Шәриповҡа 77 тулған, тимәк, ул 1739 йылғы булған, уның улы — Фәйрүз.

1842 йылда фәҡәт 6 йортта йәшәгән 33 типтәрҙең 48 аты, 14 һыйыры, 40 һарығы, 4 кәзәһе булған. 252 мишәр 14 сирек ужым һәм 217 сирек яҙғы ашлыҡ сәскән.

1850 йылда 7 йортта 21 ир-ат һәм 16 ҡатын-ҡыҙ типтәр йәшәгән.

Биләмә берәмектәренә инеүе

үҙгәртергә
Теркәү йылы Улус, ауыл Советы Өйәҙ, кантон, район Губерна, Республика Дәүләт
1757 улусы Троицк өйәҙе Ырымбур губернаһы Рәсәй Империяһы
1816 -се йорт -се Башҡорт кантоны Ырымбур губернаһы Рәсәй империяһы
1834 -се йорт -се Башҡорт кантоны Ырымбур губернаһы Рәсәй империяһы
1847 -се йорт -се Башҡорт кантоны, Өфө өйәҙе Ырымбур губернаһы Рәсәй империяһы
1859 -се йорт -се Башҡорт кантоны, Өфө өйәҙе Ырымбур губернаһы Рәсәй империяһы
1895 улусы Златоуст өйәҙе Өфө губернаһы Рәсәй империяһы
1920 улусы Мәсәғүт кантоны Автономлы Башҡорт ССР-ы   РСФСР
1926 улусы Мәсәғүт кантоны Автономлы Башҡорт ССР-ы   СССР
1935 Миәшәгәр ауыл Советы Малаяҙ районы Башҡорт АССР-ы   СССР
1941 Миәшәгәр ауыл Советы Салауат районы Башҡорт АССР-ы   СССР
1990 Миәшәгәр ауыл Советы Салауат районы Башҡортостан Республикаһы   Рәсәй Федерацияһы

XIX быуаттың икенсе яртыһында Шәрип ауылының үҫеше

үҙгәртергә

1859 йылда Шәрип ауылындағы 97 йортта 536 мишәр һәм типтәр йәшәгән.

1865 йылда 94 йортта 579 кеше донъя көткән. Малсылыҡ, игенселек, умартасылыҡ менән шөғөлләнгәндәр. Мәсет, училище, һыу тирмәне булған.

XIX быуат аҙағында ауылда 2 һуҡҡыс һәм елгәргес, шулай уҡ 3 тирмән булған.

Ауылдың XX быуаттағы үҫеше

үҙгәртергә

1906 йылда Шәрип ауылында мәсет, бакалея кибете, 3 һыу тирмәне булған.

1920 йылда 241 йортта 1251 мишәр теркәлгән.

Әлеге ваҡытта Шәрип ауылында Миәшәгәр урта мәктәбенең филиалы — төп мәктәп, балалар баҡсаһы, фельдшер-акушерлыҡ пункты, Мәҙәниәт йорто, китапхана бар.

Халыҡ һаны

үҙгәртергә

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар)
1920 йыл 26 август 1251
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар 896
1959 йыл 15 ғинуар 606
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар 467
2002 йыл 9 октябрь 450
2010 йыл 14 октябрь 420 202 218 48,1 51,9

Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.

1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны
Милли составы

2002 йылғы Бөтә Рәсәй йәниҫәбе мәғлүмәттәренә ярашлы, халыҡтың 88%-ын татарҙар тәшкил итә. Шулай уҡ башҡорттар йәшәй.[6].

Билдәле кешеләре

үҙгәртергә
  • Хужин Валерьян Дәүләтша улы (3.1.1942, БАССР-ҙың Салауат районы Шәрип ауылы — 18.2.2002) — агроном, ауыл хужалығы фәндәре кандидаты (1982), иҡтисад фәндәре докторы (1999). Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре (1995) һәм Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре (1991), Рәсәй Федерацияһының халыҡ мәғарифы оличнигы (1996) һәм БАССР-ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы (1984). 60 ғилми хеҙмәт авторы. Башҡортостан Республикаһының 12-се саҡырылыш Юғары Советы депутаты, Башҡортостан Республикаһы 1-се саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайы депутаты[7].

Шәриптә тыуып-үҫкәндәр

үҙгәртергә

Урамдары

үҙгәртергә
  • Яр буйы урамы (рус.  Набережная (улица))
  • Юрий Гагарин урамы (рус.  Юрия Гагарина (улица))
  • Парт-Мырҙа урамы (рус.  Парт-Мурзы (улица))
  • Мәктәп урамы (рус.  Школьная (улица))[8]

Ер-һыу атамалары

үҙгәртергә

Тауҙар:

  • Һикияҙ һырты, Сарлаҡлы тауы, Ҡорман тауы

Йылғалар, күлдәр:

  • Әй, Һикияҙ йылғаһы, Миәшәгәр йылғаһы
  • Янтыҡ күле

Шишмәләр:

Ялан-бесәнлектәр:

Таусыҡтар, түбәләр:

Башҡа урын-ер атамалары:

  • Әрғәзе ҡыуағы

Шулай уҡ ҡарағыҙ

үҙгәртергә

Ҡушаматтар

үҙгәртергә

Шәрип һәм Шәрип халҡы тураһында ваҡытлы матбуғат

үҙгәртергә
  • Асфандияров А. З. История сел и деревень Башкортостана. Кн. 9. Уфа: Китап, 2001, 168—169 с. — 304 с. — ISBN 5—295—02843—7 (рус.)
  • Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан: Справочник. — Уфа: ГУП РБ Издательство «Белая Река», 2007. — 416 с. (рус.) ISBN 978-5-87691-038-7.

Һылтанмалар

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность населения по населённым пунктам Республики Башкортостан. Дата обращения: 20 август 2014. Архивировано 20 август 2014 года.
  2. Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник.  (рус.)
  3. Шәрип ауылы «Госсправка» сайтында
  4. 4,0 4,1 Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — ISBN 978-5-295-04683-4.
  5. Паллас П. С. Указ. соч. С. 74. Исламшин Р. Из истории айлинского края. В то время как в интересной книге В. В. Сидорова «Исследователи края Башкирского. ХУШ век» (Уфа, 1997. С. 144) слово ошибочно уподобляется с Чебаркулем. ЦГИА РБ. Ф. 172. Оп. 1. Д. 56. Л. 5. Хозяйственно-статистический обзор Уфимской губернии за 1908 год. С. 76 (раздел «Народное образование»). ЦГИА РБ. Ф. 172. Оп. 1. Д. 34. Л. 9. В ЮАС (Вып. 2. С. 326) ошибочно указана дата 1750 г. А также речь идет о купле земли, чего не было. См. Малоизученные источники по истории Баш­кирии. С. 106
  6. Единый электронный справочник муниципальных районов Республики Башкортостан — приложение в формате Excel 2016 йыл 4 март архивланған.
  7. Шәрип (Салауат районы) // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
  8. Карта д. Шарипово. Улицы