Алтынова Наилә Фаяз ҡыҙы

дәүләт хеҙмәте ветераны, ғалим-философ. Философия фәндәре кандидаты[1]. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Халы

Алтынова Наилә Фаяз ҡыҙы (рус. Алтынова Наиля Фаязовна; 9 июнь 1951 йыл) — дәүләт хеҙмәте ветераны, ғалим-философ. Философия фәндәре кандидаты[1]. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Халыҡтар дуҫлығы ордены кавалеры.

Алтынова Наилә Фаяз ҡыҙы
Зат ҡатын-ҡыҙ
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 9 июнь 1951({{padleft:1951|4|0}}-{{padleft:6|2|0}}-{{padleft:9|2|0}}) (73 йәш)
Тыуған урыны Өфө, РСФСР, СССР
Һөнәр төрө фәлсәфәсе
Уҡыу йорто Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте ҡарамағындағы финанс университеты
Ғилми дәрәжә философия фәндәре кандидаты[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

Биографияһы

үҙгәртергә

Алтынова Наилә Фаяз ҡыҙы 1951 йылдың 9 июнендә Өфө ҡалаһында тыуа. 1976 йылда Бөтә Союз ситтән тороп уҡыу финанс-иҡтисад институтын (хәҙер Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте ҡарамағындағы Финанс университеты) тамамлай. Хеҙмәт юлын Башҡорт дәүләт медицина институтында лаборант булып башлай, артабан Матди-техник тәьминәт идаралығында эшләй[2].

1970 йылдың майынан 1994 йылдың октябренә тиклем — Башҡортостан Республикаһы Юғары Советында яуаплы эштә[3]. 1979 йылда БАССР Юғары Советы Президиумының ойоштороу бүлеге инструкторы итеп тәғәйенләнә[4].

1994 йылдың октябрендә Башҡортостандың Үҙәк һайлау комиссияһы секретары итеп тәғәйенләнә, ә 1995 йылда яңы ойошторолған Комиссия секретары итеп ҡайтанан һайлана. 2004 йылда Комиссия секретары итеп өсөнсө тапҡыр һайлана[2]. 2008 йылдың сентябренән 2011 йылдың февраленә тиклем Башҡорт дәүләт университеты Хоҡуҡ институтының дәүләт хоҡуғы кафедраһының өлкән уҡытыусыһы булып эшләй[5]. Башҡортостан Республикаһы Президентының 2011 йылдың 18 февралендәге Указы менән Наилә Фаяз ҡыҙы Алтынова Башҡортостан Республикаһының №УП-56 Үҙәк һайлау комиссияһы ағзаһы итеп тәғәйенләнә. 2011 йылдан алып 2017 йылға тиклем Комиссия рәйесе урынбаҫары булып эшләй. Нәйлә Фаяз ҡыҙы Алтынова күп йылдар Башҡортостан Республикаһы Үҙәк һайлау комиссияһы секретары һәм рәйес урынбаҫары сифатында фиҙаҡәр һәм намыҫлы эш башҡара, утыҙ йылдан ашыу республикала һайлау кампанияларын ойоштороусылар рәтендә була.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

үҙгәртергә

Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре.

Халыҡтар дуҫлығы ордены кавалеры[6]

Рәсәй Федерацияһы Үҙәк һайлау комиссияһының Маҡтау грамотаһы

Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышының Почёт грамотаһы

Өфө ҡалаһы ҡала округы Советының Почёт грамотаһы

«Һайлауҙарҙы ойоштороуҙа күрһәткән хеҙмәттәре өсөн» почёт билдәһе[7]

«Башҡортостан Республикаһы ҡануниәтен үҫтереүгә ҙур өлөш индергәне өсөн» почёт билдәһе

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә