Васильева Венера Әнүр ҡыҙы

статистик, иҡтисадсы, дәүләт хеҙмәткәре.

Васильева Венера Әнүр ҡыҙы (9 июнь 1962 йыл) — статистик, иҡтисадсы, дәүләт хеҙмәткәре. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған иҡтисадсыһы. Рәсәй Федерацияһы дәүләт граждандар хеҙмәтенең 1-се класлы кәңәшсеһе. Статистика отличнигы. Дәүләт статистикаһының Почетлы хеҙмәткәре.

Васильева Венера Әнүр ҡыҙы
Зат ҡатын-ҡыҙ
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 9 июнь 1962({{padleft:1962|4|0}}-{{padleft:6|2|0}}-{{padleft:9|2|0}}) (62 йәш)
Тыуған урыны Салауат, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Һөнәр төрө статистик, иҡтисадсы, дәүләт хеҙмәткәре
Уҡыу йорто Өфө статистика, информатика һәм иҫәпләү техникаһы колледжы
Бөтә Рәсәй ситтән тороп уҡыу финанс-иҡтисад институты[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

Биографияһы

үҙгәртергә

Венера Ануровна Васильева 1962 йылдың 9 июнендә Башҡорт АССР-ының (хәҙерге Башҡортостан Республикаһы) Салауат ҡалаһында тыуған.

19771980 йылдарҙа Өфө иҫәпте механизациялау техникумында (хәҙерге Өфө статистика, информатика һәм иҫәпләү техникаһы колледжы) уҡый.

1980 йылдан Башҡортостан республика статистика идаралығында эшләй.

1986 йылда ситтән тороп Бөтә союз финанс-иҡтисад институтын тамамлай.

Өфө ҡалаһында йәшәй.

Хеҙмәт юлы

үҙгәртергә

1980—1994 — өлкән иҡтисадсы, Башҡортостан республика статистика идаралығының бүлек начальнигы;

1994—2001 — Башҡортостан Республикаһы статистика буйынса Дәүләт комитетының бүлек начальнигы;

2001—2003 — Башҡортостан Республикаһы статистика буйынса Дәүләт комитетының рәйес урынбаҫары;

2003—2004 — Башҡортостан Республикаһы Дәүләт статистикаһы комитетының рәйес урынбаҫары;

2005 йылдың ғинуарынан — Федераль дәүләт статистика хеҙмәтенең Башҡортостан Республикаһы буйынса территориаль органы етәксеһе урынбаҫары.

Рәсәй Федерацияһы дәүләт граждандар хеҙмәтенең 1-се класлы кәңәшсеһе.

Утыҙға яҡын фәнни хеҙмәте баҫылып сыҡҡан.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

үҙгәртергә
  • Башҡортостан Республикаһының Почет грамотаһы;
  • СССР Дәүләт статистикаһы комитеты Почет грамотаһы;
  • РСФСР Дәүләт статистикаһы комитеты һәм дәүләт учреждениялары хеҙмәткәрҙәре профсоюзы Үҙәк комитеты Почет грамотаһы;
  • Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған иҡтисадсыһы;
  • Статистика отличнигы;
  • «Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу буйынса күрһәткән ҡаҙаныштары өсөн» миҙалы;
  • «Бөтә Рәсәй ауыл хужалығы иҫәбен алыуҙа күрһәткән ҡаҙаныштары өсөн» миҙалы;
  • «2002 йылда Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыуҙа әүҙемлеге өсөн» күкрәк билгеһе;
  • «2006 йылда Бөтә Рәсәй ауыл хужалығы иҫәбен алыуҙа күрһәткән ҡаҙаныштары өсөн» миҙалы;
  • «2010 йылда Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу буйынса күрһәткән ҡаҙаныштары өсөн» миҙалы;
  • «Дәүләт статистикаһының Почетлы хеҙмәткәре» Почетлы исеме;

Һылтанмалар

үҙгәртергә