Көньяҡ Америка
Көньяҡ Америка исп. América del Sur, Sudamérica, Suramérica, порт. América do Sul, ингл. South America, нидерл. Zuid-Amerika, франц. Amérique du Sud, гуар. Ñembyamérika, кечуа Urin Awya Yala, Urin Amerika) — башлыса Көньяҡ ярымшарҙа, өлөшләтә Төньяҡ ярымшарҙа урынлашҡан Америкалағы материк. Көнбайыштан Тымыҡ, көнсығыштан Атлантик океан менән йыуыла. Төньяҡтан Төньяҡ Америка менән сиктәш. Ике Америка араһындағы сик Панама муйыны һәм Кариб диңгеҙе аша үтә.
Көньяҡ Америка | |
![]() | |
Ярымшарҙар картаһында Көньяҡ Америка | |
Территория | 17,840,000 км² |
Халҡы | 387,489,196 (2011) кеше |
Тығыҙлығы | 21,4 кеше/км² |
12 | дәүләтте керетеп |
Бойөндороҡло дәүләттәр | 3 |
Сәғәт бүлкәте | UTC-2 до UTC-5 |
Ҡалалар | ![]() ![]() ![]() ![]() ![]() ![]() ![]() ![]() ![]() ![]() |
![]() |
Көньяҡ Америка составына континенттағы илдәрҙең утрауҙары керә. Кариб диңгеҙе илдәре Төньяҡ Америкаға ҡарай. Кариб диңгеҙе менән сиктәш Көньяҡ Америка илдәре — Колумбия, Венесуэла, Гайана, Суринам һәм Француз Гвианаһын керетеп — Кариб Көньяҡ Америкаһы тип атала.
«Америка» атамаһын был континент исемендә беренсе тапкыр Мартин Вальдземюллер ҡуллана: ул Христофор Колумб асҡан ерҙәр бөтөнләй Һиндостан түгел, әлегә европалыларғы билделе булмаған Яңы Донъя тип Америго Веспуччиның латинлаштырылған исемен картаға теркәп ҡуя. Континент майҙаны — 17,8 млн км² (континенттар араһында 4-се урын), халкы — 387 489 196 (2011 й.) кеше (континенттар араһында 4-се урын).
КлиматыҮҙгәртергә
Ҡитғаның көнсығышында тигеҙлектәр хакимлек ите. Анд тауҙары көнбайышында һуҙылған. Көньяҡ Америка планетаның иң дымлы континенты. Күп өлөшө субэваториаль һәм тропик бүлкәттә урынлашҡан. Климаты йылы, тик көньяҡ сигендә генә ҡышын 0°С-ҡа тиклем һәм бер аҙ түбәнерәк төшөүө мөмкин. Бейе таула Анд тауҙарында климат ҡырыҫ, көньяҡта тау түбәләре ҡар менән ҡапланған. Материкта йылғалар күп. Планеталағы иң мул һыулы йылға Амазонка ошо материкта урынлашҡан.
ЙылғаларыҮҙгәртергә
КүлдәреҮҙгәртергә
ҺылтанмаларҮҙгәртергә
Көньяҡ Америка Викимилектә | |
Көньяҡ Америка Викияңылыҡтарҙа | |
Көньяҡ Америка Викигид |
- Южная Америка Open Directory Project (dmoz) һылтанмалар каталогында.
- Средний класс в Южной Америке
- Скромницкий А., Талах В. Энциклопедия доколумбовой Америки. Часть 1. Южная Америка. Том 2. Источники XVI-XVII веков по истории Южной Америки: Хроники. Документы.. www.kuprienko.info (А. Скромницкий) (2012-02-11). Тәүге сығанаҡтан архивланған 26 май 2012. 11 март 2012 тикшерелгән.