Фарсы теле
Фарсы теле (زبان فارسی — zabân-e fârsi) — иран телдәре араһында иң таралғаны, Ирандың рәсми дәүләт теле (халҡының 58 %, йәғни 40 млн кеше фарсы телендә һөйләшә). Фарсы теленең варианттары шулай уҡ Афғанстанда (дари́ йәки фарси́-кабули́) һәм Тажикстанда (таджик теле) дәүләт теле булып тора. Шулай уҡ Пакистанда таралған. Фарсы телендә һөйләшеүселәр шулай уҡ Фарсы ҡултығы (Бәһрәйн, Ираҡ, Оман, Йәмән, Берләшкән Ғәрәп Әмирлеге)илдәрендә йәшәйҙәр.
Фарсы теле | |
Халыҡтың үҙенә үҙе биргән исеме | |
---|---|
Илдәр |
Көнбайыш фарси: |
Рәсми статусы | |
Идара итеүсе ойошма | |
Был телдә һөйләшеүселәр |
Телде белеүселәр һаны: |
Классификация | |
Категория | |
Әлифба | |
Тел коды | |
ГОСТ 7.75–97 |
пер 535 |
ISO 639-1 | |
ISO 639-2 |
per (B); fas (T) |
ISO 639-3 |
fas, prs, pes, tgk |
Был телдә Википедия | |
X—XII быуаттарҙан башлап фарсы теле халыҡ-ара аралашыу теле, көнсығышта киң ислам донъяһының мәҙәниәт һәм фән теле функцияһын башҡара, Төркиә, Кавказ, Ҡырымдан алып Үҙәк Азия һәм Һиндостанға тиклем төбәк телдәренә ҙур йоғонто яһай.
Әҙәби һәм һөйләш теле башҡа иран, төрки[3][4] һәм һинд-ари телдәре үҫешенә булышлыҡ итә[5].
Фарсы һәм дари телдәре яҙмаһы, ғәрәп алфавиты нигеҙендә төҙөлгән һәм ғәрәп телендә булмаған өндәр өсөн бер нисә хәреф өҫтәлгән — фарсы алфавиты. Тажик телендә 1940 йылдан кириллица ҡулланыла.
Интернетта ҡулланыу буйынса фарсы теле 6-сы урында тора, ул донъя селтәре сайттарының 2,6 % таралған[6][7]
Бынан тыш көнбайыш иран телдәренең көньяҡ төрҙәре бар: лур, бахтияр, лаки, дезфули, лари, бандари (Минаб ҡалаһы), башкарди һәм кумзари[8].
Һөйләш теле
үҙгәртергәФарсы һөйләш теле әҙәби телдән бик ныҡ айырыла. Был айырмалар фонетикаға ғына түгел, грамматика, синтаксис, һүҙъяһалышҡа ла ҡағыла һәм классик осорҙан һуң йыйылған үҙгәрештәргә ҡағыла, улар әҙәби телдә бөтөнләй тиерлек һиҙелмәй.
Диалекттар
үҙгәртергәХәҙерге фарсы теле бер-береһенә бик яҡын дүрт варианттан ғибәрәт (полюрицентрик тел).Улар Иранда, Афғанстан, Тажикстан һәм Пакистандың ҡайһы бер райондарында таралған.
Иң ныҡ таралғаны көнбайыш фарсы теле (Ирандағы төп фарсы теле). Көнсығыш варианты- дари́ (фарси́-кабули́, Афғанстанда) һәм тажик теле (забони точики́, форсии точики́ Тажикистанда һәм Үзбәкстандың күрше райондарында).
Фарсы яҙмаһы
үҙгәртергәИран телдәре өс осорға бүленеп йөрөтөлә: Боронғо, Урта һәм Яңы (Хәҙерге). Улар Иран тарихының өс тарихи осорона тура килә. Боронғо тип Әхәмәниҙәр империяһы осоро (б.э.т. 400–300 йылдар), унан һуң , бигерәк тә Сәсәниҙәр империяһына бәйле , һәм Яңы осор унан һуңғы дәүер, хәҙерге көндәргә тиклем. [43]
Документтарға ҡарағанда,фарсы теле өс осорҙа ла филология күҙлегенән тығыҙ бәйләнешен һаҡлаған «берҙән-бер иран теле» [14], , шуға күрә боронғо, урта һәм яңы фарсы теле- шул бер үк фарсы теле булып иҫәпләнә [14] [44] .
Иранда фарсы телендә ( дари Афғанстанда) ғәрәп алфавиты ҡулланыла,ғәрәп телендә булмаған дүрт хәреф өҫтәлгән: пе (پ), че (چ), же (ژ) и гаф (گ), шулай итеп фарсы алфавитында 32 билдә бар. Ғәрәп алфавиты ғәрәптәр илде баҫып алғандан һуң исламды ҡабул иткән фарсылар тарафынан яңы фарсы телендә яҙышыу өсөн индерелгән [9].
Яҙма тел традициялары һаҡланып килһә лә, ҡайһы бер ҡағиҙәләр иҫкергән тип иҫәпләнә, шуға күрә ҡайһы бер һүҙҙәрҙең яҙылышы төрлөсә булыуы мөмкин.
Иранда фарсы телендә башҡа илдәрҙә инде иҫкергән тип иҫәпләнгән «насталик» шрифты ҡулланыла. Унан тыш Иранда ғәҙәти «нәсх» тә киң таралған.
Башҡорт теленә фарсы теле йоғонтоһо тураһында
үҙгәртергәБашҡа төрки телдәр кеүек үк башҡорт теле лә төрлө дәүерҙәрҙә фарсы теле йоғонтоһон кисергән. Ғалимдар фекеренсә, башҡорт теле лексикаһының 25% яҡынын фарсы теленән ингән һүҙҙәр тәшкил итә. Филология фәндәре кандидаты Гөлназ Ғайсина фекеренсә, түбәндәге һүҙҙәр башҡорт теленә фарсы теленән ингән[10]:
Йыш ҡулланылған фарсы һүҙҙәре башҡорт телендә түбәндәге өлкәләрҙә осрай, уларҙың бер нисәһе:
Ауыл хужалығы - [багче] - баҡса «сад, огород», м [анор] - анар «гранат», [анджир] - инжир «инжир», [голь] - гөл «цветок,роза», [банавше] - миләүшә «фиалка», [голестан] -гөлбоҫтан «цветник», [гольбадйан] - гөлбаҙыян «бадъян, анис», [хорма] - хөрмә «финик, хурма», [хийар] - ҡыйар «огурец»,[чогондор] - сөгөлдөр «свекла», [хена] - хына [лале] - ләлә «тюльпан», [наргис] - нәркәс«нарцисс», " [сомболь] - сөмбөл «гиацинт» һ.б.
Көнкүрештә ҡулланылған әйберҙәр- [гелим] - келәм «ковер», [дэстмал] - таҫтамал, төрки телдә "һөлгө" «полотенце», [хэнджэр] - хәнйәр«кинжал», [кисе] - кеҫә «карман», [касэ] - кәсә «пиала»,[пардэ] - пәрҙә «занавеска», [сорьмэ] - һөрмә «сурьма», [тахтэ] - таҡта «доска», [черог] - сыра «лучина»,[шикар] - шәкәр «сахар», [кешмеш] - кишмиш «изюм, белый кишмиш», [серке] - һеркэ «уксус», [кэлэпуш] -кәләпүш «тюбетейка», [пиялаЬ] - быяла «стекло»,[шише] - шешә «бутылка, пузырек», [чамадан] - сумаҙан «чемодан», [сабун] - һабын «мыло», [дивар] - диуар«стена», [шэлвар] - салбар «шаровары» һ.б.
Мәҙәниәт, сәнғәт, әҙәбиәт, сауҙаға бәйле һүҙҙәр-[пак] - пак «чистый», [базар] - баҙар «базар», [данэ] - дана «штука», [дастан] -дастан «эпос, повесть», [һонар] - Һөнәр «искусство», [сурна] - һорнай «зурна, горн», [ноуруз] - науруз «навруз – Новый год, 21 марта европейского календаря».
Дәүләт, идара итеү, хәрби эшмәкәрлек - [пайтэхт] - пайтәхет «столица», [шахр] - шәһәр «город», [чаЬарйек] - сирек «четверть, одна четвертая»һ.б.
Тәрбиә, уҡытыу, яҙыу эше-[зирак] - зирәк «понятливый, смышленный», [оста] - оҫта «мастер», [шагерд] - шәкерт «ученик», [чаЬре] - сырай «лицо, лик», [кагаз] - ҡағыҙ «бумага», [дафтар] - дэфтэр «тетрадь», [наме] - намә «письмо», [мохр] - мөһөр «печать» һ.б.
Аҙнаның дүртенсе көнөнән ғәйре, бөтә көндәр ҙә йекшамбе] - йәкшәмбе «воскресенье», [дошэмбе] - душәмбе «понедельник», [сешэмбе] - шишәмбе «вторник», [чахоршэмбе] - шаршамбы «среда», [ «джомгэ] - йома «пятница», [шэнбе] - шәмбе «суббота».
Ҡайһы бер хайуан, ҡош атамалары: [джануар] - януар «зверь», [меймун] - маймыл«обезьяна», _н [нар] - нәр «одногорбый верблюд», [хейван] -хайуан «родовое название животных», [больболь] - былбыл «соловей», [тути] - тутый «попугай», [фил] - фил «слон»,' [аждахе] - аждаһа «змей» (мифик йән эйәһе).
Дини төшөнсәләр, мифик йән эйәләре- [хода] - хоҙай «аллах»,[джан] - йән «душа», ]пайгамбар] - пәйғәмбәр «пророк», — [гуна] - гонаһ «грех», [дервиш] - дәрүиш «странник»,[ферештэ] – фәрештә «ангел», [аждахе] - аждаһа «дракон», [пэри] - пәрей «черт», [рузе] - ураҙа «ураза - пост мусульманский», [див] - дейеу «див, демон» һ.б.
География : [дарйа] - даръя «море, океан, большая река», . [чашме] - шишмэ «родник, ключ (родниковый)», [джаһан] - йыһап «мир, вселенная, космос» һ.б.
Медицина, хис-тойғо белдергән һүҙҙәр-[дард] - дәрд «боль, недуг, беда, горе», [дарман] - дарман «лекарство, сила, мощь», [дочар] - дусар «подвергшийся, охваченный», [хасте] - хәстә «усталый, утомленный», [аваз] - ауаз «звук, голос, возглас», [хош] - хуш «приятный, хороший, добро», [наз] - наҙ «ласка, каприз, нежность», [назок] - нәҙек «нежный, хрупкий», [бахт] -бәхет «счастье», ( [нам] - нам «имя, известность, слава», [азад] -азат «свободный», [шад] - шат «веселый, радостный», [йар] -йәр «любимый, возлюбленный», [дуст] - дуҫ «друг, приятель»,[дошман] - дошман «враг» һ.б.
Кеше исемдәре- [Гульчахра] -Гөлсирә «румяная, розоликая», [Гольнар] -Гөлнара «цветок гранатника», [Гульназ] - Гөлназ «нежный цветок», [Гуляра] - Гөләрә «украшенная цветами» , [банавше] - Миләүшә- «фиалка». [Дельшад] - Дильшат, Ильшат «веселый, радостный», [Пулад] - Булат «сталь», [Азад] - Азат «свободный, вольный».
Был исемлеккә тағы тәбиғәт- природа,зәңгәр-голубой, тәҙерә (тәрәҙә)- окно,ахун-наставник, Рөстәм- иран халыҡтары мифологияһы батыры һ.б. өҫтәргә була[11].
Шулай уҡ ҡарағыҙ
үҙгәртергә- Һөйләшеүселәр һаны буйынса телдәр исемлеге
- Телдәрҙең Интернетта ҡулланылышы
- Киң таралған телдәр исемлеге
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Windfuhr G. and Perry J.R. Persian and Tajik. / The Iranian Languages. NY. 2009
- ↑ Iran 2012 йыл 3 февраль архивланған., 36 млн (51 %) — 33 млн (45 %) Loc.gov, Afghanistan 2017 йыл 20 сентябрь архивланған., 16 369 мең (50 %), Tajikistan 2007 йыл 12 июнь архивланған., 5 770 мең (80 %), Uzbekistan 2019 йыл 5 ғинуар архивланған., 1,2 млн (4.4 %)
- ↑ Персисмы в кумыкском языке
- ↑ Языковая политика и языковые реформы в государственном и национальном строительстве (аналитический обзор)
- ↑ ТЮРКИЗМЫ И ПЕРСИЗМЫ, УСВОЕННЫЕ В ПРЕДПУШКИНСКУЮ ЭПОХУ ФОРМИРОВАНИЯ НОВОГО РУССКОГО ЛИТЕРАТУРНОГО ЯЗЫКА (XVIII — НАЧАЛО XIX ВВ.), В ИСТОРИКО-ЭТИМОЛОГИЧЕСКОМ И ЛИНГВОГРАФИЧЕСКОМ АСПЕКТАХ PDF 2017 йыл 28 август архивланған.
- ↑ Usage of content languages for websites (ингл.). W3Techs.com. Дата обращения: 21 апрель 2013. Архивировано 31 март 2012 года.
- ↑ Historical trends in the usage of content languages for websites (ингл.). W3Techs.com. Дата обращения: 21 апрель 2013. Архивировано 31 март 2012 года.
- ↑ Compbell.G.L " Iranian Languages" Compendium of the World’s Languages. London: Routledge (2000). 2nd ed, vol 1. p 754. и Яршатер, там же. Стр. 19
- ↑ L. P. Elwell-Sutton. ARABIC LANGUAGE iii. Arabic influences in Persian literature 2011 йыл 10 май архивланған.
- ↑ [ http://cheloveknauka.com/persidskie-zaimstvovaniya-v-bashkirskom-yazyke#ixzz6Q3ZbmN9R Г.Ғайсина.Филология фәндәре кандидаты дәрәжәһенә диссертацияһынан. Персидские заимствования в башкирском языке]
- ↑ Слова персидского происхождения в башкирском языке
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Ғайсина Г. Р., Зәйнуллин М. В. Фарсы теле // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
Был тел йәки тел белеме тураһында тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып Википедия проектына ярҙам итә алаһығыҙ.