Ғатауллин Ринат Фазлетдин улы
Ғатауллин Ринат Фазлетдин улы (14 июнь 1953 йыл)[1] — иҡтисадсы, иҡтисад фәндәре докторы (2002), профессор (2006)[1]. Башҡортостан Республикаһы Юғары Советының 12-се саҡырылышы һәм Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышының 1-се саҡырылыш депутаты.
Ғатауллин Ринат Фазлетдин улы | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ | Рәсәй |
Тыуған көнө | 14 июнь 1953 (71 йәш) |
Тыуған урыны | Шаран районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР |
Һөнәр төрө | университет уҡытыусыһы |
Ғилми исеме | профессор[d] |
Ғилми дәрәжә | иҡтисад фәндәре докторы[d] |
Биографияһы
үҙгәртергәРинат Фазлетдин улы Ғатауллин 1953 йылдың 14 июнендә БАССР-ҙың Шаран районының тарихи мәғлүмәттәр буйынса бик боронғо башҡорт ауылы Түбәнге Зәйеттә тыуа. 1970 йылда Башҡорт дәүләт университетының иҡтисад факультетына уҡырға инә һәм 1975 йылда уны тамамлағандан һуң Туймазы районының Константиновка тулы булмаған мәктәбе директоры булып хеҙмәт юлын башлай. 1977 йылдан 1979 йылға тиклем һәм 1982 йылда СССР Фәндәр Академияһының Урал бүлексәһе Башҡортостан Ғилми үҙәгенең иҡтисад тикшеренеүҙәре бүлегендә эшләй[1].
Ғатауллин Р. Ф. БАССР Юғары Советының 12-се саҡырылышы депутаты итеп һайлана һәм шул йылдарҙа Иҫәпләүҙәр палатаһы коллегияһы ағзаһы була. Р. Ф. Ғатауллан — Иҡтисад һәм социаль өлкәләге реформалар программаһын әҙерләү буйынса хөкүмәт комиссияһы етәкселәренең береһе, Башҡортостан Республикаһының иҡтисадын үҙгәртеп ҡороу программаһын әҙерләүгә лә етәкселек итә, хосусилаштырыу, халыҡты социаль яҡлау прогрпаммаларын әҙерләүҙә лә ҡатнаша. Республикала бер каналлы бюджет кәрәклеген нигеҙләп бирә, шуға ла республика иң ауыр 90-сы йылдарҙы сағыштырмаса еңелерәк үткәреүгә өлгәшә. Бынан тыш Р. Ф Ғатауллин Башҡортостан Фәндәр Академияһын ойоштороу инициаторы ла. Шул йылдарҙа ул нефь сығарыуға һалым һалыу буйынса эксперименттың зарурилығын иҡтисади йәһәттән иҫбатлауға өлгәшә, шуға ла республика, йылдар ауыр булыуға ҡарамаҫтан, 20 мең эш урынын һаҡлап ҡалыуға өлгәшә[2].
Хеҙмәт һәм йәмәғәт эшмәкәрлеге
үҙгәртергә- 1989 йылдан — Башҡортостан ауыл хужалығы институтында лаборатория мөдире;
- 1990 йылдан — БАССР‑ҙың Дәүләт планы бүлеге начальнигы, рәйес урынбаҫары;
- 1991 йылдан — Башҡортостан Республикаһының иҡтисад министры урынбаҫары;
- 1995 йылдан — Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы Закондар сығарыу палатаһының Бюджет, һалымдар, банкылар һәм финанстар, милек мәсьәләләре комитеты рәйесе;
- 1999 йылдан — Башҡортостан Республикаһы хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры урынбаҫары.
- 2004 йылдан — Көнсығыш иҡтисад-юридик гуманитар академияһы хеҙмәткәре, 2006 йылдан — иҡтисад кафедраһы мөдире;
- 2011 йылдан — Рәсәй Фәндәр Академияһының Өфө Ғилми үҙәге Социаль‑иҡтисади тикшеренеүҙәр институтында баш ғилми хеҙмәткәр;
Фәнни эшмәкәрлеге хеҙмәтләндереү өлкәһенең, аграр етештереүҙең һөҙөмтәлелеге проблемаларына, урындағы үҙидараның иҡтисади нигеҙҙәрен, халыҡты социаль яҡлау системаһын формалаштырыуға арналған. 240‑тан ашыу фәнни хеҙмәт авторы. Башҡортостан Республикаһы Юғары Советының 12-се саҡырылышы һәм Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышының 1-се саҡырылыш депутаты.
Ғилми эшмәкәрлеге
үҙгәртергәР. Ф. Ғатауллин 240‑тан ашыу фәнни хеҙмәт авторы.
- Экономика муниципального сектора. Уфа, 2006 (авторҙаш);
- Социально‑экономические проблемы сокращения бедности. Уфа, 2009 (авторҙаш);
- Институциональные основы модернизации агропромышленного комплекса региона (на примере Республики Башкортостан). Уфа, 2014 (авторҙаш).
Сығанаҡтар
үҙгәртергә- Народные депутаты Республики Башкортостан. Двенадцатый созыв. — Уфа, Китап, 1994. — с. 104