Урал федераль округы
Урал федераль округы (рус. Ура́льский федера́льный о́круг) — 2000 йылдың 13 майында Рәсәй Федерацияһының президенты указы менән барлыҡҡа килгән административ ойошма. Округка Урал тауҙары ҡырында һәм Көнбайыш Себерҙә урынлашҡан региондар ҡарай. Ошо округ Рәсәй Федерацияһының 10,5% майҙанын биләй. Дөйөм Рәсәй федераль бюджетының өстән бер өлөшөн Урал федераль округынан түләнгән һалымдар тәшкил итә.
ФО үҙәге | Екатеринбург |
---|---|
Майҙаны | 1 788 900 км² (Рәсәйҙең 10,5 %) |
Халҡы | 12 136 912 чел. (Рәсәйҙең 8,48 %) |
Халыҡ тығыҙлығы | 6,78 кеше/км² |
Ҡала халҡы % . | 80,1 % |
Субъекттар һаны | 6 |
Ҡалалар һаны | 112 |
Президенттың тулы хоҡуҡлы вәкиле | Евгений Куйвашев |
Рәсми сайт | http://www.uralfo.ru |
Хоҡуҡи-административ торошо
үҙгәртергәФедераль округ Рәсәй Федерацияһының административ берәмеге булып хисапланмай, йәғни Рәсәй Федерацияһының субъекты түгел[1].
Халҡы һәм милли составы
үҙгәртергә2002 йылдағы бөтә рәсәй халыҡ иҫәбе мәғлүмәтенә ҡарағанда Урал федераль округында 12 373 926 кеше, проценттар менән күрһәкәндә дөйөм Рәсәй халҡының 8,52% тәшкил итә.
Милли состав:
үҙгәртергә- Урыҫтар: 10 237 992 кеше (82,74 %)
- Татарҙар: 636 454 кеше. (5,14 %)
- Украиндар: 355 087 кеше (2,87 %)
- Башҡорттар: 265 586 кеше (2,15 %)
- Немец халҡы: 80 899 кеше (0,65 %)
- Белорустар: 79 067 кеше (0,64 %)
- Ҡаҙаҡтар: 74 067 кеше (0,6 %)
- Әзербайжандар: 66 632 кеше (0,54 %)
- Сыуаштар: 53 110 кеше (0,43 %)
- Марийҙар: 42 992 кеше (0,35 %)
- Мордва халҡы: 38 612 кеше. (0,31 %)
- Әрмәндәр: 36 605 кеше (0,3 %)
- Удмурттар: 29 848 кеше (0,24 %)
- Ненец халҡы: 28 091 кеше (0,23 %)
- Үҙ милләтен күрһәтмәгән кешеләр — 69 164 кеше (0,56 %)
Иң ҙур ҡалалары
үҙгәртергә- Екатеринбург
- Силәбе
- Төмән
- Магнитогорск
- Златоуст
- Түбәнге Тагил
- Ҡурған
- Ханты-Мансийск
- Сургут
- Нижневартовск
- Мейәс
- Каменск-Уральск
- Нефтюганск
Округтың составы
үҙгәртергәФедерация субъекты, административ үҙәк
Ҡурған өлкәһе, Ҡурған
Свердловск өлкәһе, Екатеринбург
Төмән өлкәһе, Төмән
Ханты-Манси автономиялы округы — Югра* Ханты-мансийск
Силәбе өлкәһе, Силәбе
Ямал-Ненец автономиялы округы* Салехард
* - Төмән өлкәһе составына инә
Тасурилама
үҙгәртергәФедераль округ территорияһында 1164-кә яҡын муниципаль берәмек хисаплана. Урал федераль округына ингән субъектарҙың күбеһендә минераль сырьё ҡаҙылмалары бар. Ханты-Мансы һәм Ямал-Ненец автономиялы округтарында нефть һәм газ ятҡылыҡтары тикшерелгән һәм эксплуатацияға индерелгән. Ошо округтарҙа бөтә рәсәйҙең 66,7% нефть (донъялағы 6%) һәм 77,8% газ (донъялағы 26%) ятҡылыҡтары урынлашҡан.
Дөйөм рәсәй кимәленән был федераль округта 10% урман урынлашҡан; урман буйынса Себерҙән һәм Алыҫ Көнсығыштан ҡалыша.
Ер фонды 182 000 000 га (2000 йылдың 1 ғинуарына ҡарата).
Ҡоро ер сигенең оҙонлоғо 1300 километрҙан ашыу.
Билдәле шәхестәре
үҙгәртергәСергей Светлаков шоумен, телевидение алып барыусыһы, актер, продюсер, сценарист
Александр Масляков телевидение алып барыусыһы, телепродюсер
Семен Альтов яҙыусы-юморист
Алексей Балабанов кинорежиссер, продюсер, сценарист
Юрий Лоза йырсы, композитор
Александр Малинин йырсы
Игорь Алтушкин Эшҡыуар, Рус баҡыр компанияһына нигеҙ һалыусы һәм директорҙар советы рәйесе. Меценат һәм йәмәғәт эшмәкәре.[2]
Иҫкәртмә
үҙгәртергә- ↑ Российская Федерация состоит из республик, краев, областей, городов федерального значения, автономной области, автономных округов — равноправных субъектов Российской Федерации (Конституция РФ, ст.5, п.1)
- ↑ https://www.dp.ru/a/2023/07/03/igor-altushkin-biznes-sosedstvuet