Сәлимов Марсель Шәйнур улы

сатирик шағир, яҙыусы, журналист һәм тәржемәсе, йәмәғәт эшмәкәре
(Марсель Сәлимов битенән йүнәлтелде)

Сәлимов Марсель Шәйнур улы (3 ғинуар 1949 йыл) — Башҡортостандың сатирик һәм юмористик шағиры һәм яҙыусыһы, журналист һәм тәржемәсе, йәмәғәт эшмәкәре. Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы (2021). 1988 йылдан СССР-ҙың Яҙыусылар һәм 1976 йылдан — Журналистар союздары ағзаһы. Рәсәй Журналистар союзының Федератив советы ағзаһы (2016)[2]. Башҡортостан Республикаһының халыҡ яҙыусыһы (2021), Дуҫлыҡ ордены кавалеры (1999), Рәсәй Федерацияһының (1993) һәм Башҡорт АССР-ының (1990) атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре. Башҡортостан Хөкүмәтенең Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премияһы лауреаты (1998).

Сәлимов Марсель Шәйнур улы
Рәсем
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР[1]
 Рәсәй[1]
Тыуған көнө 3 ғинуар 1949({{padleft:1949|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:3|2|0}}) (75 йәш)
Тыуған урыны Сәйет-Көрйә ауылы
Һөнәр төрө тәржемәсе, шағир, яҙыусы
Уҡыу йорто Башҡорт дәүләт университеты
Сәйәси фирҡә ағзаһы Советтар Союзы Коммунистар партияһы
Ойошма ағзаһы Рәсәй яҙыусылар союзы[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
 Сәлимов Марсель Шәйнур улы Викимилектә

Шулай уҡ:

  • «Һәнәк» журналының баш мөхәррире (1980—2010);
  • Башҡортостан Журналистар союзы рәйесе (1996—2006);
  • Рәсәй фәндәр һәм сәнғәт академияһының мөхбир ағзаһы (2008);
  • Рәсәй әҙәбиәте академияһының ағза-корреспонденты (2009; 2013 йылдан — ағзаһы)[3];
  • Рәсәй Шиғриәт академияһының ағза-корреспонденты (2011);
  • Украина Халыҡ-ара әҙәбиәт һәм сәнғәт академияһы ағзаһы (2014);
  • Халыҡ-ара Мәҙәниәт академияһының вице-президенты (2016)[4];
  • Башҡортостан Республикаһының Журналистика ветерандары берләшмәһенең совет рәйесе[2].

Биографияһы

үҙгәртергә

Марсель Шәйнур улы Сәлимов 1949 йылдың 3 ғинуарында Башҡорт АССР-ы Борай районының Сәйет-Көрйә ауылында тыуған.

1956—1964 йылдарҙа үҙ ауылындағы һигеҙ йыллыҡ мәктәптә уҡый, 1966 йылда Ҡалтасы районының Красный Холм ауылындағы урта мәктәпте бөтөрә.

1966 йылда Башҡорт дәүләт университетының филология факультетына уҡырға инә. Бында яҡшы уҡыусы филологтарға бирелгән Радищев стипендияһын ала, уҡыу йортоның йәмәғәт тормошонда әүҙем ҡатнашҡаны һәм ғилми эштәр менән даими шөғөлләнгәне өсөн Башҡорт дәүләт университетының ВЛКСМ һәм профсоюз комитеттарының Маҡтау грамоталарына лайыҡ булып, 1971 йылда университетты «ҡыҙыл диплом» менән тамамлай.

Шул уҡ йылда, Совет Армияһының запастағы офицеры булараҡ, хеҙмәткә алына һәм СССР Ҡораллы Көстәренең Төньяҡ ғәскәри төркөмө составында Польша Халыҡ Республикаһы территорияһында ике йыл хәрби хеҙмәт үтә. Хәрби һәм сәйәси әҙерлектәге уңыштары, өлгөлө тәртибе һәм фиҙакәр хеҙмәте өсөн Маҡтау грамотаһы менән әрменән ҡайтҡан Марсель Сәлимов — отставкалағы майор.

1973 йылда запасҡа ҡайтарылғандан һуң, хеҙмәт эшмәкәрлеген республика сатира һәм юмор журналы «Һәнәк»тә әҙәби хеҙмәткәр булып башлай. Журналистикала етерлек тәжрибә туплаған һәм абруйлы Свердловск юғары партия мәктәбен «ҡыҙыл диплом» менән тамамлаған Марсель Сәлимов 1980 йылда баҫманың баш мөхәррире итеп тәғәйенләнә. Был вазифала 2010 йылда хаҡлы ялға сыҡҡансы эшләй. 1992 йылда нәҡ уның башланғысы менән «Һәнәк» журналының русса варианты — «Вилы» нәшер ителә башлай.

Йәмәғәт эшмәкәрлеге

үҙгәртергә

Марсель Сәлимов мәктәп йылдарынан уҡ әүҙем йәмәғәтсе булып үҫә. Урта синыфтарҙа уҡығанда пионер отряды советы рәйесе һәм стена гәзите мөхәррире вазифаларын башҡарыу менән бергә һәүәҫкәр сәнғәт смотрҙарында һәм спорт ярыштарында ла даими ҡатнашыусы һәм күп осраҡта еңеүсе була. 1963 йылда комсомолға алына, һәм уны синыф комсоргы итеп һайлайҙар. Был йәмәғәт эштәрен ул Башҡорт дәүләт университетында уҡығанда ла дауам итә: төркөм комсоргы, факультеттың комсбюро ағзаһы. Совет Армияһы сафында хеҙмәт иткәндә подразделение комсомол ойошмаһы сәркәтибе, аҙаҡтан хәрби частың ВЛКСМ комитеты секретары урынбаҫары итеп һайлана.

Артабанғы йылдарҙа Марсель Шәйнур улы үҙенең көндәлек хеҙмәт эшмәкәрлеген республика һәм юғарыраҡ кимәлдәге йәмәғәт эштәре менән бергә уңышлы алып бара. 1973 йылда Коммунистар партияһына ҡабул ителә, редакциялағы тәүге партия ойошмаһы секретары һәм КПСС-тың Башҡортостан өлкә комитетының штаттан тыш инструкторы була.

1996—2006 йылдарҙа йәмәғәт башланғысында Башҡортостан Республикаһы Журналистар союзы рәйесе вазифаһын башҡара.

I (1995) һәм II (2002) Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайҙарында делегат булып ҡатнаша.

Башҡорт Википедияһының 10 йыллығына арналған Вики-Һабантуй 2015-тә ҡатнаша. Изге эш менән шөғөлләнгән ирекмәндәрҙе дартләндереүсе телмәр тота, йәмғиәттең рәхмәттәрен еткерә, китаптарын әүҙем ирекмәндәргә бүләк итә. Сара тураһында матбуғат аша йәмғиәткә еткерә[5].

2016 йылдың сентябрендә Грециялағы Тинос утрауында үткән «Визит к Музам» Халыҡ-ара ижад фестивалендә Марсель Сәлимов яңы ойошторолған Халыҡ-ара Мәҙәниәт академияһының вице-президенты итеп һайланды[4][6].

Ижади эшмәкәрлеге

үҙгәртергә

Марсель Сәлимовтың әҙәби ижадҡа әүәҫлеге бик иртә асыла. 1957 йылда, II синыфта уҡығанда, ул үҙенең тәүге шиғырын, артабан мәктәп стена гәзитенә мәҡәләләр яҙа. «Ленин байрағы» Борай районы гәзитендә уның тәүге мәҡәләһе 1961 йылда баҫыла, һәм ул баҫманың йәш хәбәрсеһе булып китә. Артабан республика балалар һәм үҫмерҙәр гәзите «Башҡортостан пионеры»нда (хәҙерге «Йәншишмә»), республика гәзите «Ҡыҙыл таң»да уның хәбәрҙәре, ә 1963 йылда «Һәнәк» журналында беренсе фельетоны донъя күрә. 1964 йылда үҙенең тәүге юмористик хикәйәһе менән «Башҡортостан пионеры» гәзите иғлан иткән конкурста еңеп сыға. Шул уҡ йылда Марселдең шиғыры тәү тапҡыр Башҡортостан радиоһы эфирынан яңғырай, ул Борай районының «Алға» гәзите үткәргән «Иң яҡшы очерк» бәйгеһендә икенсе урынды яулай.

Әҙәби ижад юлынан ҡыйыу атлаусы 1965 йылда «Йәш хәбәрсе» исемле тәүге повесын яҙырға тәүәккәлләй. Был әҫәр ул ваҡытта Башҡортостан Яҙыусылар союзының әҙәби консультанты булып эшләгән күренекле яҙыусы Фәрит Иҫәнғоловтың ыңғай баһаһын ала. Марсель Сәлимовтың алдағы йылда «Башҡортостан пионеры» гәзитендә баҫылған «Сер ҡапсығы» комедияһы күп мәктәптәрҙең һәүәҫкәр сәхнәләрендә ҙур уңыш менән бара.

Башҡорт дәүләт университетында уҡыу йылдары үҙен әҙәбиәттән башҡа күҙ алдына ла килтермәгән егет өсөн ысын мәғәнәлә өлгәрөү осоро була. Ул дәртләнеп филология факультетында эшләп килгән «Аҡсарлаҡтар» әҙәби-ижад түңәрәгендә шөғөлләнә, уның старостаһы итеп һайлана. Республика гәзит һәм журналдарында мәҡәлә һәм хәбәрҙәрен даими баҫтыра, «Башҡортостан пионеры» гәзитенең һәм Башҡорт АССР-ы Радио һәм телевидение комитетының штаттан тыш хәбәрсеһе була. 1971—1973 йылдарҙа СССР Ҡораллы Көстәрендә хәрби хеҙмәттә булғанда Төньяҡ ғәскәри төркөм органы «Знамя победы» гәзитенең штаттан тыш хәбәрсеһе була. 1972 йылда балалар өсөн «Батыр яраhыҙ булмай» тип исемләнгән мажаралы повесть яҙа.

Марсель Сәлимовтың шиғырҙарына композиторҙар Рим Хәсәнов, Мөфтәдин Ғиләжев, Вәсил Хәбисламов, Рәйес Ханнанов, Мөҙәрис Мырҙаханов, Мөҙәрис Ғәзетдинов, Артур Булатов йырҙар яҙған.

Әҙип тәржемә өлкәһендә лә әүҙем эшләй. Ул М. Н. Задорнов, Л. С. Ленч, П. П. Ребро, М. Г. Семенов һ.б. әҫәрҙәрен башҡортсаға тәржемә иткән.

Үҙенең шиғыр һәм хикәйәләрен «Мар. Сәлим», «С. Әлимов», «Т. Сәйетов», «И. Ғәрәфи», «С. Таныпов», «М. Шәйнуров» һәм башҡа ижади псевдонимдар менән дә баҫтыра.

Яҙыусының әҫәрҙәре азербайжан, белорус, болгар, инглиз, итальян, ҡаҙаҡ, ҡырғыҙ, латыш, литва, мари, муҡшы, нимес, сыуаш, тажик, татар, төрөк, төрөкмән, удмурт, украин, үзбәк, швед, яҡут, япон[7] һәм башҡа телдәргә тәржемә ителгән, уның китаптары Өфө, Мәскәү, Ҡазан, Чебоксар һәм башҡа ҡалаларҙа донъя күрҙе.

Әҙиптең Болгария яҙыусыһы Йордан Попов менән бергә 2011 йылда рус һәм болгар телдәрендә донъя күргән «Книга дружбы. Книга на дружбата» тигән китабы 2013 йылда өс телдә рус, болгар һәм башҡорт телдәрендә баҫылып сыҡты. Баҫма өс өлөштән тора: беренсеһендә башҡорт һәм болгар сатирик журналдары «Һәнәк» менән «Стършел» журналистары тураһында очерктар, Марсель Сәлимовтың юл яҙмалары, икенсеһендә — башҡорт сатиригының болгар теленә тәржемә ителгән юмористик хикәйәләре һәм фельетондары, өсөнсө өлөштә Йордан Поповтың рус теленә ауҙарылған «Касабланка» исемле повесы урын алған. 2014 йылдың ғинуарында «Башинформ» мәғлүмәт агентлығында баҫманың исем туйы үтте[8].

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы (Ләйлә Аралбаева) хәбәр итеүенсә, Мәскәүҙә рус телендә Марсель Сәлимовтың сатирик повесы, ироник һәм юмористик хикәйәләре тупланған «Миссия той пассии» тип исемләнгән яңы китабы донъя күргән[9].

2015 йылдың июне аҙағында Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан «Китап» нәшриәтендә билдәле яҙыусы-сатирик, шағир һәм публицист Марсель Сәлимовтың «Заманына күрә көлкөһө» исемле китабы 1000 даналыҡ тираж менән донъя күрҙе. Был турала «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы (Ләйлә Аралбаева) хәбәр итте[10].Унда тупланған әҫәрҙәр дүрт бүлек итеп бирелгән: «Сәнскеле сәсмәүер» тип аталған тәүгеһендә сатирик хикәйәләр, фельетондар һәм юморескалар туплаһа, «Шаян шиғриәт» тип исемләнгән икенсеһендә шиғырҙар, эпиграммалар һәм мәҫәлдәр урын алған. Авторҙың юмористик монологтары, скетчтары һәм сценарийҙары өсөнсө бүлек — "Сәйер сәхнә"лә, күңелле хәтирәләре, очерктары һәм яҙмалары «Ҡыҙыҡлы ҡәләм» баш аҫтындағы һуңғыһында йыйылған.
Үҙенең яңы йыйынтығында Марсель Сәлимов беҙҙең тирә-яҡ ысынбарлыҡҡа хас күп төрлө проблемаларҙы бик ваҡытлы һәм үҙенсәлекле һүрәтләй, кире күренештәрҙе ҡәләм осона элә.
«Әсәгә сабыйы тыуған кеүек үк яҙыусының яңы китабы сығыуы ла шундай уҡ шатлыҡлы ваҡиға, — ти сатирик үҙе. — Өҫтәүенә миңә был „баланы“ оҙаҡ көтөргә тура килде. Күп әҫәрҙәр төрлө телдәрҙәге йыйынтыҡтарҙа баҫылған, бына, ниһайәт, туған телемдә лә китабым баҫылып сыҡты!».

2015 йылдың 21 июлендә «Башинформ» агентлығы (Ләйлә Аралбаева) тағы ла бер яңылыҡ тураһында хәбәр итте[11]: Интернациональ Яҙыусылар союзы башланғысы менән XXI быуат башында йәшәп-ижад иткән яҙыусыларға «китап-һәйкәл» донъя күргән. Тиражы биш мең дана булған «Автограф» исемле был баҫманың тәүге томы «үҙҙәрен күрһәткән авторҙарға, ижади берекмә ағзаларына арналған, уларҙың барыһы ла һайлап алыу үткән» тип билдәләнә китаптың баш һүҙендә. Был үҙенсәлекле йыйынтыҡта республикабыҙҙың танылған шағиры Марсель Сәлимовтың да бер шәлкем шиғыры урын алған.

2015 йылдың декабрендә Мәскәүҙә «Таврида» әҙәби серияһында Марсель Сәлимовтың «Камушек с дыркой: почти курортный роман и рассказы о том же» исемле китабы ике мең дана тираж менән донъя күрҙе[12]. Был әҙиптең Рәсәйҙә һәм Башҡортостанда иғлан ителгән Әҙәбиәт йылында баҫылған дүртенсе китабы[13].

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы хәбәр итеүенсә, Мәскәүҙә нәшер ителгән «Күңел» исемле китапта Рәсәй яҙыусыларының рус һәм япон телдәрендә әҫәрҙәре тупланған. Йыйынтыҡта башҡорт шағиры Марсель Сәлимовтың лирик һәм юмористик шиғырҙары баҫылған[7].

2016 йылдың март аҙаҡтарында, Көлкө көнө алдынан яҙыусы-сатирик, Рәсәйҙең Сергей Михалков исемендәге, Болгарияның «Алеко» һәм Украинаның Николай Гоголь исемендәге халыҡ-ара әҙәби премиялар лауреаты Марсель Сәлимовтың "Парламент серияһы"нда донъя күргән «Президент бесәйе» исемле китабының исем туйы Мәскәүҙә үтте. Сараға юмористың ижадын һөйөүселәр: билдәле яҙыусылар һәм журналистар, ғалимдар һәм йәмәғәт эшмәкәрҙәре килде[14].

Марсель Сәлимовтың «Камушек с дыркой» тигән китабы «ЯЛОС 2016» исеме менән Ҡырымда үткән V Халыҡ-ара музыка-шиғыр фестивалендә беренсе урын алды. Әҙипкә Лауреат дипломын ойоштороу комитеты рәйесе, Ялта әҙәби-йәмәғәт союзы етәксеһе Джемали Чочуа урындағы Чехов йортонда тапшырҙы[15].

Марсель Сәлимов шулай уҡ халыҡ-ара конкурста еңеү яулағаны өсөн Мацуо Басё исемендәге япон миҙалы менән дә бүләкләнде. Бынан алда әҙип үҙенең япон телендәге шиғырҙары өсөн Мацуо Басё исемендәге халыҡ-ара әҙәби конкурс дипломына лайыҡ булғайны[16].

2017 йылдың октябрендә Лондонда Әҙәбиәт көндәре сиктәрендә Бойондороҡһоҙ Дәүләттәр Берләшмәһе эштәре буйынса федераль агентлыҡта башҡорт яҙыусыһы Марсель Сәлимовтың бында инглиз телендә баҫылған «Книга, какой еще никто не писал» китабының исем туйы уҙҙы[17].

2017 йылдың ноябрендә Швецияның баш ҡалаһы Стокгольмда Евразия ижад гильдияһы һәм «Hertfordshire Press» нәшриәт йорто (Лондон) ойошторған VI Халыҡ-ара китап форумы һәм әҙәби фестиваль (Open Eurasian Literature Festival & Book Forum) уҙҙы. Донъяның 14 иленән 300-гә яҡын яҙыусы, шағир, журналист, рәссам, артист һәм ғалим ҡатнашҡан был фестивалгә «Асыҡ Евразия» конкурсы финалсыһы сифатында яҙыусы-сатирик, халыҡ-ара әҙәби премиялар лауреаты, «Рәсәйҙең алтын ҡаурыйы» исеменә лайыҡ булған Марсель Сәлимов та саҡырылғайны. Сара барышында Стокгольмда уның инглиз телендәге яңы китабының исем туйы булды. Яҙыусы-сатириктың «The book which has never» («Книга, какой еще никто не писал») тигән йыйынтығы Лондонда Евразия ижад гильдияһының китап серияһында донъя күрҙе. Яңы ижад емеше өсөн Марсель Сәлимовҡа «Йыл ҡаҙанышы» тигән махсус премия тапшырылды[18].

2018 йылдың декабре аҙағында, Марсель Сәлимовтың 70 йәшлек юбилейы алдынан, Мәскәүҙә әҙиптең «Книга, какой ещё никто не писал» исемле китабы баҫылып сыҡты. Ул, Яҙыусыларҙың, журналистарҙың һәм дрмаматургтарҙың интернациональ берләшмәһе тарафынан әҙерләнеп, «Библиотека журнала «Российский колокол» серияһында донъя күрҙе[19].

Ҡаҙаныштары

үҙгәртергә

2019 йылдың декабрендә Де Ришелье исемендәге Халыҡ-ара әҙәби-художество конкурсы йомғаҡтары буйынса башҡорт яҙыусы-сатиригы Марсель Сәлимов «Бриллиантовый Дюк» дипломына эйә булды. Конкурс Германияла «Freundschaft-Brücke «GLORIA» ассоциацияһы ҡарамағында теркәлгән. Быйыл конкурста донъяның 22 иленән 8 меңдән ашыу кеше ҡатнашты[20].

Марсель Сәлимов 2019 йыл өсөн Джек Лондон исемендәге Халыҡ-ара әҙәби премияға лайыҡ булды[21].

2018 йылдың декабрендә Марсель Сәлимов йыл йомғаҡтары буйынса Яҙыусылар, драматургтар һәм журналистарҙың интернациональ берекмәһе үткәргән тантаналы бүләкләү сараһында ҡатнашты. Тамамланыусы йылда әҙип ике мәртәбәле премияға лайыҡ булды. Инглиз телендә нәшер ителгән «Ҡош һөтө» («The bird's milk»; «Птичье молоко») китабы һәм сит телдәрҙәге күп һандағы баҫмалары өсөн уға Владимир Набоков исемендәге халыҡ-ара әҙәби премия бирелде, «Сит ил әҙәбиәтенә ижади өлөш өсөн» миҙалы тапшырылды[22]

«Российский колокол» журналы фараздары буйынса Мар. Сәлим «Йыл яҙыусыһы» номинацияһында «Рәсәй әҙәбиәт премияһы — 2018»гә, «Мәҙәниәт һәм сәнғәт өлкәһендәге ҡаҙаныштары өсөн» миҙалына лайыҡ булды[22].

2018 йылдың сентябрендә Мәскәүҙә мәҙәниәт, әҙәбиәт һәм фән өлкәһендәге Евразия халыҡ-ара премияһы тапшырылды. Төрлө илдәрҙең Евразия мәҙәниәтенә, әҙәбиәтенә һәм ғилеменә тос өлөш индергән күренекле сәнғәт эшмәкәрҙәре, яҙыусылар һәм ғалимдар менән бер рәттән билдәле башҡорт һәм Рәсәй яҙыусы-сатиригы Марсель Сәлимов та биш йыл элек Евразия ижад берлеге булдырған дәрәжәле премия лауреаты булды[23].

2018 йылдың ғинуарында Канада Короллегендә Эрнест Хемингуэй исемендәге әҙәби премияның 2017 йылғы лауреаттары иғлан ителде. Рәсәй, Канада, АҠШ, Ҡаҙағстан, Украина илдәренән 13 ҡәләм оҫтаһы ошо абруйлы халыҡ-ара наградаға лайыҡ булды. Улар араһында — танылған башҡорт яҙыусыһы, Рәсәйҙә билдәле сатириктарҙың береһе, байтаҡ ҡына халыҡ-ара әҙәби премиялар, ижади конкурстар һәм фестивалдәр лауреаты Марсель Сәлимов та (Мар. Сәлим) бар[24].

2017 йылдың сентябрендә әҙип Әстерханда Халыҡ-ара әҙәбиәт фестивале лауреаты булды[25][26].

2016 йылдың декабрендә Мәскәүҙә ағымдағы әҙәби йылда ҙур уңышҡа өлгәшкән яҙыусыларҙы бүләкләү тантанаһы үтте. Интернациональ яҙыусылар һәм журналистар союзы идараһы саҡырыуы буйынса Рәсәй төбәктәренән һәм яҡындағы сит илдәрҙән йыйылған күренекле ҡәләм оҫталары араһында бик күп халыҡ-ара һәм Рәсәй әҙәби премиялары һәм конкурстары лауреаты Марсель Сәлимов та булды. Йыл һөҙөмтәләре буйынса Владимир Гиляровский исемендәге Халыҡ-ара премия лауреаты итеп танылған сатирикка тантаналы шарттарҙа таныҡлыҡ менән был абруйлы әҙәби награданың билдәһе тапшырылды[27].

Һуңғы йылдарҙағы ижади ҡаҙаныштары өсөн Марсель Сәлимовҡа «Рәсәй халыҡтарының XIV Артиадаһы лауреаты» тигән маҡтаулы исем бирелде. Ул үҙебеҙҙең һәм сит илдәрҙең мәҙәниәт һәм сәнғәт хеҙмәткәрҙәренә бирелә торған иң юғары йәмәғәт наградаһы. Яҙыусы-сатирик, шағир һәм журналисҡа был мәртәбәле исем Рәсәй Милли артий хәрәкәте Оло баһаламаһының (жюри) Даими коллегияһы тәҡдиме менән лайыҡ булды. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы хәбәр итеүенсә, Лауреат дипломын Марсель Сәлимовҡа Милли артий хәрәкәте президенты Валерий Тарбоков тапшырҙы[28].

«Визит к Музам» Халыҡ-ара ижад фестивалендә (Греция, Тинос, 2016 йыл, сентябрь) баҫылып сыҡҡан әҫәрҙәренең иң юғары мәртәбәлелеге (рейтингы) өсөн Марсель Сәлимовҡа китап уҡыусыларҙың махсус призы «Гомер дипломы» тапшырылды[4][6]. Греция һәм Рәсәй араһындағы мәҙәни мөнәсәбәттәрҙе үҫтереүгә индергән өлөшө өсөн әҙип Тинос ҡалаһы мэрияһының Маҡтау ҡағыҙына ла лайыҡ булды[4][6]. Был мәртәбәле форум барышында сатирик хикәйәләре һәм экология темаһына бағышланған фельетондары өсөн ул шулай уҡ "Рәсәйҙең көмөш ҡәләме"н дә алды. Премия «Золотое перо Руси» исемле рәсми сайтта (ИТОГИ конкурса Национальная литературная премия Золотое Перо Руси 2016) башҡа еңеүселәр менән бер рәттән әҙиптең исеме лә атала: «Номинация ЭКОЛОГИЯ. СЕРЕБРЯНОЕ ПЕРО РУСИ — Сертификат соответствия № 133. Марсель Салимов (г. Уфа, Башкортостан)»[4][6][29].

Рәсәй Яҙыусылар союзы әҙерләгән һәм 2016 йылдың февралендә Мәскәүҙә донъя күргән «Лучшие поэты и писатели России 2015» тигән йыйынтыҡта Әҙәбиәт йылында юғары ижади уңыштарға өлгәшкән ҡәләм оҫталарының биографиялары һәм әҫәрҙәре тупланған. Был антологияға Марсель Сәлимовтың тормошо һәм ижады тураһында мәҡәлә, уңың китаптарының библиографияһы һәм әҙиптең афоризмдары индерелгән[30].

2015 йылдың 1 апреле — Көлкө көнөндә Марсель Сәлимов «Юмор — выше пояса» (2014) тигән китабы өсөн өсөнсө тапҡыр халыҡ-ара әҙәби премияға лайыҡ булды. Сираттағыһы — Н. В. Гоголь исемендәге «Триумф» халыҡ-ара премияһы. Ул 1998 йылда булдырылған. Быға тиклемге лауреаттар араһында Украина, АҠШ, Бөйөк Британия, Германия, Франция, Италия, Канада, Австралия, Рәсәй, Бельгия, Бразилия, Швеция, Болгария, Словакия, Польша, Израиль, Македония, Латвия, Грузия, Әрмәнстан, Молдова, Белоруссия, Ҡаҙағстан, Төркмәнстандың билдәле яҙыусылары, тәржемәселәре, ғалимдары, журналистары, меценаттары, йәмәғәт эшмәкәрҙәре, театр һәм кино актерҙары, музыканттары, рәссамдары, мәғариф һәм мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре бар.

Марсель Сәлимов «Рәсәйҙең иң яҡшы шағирҙары һәм яҙыусылары-2013» бәйгеһендә еңеүсе була. «Алтын ҡаурый» билдәһе (2014) һәм «Мәғрифәткә индергән өлөшө өсөн» (2014) ордендары менән бүләкләнә[31]. Ижади ҡаҙаныштары өсөн ул шулай уҡ В. В. Маяковский ордены (2015) һәм «Фиҙакәр хеҙмәте өсөн» (2013), М. Ю. Лермонтов (2014), А. Мицкевич (2015) миҙалдары менән дә наградланды. Әҙипкә төрлө кимәлдәге бихисап Маҡтау грамоталары бирелгән.

2021 йылдың 28 майында Марсель Сәлимовҡа Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы тигән маҡтаулы исем бирелде[32].

Уҡыусылары менән аралашыуҙары

үҙгәртергә

Марсель Сәлимовтың китап уҡыусылар менән бәйләнештәре бер көнгә лә тиерлек өҙөлгәне юҡ. Бындай осрашыуҙарҙың ике яҡ өсөн дә тиң ыңғай әһәмиәткә эйә булыуын айырым билдәләргә кәрәк. Йәштәре, белем кимәлдәре, хеҙмәт йүнәлештәре төрлө булған әҙәбиәт һөйөүселәр, бигерәк тә сатира һәм юморҙы үҙ итеүселәр, әҙип уҡыуында уның әҫәрҙәрен тыңлай, теләгәндәр унан автограф ала, ә ҡайһы берҙәр уның менән ихлас аралаша, төрлө темаларға фекер алыша. Яҙыусы иһә был осрашыуҙарҙан әҫәрҙәре өсөн яңы темалар алып ҡына ҡайтмай, ижады илһам менән дә тулылана. Үҙ уҡыусылары менән күҙгә-күҙ осрашыуҙарҙы Марсель Сәлимов Башҡортостан ҡала һәм райондарында ғына түгел, илдең баш ҡалаһы Мәскәүҙә, Рәсәйҙең төрлө төбәктәрендә бик әүҙем үткәреүен дауам итә.

  • «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы хәбәр итеүенсә, 2015 йылдың 17 авгусында Марсель Сәлимов Ҡырым Республикаһында ижади сәфәр менән булып ҡайтҡан[33]. Билдәле көлкө оҫтаһының сатира һәм юмор кисәләре Белогорск районында[34], уның үҙәге Белогорск ҡалаһында[35] ҙур уңыш менән үткән.
  • Әҙиптең Ҡырым Республикаһына сәфәре барышында Рәсәйҙә иғлан ителгән Әҙәбиәт йылы айҡанлы Марсель Сәлимовтың ижад кисәләре Антон Чеховтың Ялта ҡалаһында Йорт-музейында, рус яҙыусыһы исемен йөрөткән китапханала һәм Яҙыусыларҙың ижад йортонда ла ойошторолған. Башҡортостан вәкиле шулай уҡ Ҡара диңгеҙ буйында үткәрелгән «Вместе» XVI Халыҡ-ара телекинофорум сараларында ла ҡатнашҡан. Был хаҡта Башҡортостан Яҙыусылар союзы сайтында мәғлүмәт урынлаштырылған[36].
  • Марсель Сәлимовтың ижади отчёты, уның Ҡырымдағы әҙәби сараларҙа ҡатнашыуы тураһында күләмле мәҡәлә Ҡырым Республикаһы Яҙыусылар союзы органы «Литературный Крым» гәзитенең февраль һанында баҫылып сыҡҡан[37]. Был хаҡта Халыҡ-ара Яҙыусылар союзының (Интернациональный Союз писателей) рәсми сайты хәбәр итә[38].
  • Марсель Сәлимов Өфөнөң «Исток» балалар ижад үҙәгендә яңы эш башлаған «Братушки» дуҫтар клубының йәш журналистары менән осрашты һәм Болгария менән Рәсәй дуҫлығы хаҡында ҡыҙыҡлы итеп һөйләне[39].
  • 2017 йылдың 14 мартында Марсель Сәлимов дуҫтарын үҙенең юмор архивы менән таныштырҙы.[40][41].
  • 2017 йылдың март айы аҙағында, Халыҡ-ара көлкө көнө алдынан Республика һуҡырҙар китапханаһында Марсель Сәлимовтың һуҡырҙар һәм насар күреүселәр өсөн махсус сығарылған «Президентский кот» китабының исем туйы булды. Был сарала автор үҙе ҡатнашты[42].
  • 2017 йылдың апрель башында Өфөнөң Үҙәк ҡала китапханаһында Сергей Михалков, Владимир Гиляровский (Рәсәй), «Алеко» (Болгария) һәм Николай Гоголь (Украина) исемендәге халыҡ-ара әҙәби премиялар лауреаты, Халыҡ-ара Юмор һәм сатира йорто индульгенцияһы (Габров), «Рәсәйҙең алтын ҡаурыйы» һәм «Рустың көмөш ҡаурыйы» кеүек маҡтаулы исемдәр эйәһе Марсель Сәлимовтың (Мар.Сәлим) ижад кисәһе үтте[43].
  • 2018 йылдың май айында Ҡазанда Марсель Сәлимовтың ижад кисәһе үтте. Журналистар йортонда ойошторолған был сарала башҡорт сатиригы ижадын яратыусылар, әҙиптең дуҫтары һәм һөнәрҙәштәре — Татарстан яҙыусылары һәм шағирҙары, республика матбуғат баҫмалары мөхәррирҙәре һәм журналистары ҡатнашты[44].
  • 2018 йылдың май айында Сочи ҡалаһының А. С. Пушкин исемендәге китапханаһында «ЛиФФт» Бөтә Рәсәй әҙәбиәт фестивале лауреаты Марсель Сәлимовтың Симферополдә донъя күргән «Разговор с богами» китабының исем туйы булды. «Евразия тауыштары» китаптар серияһында сыҡҡан ошо шиғри йыйынтыҡҡа арналған саралар Ҡырымда, Махачкала һәм Ярославль ҡалаларында ла уҙа[45].
  • 2018 йылдың авгусында Марсель Сәлимов Греция буйлап әҙәби тур үткәрҙе. Яҙыусы Халкидики ярымутрауында, Родос, Тинос, Миконос, Крит утрауҙарында, Афина, Салоники, Ираклион һәм башҡа ҡалаларҙы булды, тарихи-мәҙәни объекттар менән танышты, әҙәби сараларҙа һәм яҙыусыларҙың халыҡ-ара форумдарында ҡатнашты, китап уҡыусылар менән ижади осрашыуҙар үткәрҙе[46].
  • 2018 йылдың сентябрендә Рәсәй яҙыусылары, шағирҙары, журналистары һәм ғалимдары төркөмө менән Марсель Сәлимов Ҡытайҙың иң ҙур ҡалаһы Шанхайҙа халыҡ-ара әҙәби форумда ҡатнашты. Был сараны Рәсәй Яҙыусылар союзының Мәскәү ҡала ойошмаһы һәм Шанхай сит телдәр университетының Донъя әҙәбиәте институты ойошторҙо. Марсель Сәлимов Ҡытай дуҫтарына Башҡортостанда уҙғарылған халыҡ-ара әҙәби һәм мәҙәни саралар, республиканың Ҡытай Халыҡ Республикаһының айырым провинциялары менән ныҡлы иҡтисади бәйләнештәре тураһында һөйләне. Әҙип, башҡорт һәм рус телендә шиғырҙар уҡып, Шанхай китапханаларына китаптарын бүләк итте. Әҙәби форум барышында Мәскәүҙә 3000 дана булып сыҡҡан «Мәскәү–Шанхай. 2018» махсус йыйынтығының исем туйы уҙҙы. Был йыйынтыҡта Мар.Сәлимдең сатирик һәм юмористик хикәйәләре, шулай уҡ автор тураһында биографик мәғлүмәт баҫылып сыҡҡан[47].

Өҫтәлмә мәғлүмәт

үҙгәртергә
  • Рәсәй Яҙыусылар союзының Мәскәү ҡала ойошмаһы тарафынан нәшер ителгән «Современная российская литература» исемле энциклопедияға Марсель Сәлимовтың биографияһы ла индерелгән[48].

Махсус баҫмалар

үҙгәртергә
  • Рәсәйҙең алтын ҡаурыйы: Марсель Сәлимов. Биобиблиографик баҫма. — Өфө, Белая река, 2017[49].
  • Марсель Сәлимов. Журналист, шағир, яҙыусы-сатирик, йәмәғәт эшмәкәре.

Гәзит һәм журналдарҙа мәҡәләләр

үҙгәртергә
  • Шакиров А.. Марсель Салимов: «Сатирик обязан защищать простых людей». «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, 2018, 1 апрель[50].
  • Шакиров А. Башкортстан юморы илчесе. «Ҡыҙыл таң» гәзите, 2016, 1 октябрь[51].
  • Мортазина О. Баш ҡалала артистар һәм яҙыусылар социаль учреждениелар өсөн урындағы баҫмаларға яҙылды. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, 2015, 9 декабрь[52].

Китаптары

үҙгәртергә

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. 1,0 1,1 Башкирская энциклопедия (урыҫ)Башкирская энциклопедия, 2005. — 4344 с.
  2. 2,0 2,1 Официальный сайт Союза журналистов России. Члены Федеративного Совета 2016 йыл 17 сентябрь архивланған. (рус.) (Тикшерелеү көнө: 1 октябрь 2016)
  3. Марсель Сәлимов Рәсәй әҙәбиәте академияһының ағза-корреспонденты итеп һайланған. «Башинформ» (6 ноябрь 2009). Дата обращения: 25 март 2015.
  4. 4,0 4,1 4,2 4,3 4,4 4,5 4,6 Марсель Салимов нанёс творческий визит в Грецию и стал там вице-президентом и обладателем «Серебряного пера Руси». Новости СЖР. Официальный сайт Союза журналистов России. 23.09.2016 2016 йыл 27 сентябрь архивланған. (рус.) (Тикшерелеү көнө: 1 октябрь 2016)
  5. Марсель Сәлимов. Сәйле-мәйһеҙ һабантуй. «Башҡортостан» гәзите. 06-05-2015(недоступная ссылка)
  6. 6,0 6,1 6,2 6,3 6,4 6,5 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, 2016, 22 сентябрь (рус.) (Тикшерелеү көнө: 1 октябрь 2016)
  7. 7,0 7,1 7,2 Шағир-юморист Марсель Сәлимовтың шиғырҙары япон телендә донъя күрҙе. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, 2016, 18 ғинуар (Тикшерелеү көнө: 18 ғинуар 2016)
  8. Марсель Салимов выпустил «Книгу Дружбы» на болгарском языке — Официальный сайт Союза писателей Республики Башкортостан, 2014, 16 января 2016 йыл 5 март архивланған. (рус.)
  9. В Москве вышла новая книга башкирского писателя-сатирика Марселя Салимова  (рус.)
  10. Баш ҡалала яҙыусы-сатирик Марсель Сәлимовтың яңы китабы донъя күрҙе
  11. Башҡорт шағиры Марсель Сәлимовтың шиғырҙары Мәскәүҙә интернациональ йыйынтыҡта баҫылып сыҡты
  12. Интернациональный Союз писателей. Официальный сайт. Серия «Таврида» представляет книгу Марселя Салимова «Камушек с дыркой: почти курортный роман и рассказы о том же» (рус.)
  13. В Москве вышла четвертая за Год литературы книга башкирского юмориста Марселя Салимова. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, 2015, 21 декабрь (рус.) (Тикшерелеү көнө: 21 декабрь 2015)
  14. Көлкө көнө алдынан Мәскәүҙә юморист Марсель Сәлимовтың китабының исем туйы уҙҙы. — «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, 2016, 1 апрель (Тикшерелеү көнө: 1 апрель 2016)
  15. 15,0 15,1 Книга башкирского юмориста Марселя Салимова заняла первое место на международном фестивале в Крыму. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, 2016, 6 апрель (рус.) (Тикшерелеү көнө: 6 апрель 2016)
  16. 16,0 16,1 Марсель Салимов награжден дипломом Международного конкурса имени Мацуо Басё за стихи на японском языке.  , 2016, 15 декабрь (рус.) (Тикшерелеү көнө: 19 декабрь 2016)
  17. Лондонда башҡорт яҙыусыһы Марсель Сәлимовтың китабының исем туйы уҙҙы.  , 2017, 25 октябрь (Тикшерелеү көнө: 27 октябрь 2017)
  18. Билдәле яҙыусы-сатирик Марсель Сәлимов Швецияның баш ҡалаһында инглиз телендәге китабы менән таныштырҙы.  , 2017, 23 ноябрь (Тикшерелеү көнө: 24 ноябрь 2017)
  19. К юбилею юмориста Марселя Салимова в Москве издана его «Книга, какой ещё никто не писал» ИА «Башинформ», 3 января 2019 года{{ref-ru} (Тикшерелеү көнө: 3 ғинуар 2019)
  20. 20,0 20,1 [Марсель Сәлимов һәм «Илһам» театры Германияла де Ришелье исемендәге конкурс лауреаттары булды. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, 2019 йыл, 12 декабрь] (Тикшерелеү көнө: 12 декабрь 2019)
  21. 21,0 21,1 Марсель Сәлимовҡа Джек Лондон исемендәге Халыҡ-ара әҙәби премия тапшырылды. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, 2019 йыл, 8 февраль (Тикшерелеү көнө: 8 февраль 2019)
  22. 22,0 22,1 22,2 22,3 Марсель Салимов стал лауреатом международной Набоковской и Российской литературных премий. ИА «Башинформ», 18 декабря 2018 года (рус.) (Тикшерелеү көнө: 25 декабрь 2018)
  23. 23,0 23,1 Марсель Сәлимов – XXI быуат әҙәбиәтенә өлөшө өсөн Евразия халыҡ-ара премияһы лауреаты. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, 2018, 10 сентябрь (Тикшерелеү көнө: 10 сентябрь 2018)
  24. 24,0 24,1 Башҡорт яҙыусыһы һәм сатиригы Марсель Сәлимов Канадала Эрнест Хемингуэй исемендәге халыҡ-ара премияға лайыҡ булды. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, 2018, 18 ғинуар (Тикшерелеү көнө: 20 ғинуар 2018)
  25. Башҡорт яҙыусыһы-сатирик Марсель Сәлимов Әстерханда Халыҡ-ара әҙәбиәт фестивале лауреаты булды.  , 2017, 21 сентябрь (Тикшерелеү көнө: 21 сентябрь 2017)
  26. Результаты литературного фестиваля «Поехали! в Астрахань». Интернациональный Союз писателей. Официальный сайт (рус.) (Тикшерелеү көнө: 21 сентябрь 2017)
  27. 27,0 27,1 Марсель Сәлимовты япон миҙалы менән бүләкләнеләр. Башинформ, 2016, 27 декабрь (Тикшерелеү көнө: 27 декабрь 2016)
  28. 28,0 28,1 Марсель Салимов стал лауреатом XIV Артиады народов России. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, 2016, 11 июль (рус.) (Тикшерелеү көнө: 11 июль 2016)
  29. Национальная литературная премия «Золотое Перо Руси». Официальный сайт. ИТОГИ конкурса Национальная литературная премия Золотое Перо Руси 2016 (рус.) (Тикшерелеү көнө: 3 октябрь 2016)
  30. Сведения о башкирском юмористе Марселе Салимове опубликованы в сборнике «Лучшие поэты и писатели России». «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, 2016, 15 февраль (рус.) (Тикшерелеү көнө: 15 февраль 2016)
  31. «Алтын ҡаурый»лы сатирик. «Башҡортостан» (30 апрель 2014). Дата обращения: 25 март 2015. 2016 йыл 9 март архивланған.
  32. В Уфе на форуме «Писатель ХХI века» Радий Хабиров наградил писателей и поэтов республики. ИА «Башинформ», 28 мая 2021 года (рус.) (Тикшерелеү көнө: 28 май 2021)
  33. В Крыму впервые прошел вечер известного башкирского писателя-сатирика Марселя Салимова — УФА, 1 сен 2015. /ИА «Башинформ». (рус.)
  34. Официальный портал Правительства / Министерство культуры Республики Крым / Культурная жизнь региона / В Белогорске состоялся творческий вечер писателя-сатирика Марселя Салимова 2016 йыл 13 апрель архивланған. (рус.)
  35. Белогорск снова встречает знаменитостей 2016 йыл 4 март архивланған. // Официальный портал Правительства Республики Крым // Белогорский район (рус.)
  36. КРЫМСКИЕ ВЕЧЕРА САТИРИКА МАР. САЛИМА — Сайт Союза писателей Республики Башкортостан. 10.09.2015 2016 йыл 5 март архивланған. (рус.)
  37. Литературный Крым, № 2, февраль, 2016 (рус.) (Тикшерелеү көнө: 10 март 2016)
  38. Марсель Салимов рассказал о дорогах дружбы и братства Башкортостана и Крыма. Интернациональный Союз писателей. Официальный сайт (рус.) (Тикшерелеү көнө: 10 март 2016)
  39. В Уфе писатель-сатирик Марсель Салимов выступил перед юными журналистами клуба друзей «Братушки».  , 2017, 6 март (рус.) (Тикшерелеү көнө: 6 март 2017)
  40. Өфөлә яҙыусы-сатирик Марсель Сәлимов менән осрашыу була.  , 2017, 14 март (Тикшерелеү көнө: 17 март 2017)
  41. В Уфе известный башкирский сатирик Марсель Салимов показал друзьям свой архив юмора.  , 2017, 17 март (рус.) (Тикшерелеү көнө: 17 март 2017)
  42. В Уфе состоялась встреча юмориста Марселя Салимова с «самыми честными людьми».  , 2017, 1 апрель (рус.) (Тикшерелеү көнө: 1 апрель 2017)
  43. Өфөнөң Үҙәк ҡала китапханаһында Марсель Сәлимов юмор һәм сатира дәресе уҙғарҙы. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, 2017, 11 апрель (Тикшерелеү көнө: 11 апрель 2017)
  44. В Казани состоялся творческий вечер башкирского писателя-сатирика Марселя Салимова. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, 2018, 15 май (рус.) (Тикшерелеү көнө: 15 май 2018)
  45. Сочиҙа Марсель Сәлимовтың «Аллалар менән һөйләшеү» китабының исем туйы уҙҙы. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, 2018, 1 июнь (Тикшерелеү көнө: 4 июнь 2018)
  46. Башҡорт сатиригы Марсель Сәлимовтың Греция буйлап әҙәби турҙары уңышлы тамамланды. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, 2018, 27 август (Тикшерелеү көнө: 27 август 2018)
  47. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, 1 октября 2018 йыл (Тикшерелеү көнө: 1 октябрь 2018)
  48. Биография башкирского писателя Марселя Салимова включена в энциклопедию «Современная российская литература». «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, 2017, 15 май (рус.) (Тикшерелеү көнө: 18 май 2017)
  49. Өфөлә «Рәсәйҙең алтын ҡаурыйы: Марсель Сәлимов» тигән биобиблиографик баҫма донъя күрҙе.  , 2017, 30 ғинуар (Тикшерелеү көнө: 31 ғинуар 2017)
  50. Марсель Салимов: «Сатирик обязан защищать простых людей». 2018, 1 апрель (рус.) (Тикшерелеү көнө: 2 апрель 2018)
  51. «Кызыл таң», 2016, 1 октябрь 2016 йыл 1 октябрь архивланған. (тат.)
  52. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, 2015, 9 декабрь
  53. В Москве в «Парламентской серии» издана книга Марселя Салимова «Президентский кот». «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, 2016, 21 март (Тикшерелеү көнө: 21 март 2016)
  54. ПРЕЗЕНТАЦИЯ КНИГИ МАРСЕЛЯ САЛИМОВА «ПРЕЗИДЕНТСКИЙ КОТ», ЦДЖ, 23.03, 15.00 ЧАС. ПОЛНОМОЧНОЕ ПРЕДСТАВИТЕЛЬСТВО РЕСПУБЛИКИ БАШКОРТОСТАН ПРИ ПРЕЗИДЕНТЕ РОССИЙСКОЙ ФЕДЕРАЦИИ. Официальный сайт(недоступная ссылка) (рус.) (Тикшерелеү көнө: 22 март 2016)
  55. Башҡорт сатиригы Марсель Сәлимовтың китабы инглиз телендә донъя күрҙе. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, 2016, 6 декабрь (Тикшерелеү көнө: 6 декабрь 2016)
  56. Ҡырымда башҡорт шағиры һәм сатирик Марсель Сәлимовтың китабы донъя күрҙе. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, 2018, 26 апрель (Тикшерелеү көнө: 26 апрель 2018)
  57. Радий Хәбиров «ХХI быуат яҙыусыһы» форумында республика яҙыусыларын һәм шағирҙарын бүләкләне. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, 28 май 2021 йыл (Тикшерелеү көнө: 30 август 2021)
  58. Башҡорт сатиригы Марсель Сәлимов — Гиляровский исемендәге халыҡ-ара премия лауреаты.  , 2016, 1 декабрь (Тикшерелеү көнө: 6 декабрь 2016)
  59. Башкортостана стали лауреатами премии «Золотое перо Руси-2016».  , 2016, 3 октябрь (рус.) (Тикшерелеү көнө: 3 октябрь 2016)
  60. Яҙыусы һәм журналист Марсель Сәлимовҡа «Рәсәйҙең алтын ҡәләме» исеме бирелде. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы. 2016, 2 февраль (Тикшерелеү көнө: 2 февраль 2016)
  61. Башкирский писатель-сатирик Марсель Салимов стал лауреатом «Литературной газеты» за 2015 год. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, 2015, 28 декабрь (рус.) (Тикшерелеү көнө: 29 декабрь 2015)
  62. Марсель Сәлимов — Гоголь исемендәге халыҡ-ара премия лауреаты 2015 йыл, 3 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева
  63. Яҙыусы-сатирик Марсель Сәлимов ЮНЕСКО миҙалы менән бүләкләнде.«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, 2015, 15 февраль
  • Писатели земли башкирской. Справочник / (сост.: Р. Н. Баимов, Г. Н. Гареева, Р. Х. Тимергалина). Переработанное и дополненное второе издание. — Уфа: Китап, 2015. — 672 с. ISBN 978-5-295-06338-1 (рус.)
  • Писатели земли башкирской. Справочник / Сост.: Р. Н. Баимов, Г. Н. Гареева, Р. Х. Тимергалина. — Уфа: Китап, 2006. — 496 с.  (рус.)
  • Марсель Сәлимовтың рәсми сайты  (рус.)

Һылтанмалар

үҙгәртергә
Башҡортостан Республикаһының Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапханаһының электрон бүлегендә
башҡа сығанаҡтар