Дьяков Владимир Анатольевич
Дьяков Владимир Анатольевич (14 июнь 1919 йыл — 16 ноябрь 1995 йыл), ғалим-тарихсы, славист. 1960—1995 йылдарҙа СССР Фәндәр академияһының Славяноведение һәм балканистика институты ғилми хеҙмәткәре. Тарих фәндәре докторы (1966). Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. Ҡыҙыл Йондоҙ һәм II дәрәжә Ватан һуғышы ордендары кавалеры[3].Польша тарихы һәм XIX быуаттағы поляк ихтилалдары буйынса белгес. Польша Фәндәр академияһының сит ил ағзаһы.
Дьяков Владимир Анатольевич | |
рус. Владимир Анатольевич Дьяков | |
Зат | ир-ат[1] |
---|---|
Гражданлыҡ |
Совет Рәсәйе СССР Рәсәй |
Хеҙмәт итеүе | СССР |
Тыуған көнө | 14 июнь 1919[2] |
Тыуған урыны | Баҡалы, Бәләбәй өйәҙе, Өфө губернаһы, РСФСР |
Вафат булған көнө | 16 ноябрь 1995[2] (76 йәш) |
Вафат булған урыны | Мытищи, Мәскәү өлкәһе, Рәсәй |
Ерләнгән урыны | Мәскәүҙәге Дон зыяраты[d] |
Туған тел | урыҫ теле |
Һөнәр төрө | тарихсы, славист, археограф |
Эшмәкәрлек төрө | тарих |
Эш урыны | Институт славяноведения РАН[d] |
Уҡыу йорто | Мәскәү тарих-архив институты |
Ғилми дәрәжә | тарих фәндәре докторы[d] |
Һуғыш/алыш | Бөйөк Ватан һуғышы |
Ойошма ағзаһы | Польша фәндәр академияһы[d] |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Биографияһы
үҙгәртергәВладимир Анатольевич Дьяков 1919 йылдың 14 июнендә Бәләбәй өйәҙе (Башҡортостан Республикаһының хәҙерге Баҡалы районы) Баҡалы ауылында тыуған.
1938—1941 йылдарҙа Мәскәү тарих-архив институтында уҡый. Уҡыуын тамамларға һуғыш ҡамасаулай. 1947 йылда тамамлай.
Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнаша. 1941 йылда үҙ теләге менән фронтҡа китә. Элемтә батальоны, һуңынан мотоуҡсылар батальоны рядовойы була, артиллерия училищеһын тамамлағас, артиллерия взводы командиры итеп тәғәйеләнә, яралана, хәрби орден һәм миҙалдар менән бүләкләнгән. 1952 йылда армиянан демобилизациялана
1947 йылда Мәскәү тарих-архив институтын ситтән тороп тамамлай.
1954—1957 йылдар — Мәскәү өлкә педагогия институты аспиранты, 1957—1958 — Хәрби-тарих архивының өлкән ғилми хеҙмәткәре, 1958—1958 йылдан башлап — СССР Министрҙар Советы эргәһендәге Баш архив идаралығында ғалим-археограф булып хеҙмәт итә.
1959 йылда «XIX быуаттың һуңғы сирегендә Рәсәй хәрби тарихнамәһе» темаһына кандидатлыҡ диссертацияһы яҡлай.
1960—1995 йылдарҙа СССР Фәндәр Академияһының Славяндарҙы өйрәнеү һәм балканистика институтында: өлкән ғилми хеҙмәткәр, ғилми мөхәррир, сектор мөдире, директор урынбаҫары, ғүмеренең һуңғы көндәрендә — әйҙәүсе ғилми хеҙмәткәр.
1966 йылда «Революционное движение в русской армии и его взаимодействие с польским революционным движением» темаһы буйынса докторлыҡ диссертацияһын яҡлай.
В. А. Дьяков — 1863-1864 йылдарҙағы поляк ихтилалы тарихы буйынса 25 томлыҡ документаль баҫма инициаторы, «Украинала ижтимағи-сәйәси хәрәкәт. 1856—1864» ике томлығын әҙерләүҙә ҡатнаша (М., 1974).
Фәнни тикшеренеүҙәре XIX б. — XX б. башында славян халыҡтарының милли-азатлыҡ һәм революция хәрәкәттәренә арналған.
1972 йылдан алып Халыҡ-ара славистар комитеты эргәһендәге Славистика тарихы буйынса халыҡ-ара комиссияның вице-президенты. Рәсәй гуманитар университетында Дьяков уҡыуҙары үткәрелә.
Славистарҙың Халыҡ-ара комитеты рәйесе итеп һайлана, 1990—1992 йылдарҙа Донъя славистикаһы тарихы Комиссияһын етәкләгән.
1994—1995 йылдарҙа тарих, география һәм әҙәбиәт буйынса мәктәп дәреслектәрен камиллаштырыу мәсьәләләре буйынса Рәсәй-Польша эксперт комиссияһының Рәсәй бүлеге рәйесе була.
1995 йылдың 16 ноябрендә Мәскәү ҡалаһында вафат булған. Дон зыяратында ерләнгән[4].
Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре
үҙгәртергә- I дәрәжә Ватан һуғышы ордены (1985)
- Ҡыҙыл Йондоҙ ордены (1945)
Библиография
үҙгәртергә300-гә яҡын ғилми хеҙмәт, шул иҫәптән 20-нән ашыу монография авторы. Һалдатҡа оҙатып язалау һәм һөргөн осорондағы Т. Г. Шевченко тураһында бер нисә китап һәм мәҡәлә яҙған.
- Тарас Шевченко и его польские друзья. М.: Наука, 1964.
- За нашу и вашу свободу : Герои 1863 года, сост. В. А. Дьяков. М. Молодая гвардия, 1964. 448 с. (в сер."Жизнь замечательных людей")
- Ярослав Домбровский. М. Молодая гвардия, 1969. 240 с. Тираж: 65 000 экз. (в сер. «Жизнь замечательных людей»)
- Методология истории в прошлом и настоящем. М.: Мысль, 1974. — 190 с.
- Освободительное движение в России 1825—1861 гг. М.: Мысль, 1979. Тираж: 15 500 экз.
- Славяноведение в дореволюционной России: биобиблиографический словарь. М.: Наука, 1979 (отв. редактор)
- Освободительные движения народов Австрийской империи. Возникновение и развитие. Конец XVIII в. — 1849 г. М., 1980 (авторҙ.)
- Славянский вопрос в общественной жизни дореволюционной России. М., 1993.
- Горизонтов Л. Е., Дьяков В. А., Зуев Ф. Г. и др. Краткая история Польши. С древнейших времен до наших дней. М.: Наука, 1993. 528 с. ISBN 5-02-010035-8 Тираж: 4450 экз.
- История, культура, фольклор и этнография славянских народов.
- Uczestnicy ruchów wolnościowych w latach 1832—1855 (Królestwo Polskie): przewodnik biograficzny. Polski ruch wyzwoleńczy i polsko-rosyjskie więzi społeczno-kulturalne w XIX wieku. Polska Akademia Nauk. Zakład Narodowy im. Ossolińskich, 1990. ISBN 8304031175, 9788304031173
Хәтер
үҙгәртергәРәсәй дәүләт гуманитар университеты «Дьяков уҡыуҙары» славистар конференцияһын даими рәүештә үткәрә.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Identifiants et Référentiels (фр.) — ABES, 2011.
- ↑ 2,0 2,1 Library of Congress Authorities (ингл.) — Library of Congress.
- ↑ Дьяков Владимир Анатольевич // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- ↑ В. А. Дьяковтың ҡәбере
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Дьяков, Владимир Анатольевич. Список работ об учёном на сайте Государственной публичной исторической библиотеки России
- Московская энциклопедия. — Т. 1: Лица Москвы, Кн. 1: А-З. — М.: Москвоведение, 2007.