Исмәғилев Роберт Альберт улы

көрәш буйынса тренер

Исмәғилев Роберт Альберт улы (9 июнь 1980 йыл) — спортсы, тренер, йәмәғәтсе. Башҡортостан Республикаһының ирекле көрәш федерацияһы президенты, Рәсәйҙең атҡаҙанған тренеры, Рәсәйҙең билбау көрәше буйынса спорт мастеры, көрәш буйынса Рәсәйҙең спорт мастеры, Өфө ҡалаһының «14-се спорт мәктәбе» муниципаль бюджет учреждениеһы директоры[1].

Исмәғилев Роберт Альберт улы
Зат ир-ат
Тыуған көнө 9 июнь 1980({{padleft:1980|4|0}}-{{padleft:6|2|0}}-{{padleft:9|2|0}}) (44 йәш)
Тыуған урыны Ҡаҙанғол, Дәүләкән районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Һөнәр төрө тренер
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
заслуженный тренер России

Биографияһы

үҙгәртергә

Роберт Альберт улы Исмәғилев 1980 йылдың 9 июнендә Башҡорт АССР-ының Дәүләкән районы Ҡаҙанғол ауылында тыуа.

Өйләнгән. Ике балаһы бар. Өфө ҡалаһында йәшәй.

Бала саҡтан спорт менән шөғөлләнә, аныҡлап әйткәндә — төрлө көрәш төрҙәре (самбо, дзюдо, билбау көрәше).

Күп тапҡыр Башҡортостан Республикаһы, Урал федераль округы чемпионы, халыҡ-ара турнирҙар һәм Рәсәй чемпионаттары призеры була.

19871995 йылдарҙа Ҡаҙанғол мәктәбендә белем ала.

19951998 йылдарҙа Дәүләкән ҡалаһының 103-сө Һөнәрселек училищеһында уҡый.

1998 йылда Башҡорт дәүләт аграр университетына уҡырға инә. 1999 йылда академик отпуск алып армия хеҙмәтенә китә, старшина званиеһы ала. Армия хеҙмәте осоронда (19992001 йылдар) ҡул һуғышы, көрәш, самбо һәм дзюдо буйынса «Динамо-Пермь» йыйылма командаһына инә.

2001 йылда армиянан ҡайтҡандан һуң уҡыуын дауам итә һәм 2006 йылда «Физик культура һәм спорт» специальносы буйынса Урал дәүләт университетын тамамлай.

2014 йылда «Нефть һәм газ скважиналарын быраулау» һөнәре буйынса Өфө дәүләт нефть техник университетында икенсе юғары белем дипломы ала.

20022009 йылдарҙа эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнә.

2009 йылда 14-се спорт мәктәбендә тренер булып эшләй башлай.

2010 йылдың мартында «14-се спорт мәктәбе» муниципаль бюджет учреждениеһында директор вазифаһына тәғәйенләнә. Тренер эшмәкәрлеге менән шөғөлләнеүен дауам итә. 2010 йылдың декабендә «Тренер-уҡытыусы» вазифаһы буйынса иң юғары квалификация бирелә.

А. Р. Исмәғилев етәкләгән 14-се спорт мәктәбе Өфө ҡалаһы ҡала округының иң ҙур мәктәптәрҙең береһе. Башҡортостан Республикаһының Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығы йыл һайын үткәргән төрлө спорт төрҙәре буйынса смотр-конкурста республиканың спорт мәктәптәре араһында белем биреү учреждениеһы призлы урындар биләй: 2013 йылда — 2-се урын, 2014 йылда — өсөнсө, 2015 йылда — икенсе, 2016 йылда — 1-се.

2012 йылда Өфөлә ирекле көрәш бүлексәһен аса. 2013 йылдың декабрендә Өфөлә Олимпия уты эстафетаһында ҡатнаша һәм «Сочи 2014» Олимпия утын эстафетаһының факел йөрөтөүсеһе сетрификатына эйә була[2].

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

үҙгәртергә
  • Рәсәйҙең атҡаҙанған тренеры (Рәсәй Федерацияһы Спорт министрлығының 2015 йылдың 15 ғинуарындағы 3-сө бойороғо)[3].
  • «Билбау көрәше буйынса Рәсәйҙең спорт мастеры» (Бойороҡ № 73НГ)[4].
  • «Башҡортостан Республикаһының иң яҡшы физик культура һәм спорт хеҙмәткәре» (Бойороҡ № ОД-393 19.04.2013).
  • «Башҡортостан Республикаһының иң яҡшы тренеры» (Бойороҡ № ОД-200 28.02.2014).
  • Рәсәй Федерацияһы Президенты Грамотаһы һәм «2014 йылдың Сочиҙағы XXII Ҡышҡы олимпия уйындары һәм XI Ҡышҡы паралимпия уйындары» иҫтәлекле миҙалы, 30.12.2014.

Тәрбиәләнеүселәренең ҡаҙаныштары

үҙгәртергә

Тренер-уҡытыусы булып эшләгән осорҙа бер нисә Рәсәйҙең спорт мастерын әҙерләй. Уның тәрбиәләнеүселәре билбау көрәше буйынса Башҡортостан Республикаһының һәм Рәсәйҙең йыйылма командалары составына инә.


2010 йыл

1. Көрәш буйынса Рәсәй беренселеге — Руслан Шәйхетдинов — 3-сө урын;

2. Билбау көрәше буйынса Рәсәй беренселеге — Руслан Шәйхетдинов — 1-се урын;

2011 йыл

3. Көрәш буйынса Рәсәй беренселеге — Артур Зөлҡәрнәйев — 1-се урын, Руслан Шәйхетдинов — 2-се урын, Ҡотлогилдин Фадис — 3-сө урын;

4. Билбау көрәше буйынса Рәсәй беренселеге — Артур Зөлҡәрнәйев — 3-сө урын, Руслан Шәйхетдинов — 2-се урын;

5. Билбау көрәше буйынса донъя беренселеге — Руслан Шәйхетдинов — 2-се урын;

2012 йыл

6. Билбау көрәше буйынса Рәсәй беренселеге — Артур Зөлҡәрнәйев — 1-се урын, Руслан Шәйхетдинов — 1-се урын;

7. Көрәш буйынса донъя беренселеге — Артур Зөлҡәрнәйев — 1-се урын;

8. Билбау көрәше буйынса донъя беренселеге — Артур Зөлҡәрнәйев — 1-се урын,

9. Билбау көрәше буйынса Рәсәй чемпионаты — Рөстәм Арыҫланов — 1-се урын;

10. Билбау көрәше буйынса донъя чемпионаты — Рөстәм Арыҫланов — 1-се урын;

2013 йыл

11. Билбау көрәше буйынса Рәсәй беренселеге — Анжела Петрова — 3-сө урын;

12. Билбау көрәше буйынса донъя беренселеге — Анжела Петрова — 3-сө урын;

13. Билбау көрәше буйынса Рәсәй чемпионаты — Рөстәм Арыҫланов — 1-се урын;


14. Билбау көрәше буйынса донъя чемпионаты — Рөстәм Арыҫланов — 1-се урын;

2014 йыл

15. Билбау көрәше буйынса Рәсәй беренселеге — Анжела Петрова — 1-се урын, Роксана Зямалеева — 3-сө урын, Артур Зөлҡәрнәйев — 3-сө урын;

2015 йыл

16. Билбау көрәше буйынса Рәсәй чемпионаты — Илфаҡ Ибәтуллин — 1-се урын;

17. Билбау көрәше буйынса донъя чемпионаты — Илфак Ибәтуллин — 3-сө урын;

2016 йыл

18. Билбау көрәше буйынса Рәсәй чемпионаты — Илфак Ибәтуллин — 2-се урын;

19. Билбау көрәше буйынса донъя чемпионаты — Илфак Ибәтуллин — 3-сө урын.

Йәмәғәт эшмәкәрлеге

үҙгәртергә

2015 йылдан Роберт Альберт улы Исмәғилев төбәк йәмәғәт ойошмаһы булып тора; «Башҡортостан Республикаһының Ирекле көрәш федерацияһы» (РОО «ФВБРБ») төбәк йәмәғәт ойошмаһының президенты; 2015 йылда төбәк йәмәғәт ойошмаһы ойоштороусылар булып «Башҡортостан Республикаһының Көрәш һәм билбау көрәшенең Спорт федерацияһы» төбәк йәмәғәт ойошмаһын ойоштора (быға тиклем 2010 йылдан 2015 йылғаса «Башҡортостан Республикаһының Көрәш һәм билбау көрәше Спорт федерацияһы» төбәк йәмәғәт ойошмаһының вице-президенты була)[5], «Бөтә Рәсәй билбау көрәше федерацияһы» башҡарма комитеты ағзаһы[6]. 2015 йылдан Башҡортостан Республикаһының Мәғарифты үҫтереү институтының «Физик сәләмәт һәм рухи үҫешкән шәхес формалаштырыу сараһы булараҡ төп белем биреү мәктәбендә физик культура дәрестәрендә ирекле көрәш элементтарын ҡулланылған дәрестәр системаһы» темаһы буйынса инновацион селтәрле майҙансығы менән етәкселек итә[7].

Һылтанмалар

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә