14 июнь
көнө
(14 июня битенән йүнәлтелде)
14 июнь — григориан стиле буйынса йылдың 165-се (кәбисә йылында 166-сы) көнө. Йыл аҙағына тиклем 200 көн ҡала.
14 июнь | |
Аҙна көнө | Йәкшәмбе, Дүшәмбе, Шишәмбе, Шаршамбы, Кесаҙна, Йома һәм Шәмбе |
---|---|
14 июнь Викимилектә |
← июнь → | ||||||
Дш | Шш | Шр | Кс | Йм | Шб | Йш |
1 | 2 | |||||
3 | 4 | 5 | 6 | 7 | 8 | 9 |
10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15 | 16 |
17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22 | 23 |
24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29 | 30 |
2024 йыл |
Рәсми булмаған
- Ҡәһүә бөртөктәре көнө.
- Ер: Блогерҙар көнө.
- Рәсәй Федерацияһы: Миграция хеҙмәткәрҙәре көнө.
- Башҡортостан: Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары хеҙмәткәрҙәре көнө.
- 1783: Ҡәлғә-ҡала Севастополгә нигеҙ һалына.
- 1834: АҠШ-та наждак ҡағыҙына патент алына.
тулы исемлек
- 1922: Бөтә Рәсәй Үҙәк Башҡарма Комитетының «Башҡорт Автономиялы Совет Социалистик Республикаһы сиктәрен киңәйтеү тураһында»ғы декреты менән Оло Башҡортостан ойошторола. Уның рәсми баш ҡалаһы итеп Өфө иғлан ителә.
- 1938: АҠШ-та хлорофиллға патент алына.
- 1985: Люксембургта Европаның бер нисә дәүләте араһында паспорт-виза контролен бөтөрөүҙе күҙ уңында тотҡан «Шенген килешеүе»нә ҡул ҡуйыла.
- 1994: Хәҙерге Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө федераль тикшеренеүҙәр үҙәгенең Молекулалар һәм кристалдар физикаһы институты асыла.
- 2002: II Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы эш башлай.
- 2002: Рәсәй Эске эштәр министрлығының Мәскәү университеты эш башлай.
Башҡортостан менән бәйле шәхестәр
үҙгәртергә0 һәм 5 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
үҙгәртергә- Шаимова Маһинур Әйүп ҡыҙы (1905—25.11.1991), халыҡ йырсыһы. Бәйеттәр, мөнәжәттәр, сеңләүҙәр һәм башҡорт халыҡ йырҙарын башҡарыусы. Бөтә Союз халыҡ ижады фестивалендә ҡатнашыусы. Сығышы менән хәҙерге Силәбе өлкәһенең Арғаяш районы Бикҡол ауылынан.
- Пепеляев Пётр Кузьмич (1920—6.10.1955), Бөйөк Ватан һуғышы яугиры, гвардия артиллерия-миномёт полкының өлкән разведчигы, гвардия старшинаһы. Дан орденының тулы кавалеры.
тулы исемлек
- Гагин Валерьян Константинович (1925—27.08.1999), рәссам. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1996 йылдан Рәсәй Федерацияһы Рәссамдар союзы ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған рәссамы (1995). II дәрәжә Ватан һуғышы ордены кавалеры.
- Постнов Владимир Валентинович (1950—18.05.2014), ғалим-инженер-механик. 1972 йылдан Өфө авиация институты һәм Өфө дәүләт авиация техник университеты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1980—1982 йылдарҙа «Искра» махсус конструкторлыҡ-технология бюроһының лаборатория мөдире, 1986–1987 йылдарҙа бүлек мөдире, 2007 йылдан мехатрон станок системалары кафедраһы мөдире. Техник фәндәр докторы (2006), профессор. (2007). СССР-ҙың уйлап табыусыһы (1985). Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
- Ғайсин Рамин Үзбәк улы (1960), ауыл хужалығы алдынғыһы. Әлшәй районы «Заря» хужалығының баш агрономы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре, Рәсәй агросәнәғәт комплексының почётлы хеҙмәткәре. Сығышы менән ошо райондың Әбдрәшит ауылынан.
- Дүсәлинова Фәриҙә Мазһар ҡыҙы (1960), журналист, «Башҡортостан» дәүләт телерадиокомпанияһының юлдаш телевидениеһы комментаторы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Бөрйән районынан.
- Хужин Илвир Илдар улы (1990), спортсы, бобслейсы. Рәсәй йыйылма командаһы составында 2014 йылғы Ҡышҡы Олимпия уйындарында (Сочи) ҡатнашыусы. Рәсәйҙең халыҡ-ара класлы спорт мастеры.
1 һәм 6 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
үҙгәртергә- Васильев Леонид Михайлович (1926—2.09.2015), ғалим-тел белгесе. 1958 йылдан Башҡорт дәүләт университеты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1974—1990 йылдарҙа дөйөм һәм сағыштырма-тарихи тел ғилеме кафедраһы мөдире. Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының почётлы академигы (2002), филология фәндәре докторы (1972), профессор (1974). Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1977), Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре (2001), СССР-ҙың юғары мәктәп отличнигы (1970).
- Дәүләтбаев Усман Йосоп улы (1926—11.08.2010), быраулаусы, хеҙмәт алдынғыһы. 1949 йылдан «Уралцветметразведка» тресының Баймаҡ геология разведка партияһы быраулаусыһы, 1954 йылдан — өлкән быраулау мастеры; 1958—1988 йылдарҙа «Башкиргеология» производство берекмәһенең Хәйбулла геология разведка партияһының өлкән быраулау мастеры. Ленин ордены кавалеры (1971), СССР-ҙың Дәүләт премияһы лауреаты (1980). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Белорет районы Баҡый ауылынан.
тулы исемлек
- Ҡандаров Фаил Барый улы (1931— ?), ғалим-табип-невролог, рефлексотерапевт. 1976—1980 һәм 1984—1991 йылдарҙа Өфөләге 1-се поликлиника табибы, энә-рефлекс терапияһы кабинеты мөдире; 1991 йылдан — Башҡорт дәүләт медицина институты һәм Башҡорт дәүләт медицина университеты уҡытыусыһы, 2003 йылдан — университеттың Традицион медицина фәнни-педагогик үҙәге директоры. Ҡытайҙың Анхой университетының почётлы профессоры (1991), IСMART-тың Бойондороҡһоҙ Дәүләттәр Берләшмәһе буйынса Акупунктура һәм традицион медицина ассоциацияһының тулы хоҡуҡлы ағзаһы (1994), Германияның Тәбиғи фәндәр академияһы (Ганновер, Германия) һәм Рәсәйҙең «Инь һәм Ян» психопунктура һәм көнсығыш медицина академияһы академигы. Медицина фәндәре кандидаты (1995). Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған табибы (1991). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Шишмә районы Сафар ауылынан.
- Романова Тамара Константиновна (1946), һаулыҡ һаҡлау өлкәһе ветераны. Табип-педиатр. 1974 йылдан Үрге Йәркәй үҙәк район дауаханаһы табибы, 1995 йылдан — Мотлаҡ медицина страховкаһының Башҡортостан республикаһы территориаль фондының Илеш филиалы эксперты. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы (1995). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Ғафури районы Ҡарағай ауылынан.
- Ханов Айрат Миҙхәт улы (1966), ғалим-хирург-онколог. 1989 йылдан Башҡорт дәүләт медицина институты һәм Башҡорт дәүләт медицина университеты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1999 йылдан Өҫтәлмә һөнәри белем биреү институтының онкология, нур диагностикаһы һәм нур терапияһы кафедраһы мөдире, бер үк ваҡытта «Профилактик медицина» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәт директоры. Медицина фәндәре докторы (2001), профессор (2004). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Асҡын районы Асҡын ауылынан.
2 һәм 7 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
үҙгәртергә- Волков-Кривуша Сергей Викторович (1897—21.10.1976), театр эшмәкәре. Беренсе донъя һуғышында ҡатнашыусы. 1920-се йылдар башынан Хабаровск ҡалаһында Ҡыҙыл Армия эстрада бригадалары етәксеһе; 1927 йылдан Башҡортостан профсоюздар советы ҡарамағындағы төрлө ижади коллективтарҙың художество етәксеһе, бер үк ваҡытта 1938—1941 йылдарҙа Башҡортостан театр художество училищеһы уҡытыусыһы, 1945—1957 йылдарҙа республика халыҡ ижады йорто хеҙмәткәре. Башҡортостандың байтаҡ ижади коллективтарын, шул иҫәптән Өфө ҡалаһындағы «Синяя блуза» һәм «Шестерёнка», хәҙерге Рус драма театрын ойоштороусыларҙың береһе. 1937 йылдан СССР Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1964). Сығышы менән хәҙерге Санкт-Петербург ҡалаһынан.
- Сәлишев Линир Ибраһим улы (1937—11.04.2014), ауыл хужалығы хеҙмәткәре, 1978—1998 йылдарҙа Федоровка районы «Пугачёв» совхозының баш агрономы. Рәсәй Федерацияһының (1997) һәм Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған агрономы. «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры (1980).
тулы исемлек
- Шокуров Иван Анимподистович (1937), ауыл хужалығы ветераны. 1963—1997 йылдарҙа Баҡалы районы «Дружба» колхозы бригадиры, «Новый мир» колхозының участка начальнигы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре (1981). Октябрь Революцияһы (1986) һәм Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1966) ордендары кавалеры. Сығышы менән ошо райондың Александровка ауылынан.
- Рябашев Владимир Михайлович (1947—2005), нефтсе. 1969 йылдан Татар АССР-ының Лениногорск быраулау эштәре идаралығы мастеры. Социалистик Хеҙмәт Геройы. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Баҡалы районы Баҡалы ауылынан.
- Сәлихов Фидрат Мөхәмәғәриф улы (1947), хеҙмәт ветераны. 1975 йылдан «Саҡмағошнефть» нефть һәм газ сығарыу идаралығы операторы, цех начальнигы урынбаҫары; 1980—2007 йылдарҙа материаль-техник тәьминәт һәм ҡорамалдар менән комплектлау бүлеге начальнигы. Рәсәйҙең почётлы нефтсеһе (1997) һәм Рәсәй Яғыулыҡ-энергетика министрлығының почётлы хеҙмәткәре. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Саҡмағош районы Бикмәт ауылынан.
- Ширғәзин Рәшит Зәки улы (1957), архивсы, Башҡортостан Республикаһының Милли архивы директоры, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре.
- Шәмсиев Ринат Эдуард улы (1962), ғалим-хирург. 1992 йылдан Башҡорт дәүләт медицина университеты уҡытыусыһы. Медицина фәндәре кандидаты (1992), доцент (2006). Сығышы менән Дүртөйлө ҡалаһынан.
3 һәм 8 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
үҙгәртергә- Елгаштина Мария Николаевна (1873—10.11.1966), график, театр рәссамы. Башҡорт һынлы сәнғәтенә нигеҙ һалыусыларҙың береһе. 1934 йылдан СССР Рәссамдар союзы ағзаһы. Башҡорт АССР-ының халыҡ рәссамы (1955) һәм атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1944). «Почёт Билдәһе» ордены (1955) кавалеры.
- Миңлеғолов Шәрип Хәби улы (1928—7.01.2003), хәрби хеҙмәткәр, полковник. Венгрия (1956) һәм Чехословакиялағы (1968) ҡораллы конфликттарҙа ҡатнашыусы. 1976—1985 йылдарҙа ДОСААФ-тың Башҡортостан республика ойошмаһы рәйесе. Ҡыҙыл Байраҡ (1969), Александр Невский (1956), 2‑се дәрәжә Ватан һуғышы (1985) һәм ике Ҡыҙыл Йондоҙ (1968, 1975) ордены кавалеры.
тулы исемлек
- Йоносбаев Рамазан Әхмәтсафа улы (1948—7.09.2010), механизатор. 1965 йылдан Баймаҡ районы «Баймаҡ» совхозы эшсеһе, 1970 йылдан —механизатор, 1982 йылдан — механик, 1986 йылдан — эшсе. «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры (1979). Сығышы менән ошо райондың Сәйғәфәр ауылынан.
- Ғатауллин Ринат Фазлетдин улы (1953), иҡтисадсы-ғалим, йәмәғәтсе. Иҡтисад фәндәре докторы (2002), профессор (2006). Башҡорт АССР-ының 12-се саҡырылыш (1990—1993) Юғары Советы һәм Башҡортостан Республикаһының 1-се саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты.
- Йортбағышева Әлфиә Ҡорман ҡыҙы (1958), педагог. Башҡортостан Республикаһы Бөрйән районы Иҫке Собханғол ауылы мәктәбенең башланғыс синыфтар уҡытыусыһы. 3-сө дәрәжә Хеҙмәт Даны ордены кавалеры (1986). Сығышы менән ошо ауылдан.
- Йомағужин Фитрат Ғилмитдин улы (1963), биолог-ғалим. 2005—2015 йылдарҙа Башҡорт дәүләт аграр университетының Урал аръяғы филиалы уҡытыусыһы, шул иҫәптән 2008 йылдан директорҙың уҡытыу-тәрбиә эштәре буйынса урынбаҫары, 2013 йылдан филиал директоры; 2016 йылдан Шүлгәнташ дәүләт ҡурсаулығының баш ғилми хеҙмәткәре. Биология фәндәре докторы (2014), профессор (2015).
- Суханов Сергей Алексеевич (1963), тренер. Туймазы ҡалаһының 2-се спорт мәктәбенең еңел атлетика буйынса тренер-уҡытыусыһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған физик культура хеҙмәткәре.
- Риф Арыҫлан (1968), журналист, радио-һәм телетапшырыуҙар алып барыусы, композитор. «Башҡортостан» телерадиокомпанияһының «Юлдаш» мәғлүмәт-музыка каналының баш режиссёры, Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (2013).
- Якушев Владимир Владимирович (1968), дәүләт эшмәкәре, иҡтисадсы-ғалим. 2020 йылдың 9 ноябренән Рәсәй Президентының Урал федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле. Иҡтисад фәндәре кандидаты (2005). Почёт (2008) һәм IV дәрәжә «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» (2012) ордендары кавалеры. Сығышы менән Нефтекама ҡалаһынан.
4 һәм 9 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
үҙгәртергә- Дьяков Владимир Анатольевич (1919—16.11.1995), тарихсы-ғалим. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1960—1995 йылдарҙа СССР Фәндәр академияһының Славяноведение һәм балканистика институты ғилми хеҙмәткәре. Тарих фәндәре докторы (1966). 2-се дәрәжә Ватан һуғышы һәм Ҡыҙыл Йондоҙ ордендары кавалеры. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Баҡалы районы Баҡалы ауылынан.
- Минскер Карл Самойлович (1929—25.05.2003), химик-ғалим, 1968—2003 йылдарҙа Башҡорт дәүләт университеты уҡытыусыһы, кафедра мөдире. Башҡортостан Фәндәр академияһы академигы (1991), химия фәндәре докторы (1967), профессор (1969). РСФСР-ҙың атҡаҙанған фән эшмәкәре (1987), Башҡорт АССР-ының (1977) һәм СССР-ҙың уйлап табыусыһы (1973).
тулы исемлек
- Лиходед Виталий Алексеевич (1944), провизор-ғалим. 1984 йылдан Башҡорт дәүләт медицина институты, 1995 йылдан Башҡорт дәүләт медицина университеты уҡытыусыһы, кафедра мөдире. Фармакология фәндәре докторы (1993), профессор (1993). СССР-ҙың уйлап табыусыһы. Сығышы менән хәҙерге Украинаның Запорожье ҡалаһынан.
- Новцев Виталий Маркович (1969), тренер-уҡытыусы, йәмәғәтсе. 2001–2021 йылдарҙа Олимпия резервының Өфөләге 26-сы махсуслашҡан балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе директоры. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған физик культура хеҙмәткәре (2017).
- Еньков Валерий Александрович (1984–26.05.2022), Украиналағы махсус хәрби операцияла һәләк булған яугир, айырым мотоуҡсылар бригадаһы миномёт взводының өлкән наводчигы, рядовой. Батырлыҡ ордены кавалеры (2022, үлгәндән һуң). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Благовар районы Пришиб ауылынан.
Дөйөм исемлек
үҙгәртергә- 1820: князь Павел Вяземский, Рәсәй империяһының дәүләт эшмәкәре, йәмәғәтсе. 1881—1882 йылдарҙа цензура хеҙмәте етәксеһе, Боронғо яҙмалар менән ҡыҙыҡһыныусылар йәмғиәтен ойоштороусы.
- 1830: Николай Курочкин, Рәсәй империяһының сатирик шағиры, тәржемәсе һәм публицист.
тулы исемлек
- 1835: Николай Рубинштейн, Рәсәй империяһы музыканты, пианист, педагог, Мәскәү консерваторияһын ойоштороусы.
- 1864: Алóис Альцгéймер, Германия психиатры һәм неврологы.
- 1910: Рудольф Кемпе, Германия дирижёры.
- 1920: Кирилл Кондратьев, СССР һәм Рәсәй ғалимы, геофизик, СССР һәм Рәсәй Фәндәр академиялары академигы.
- 1928: Эрнесто Че Гевара, Латин Америкаһы революционеры һәм Кубаның дәүләт эшмәкәре.
- 1945: Йорг Иммендорф, Германия рәссамы-неоэкспрессионист, скульптор.
- 1946: Дональд Трамп, Америка Ҡушма Штаттарының 45-се президенты.
- 1949: Хәйҙәр Бигичев, йырсы, Татар АССР-ының халыҡ (1980), РСФСР-ҙың атҡаҙанған артисы (1986), Ғабдулла Туҡай исемендәге дәүләт премияһы лауреаты (1984).
- 1950: Семён Спивак, СССР һәм Рәсәйҙең театр режиссёры, педагог, Рәсәйҙең халыҡ артисы (2000).
- 1990: Регина Тодоренко, Украинаның телетапшырыуҙар алып барыусыһы, йырсы, композитор.
- 1864: Макс Вебер, Германия социологы, философ, тарихсы һәм сәйәси иҡтисадсы.
- 1899: Хорхе Луис Борхес, Аргентина прозаигы, шағир һәм публицист.