Уругва́й (исп. Uruguay), рус телендә ҡабул ителгән рәсми атамаһы — Уругвайҙың Көнсығыш Республикаһы (Уругвай йылғаһының Көнсығыш яры Республикаһын аңлата; испан. República Oriental del Uruguay [reˈpuβlika oɾjenˈtal del uɾuˈɣwai]) — Атлантик океан яры буйында, Көньяҡ Американың көньяҡ-көнсығыш өлөшөндә урынлашҡан дәүләт.

Уругвай Көнсығыш Республикаһы
República Oriental del Uruguay
Уругвай гербы
Флаг
Девиз: «Libertad o Muerte

(исп. «азатлыҡ йәки үлем»

Гимн: «Orientales, la Patria o la tumba»
Үҙаллылыҡ датаһы 25 август 1825Бразилиянан)
Рәсми тел испан
Баш ҡала Монтевидео
Эре ҡалалар Монтевидео, Сальто, Такуарембо
Идара итеү төрө Президент республикаһы
Президент

Вице-президент

Табаре Васкес

Лусия Тополански

Территория
• Бөтәһе
• % һыу өҫтө
88
176 220 км²
1,5
Халыҡ
• Һаны (2016)
• Халыҡ тығыҙлығы

3 444 006 чел. (130)
18,6 чел./км²
Валюта песо (код UYI, 940)
Интернет-домен .uy
Код ISO UY
МОК коды URU
Телефон коды +598
Сәғәт бүлкәте -3

Төньяҡтан Бразилия, көнбайыштан — с Аргентина менән сиктәш, көнсығыштан Атлантик океан.

Ҡоро ер сиге 1564 км, диңгеҙ сиге — 660 км.

БМО, МЕРКОСУР, Бөтә донъя сауҙа ойошмаһы ағзаһы. Унитар дәүләт, президент республикаһы.

Баш ҡалаһы — Монтевидео ҡалаһы. Уругвай Чили, Коста-Рика һәм Панама менән бер рәттән (Кариб төбәгенең ҡайһы бер утрау-дәүләттәренән тыш) Латин Америкаһында иң демократик, коррупцияға бирелмәгән, хәүефһеҙ һәм бай илдәрҙең береһе һанала. Шулай уҡ ул бер енесле никахтар, законлаштырылған каннабис, фәхишәлек һәм аборттар кеүек шәхес азатлыҡтары булған илдәргә лә ҡарай. Ил донъя демократия рейтингында 13-сө урында (Канада һәм Люксембург араһында) тора.

Этимология үҙгәртергә

Илдең рәсми атамаһы — «Уругвайҙың Көнсығыш Республикаһы»[2]. Башта хәҙерге Уругвай территорияһы Испанияның Ла-Плата губернаһы составына инә, 1815 йылға тиклем «Көнсығыш яр буйы» һәм унан һуң «Көнсығыш провинцияһы» тип аталған айырым провинция булып тора. 1828 йылда был провинция бойондороҡһоҙлоҡ иғлан итә, ә ике йылдан һуң «Уругвайҙың Көнсығыш Республикаһы» исемен ала. Ил исеменең һуңғы һүҙе — гидроним, индей (тупи телдәре) сығышлы шул уҡ исемдәге йылға атамаһынан алынған. Унда «гуай»ҙың бер өлөшө «йылға» тигәнде аңлата, ә «Ура» — гуарани телендәге бер нисә төр ҡоштоң дөйөм атамаһы. Бер нисә автор уны «һуйыр әтәсе» тип атай[3].

Тарихы үҙгәртергә

Урагвай территорияһын испандар баҫып алғанға тиклем унда чарруа индейцтар ҡәбиләһе йәшәй. XVI быуатта (1515 йылдан) испандар баҫып ала башлай.

1776 йылдан 1810 йылға тиклем илдең ул саҡта Көнсығыш һыҙаты тип аталған территорияһы Рио-де-ла-Плата вице-короллеге составына инә.

 
Уругвайҙың картаһы

Милли-азатлыҡ көрәше башланғас, Уругвай халҡы, айырыуса гаучо, Испаниянан, шулай уҡ Буэнос-Айрестан, шулай уҡ Бразилиянан баҫып ингән португал ғәскәрҙәренән бойондороҡһоҙлоҡ өсөн Хосе Хервасио Артигастың революцион көрәшен хуплай.

1810 йылда Уругвайҙа испан колониаль хакимлығына ҡаршы халыҡ ихтилалы башлана, көрәш менән Хосе Артигас етәкселек итә. 1811 йылда Уругвайҙың Испаниянан бойондороҡһоҙлоғо иғлан ителә. 1814 йылда Уругвай испан ғәскәрҙәренән азат ителә. 1821 йылда Уругвай Бразилия составына индерелә[4].

Илдең бойондороҡһоҙлоғо 1825 йылда, Көньяҡ Американың Берләшкән провинциялары ярҙамында Хуан Антонио Лавальеха етәкселегендәге Көнсығыш провинцияһының элекке партизандары төркөмө (Утыҙ өс Ориенталес булараҡ билдәле) Бразилия империяһына ҡаршы көрәш алып барған саҡта иғлан ителә.

1830 йылда илдең беренсе Конституцияһы ҡабул ителә.

  • 1830-се йылдар — төп партиялар барлыҡҡа килә — «Колорадо» (йәғни «Ҡыҙылдар» — бразилия йүнәлешле) һәм «Бланко» («Аҡтар» — аргентина йүнәлешле).
  • 1896 йылда Уругвай Республикаһының Дәүләт банкы ойошторола.
  • 1919 йыл — Конституция[5]
  • 1933 йылда парламент тарҡатыла.
  • 1938 — парламент демократияһы тергеҙелә.
  • 19731984 — хәрби диктатура осоро.
  • 1985 — парламент һәм президент һайлауҙарында власть граждандарға күсә.

Сәйәси структура үҙгәртергә

1966 йылдың 27 ноябрендә референдумда Конституция ҡабул ителә.

Уругвай — республика. Дәүләт һәм хөкүмәт башлығы — президент, уны халыҡ 5 йыллыҡ мөҙҙәткә һайлай (икенсе мөҙҙәткә һайлау рөхсәт ителмәй).

2020 йылда ил президенты итеп Луис Альберто Лакалье Поу һайлана.

Парламент үҙгәртергә

 
Закондар сығарыу һарайы

Парламент — ике палаталы Генераль ассамблея.

Юғары палата — Сенат (30 урын). Депутаттар пропорциональ система буйынса һайлана.

Түбәнге палата — Вәкилдәр палатаһы (99 урын). Депутаттар пропорциональ система буйынса һайлана, бында Уругвайҙың һәр департаменты палатала кәмендә 2 ағзанан торорға тейеш.

Генераль ассамблея депутаттарының вәкәләттәре мөҙҙәте — 5 йыл.

Төп сәйәси фирҡәләр үҙгәртергә

2014 йылдың октябрендә һайлауҙарҙан һуң парламент составы[6]:

  • Киң фронт — һул коалиция, 15 сенатор һәм 50 депутат
  • «Аҡтар» милли фирҡәһе — уң, 10 сенатор һәм 32 депутат
  • Колорадоның «Ҡыҙылдар» фирҡәһе — һул яҡтағы, 4 сенатор һәм 13 депутат
  • Бойондороҡһоҙ партия — һул-үҙәк, 1 сенатор һәм 3 депутат
  • Халыҡ ассамблеяһы — радикаль һул коалиция, 1 депутат

Киң фронт составына 7 партия, шул иҫәптән Уругвай Коммунистар партияһы, Уругвай Социалистик партияһы һәм Халыҡ еңеүе партияһы инә.

Географияһы үҙгәртергә

 
Уругвайҙың йыһандан төшөрөлгән һүрәте

Атлантик океан һыуҙары менән йыуыла. Убалы биләмәләр көньяҡҡа табан аргентин пампаһының дауамы булған уйпатлыҡтар менән алмашына.

Уругвай ярҙары уйпат, тигеҙ, ҡултыҡ тибында.

Иң бейек нөктә — Катедраль тауы (Cerro Catedral) 514 м.

Ундан ашыу утрау, уларҙың күбеһе ҡурсаулыҡ һәм курорттар булып тора.

Климаты үҙгәртергә

Климаты субтропик. Июлдә уртаса температура 10 — 12, ғинуарҙа 22 — 24 градус. Көньяҡтан иҫкән елдәр, «памперо», бәреп ингәндә, төндә ҡыҫҡа ваҡытлы температураның −5 градусҡа тиклем түбәнәйеүе күҙәтелә, бындай осраҡтарҙа ҡырау төшөүе ихтимал.

Яуым-төшөм йыл дауамында көньяҡта һәм эске райондарҙа 1000 миллиметрҙан, төньяҡта һәм ҡалҡыулыҡтарҙа 1200 миллиметрға тиклем яуа.

Иҡтисады үҙгәртергә

 
2019 йылда юғары килемле илдәр. Ҡара-күк төҫ юғары килемле илдәрҙе, зәңгәр төҫ элекке юғары килемле илдәрҙе айырып күрһәтә.

Уругвай — Латин Америкаһының иҡтисади яҡтан алға киткән илдәренең береһе. 2019 йылда йән башына эске тулайым продукт — 22,4 мең доллар (Латин Америкаһында 2-се урын, донъяла 60-сы урын).

Уругвай иҡтисады малсылыҡ продукттарын экспортлауға, аҙыраҡ кимәлдә — ауыл хужалығына һәм балыҡсылыҡҡа йүнәлтелгән. Шул уҡ ваҡытта эшселәрҙең 9 проценты ауыл хужалығында, 15 проценты сәнәғәттә, 76 проценты хеҙмәтләндереү өлкәһендә эшләй. Һуңғы ваҡытта иҡтисадта туризм һәм банк эше мөһим урын алып тора.

Предприятиеларҙың яҡынса 75 проценты баш ҡалала, Монтевидео ҡалаһында тупланған.

Бөтә донъя банкы мәғлүмәттәренә ярашлы, Уругвай юғары килемле илдәр категорияһына инә[7].

Уругвайҙа минималь эш хаҡы Латин Америкаһында иң юғарыларҙың береһе булып тора. Минималь эш хаҡы 2017 йылдың 1 ғинуарынан номиналь сағылышта 10 процентҡа һәм 2018 йылдың 1 ғинуарынан 9,5 процентҡа артҡан һәм 13430 $U (416,06 АҠШ доллары) тәшкил итә. 2019 йылдың 1 ғинуарында — $U 15 000 ($461,70) һәм 16300 ($504,97) $U. Минималь эш хаҡы 2005 йылдан алып 55,5 процентҡа арта[8][9]. 2020 йылдың 1 ғинуарынан хеҙмәткә түләүҙең минималь күләме 4438.47 доллар тәшкил итә[10]. 2021 йылдың 1 ғинуарынан — 17930 $U ($423,51)[11]. 2021 йылдың 1 ғинуарына Уругвайҙа минималь эш хаҡы Чилиҙан (326500 песо ($463,58) һәм Латин Америкаһында өсөнсө урында тора. Коста-Рика һәм Чилиҙан һуң (Коста-Рикала → 317915,58 ($519,51), Чилиҙа 326500 песо ($463,58))[11][12][13][14][15][16][17][18][19][20]. 2022 йылдың 1 ғинуарынан минималь эш хаҡы 19364 $U ($434,14)[21][22][23].

Коррупция үҙгәртергә

 
Халыҡ-ара йәмәғәт ойошмаһы мәғлүмәттәре буйынса, 2021 йылда донъяның төрлө илдәрендә коррупция индексы
     90-100      80-89      70-79      60-69      50-59      40-49      30-39      20-29      10-19      0-9      Мәғлүмәттәр юҡ

2021 йыл мәғлүмәттәре буйынса, Уругвай, Коррупция индексы буйынса, Латин Америкаһы илдәре араһында иң түбән коррупция кимәленә эйә һәм Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәренән саҡ ҡына ҡалышып, донъяла 22-се урынды биләй һәм Франциянан бер урынға ҡалыша[24].

Тышҡы сауҙа үҙгәртергә

Уругвайҙың тышҡы сауҙа күләме 2017 йылда[25] экспорт буйынса 8,85 миллиард доллар һәм импорт буйынса 9,7 миллиард доллар, тышҡы сауҙаның кире сальдоһы 867 миллион доллар тип баһалана.

Төп экспорт тауарҙары: туңдырылған һәм эшкәртелгән һыйыр ите (17,5 %), ҡағыҙ һәм целлюлоза изделиелары (16 %), соя (7,6 %), дөгө (5,3 %). Дөйөм алғанда, экспортта аҙыҡ-түлек һәм ауыл хужалығы тауарҙары, химия продукцияһы өҫтөнлөк итә. Экспорт буйынса төп сауҙа партнерҙары: Ҡытай (2,02 миллиард доллар), Бразилия (1,32 миллиард доллар), Нидерландтар (492 миллион доллар), АҠШ (474 млн доллар) һәм Аргентина (452 миллион доллар).

Төп импорт тауарҙары: нефть һәм нефть продукттары (16 %), сәнәғәт һәм көнкүреш техникаһы, ҡорамалдар һәм электроника (17 %), автомобилдәр (4,3 %), шулай уҡ химик изделиелар, шул иҫәптән дарыуҙар һәм пестицидтар, ҡулланыу тауарҙары һәм төҙөлөш материалдары. Импорт буйынса төп сауҙа партнерҙары: Бразилия (2,45 миллиард доллар), Ҡытай (1,71 миллиард доллар), Аргентина (1,18 миллиард доллар), Америка Ҡушма Штаттары (975 миллион доллар) һәм Мексика (231 миллион доллар).

Сәнәғәте үҙгәртергә

Төп сәнәғәт тармаҡтары:

  • Аҙыҡ-түлек
    • ит эшкәртеү
    • шарап эшләү
    • консерва
  • Туҡыу
  • Күн һәм аяҡ кейеме

Ауыл хужалығы үҙгәртергә

Ауыл хужалығы ерҙәре илдең яҡынса 9/10 территорияһын биләй, шуларҙың яҡынса 14 миллион гектары — көтөүлектәр.

Экспорт йүнәлеше буйынса малсылыҡ (эре мөгөҙлө мал һәм һарыҡ үрсетеү) үҫешкән. Төп культуралары — бойҙай, дөгө, шәкәр ҡамышы, кукуруз, майлы етен, көнбағыш, мал аҙығы үләндәре. Шулай уҡ йөҙөм һәм цитруслылар үҫтерелә.

2014 йылда марихуана етештереү һәм ҡулланыу рөхсәт ителә.

Энергетика үҙгәртергә

Электр энергияһының 95,6 проценты ГЭС-та етештерелә, ҡалғандары — йылылыҡ электр станцияһында.


Транспорт үҙгәртергә

Тимер юлдарҙың оҙонлоғо 2835 км (шуның 1570 км файҙаланыуҙа, тепловоз тартыуы ҡулланыла, колея киңлеге 1435 мм), шоссе юлдары 10 000 км яҡын.

Илдең төп аэропорты — Карраско.

Тышҡы сәйәсәте үҙгәртергә

төп мәҡәлә: Уругвайҙың тышҡы сәйәсәте

СССР үҙгәртергә

1933 йылда Уругвай СССР менән дипломатик мөнәсәбәттәр урынлаштыра.

Украина үҙгәртергә

2018 йылдың 27 декабрендә Украинаның Министрҙар Кабинеты Уругвай Көнсығыш Республикаһы хөкүмәте менән виза талаптарын үҙ-ара бөтөрөү тураһында килешеүҙе раҫлай[26].

Рәсәй үҙгәртергә

2011 йылдың 26 сентябрендә Нью-Йоркта Берләшкән Милләттәр Ойошмаһының Генераль Ассамблеяһының 66-сы сессияһы сиктәрендә Рәсәй Федерацияһының сит ил эштәре министры Сергей Лавров Уругвай Көнсығыш Республикаһының сит ил эштәре министры Л. Альмагро менән осраша. Министрҙар Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте менән Уругвай Республикаһы Хөкүмәте араһында ике ил граждандарының үҙ-ара сәфәрендә виза формаллегенән баш тартыу шарттары тураһында Килешеүгә ҡул ҡуя[27].

Ҡораллы көстәр үҙгәртергә

Административ бүленеше үҙгәртергә

 
Уругвай департаменттары

Уругвай 19 департаментҡа бүленә, улар, үҙ сиратында, муниципалитеттарға бүленә. Түбәндәге таблицала Уругвай департаменттары испан телендә яҙылған тәртиптә күрһәтелгән::

Департамент Административ
үҙәк
Майҙан,
км²
Халыҡ,
чел.
2011
Тығыҙлыҡ,
чел./км²
1 Артигас Артигас 11 928 73 378 6,15
2 Канелонес Канелонес 4 536 520 187 114,68
3 Серро-Ларго Мело 13 648 84 698 6,21
4 Колония Колония-дель-Сакраменто 6 106 123 203 20,18
5 Дурасно Дурасно 11 643 57 088 4,90
6 Флорес Тринидад 5 144 25 050 4,87
7 Флорида Флорида 10 417 67 048 6,44
8 Лавальеха Минас 10 016 58 815 5,87
9 Мальдонадо Мальдонадо 4 793 164 300 34,28
10 Монтевидео Монтевидео 530 1 319 108 2488,88
11 Пайсанду Пайсанду 13 922 113 124 8,13
12 Рио-Негро Фрай-Бентос 9 282 54 765 5,90
13 Ривера Ривера 9 370 103 493 11,05
14 Роча Роча 10 551 68 088 6,45
15 Сальто Сальто 14 163 124 878 8,82
16 Сан-Хосе Сан-Хосе-де-Майо 4 992 108 309 21,70
17 Сорьяно Мерсе́дес 9 008 82 595 9,17
18 Такуарембо Такуарембо 15 438 90 053 5,83
19 Трейнта-и-Трес Трейнта-и-Трес 9 529 48 134 5,05
бөтәһе 175 016 3 286 314 18,78

Халҡы үҙгәртергә

Халыҡ һаны 3,5 млн кеше тәшкил итә (2010 йылдың июле баһаһы).

Йыллыҡ үҫеш 0,4 % тәшкил итә (тыуым — бер ҡатын-ҡыҙға 1,9 бала).

Уртаса ғүмер оҙонлоғо — ирҙәр өсөн — 73 йәш, ҡатын-ҡыҙҙарға — 80 йәш.

Ҡала халҡы 92 % тәшкил итә (2008 йылда).

Грамоталылыҡ кимәле — 98 % (2003 йыл баһаһы).

Телдәре — испан (рәсми), Бразилия сигендә — испан һәм португал телдәре ҡатышмаһы нигеҙендәге диалект. Инглиз телен белеү кимәле, рейтингка ярашлы, уртаса (Индекс: 51,63)[28].

Этник һәм раса составы:

Дине үҙгәртергә

 
Кафедральный собор Монтевидео

Конфессия составы [29]:

  • католиктар — 47,1 %;
  • протестанттар — 11,1 %;
  • диндарҙар булып торалар, ләкин үҙҙәрен ниндәй ҙә булһа дин юлынан барыусылар иҫәбенә индермәйҙәр — 23,2 %;
  • апостол әрмәндәре — 0,8 %;
  • умбанда динен һәм Африка культтарын дауам итеүселәр — 0,6 %;
  • Йәһүдтәр, 0,3 %;
  • башҡа диндәр, 0,4 %;
  • атеистар һәм агностиктар — 17,2 %.

Киң мәғлүмәт саралары үҙгәртергә

Музыка үҙгәртергә

Эктор Тосар

Херардо Родригес

Әҙәбиәте үҙгәртергә

Ҡра: Уругвай әҙәбиәте

Милли байрамдары үҙгәртергә

19 апрель — Экспедиция көнө

18 май — Монтевидео янындағы Лас-Пьедрас һуғышы

19 июнь — Хосе Артигастың тыуған көнө

16 июль — Футбол буйынса донъя чемпионатында Еңеү көнө

18 июль — Конституция көнө

25 август — Бойондороҡһоҙлоҡ көнө

Спорт үҙгәртергә

 
Монтевидеола «Сентенарио» стадионы

Футбол — Уругвайҙа иң популяр спорт төрө[30]. Футбол буйынса Уругвай йыйылма командаһы беренсе донъя чемпионаты еңеүсеһе була. 1950 йылда Бразилияла яңы асылған «Маракана» стадионында финалда хужаларҙы еңеп, икенсе тапҡыр донъя чемпионы титулын яулай. 1924 һәм 1928 йылдарҙа Олимпия уйындарында еңеү. яулай. Команда футбол буйынса Америка кубогында 15 тапҡыр еңеү яулай. Йыйылма команда тарихында иң яҡшы бомбардир — Луис Суарес. Хосе Андраде «Ҡара ынйы» тип йөрөтәләр, ул — 1930 йылда донъя чемпионы, 1924 һәм 1928 йылдарҙа ике тапҡыр Олимпия уйындары чемпионы.

Шулай уҡ ҡарағыҙ үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

Комментарийҙар
Сығанаҡтар
  1. https://data.iana.org/time-zones/tzdb-2021e/southamerica
  2. Уругвай. МИД России (28 декабрь 2005). Дата обращения: 30 май 2022. Архивировано 10 март 2014 года.
  3. Ҡалып:Книга:Географические названия мира
  4. Уругвай // Ужи — Фидель. — М. : Советская энциклопедия, 1956. — С. 338. — (Большая советская энциклопедия : [в 51 т.]; vol. 1949—1958, вып. 44).
  5. Ҡалып:БСЭ1
  6. Mujica inicia contactos en busca de acuerdos con la oposición en Uruguay 2012 йыл 28 ғинуар архивланған. (исп.)
  7. New country classifications by income level: 2019-2020. Дата обращения: 5 ғинуар 2021. Архивировано 7 ғинуар 2021 года.
  8. Salario mínimo nacional alcanzó su nivel más alto desde el retorno a la democracia y salario real creció 55,5 % desde 2005 — Presidencia de la República. Дата обращения: 3 февраль 2019. Архивировано 10 декабрь 2018 года. 2018 йыл 10 декабрь архивланған.
  9. Gobierno subirá el salario mínimo nacional a 15.000 pesos en 2019 y a 16.300 pesos en 2020. Дата обращения: 3 февраль 2019. Архивировано 17 декабрь 2018 года.
  10. Salario mínimo sube a $ 16.300 desde el 1° de enero. Дата обращения: 5 ғинуар 2020. Архивировано 2 ғинуар 2020 года.
  11. 11,0 11,1 Архивированная копия. Дата обращения: 5 ғинуар 2021. Архивировано 8 ғинуар 2021 года.
  12. Архивированная копия. Дата обращения: 5 ғинуар 2021. Архивировано 18 ғинуар 2021 года.
  13. Архивированная копия. Дата обращения: 5 ғинуар 2021. Архивировано 7 ғинуар 2021 года.
  14. Архивированная копия. Дата обращения: 5 ғинуар 2021. Архивировано 11 ноябрь 2020 года.
  15. Ley 21.283. Дата обращения: 5 ғинуар 2021. Архивировано 18 ноябрь 2020 года.
  16. Архивированная копия. Дата обращения: 5 ғинуар 2021. Архивировано 8 ғинуар 2021 года.
  17. Архивированная копия. Дата обращения: 5 ғинуар 2021. Архивировано 7 ғинуар 2021 года.
  18. Архивированная копия. Дата обращения: 5 ғинуар 2021. Архивировано 7 ғинуар 2021 года.
  19. Архивированная копия. Дата обращения: 5 ғинуар 2021. Архивировано 7 ғинуар 2021 года.
  20. Архивированная копия. Дата обращения: 5 ғинуар 2021. Архивировано 12 ноябрь 2020 года.
  21. Poder Ejecutivo decretó aumento de 8 % del Salario Mínimo Nacional — Información — 29/12/2021 — EL PAÍS Uruguay
  22. Decreto 454/021 Se fija el monto del Salario Mínimo Nacional | Uruguay Presidencia. Дата обращения: 31 декабрь 2021. Архивировано 31 декабрь 2021 года.
  23. Источник. Дата обращения: 31 декабрь 2021. Архивировано 30 декабрь 2021 года.
  24. 2021 Corruption Perceptions Index — Explore the… — Transparency.org
  25. Уругвай на справочнике внешней торговли The Observatory of Economic Complexity. Дата обращения: 26 ноябрь 2019. Архивировано из оригинала 11 ноябрь 2019 года.
  26. Украинцы смогут ездить без виз еще в одну страну. www.unian.net. Дата обращения: 27 декабрь 2018. Архивировано 27 декабрь 2018 года.
  27. О встрече Министра иностранных дел России С. В. Лаврова с Министром иностранных дел Уругвая Л. Альмагро [1] 2011 йыл 2 октябрь архивланған.. — 26.09.2011.
  28. Уровень владения английским языком в Уругвае. Дата обращения: 13 март 2017. Архивировано 13 март 2017 года.
  29. Extended National Household Survey, 2006: Religion (исп.). National Institute of Statistics. Дата обращения: 20 июль 2008. Архивировано из оригинала 27 сентябрь 2013 года. 2013 йыл 27 сентябрь архивланған.
  30. Información sobre Uruguay: Fútbol como el deporte nacional. Дата обращения: 31 июль 2013. Архивировано 28 июль 2009 года. 2009 йыл 28 июль архивланған.

Һылтанмалар үҙгәртергә