Исхаҡов Ибраһим Ғата улы

Исхаҡов Ибраһим Ғата улы (9 июнь 1892 йыл10 октябрь 1985 йыл) — уҡытыусы, РСФСР-ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы (1953), Ленин ордены кавалеры (1952). Милләте — башҡорт.

Исхаҡов Ибраһим
Исеме

Исхаҡов Ибраһим Ғата улы

Тыуған көнө

9 июнь 1892({{padleft:1892|4|0}}-{{padleft:6|2|0}}-{{padleft:9|2|0}})

Тыуған урыны

Татарстан республикаһы Биләр районы Күлбәй-Мораса ауылы

Вафат булған көнө

10 октябрь 1985({{padleft:1985|4|0}}-{{padleft:10|2|0}}-{{padleft:10|2|0}}) (93 йәш)

Гражданлығы

Рәсәй империяһы Рәсәй империяһы
Башҡортостан
Совет Социалистик Республикалар Союзы СССР

Эшмәкәрлеге

Мөғәллим, талантлы педагог

Биографияһы

үҙгәртергә

Ибраһим Ғата улы Исхаҡов 1892 йылдың 9 июнендә хәҙерге Татарстан Республикаһының Биләр районы Күлбәй-Мораса ауылында ишле крәҫтиән ғаиләһендә һигеҙенсе бала булып донъяға килә. Кесе йәштән мәҙрәсәгә һабаҡҡа йөрөй, 14 йәшендә атаһы: «Улым, һине башҡаса уҡыта алмайым», — тигәс, үҫмер Ырымбур губернаһының Орск ҡалаһына сығып китә. Йәй көндәрендә мөғәллим ҡаҙаҡ балаларын уҡыта, ҡышын үҙе белем ала. Бынан тыш, Ибраһим Исхаҡов бай балаларына аш-һыу әҙерләй, шуның менән тамаҡ ялғап, аслы-туҡлы йәшәй. 1909 йылда И. Исхаҡов Орск уҡытыусылар мәктәбен тамамлап сыға ла 1914 йылға хәтлем китапханала эшләй. Шунан һуң 1920 йылға ҡәҙәр мөғәллим Орск мосолман мәктәбендә һәм хәҙерге Хәйбулла районы үҙәге Аҡъярҙа ауыл земство мәктәбендә балалар уҡыта, халыҡҡа яңы тормош төҙөү бурыстарын аңлата, ата-әсәләр менән күп төрлө эштәр алып бара.

1920 йылдың август айында Ибраһим Ғата улы хәҙерге Ейәнсура районы Әбүләис мәктәбенә башланғыс синыфтар уҡытыусыһы итеп алына. Бер ни ҡәҙәр тәжрибә туплаған педагог яңы урында тырышып эшләй, ата-әсәләр менән тәрбиә һәм аңлатыу сараларын дауам итә.

1924 йылдың авгусынан 1956 йылдың декабренә ҡәҙәр Ибраһим Ғата улы Исхаҡов Байыш урта мәктәбендә башланғыс синыфтарҙа уҡыта. Ул 1942 йылдың июненән 1943 йылдың февраленә тиклем хеҙмәт армияһында була, Ҡолтүбә станцияһында фронт кәрәк-яраҡтары өсөн ағас яра, таҡта быса, уны фронтҡа оҙатыуҙа әүҙем ҡатнаша.

Байышта йәшәргә килгәс, Ибраһим Исхаҡов балаларҙы ваҡытында ашатып-эсереүҙе үҙенә маҡсат итеп ҡуя, сөнки туҡ балаларҙың ғына белем алыуға һәләтле булыуҙарьщ, һабаҡ алырға тырышлыҡтарын яҡшы аңлай. Мөғәллим һәм ата-әсәләр тәүге осорҙа мәктәп өсөн күп итеп һоло сәсәләр ҙә, уны һатып, ат алалар. Мәктәптең иген баҫыуы булдырыла, ҙур майҙанда ашлыҡ үҫтерелә һәм бер аҙҙан ике һыйыр һатып алына. (Башланғыс мәктәпте ете йыллыҡ итеп үҙгәртеп ҡорғанда уҡыу йортоноң ике һыйыры, ике башмағы, ике быҙауы, бер аты, 400 бот игене була.)

Мәктәп бер йылды колхозға хатта 180 бот бойҙайын орлоҡҡа бирә. Колхоз үҙ бурысын шул йылдың көҙөндә үк мәктәпкә ҡайтара. Ҡайнар аш, ҡайнар һөт биреүҙе Ойоштороу уҡыу йәшенде балаларҙы мәктәпкә йәлеп итеүҙең һәйбәт сараһына әйләнә. Уҡыусылар хатта кескәй туғандарын Мәктәпкә алып килә башлайҙар. Уҡыусы балалар тәүге мәлдәрҙә бәләкәй генә ағас мәктәптә шөғөлләнә. Ике йылдан һуң, мөғәллим Ибраһим Исхаҡовтың тырышлығы һөҙөмтәһендә, яңы мәктәп бинаһы һәм ашхана файҙаланыуға тапшырыла. Уҡыусыларҙың, ата-әсәләрҙең шатлығы эҫтәренә һыймай, балалар белем алыуға дәртләнеп тотона.

Байыш башланғыс мәктәбен уңышлы тамамлаған балалар Мәкәтә колхоз йәштәре мәктәбенә (хәҙер Ырымбур өлкәһенең Мөхәмәҙейәр ауылы) уҡырға ебәрелә. Байыштан барғандарҙың бөтәһе лә унда яҡшы уҡый.

30-сы йылдарҙа комплекслы уҡытыу осоронда мөғәллим Ибраһим Исхаҡов һәр ваҡыт ике план төҙөй, уның береһе буйынса уҡыусыларға белем бирә, икенсеһен килгән инспекторҙарға күрһәтергә әҙерләй.

1945 йылда Байышта балалар йорто асыла. Быға тиклем мәктәпкә йөрөмәгән балаларҙы бергә йыялар ҙа Ибраһим Исхаҡовҡа уларҙы уҡытырға тапшыралар. Улар уҡыу йылын уңышлы тамамлай. Эштә өлгәшкән уңыштары өсөн уҡытыусы 1947 йылдың 15 авгусында РСФСР халыҡ мәғарифы министрының бойороғо буйынса 1000 һум аҡса менән бүләкләнә.

Талантлы педагог, халҡыбыҙҙың бер нисә быуын йәштәренә белем һәм тәрбиә биргән абруйлы уҡытыусы Ибраһим Исхаҡов 1952 йылдың 22 авгусында илебеҙҙең ул ваҡытта иң ҙур наградаһы — Ленин ордены менән бүләкләнә, уға 1953 йылдың 20 ғинуарында «РСФСР-ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы» тигән маҡтаулы исем бирелә, төрлө йылдарҙа миҙал һәм Маҡтау грамоталарына лайыҡ була. «Минең иң ҙур бәхетем халҡыма хеҙмәт итеүем булды, шуға ла уның ихтирамын һәм рәхмәтен ишеттем», — ти торғайны педагог иҫән сағында. Ул үҙенең оҙон тормош юлы һәм хеҙмәте тураһында һөйләргә, бай тәжрибәһен йәш уҡытыусылар менән уртаҡлашырға ярата.

Ейәнсура районының арҙаҡлы уҡытыусыларҙың береһе. Ул — Байыш урта мәктәбенең башланғыс синыфтары уҡытыусыһы, талантлы педагог, барлыҡ булмышы — йәшәйеше, мәктәптә һәм йәмәғәт урындарында үҙен тотоуы, кешеләр менән аралашыуы, мөғәмәләһе буйынса ысын халыҡ мөғәллиме. Шуға күрә ауылда һәм районда олоһо ла, кесеһе лә уҡытыусы Ибраһим Исхаҡовты ихтирам итә, уны ғүмере буйы «мөғәллим Ибраһим» тип йөрөтә.

Уҡытыусы Ибраһим Ғата улы Исхаҡов 1959 йылдың декабрь аҙаҡтарында хаҡлы ялға сыға, 1985 йылдың 10 октябрендә 93-сө йәшендә вафат була, Байыш ауылы зыяратында ерләнә.

  • К. Я. Яйыҡбаев. Мәғрифәтсе мөғәллимдар, күренекле уҡытыусылар һәм мәғариф эшмәкәрҙәре.