СССР Дәүләт премияһы

СССР-ҙа йыл һайын бирелгән премия
(СССР-ҙың Дәүләт премияһы битенән йүнәлтелде)

СССР-ҙың Дәүләт премияһы рус. Государственная премия СССР (1967—1991) — 1966 йылда КПСС Үҙәк Комитеты һәм СССР Министрҙар Советы тарафынан булдырылған йыл һайын тапшырыла торған дәүләт премияһы[1].

СССР Дәүләт премияһы
Нигеҙләү датаһы 9 сентябрь 1966
Рәсем
Дәүләт  СССР
Юғарыраҡ дәрәжә Ленин премияһы
Түбәнерәк дәрәжә Ленин комсомолы премияһы
Барлыҡҡа килеү урыны Мәскәү
Алмаштырылған Рәсәй Федерацияһы Дәүләт премияһы
Алыштырған Сталин премияһы
Башланыу датаһы 1941
Ғәмәлдән сыҡҡан дата 1991
Пиктограмма
Лауреаттар категорияһы Категория:СССР Дәүләт премияһы лауреаттары
 СССР Дәүләт премияһы Викимилектә

Дәүләт премияһы 1967 йылдан 1991 йылға тиклем Октябрь революцияһы көнөндә фән һәм техника, әҙәбиәт һәм сәнғәт өлкәһендәге күренекле ижади ҡаҙаныштар өсөн тапшырыла.

 
СССР дәүләт премияһы лауреаты дипломы тышлығы

1941—1955 йылдарҙа тапшырылған Сталин премияһы урынына ҡалған премия булып тора. Сталин премияһы лауреаттары үҙҙәренең миҙалдарын һәм документтарын Дәүләт премияһының ярашлы атрибуттарына алмаштырып алыу мөмкинлегенә эйә була.

1960-1980 йылдарҙа СССР-ҙа сыҡҡан белешмә әҙәбиәттә сәйәси вәзғиәткә ярашлы рәүештә Сталин премияһы үҙе лә «СССР Дәүләт премияһы» тип атала; «Дәүләт премияһы лауреаты, 1949 йыл» тип яҙылған мәғлүмәт артында тап ул тора.

СССР-ҙа 1957-1991 йылдарҙа бирелгән СССР-ҙың дәүләт премияһы — әһәмиәте буйынса ла, аҡсалата бүләкләү күләме буйынса ла СССР-ҙың Ленин премияһынан һуң икенсе урында тора. СССР Дәүләт премияһын булдырғанда уның күләме 5000 һум тәшкил итә (Ленин премияһы күләменең яртыһы). Әммә буласаҡ лауреатҡа талаптар ҙа уныҡы тиклем юғары булмай. Әгәр СССР Дәүләт премияһы менән «Ватан фәнен үҫтереүгә ҙур өлөш индергән ғилми тикшеренеүҙәр өсөн» бүләкләнһәләр, Ленин премияһын алыу өсөн «фәндә һәм техникала яңы йүнәлештәр асҡан һәм әлеге өлкәлә бөтә донъя ҡаҙаныштарынан артып киткән айырыуса ҙур фәнни тикшеренеүҙәр» талап ителә. Бүләкләнеүселәр йыл һайын 100 кешегә тиклем етә: улар араһында яҙыусылар, ғалимдар, сәнғәт эшмәкәрҙәре була. Өсәр тапҡыр был премияны алыусылар: С. Т. Айытматов, О. Н. Ефремов, В М. Шумский, В Н. Челомей, С П. Непобедимый була.

Союздаш республикаларҙа тармаҡ республика дәүләт премиялары булдырылған, мәҫәлән, архитектура өлкәһендә РСФСР Дәүләт премияһы менән бүләкләү ҡаралған.

1991 йылдан башлап Рәсәй Федерацияһында СССР Дәүләт премияһының дауамсыһы итеп Рәсәй Федерацияһының Дәүләт премияһы булдырыла.

Лауреаттар исемлеге

үҙгәртергә

Фән һәм техника өлкәһендәге премияһы лауреаты

үҙгәртергә
  • СССР-ҙың фән һәм техника өлкәһендәге Дәүләт премия лауреаттары (1967—1975)
  • СССР-ҙың фән һәм техника өлкәһендәге Дәүләт премия лауреаттары (1976—1980)
  • СССР-ҙың фән һәм техника өлкәһендәге Дәүләт премия лауреаттары (1981—1985)
  • СССР-ҙың фән һәм техника өлкәһендәге Дәүләт премия лауреаттары (1986—1991)

Хеҙмәттә бик юғары ҡаҙаныштар буйынса лауреаттар

үҙгәртергә

Әҙәбиәт, сәнғәт һәм архитектура өлкәһендәге премия лауреаттары

үҙгәртергә
  • Ленин комсомолы премияһы
  • СССР республикалары дәүләт премиялары
  • Рәсәй федерацияһының дәүләт премияһы
  • СССР Министрҙар Советы премияһы
  • СССР-ҙың маҡтаулы исемдәре

Шулай уҡ ҡарағыҙ

үҙгәртергә

СССР Дәүләт премияһы лауреаттары исемлеге (Башҡортостан)

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Постановление ЦК КПСС и Совета Министров СССР от 9 сентября 1966 года № 739 «О Ленинских и Государственных премиях СССР в области науки и техники, литературы и искусства»

Һылтанмалар

үҙгәртергә