Арыҫланов Риф Хәмит улы

журналист, радио-һәм телетапшырыуҙар алып барыусы, композитор
(Риф Арыҫлан битенән йүнәлтелде)

Арыҫланов Риф Хәмит улы (14 июнь 1968 йыл) — журналист, радио-һәм телетапшырыуҙар алып барыусы, композитор. «Башҡортостан» телерадиокомпанияһының «Юлдаш» мәғлүмәт-музыка каналының баш режиссёры. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (2013).

Арыҫланов Риф Хәмит улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 14 июнь 1968({{padleft:1968|4|0}}-{{padleft:6|2|0}}-{{padleft:14|2|0}}) (56 йәш)
Тыуған урыны Ҡаҙырғол, Дәүләкән районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Һөнәр төрө радиожурналист, мөхәррир, композитор
Уҡыу йорто Башҡорт дәүләт университеты
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

Биографияһы

үҙгәртергә

Риф Хәмит улы Арыҫланов (Риф Арыҫлан) 1968 йылдың 14 июнендә Башҡорт АССР-ының Дәүләкән районы Ҡаҙырғол ауылында тыуған.

1983 йылда күрше Яңы Йәнбәк ауылындағы урта мәктәптең һигеҙ класын тамамлай һәм Дәүләкән музыка училищеһына «кларнет» һөнәре буйынса уҡырға инә.

1989 йылда Совет Армияһына саҡырыла. Хәрби хеҙмәттен 1991 йылғаса Төмән өлкәһенең Тобол ҡалаһында үтә. Был осорҙа журналистика менән мауыға, һалдат тормошон яҡтыртҡан хәбәрҙәре был төбәктә башҡорт һәм татар телдәрендә нәшер ителгән берҙән-бер баҫма — «Яңырыш»” исемле газетала донъя күрә.

Ҡораллы Көстәрҙән запасҡа ҡайтарылғас, 1992 йылда Башҡорт дәүләт университетының башҡорт филологияһы һәм журналистика факультетына уҡырға инә.

2 курстан башлап Башҡортостан радиоһының йәштәр редакцияһында эшләп тә йөрөй, ә 1997 йылда юғары белемле журналист үҙенең һөнәре буйынса «Тамыр» телерадиостудияһына хеҙмәткәр итеп ҡабул ителә. Бында ул популяр милли эстрадаға арналған «Тамыр-плюс» һәм классик музыка тураһында һөйләгән «Менуэт» радио программаларының авторы һәм алып барыусыһы, бер үк ваҡытта балалар өсөн эфирға сыҡҡан телевизион тапшырыуҙарҙа һәм телефильмдарҙа алып барыусы һәм актёр була.

1998 йылда Риф Арыҫлан «Радио-2»-гә (хәҙер «Юлдаш» радиоһы) музыкаль мөхәррир итеп саҡырыла. Бөгөнгө көндә ул бында баш музыкаль етәксе һәм продюсер вазифаһында эшләй.

Ижади эшмәкәрлеге

үҙгәртергә

Композитор булараҡ, Риф Арыҫлан 800-ҙән артыҡ йыр авторы. Күп шағирҙарҙың һүҙҙәренә яҙылған был йырҙарҙы Башҡортостан һәм Татарстан Республикаларының билдәле сәхнә оҫталары бик яратып башҡара, уларҙы тамашасылар һәр саҡ йылы ҡабул итә. Мәҫәлән, уның «Ностальжи» тип исемләнгән музыкаль дискыһына ингән һәм башҡа күп кенә йырҙары киң билдәлелек яулаған.

«Косуля» кинофильмына яҙған музыкаһы өсөн ижадсы 2005 йылда илдәге иң юғары телевизион премия – «ТЭФИ»ға лайыҡ булды.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

үҙгәртергә
  • Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (2013)[1].
  • Башҡортостан Республикаһы Мәҙәниәт министрлығының Почёт грамотаһы (2018).
  • Башҡортостан Республикаһының Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығының Почёт грамотаһы (2018).
  • «ТЭФИ» телевизион премияһы (2005).

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Һылтанмалар

үҙгәртергә