Васильев Леонид Михайлович
Васильев Леонид Михайлович (14 июнь 1926 йыл — 2 сентябрь 2015 йыл) — СССР һәм Рәсәй тел белгесе. 1958 йылдан Башҡорт дәүләт университеты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1974—1990 йылдарҙа дөйөм һәм сағыштырма-тарихи тел ғилеме кафедраһы мөдире. Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының почётлы академигы (2002), филология фәндәре докторы (1972), профессор (1974). Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1977), Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре (2001), СССР-ҙың юғары мәктәп отличнигы (1970).
Васильев Леонид Михайлович | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ |
СССР Рәсәй |
Тыуған көнө | 14 июнь 1926 |
Тыуған урыны | Порховский уезд[d], Псковская губерния[d], РСФСР, СССР |
Вафат булған көнө | 2 сентябрь 2015 (89 йәш) |
Вафат булған урыны | Өфө, Башҡортостан Республикаhы, Рәсәй |
Һөнәр төрө | ғалим |
Эш урыны | Башҡорт дәүләт университеты |
Уҡыу йорто | А. И. Герцен исемендәге Рәсәй дәүләт педагогия университеты |
Ғилми дәрәжә | филология фәндәре докторы[d] |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Биографияһы
үҙгәртергәЛеонид Михайлович Васильев Псков губернаһының Дедовичский районы Красино ауылында тыуған[1]. Урындағы ауыл мәктәбендә, унан һуң Старая Русса ҡалаһында педагогия училищеһында уҡый.
Һуғыштан һуң армияла хеҙмәт итә, шул уҡ ваҡытта ситтән тороп А. Герцен исемендәге Ленинград дәүләт педагогия институтында уҡый.
1952 йылда институтты тамамлағандан һуң мәктәптә уҡытыусы булып эшләй. Ленинград дәүләт педагогия институты аспирантураһында уҡый, кандидатлыҡ диссертацияһы яҡлай.
Артабан 1955—1958 йылдарҙа Тубыл педагогия институтында уҡыта. 1958 йылдан Башҡорт дәүләт университетыда доцент, профессор, кафедра мөдире.
Ғалимдың фәнни тикшеренеү йүнәлештәре: русистика, славистика, дөйөм тел ғилеме, шул иҫәптән, телдең төрлө кимәлдәрендә ҡулланылған системалылыҡ, структурлыҡ һәм тамғалыҡ мәсьәләләре, тел һәм телмәр, тел һәм аң, тел һәм йәмғиәт, тел һәм ысынбарлыҡ категориялары мөнәсәбәте мәсьәләләре, телдең грамматик, семантик һәм когнитив категориялары типологияһы. Васильев тарафынан предикатив лексика типологияһы эшләнгән.
Леонид Васильев — Өфө семантик мәктәбенә нигеҙ һалыусы. Ул 30-ға яҡын фән кандидаты һәм докторы әҙерләгән.
Хеҙмәттәре
үҙгәртергә150-гә яҡын ғилми хеҙмәт, шул иҫәптән 10 китап авторы.
- Лекции по фонетике современного русского языка. — Уфа: БашГУ, 1975.
- Семантика русского глагола. — М.: Высшая школа, 1981.
- Значение в его отношении к системе языка. — Уфа: БашГУ, 1985.
- Введение в славянскую филологию. — Уфа: БашГУ, 1988.
- Теория и методология современного языкознания. — Уфа: БашГУ, 1990.
- Современная лингвистическая семантика. — Москва: Высшая школа, 1990
- Теоретические проблемы лингвистики. — Уфа: БашГУ, 1994.
- Методы современной лингвистики. — Уфа: БашГУ, 1996.
- Системный семантический словарь русского языка. Уфа: Гилем, 2005.
- Теоретические проблемы общей лингвистики, славистики, русистики. Уфа, 2006.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
үҙгәртергә- БАССР-ҙың атҡаҙанған фән эшмәкәре (1977)
- Рәсәй Федерацияһының почетлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре (2001)
- СССР-ҙың юғары мәктәп отличнигы (1970)
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Бельские просторы . Дата обращения: 26 ғинуар 2013. Архивировано 6 февраль 2013 года.
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Краткая башкирская энциклопедия
- Юдакин А. П. Ведущие языковеды мира: Энциклопедия. — М.: Советский писатель, 2000.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Васильев Леонид Михайлович // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9. (Тикшерелеү көнө: 10 июнь 2021)
- http://www.anrb.ru/blog/article/370
- http://www.hrono.ru/text/2006/ibrag11_06.html
- http://www.bashedu.ru/en/node/3372 2018 йыл 26 март архивланған.