Фәтихов Миңлехан Әбүҙәр улы

физик. Физика-математика фәндәр докторы (1997), профессор (2008). Башҡортостан Республикаһының мәғариф отличнигы (2005).

Фәтихов Миңлехан Әбүҙәр улы (9 июнь 1953 йыл) — физик. Физика-математика фәндәр докторы (1997), профессор (2008). Башҡортостан Республикаһының мәғариф отличнигы (2005).

Фәтихов Миңлехан Әбүҙәр улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 9 июнь 1953({{padleft:1953|4|0}}-{{padleft:6|2|0}}-{{padleft:9|2|0}}) (71 йәш)
Тыуған урыны Ҡушҡаран, Ҡыҙылъяр ауыл Советы (Йәрмәкәй районы), Йәрмәкәй районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Һөнәр төрө университет уҡытыусыһы
Эш урыны Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты
Уҡыу йорто Башҡорт дәүләт университеты
Ғилми исеме профессор[d]
Ғилми дәрәжә физика-математика фәндәре докторы[d]

Биографияһы

үҙгәртергә

Миңлехан Әбүҙәр улы Фәтихов 1953 йылдың 9 июнендә Башҡорт АССР-ының Йәрмәкәй районы Ҡушҡаран ҡасабаһында тыуған[1]. 1976 йылда Башҡорт дәүләт университетының физика-математика бүлеген тамамлай һәм шунда уҡ өлкән ғилми хеҙмәткәр вазифаһында эшкә ҡала. 2002 йылда Башҡорт дәүләт педагогия институтына уҡытыуға күсә, 2010 йылдан башлап шунда уҡ — дөйөм һәм теоретик физика кафедраһы мөдире.

Фәнни эшмәкәрлеге

үҙгәртергә

Фәнни эшмәкәрлеге күп фазалы системаларҙың йылылыҡ физикаһына һәм гидродинамикаға арналған. М. Ә. Фәтихов тарафынан электромагнит, гидродинамик тәьҫирҙәрҙең һәм башҡа ҡатламға һәм ҡатлам эсендәге яныуға йоғонтоһон берләштереү буйынса тикшеренеүҙәр үткәрелгән; юғары йышлыҡлы электромагнит ҡырҙарының күҙәнәкле мөхиткә тәьҫире, газогидрат һәм парафин пробкалары булған скважиналарҙа һәм үткәргес торбаларҙа температураның таралыуы тикшерелгән; электромагнит ҡырҙарының нефть һәм газды сығарыу, әҙерләү, күсереү процестарына тәьҫир итеү ысулдары табылған һәм ғәмәлгә индерелгән[1].

380-дән ашыу фәнни хеҙмәт һәм 10 уйлап табыу авторы.

Төп ғилми хеҙмәттәре[1]:

  • Особенности нагрева и плавления парафина в коаксиальной системе под воздействием высокочастотного электромагнитного излучения // Теплофизика высоких температур. 2002. Т.40. № 5;
  • Математическое моделирование процесса воздействия соляной кислоты на нагрев карбонатосодержащего нефтяного пласт в высокочастотном электромагнитном поле // Шул уҡ. 2010. Т.48. № 5 (авторҙаш).

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

үҙгәртергә

Башҡортостан Республикаһының мәғариф отличнигы (2005)

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Һылтанмалар

үҙгәртергә