Кәримов Салауат Ғайса улы

Салауат Ғайса улы Кәримов (Салауат Кәрим) (1960 йылдың 3 ғинуары, БАССР-ҙың Ишембай районы Ғүмәр ауылы) — башҡорт яҙыусыһы һәм журналисы, Рәсәй Федерацияһының почетлы дөйөм белем биреү хеҙмәткәре, Башҡортостандың атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре, Башҡортостан Яҙыусылар союзы ағзаһы, «Башҡортостан уҡытыусыһы» журналының баш мөхәррире.

Салауат Кәрим
Исеме:

Кәримов Салауат Ғайса улы

Псевдонимдары:

С. Кәрим

Тыуған көнө:

3 ғинуар 1960({{padleft:1960|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:3|2|0}}) (60 йәш)

Тыуған урыны:

Башҡорт АССР-ы, Ишембай районы, Ғүмәр ауыл

Гражданлығы:

Совет Социалистик Республикалар Союзы СССР →
Рәсәй Рәсәй

Эшмәкәрлеге:

башҡорт яҙыусыһы һәм журналисы

ИжадыҮҙгәртергә

С. Ғ. Кәримовтың тәүге әҫәрҙәре республика матбуғаты биттәрендә үткән быуаттың 80-се йылдарында донъя күрә башлай. Поэзия менән проза жанрҙары өлкәһендә эшләй. Юмористик һәм сатирик хикәйәләр ижад итә. Ижади һәләте мәктәпкәсә һәм кесе йәштәге мәктәп балалары өсөн хикәйәләр ижад итеүҙә ныҡлы асыла, шул йүнәлештә тиҫтәнән ашыу китап яҙып баҫтыра.

Салауат Кәримовтың хикәйәләре балалар өсөн донъяны, тирә-яҡ мөхитте, тәбиғәтте танып-белеү йүнәлешендә ижад ителгән.

КитаптарыҮҙгәртергә

  • Урман аҡланында. Хикәйәләр. — Өфө, 1997;
  • Сәйер төш. — Өфө, 2000;
  • Тамсыҡай. — Өфө, 2001;
  • Йырсы сыйырсыҡ. — Өфө, 2006;
  • Мин уҡырға яратам. — Өфө, 2008;
  • Күңел йылыһы. Повесть һәм хикәйләр. — Өфө, 2010.

СығанаҡтарҮҙгәртергә