Үтәшева Римма Әмир ҡыҙы

Үтәшева Римма Әмир ҡыҙы (3 ғинуар 1952 йыл) — һаулыҡ һаҡлау өлкәһе ветераны, ғалим-табип-акушер-гинеколог, йәмәғәтсе. 1975 йылдан Өфөнөң 1-се бала табыу йорто, 1978—1988 йылдарҙа 4-се бала табыу йортоноң табип-акушер-гинекологы, 1988—2008 йылдарҙа — баш табип урынбаҫары; 2013 йылдан Башҡорт дәүләт медицина университеты уҡытыусыһы. Рәсәйҙең 8-се саҡырылыш Дәүләт думаһы, Башҡортостан Республикаһының 4-6-сы саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты, Медицина фәндәре кандидаты. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы. Халыҡтар Дуҫлығы ордены кавалеры.[2].

Үтәшева Римма Әмир ҡыҙы
татар. Үтәшева Римма Әмир кызы
Рәсем
Зат ҡатын-ҡыҙ
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 3 ғинуар 1952({{padleft:1952|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:3|2|0}}) (72 йәш)
Тыуған урыны РСФСР, СССР
Һөнәр төрө йәмғиәт эшмәкәре, сәйәсмән, акушер-гинеколог, университет уҡытыусыһы, Рәсәй Федерацияһы Дәүләт думаһы депутаты
Эшмәкәрлек төрө йәмғиәт эшмәкәре[d], Сәйәсәт һәм акушерство и гинекология[d]
Биләгән вазифаһы Рәсәй Федерацияһы Дәүләт думаһы депутаты[d]
Уҡыу йорто Башҡорт дәүләт медицина институты
Ғилми исеме доцент[d]
Ғилми дәрәжә медицина фәндәре кандидаты[d]
Сәйәси фирҡә ағзаһы Берҙәм Рәсәй
Дәүләт  Рәсәй[1]
Ойошма ағзаһы Государственная дума Федерального собрания Российской Федерации VIII созыва[d]
 Үтәшева Римма Әмир ҡыҙы Викимилектә

Биографияһы

үҙгәртергә

Римма Әмир ҡыҙы Үтәшева 1952 йылдың 3 ғинуарында хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Бүздәк районы Сабай ауылынан тыуған[3].

1975 йылда Башҡорт дәүләт медицина институтын тамамлай.

Хеҙмәт юлын 1975 йылдың башында Өфө ҡалаһының 1-се бала табыу йортонда табип-акушер-гинеколог булып башлай , һуңынан ҡаланың 17 -се клиник дауаханаһында эшләй.

1976-1978 йылдарҙа — Өфөнөң № 1 бала табыу йортонда табип-акушер-гинеколог.

1978- 1988 йылдарҙа — табип-акушер-гинеколог, бүлек мөдире була,

1988-2008 йылдарҙа — Өфө ҡалаһының 4-се. клиник бала табыу йорто баш табибы урынбаҫары.

2013 йылдан — Башҡорт дәүләт медицина университетының акушерлыҡ һәм гинекология кафедраһы доценты.

«Башҡортостан Республикаһы татарҙарының милли-мәҙәни автономияһы» Төбәк йәмәғәт ойошмаһы советы рәйесе.

19-сы, 20-се саҡырылыш Өфө ҡала советы депутаты, 1-се саҡырылыш Башҡортостан Республикаһы Өфө ҡалаһы ҡала округы Советы депутаты итеп һайлана.



2008 йылдан Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты итеп һайлана.


2021 йылдың 19 сентябрендә VIII саҡырылыш Дәүләт Думаһы депутаты итеп һайлана.[4]

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

үҙгәртергә

Һылтанмалар

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә