Бобруйск
Бобруйск (бел. Бабру́йск) — Белоруссияның өлкә бойһоноуындағы ҡалаһы, Могилёв өлкәһе Бобруйск районының административ үҙәге. Халыҡ һаны һәм майҙаны буйынса илдең етенсе ҡалаһы, өлкә буйһоноуындағы иң эре үҙәк. Ҡала Березина йылғаһы (Днепр бассейны) буйында Минскиҙан 150 километрҙа, Могилёвтан 110 километрҙа, Киевтан 414 километрҙа, Мәскәүҙән 706 километрҙа урынлашҡан.
Бобруйск | |
бел. Бабруйск | |
Байраҡ[d] | Герб[d] |
Рәсми атамаһы | Бабруйск |
---|---|
Название с огласовками | בּוֹבְּרוּיְסְק |
Дәүләт | Беларусь |
Административ үҙәге | Бобруйская область[d], Бобруйский уезд[d], Бобруйский район[d], Babrujsk 1st District[d], Q13030694? һәм Бобруйский округ[d] |
Административ-территориаль берәмек | Могилёвская область[d] |
Сәғәт бүлкәте | UTC+3:00[d] |
Хөкүмәт башлығы | Студнев, Александр Викторович[d] һәм Игорь Николаевич Кисель[d] |
Халыҡ һаны | 207 351 кеше (1 ғинуар 2024)[1] |
Диңгеҙ кимәленән бейеклек | 157 ± 1 метр |
Туғандаш ҡала | Усть-Каменогорск[d], Анений-Ной[d], Даугавпилс[2][3], Пухов (Словакия)[4], Чорлу[d] һәм Владимир[5][6][7] |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре | |
Майҙан | 96,4 км² |
Почта индексы | 213801–213830 |
Рәсми сайт | bobruisk.by |
Һәйкәлдәр исемлеге | Q17043506? |
Иң тәүге яҙма ваҡыты | 1387 |
Урындағы телефон коды | 225 |
Категория для почётных граждан субъекта | Категория:Почётные граждане Бобруйска[d] |
Бында ерләнгән кешеләр категорияһы | Категория:Похороненные в Бобруйске[d] |
Бобруйск Викимилектә |
Тарихы
үҙгәртергәҠаланың исеме Бобруйка (Бобруя) тигән йылға атамаһынан алынған, лингвистар (Я. Отрембски, П. Скарджюс, В.Топоров, О. Трубачев) фекеренсә, был атама балт теленән ингән, тәү формаһы *Bebrauja йәки *Babrauja[8] булған.
XIІ-XIII быуаттарҙа Бобруйск Минск кенәзлегенә ингән, тип фараз ителә.
Бобруйск 1540 йылда Базелдә баҫылған Европа картаһында бар. 1565 йылда Бобруйск улусы Минск воеводалығы Речица поветының өлөшө булған. Ҡала Радзивиллдар, Гаштольдтар, Тризналар хакимлығын аҫтында булған. 1584 йылдың 14 апрелендә Сигизмунд III Бобруйскиға местечко статусы бирә.
Рәсәй империяһына 1792 йылда күсә. 1795 йылдан Минск өлкәһенең өйәҙ ҡалаһы. Гербы 1796 йылдың 22 ғинуарында раҫлана.
1810 йылда К. И. Опперман етәкселеге аҫтында Бобруйск ҡәлғәһе төҙөлә. 1812 йылдың июлендә ҡәлғәлә Багратион армияһы өс көнлөк ялға туҡтай. Бынан һуң 7 мең кешелек гарнизоны һәм 330 орудиеһы булған ҡәлғәне француз ғәскәрҙәре ҡамай. Блокада ноябрҙә Тормасов ғәскәре тарафынан өҙөлә. Бында буласаҡ декабристар М. П. Бестужев-Рюмин, С. И. Муравьёв-Апостол, В. С. Норов һ.б. хеҙмәт итә. 1818 йылда ҡәлғәне нығытыу башлана. Әммә бер аҙҙан уның әһәмиәте бөтә һәм 1897 йылда юҡ ителә[9].
1860-сы йылдарға тиклем ҡалала Бобруйск ҡәлғәһенән ситтә таш һәм кирбес йорттар һалыу тыйыла.
1897 йылғы халыҡ иҫәбен алыу буйынса, ҡалала 28 700 кеше йәшәй (7 ҡала яны биҫтәһен иҫәпләмәйенсә), башлыса — йәһүдтәр (20,4 мең йәки 71 %). Ҡалала 40 синагога була[10][11][12].
1902 йылдың 19 апрелендә ҙур янғын була. Иҫке Бобруйск юҡҡа сыға һәм уның урынына тағы ла матурыраҡ яңы ҡала төҙөлә.
Октябрь революцияһынан һуң ҡала Германия оккупацияһына эләгә (1918 йыл), унан һуң Белорус ССР-ы (1919 йылдан) һәм СССР (1922 йылдан) составына инә.
Бөйөк Ватан һуғышы башланғас, 1941 йылдың 28 июнендә Бобруйск немец ғәскәрҙәре тарафынан баҫып алына. 1941 йылдың июлендә Смоленск һуғышы составында Бобруйск районында ла алыштар бара. Орелдың элекке коменданты Адольф Гаман Бобруйскиҙың коменданты була[13]. Бобруйск йәһүдтәрен гитлерсылар Бобруйск геттоһында ҡыра.
Бобруйск 1944 йылдың 29 июнендә уңышлы үткән Бобруйск операцияһы һөҙөмтәһендә азат ителә, ул Белоруссия операцияһының («Багратион операцияһы») бер өлөшө була.
1991 йылда Белоруссия СССР составынан сыға һәм Бобруйск яңы дәүләт составына инә.
Символикаһы
үҙгәртергәБобруйск беренсе гербын 1796 йылдың 22 ғинуарында императрица Екатерина II-нән ҡабул итеп ала.
2005 йылдың 3 ғинуарында Беларусь Республикаһы Президенты Указы менән ҡаланың тарихи гербы раҫлана, шулай уҡ уртаһына герб төшөрөлгән аҡ туҡыманан торған флаг ҡабул ителә.
Халҡы
үҙгәртергәҺаны
үҙгәртергә217 940 кеше (2017 йылдың 1 ғинуарына) (халыҡ һаны буйынса Могилёв өлкәһендә икенсе һәм Белоруссияла етенсе; илдең өлкә үҙәге булмаған иң ҙур ҡалаһы).
XXI быуатта милли һәм конфессиональ составы
үҙгәртергә2009 йылғы халыҡ иҫәбен алыу буйынса Бобруйскиҙа йәшәйҙәр:
- Белорустар — 83,06 %
- Урыҫтар — 13,22 %
- Украиндар — 1,89 %
- Йәһүдтәр — 0,27 %
- Поляктар — 0,27 %
- Башҡалар — 1,29 %
Әлеге ваҡытта ҡаланың 2 административ районы — Ленин һәм Первомайск райондары бар. Бобруйскиҙа 5 конфессияға ҡараған 21 дини община эш итә:
- Протестантлыҡ — 8
- Православие — 6
- Иудаизм — 3
- Старообрядсылыҡ — 3
- Рим католиклығы — 1
Инаныусыларҙың күбеһе Урыҫ Православие Сиркәүенең Белорус Экзархатына ҡарай.
Билдәле шәхестәре
үҙгәртергә- Голубчик Игорь Захарович (10.02.1951), ғалим-математик. 1973 йылдан Башҡорт дәүләт педагогия институты һәм М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты уҡытыусыһы. Физика-математика фәндәре докторы (1998), профессор (2001). Башҡортостан Республикаһының мәғариф отличнигы (2011)[14].
Физик-географик тасуирламаһы
үҙгәртергәҠала Могилёвтан көньяҡ-көнбайышҡа ҡарай 110 километрҙа Березина йылғаһында (Днепр бассейны) урынлашҡан[15].
Бобруйск районы Гомель өлкәһенең Рогачев һәм Жлобин райондары, Могилёв өлкәһенең Глусск, Осиповичи, Киров райондары менән сиктәш.
Рельефы: ярым ябыҡ тигеҙлек (Үҙәк Березина), урыны-урыны менән ҡалҡыулыҡтар осрай, йылғалар һәм киптереү каналдарының тығыҙ селтәре менән киҫкеләнгән, уртаса бейеклеге — диңгеҙ кимәленән 165 метр.
Файҙалы ҡаҙылмалары: ултырма сығышлылары: балсыҡ, төҙөлөш ҡомо, торф, сапропель. Минераль һыу сығанағы бар.
Климаты
үҙгәртергәҠала климаты | |||||||||||||
---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
Күрһәткес | Ғин | Фев | Мар | Апр | Май | Июн | Июл | Авг | Сен | Окт | Ноя | Дек | Йыл |
Абсолют максимум, °C | {{{Янв_а_макс}}} | 14,9 | 20,0 | 28,6 | 31,7 | 33,1 | 35,3 | 38,0 | 31,5 | 26,1 | 17,5 | 12,0 | 38,0 |
Уртаса максимум, °C | {{{Янв_ср_макс}}} | −1,3 | 4,3 | 13,1 | 19,6 | 22,2 | 24,4 | 23,5 | 17,5 | 11,0 | 3,1 | −1,2 | 11,2 |
Уртаса температура, °C | {{{Янв_ср}}} | −4,6 | −0,1 | 7,3 | 13,4 | 16,4 | 18,4 | 17,2 | 11,9 | 6,5 | 0,5 | −3,6 | 6,6 |
Уртаса минимум, °C | −7,4 | −7,8 | −3,8 | 1,9 | 7,1 | 10,6 | 12,5 | 11,4 | 7,0 | 2,8 | −2 | −6,1 | 2,2 |
Абсолют минимум, °C | −37,2 | −36,1 | −27,2 | −8,4 | −4,1 | −1 | 2,2 | 1,1 | −4,6 | −12 | −23,8 | −30,7 | −37,2 |
Яуым-төшөм нормаһы, мм | 36 | 33 | 38 | 40 | 52 | 86 | 84 | 59 | 55 | 51 | 43 | 42 | 619 |
Иҡтисады
үҙгәртергәҠалала 50-нән ашыу сәнәғәт предприятиеһы эшләй. 2012 йылда сәнәғәт предприятиелары 15211 млрд һумлыҡ продукция тейәп оҙатҡан.
Бобруйск сәнәғәт производствоһының структураһы һәм махсуслашыуы[16]:
- 55,1 % — нефть-химия һәм химия сәнәғәте («Белшина» асыҡ акционерҙар йәмғиәте — Белоруссия шина комбинаты элекке СССР территорияһында иң ҙурҙарҙың береһе һанала);
- 21,4 % — машиналар эшләү һәм металл эшкәртеү (шул иҫәптән «Бобруйскагромаш», Бобруйск трактор деталдәре һәм агрегаттары заводы, «Бобруйсксельмаш» ААЙ, Спецавтотехника заводы (тағылма техника);
- 13,7 % — аҙыҡ-түлек сәнәғәте
- 3,4 % — урман һәм ағас эшкәртеү сәнәғәттәре
- 2,9 % — еңел сәнәғәт.
Транспорты
үҙгәртергәҠала аша В Панъевропа транспорт коридорының IX тармағы (Калининград — Вильнюс — Минск — Киев — Одесса) үтә.
Бобруйскиҙа Березина йылғаһында порт һәм тимер юл узелы бар.
Ҡала халҡын йәмәғәт транспорты (автобустар, маршрут таксиҙары, троллейбустар) хеҙмәтләндерә.
Троллейбус паркы 1974 йылда төҙөлә башлай. 1978 йылдың 30 авгусында тәүге троллейбусты маршрутҡа сығарыу тантанаһы була.
Бобруйск ҡалаһы автовокзалы — «Могилёвоблавтотранс» республика унитар автотранспорт предприятиеһы филиалы — 1987 йылда төҙөлгән. Йыллыҡ пассажирҙар әйләнеше — 1 млн кешенән ашыу. Ҡаланы тура автобус рейстары Мәскәү, Минск, Могилев, Витебск, Орша ҡалалары, Белоруссияның һәм Рәсәйҙең башҡа төбәктәре менән бәйләй.
Пассажирҙарҙы эске ҡала автобустары һәм маршрут таксиҙары 50-нән ашыу маршрут буйынса йөрөтә.
Спорт
үҙгәртергәҠалала «Белшина» футбол клубы (1977 йылда ойошторола, 1993—95 йылдарҙа «Шинник» тип атала) бар. «Спартак» стадионында (3700 урынлыҡ) шөғөлләнә. Белоруссияның футбол буйынса чемпионатының беренсе лигаһында уйнай.
2008 йылда «Бобруйск-Арена» асыла һәм «Динамо-Шинник» хоккей клубы ойошторола.
2017 «Бобруйск» хоккей клубы булдырыла, ул Белоруссияның Юғары лигаһында уйнай.
Мәғариф
үҙгәртергәБобруйскиҙа 30 урта мәктәп, 4 гимназия, 2 балалар музыка мәктәбе, балалар художество мәктәбе, 12 балалар һәм үҫмерҙәр спорт мәктәбе һәм клубы, дәүләт сәнғәт урта мәктәбе-колледжы, балалар һәм үҫмерҙәр өсөн художестволы ижад үҙәге, балалар һәм үҫмерҙәр өсөн «Бабраня» сәйәхәттәр һәм тыуған яҡты өйрәнеү үҙәге, йәш натуралистар станцияһы, коррекцион-үҫтереүсе уҡытыу һәм реабилитациялау үҙәге, балалар социаль приюты, «Росквіт» тәрбиә эше үҙәге, йәш туристар үҙәге «Вандроунік» бар.
Урта махсус һәм профессиональ белемде 10 колледж (автотранспорт, аграр-иҡтисад, сауҙа-иҡтисад, машиналар эшләү, технология, медицина, төҙөлөш, художество, механика-технология һәм урман-техник) бирә.
Бобруйскиҙа Белорус дәүләт иҡтисад университетының филиалы була, әммә 2017 йылдың 31 майында уны ябыу тураһында ҡарар сыға[17].
Мәҙәниәт
үҙгәртергәБобруйскиҙа йылына биш йөҙҙән ашыу мәҙәни сара үтә. Иң билдәлеләре — «Венок дружбы» халыҡ сәнғәте һәм «У истоков танца» хореография фестивалдәре, керамика буйынса «Art-Жыжаль» халыҡ-ара пленэр үтә.
2011 йылда ҡала башҡарма комитетының яҙыусы Михась Лыньков исемендәге махсус премияһы булдырыла[18].
В. Дунин-Марцинкевич исемендәге Бобруйск драма һәм комедия театры Могилёв өлкә театры статусына эйә. 1970 йылда нигеҙләнә. Белорус әҙәбиәте классигы, белорус драматургияһына нигеҙ һалған Винцент Дунин-Марцинкевич исеме бирелгән.
Бобруйск тыуған яҡты өйрәнеү музейы эшләй.
Бобруйскиҙа ун ҡала китапханаһы бар.
Иҫтәлекле урындары
үҙгәртергәБобруйскиҙың 14 объекты Беларусь Республикаһының тарихи-мәҙәни ҡомартҡылары дәүләт исемлегенә индерелгән:
- Бобруйск ҡәлғәһе
- Ленин майҙанындағы В. И. Ленин һәйкәле
- Купчиха Кацнельсон йорто
- А. С. Пушкин исемендәге китапхана
- Илия пәйғәмбәр ҡорамы
- Б. С. Бахаров ҡәбере
- Банк бинаһы
- Старое село
- «Бобруйск» станцияһының тимер юл вокзалы бинаһы
- «Березина» станцияһының тимер юл вокзалы бинаһы
- «Бобруйск» ҡунаҡханаһы
- А. Т. Непогодин исемендәге Бобруйск типографияһы
- "Славянская гимназия"ның бер корпусы
- Н. Островский исемендәге 6-сы ҡала балалар китапханаһы
Һәйкәлдәр:
- Деепрҙы һаҡлаған яугирҙәр
- Азат итеүсе совет яугирҙәре (1964)
- Совет интернационалист яугирҙәре
- Советтар Союзы Геройы В. 3. Хоружая (1971)
- Днепр хәрби флотилияһы моряктарына мемориаль хәтер билдәһе
- Еңеү (1975)
- С. Н. Халтурин (1982)
- Золом ҡорбандары
- Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында һәләк булған Бобруйск ҡалаһы партизандары һәм подпольесылары
- «Ғәҙелдәр аллеяһы» хәтер билдәһе
- Эфраим Севела
- В. В. Оловников
- В. И. Дунин-Марцинкевич
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Численность населения на 1 января 2024 г. и среднегодовая численность населения за 2023 год по Республике Беларусь в разрезе областей, районов, городов, поселков городского типа — Национальный статистический комитет Республики Беларусь, 2024.
- ↑ https://www.daugavpils.lv/en/assets/upload/Daugavpils_majas_lapai_EN_18.pdf
- ↑ https://old.daugavpils.lv/en/46
- ↑ https://www.puchov.sk/partnerske-mesta.html
- ↑ https://www.vladimir-city.ru/international/partners/bobruisk/index.php
- ↑ https://www.vladimir-city.ru/international/partners/bobruisk/bobr11.JPG
- ↑ https://www.vladimir-city.ru/international/partners/
- ↑ В. Н. Топоров, О. Н. Трубачев. Лингвистический анализ гидронимов Верхнего Подняпровья. — Москва, 1962. — С. 165, 177.
- ↑ Крепость Бобруйск на «Русском фортификационном сайте» 2009 йыл 13 февраль архивланған.
- ↑ Еврейское наследие Бобруйска 2012 йыл 22 март архивланған.
- ↑ Бобруйск. Религия и национально-культурные объединения.
- ↑ Памяць. Бабруйск : [белор.] / Рэд. калегiя: В. П. Алiмбачкаў и др. — Минск : «Вышэйшая школа», 1995. — С. 144—145. — 5000 экз. — ISBN 5-339-00941-6.
- ↑ «Парад» побежденных 2012 йыл 21 март архивланған.
- ↑ Башҡорт энциклопедияһы — Голубчик Игорь Захарович (Тикшерелеү көнө: 11 февраль 2021)
- ↑ Бобруйск // Словарь современных географических названий / Рус. геогр. о-во. Моск. центр; Под общ. ред. акад. В. М. Котлякова. Институт географии РАН. — Екатеринбург: У-Фактория, 2006.
- ↑ Экономика — Промышленный комплекс 2015 йыл 13 май архивланған.
- ↑ Бобруйск остался без университета. Филиал БГЭУ закрыт, bobruisk.ru. 14 август 2017 тикшерелгән. 2017 йыл 15 август архивланған.
- ↑ В Бобруйске учреждена премия имени Михася Лынькова 2018 йыл 7 май архивланған.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Официальный сайт Бобруйского городского исполнительного комитета 2017 йыл 25 декабрь архивланған.
- Бобруйск на WikiMapia — аннотированные спутниковые снимки
- Бобруйск. Все достопримечательности на сайте «Глобус Беларуси»
- Истории Бобруйской крепости в рубрике «В поисках утраченного»