Дүсәлинова Фәриҙә Мазһар ҡыҙы

журналист, «Башҡортостан» дәүләт телерадиокомпанияһының юлдаш телевидениеһы комментаторы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мат

Дүсәлинова Фәриҙә Мазһар ҡыҙы (14 июнь 1960 йыл) — журналист, «Башҡортостан» дәүләт телерадиокомпанияһының юлдаш телевидениеһы комментаторы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре.

Дүсәлинова Фәриҙә Мазһар ҡыҙы
Гражданлыҡ  СССР
 РСФСР
 Башҡорт АССР-ы
 Башҡортостан Республикаhы
Тыуған көнө 14 июнь 1960({{padleft:1960|4|0}}-{{padleft:6|2|0}}-{{padleft:14|2|0}}) (64 йәш)
Тыуған урыны Байназар, Бөрйән районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Һөнәр төрө журналист
Уҡыу йорто Башҡорт дәүләт университеты
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

Биографияһы

үҙгәртергә

Фәриҙә Мазһар ҡыҙы Дүсәлинова (Моратшина) 1960 йыдңлдың 14 июнендә Башҡорт АССР-ы Бөрйән районы Байназар ауылында тыуған.

1982 йылда Башҡорт дәүләт университетын тамамлай. 1982 йылдан — Башҡортостан «Прогресс» производство берекмәһендә — инженер-химик.

1989 йылдан — «Башҡортостан» дәүләт телерадиокомпанияһының дикторы. 1995—2018 йылдарҙа социаль-сәйәси программалар бүлеге мөхәррире була. «Йәмғиәт һәм хоҡуҡ», «Закон бөтәһе өсөн дә», «Ауылым офоҡтары», «Мәғариф» тапшырыуҙары, «Замандаш», «Хәтер» телевизион очерктар һәм башҡалар авторы.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

үҙгәртергә
  • Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре (2010)
  • Башҡортостан Республикаһы Журналистар союзының Почет грамотаһы (2010)

Сығанаҡтар

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә