Ҡасимова Фәрдүнә Ҡасим ҡыҙы

Ҡасимова Фәрдүнә Ҡасим ҡыҙы (9 июнь 1934 йыл) — педагог, актёр, театр режиссёры. Профессор (1997). Башҡорт АССР‑ының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1984), Рәсәй Федерацияһы юғары мәктәбенең атҡаҙанған хеҙмәткәре (2003), Удмурт Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (2014). СССР Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы (1961). Башҡортостан Республикаһы һәм Рәсәй Федерацияһы театрҙары өсөн актёрҙар, режиссёрҙар әҙерләүсе төп белгестәрҙең береһе[1].

Ҡасимова Фәрдүнә Ҡасим ҡыҙы
Тыуған ваҡыты:

9 июнь 1934({{padleft:1934|4|0}}-{{padleft:6|2|0}}-{{padleft:9|2|0}}) (89 йәш)

Тыуған урыны:

Башҡорт АССР-ы, Балтас районы, Иҫке Балтас ауылы

Гражданлығы:

СССРРәсәй флагы

Наградалары:

Башҡорт АССР‑ының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1984)

Биографияһы үҙгәртергә

Фәрдүнә Ҡасим ҡыҙы Ҡасимова 1934 йылдың 9 июнендә Башҡорт АССР-ы Балтас районы Иҫке Балтас ауылында тыуған.

1959 йылда Иҫке Балтас урта мәктәбен тамамлай. Бер төркөм йәштәр: Г.Мөбәрәкова, З.Атнабаева, Р.Кәримова, Х.Яруллин, Ф.Ҡасимова һ.б Мәскәүгә башҡорт төркөмөндә уҡырға ебәрелә.

1959 йылда Мәскәүҙә А. В. Луначарский исемендәге Театр сәнғәте дәүләт институтын тамамлай (Б. В. Бибиков, О. И. Пыжова курсы).

1959—1965 йылдарҙа Нальчик ҡалаһында А. Шогенцуков исемендәге Ҡабарҙы‑Балҡар драма театры актёры булып эшләй, 27 спектаклдә төп ролдәр башҡара[2].

1965 йылдан А. В. Луначарский исемендәге Театр сәнғәте дәүләт институтының актёрлыҡ оҫталығы кафедраһы аспирантураһында белем ала[2].

1968—1971 йылдарҙа Өфө дәүләт сәнғәт институты уҡытыусы булып эшләй.

1971—1972 йылдарҙа Өфө сәнғәт училищеһының театр бүлеге мөдире вазифаһын үтәй.

1972 йылдан Өфө дәүләт сәнғәт институтында уҡыта. 1982—1984 йылдарҙа ошо юғары уҡыу йортоноң театр факультеты деканы, ә 1997—1999 йылдарҙа режиссура һәм актёр оҫталығы кафедраһы мөдире вазифаларын башҡара[1].

2008—2013 йылдарҙа Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт академияһында режиссура кафедраһы мөдире була.

Балтас районында Фәрҙүнә Ҡасимова призына арналған «Тамаша» Республика театр коллективтары фестиваль уҙғарыла.

Билдәле уҡыусылары үҙгәртергә

З. Ғ. Баязитова, И. И. Ғәзетдинова, Б. Н. Ибраһимов, И. Б. Кәлимуллин, А. В. Кузьменко, С. Ш. Ҡорбанғәлиева, Ә. Ҡ. Сафиуллин, Х. Ғ. Үтәшев, Р. Р. Фәхруллина, О. З. Ханов, Удмурт Республикаһы халыҡ артистары А. Д. Баймырҙин, Г. И. Бекманов, А. Я. Лазарева[1].

Төп ролдәре үҙгәртергә

  • Варка («Бәхетһеҙ мөхәббәт», И. К. Карпенко-Карогоның «Бәхетһеҙ» — «Бесталанная» пьесаһы буйынса; 1959 йылда — дебют роле, Башҡорт дәүләт академия драма театры);
  • Маша («Ленинград проспекты» — «Ленинградский проспект», И. В. Шток);
  • Беатриса («Күҙгә күренмәгән ханым» — «Дама‑невидимка», П. Кальдерон);
  • Валя («Платон Кречет», А. Е. Корнейчук) һәм башҡалар[1].

Ҡуйылған спектаклдәре үҙгәртергә

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре үҙгәртергә

  • Башҡорт АССР‑ының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1984).
  • Рәсәй Федерацияһы юғары мәктәбенең атҡаҙанған хеҙмәткәре (2003).
  • Удмурт Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (2014).
  • Кәрим Тинчурин исемендәге Республика театр фестиваленең 1-се дәрәжә лауреаты (Ҡазан, 2000) — Мостай Кәримдең «Ай тотолған төндә» пьесаһын ҡуйған өсөн.
  • СССР-ҙың халыҡ артисы Михаил Царёв исемендәге Рәсәй Театр эшмәкәрҙәре союзы премияһы лауреаты (2007).

Хеҙмәттәре үҙгәртергә

  • Касимова Ф. К. Организация творческого процесса студентов актёрского отделения. — Уфа, 1988.

Ғаиләһе үҙгәртергә

Улы: Айҙар Аҡманов — сценарист.

Ире: Хажиев Фәнғәт Хаммат улы — биология фәндәре докторы, Башҡортостандың атҡа­ҙанған фән эшмәкәре[3].

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

Әҙәбиәт үҙгәртергә

  • Фардуна Касимова: Театр — моя жизнь. — Уфа, 2014.

Һылтанмалар үҙгәртергә