Булат (Әбйәлил районы)

Булат (рус. Булатово) — Башҡортостандың Әбйәлил районындағы ауыл. Әлмөхәмәт ауыл Советы составына ҡарай. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 155 кеше[1]. Почта индексы — 453605, ОКАТО коды — 80201804003.

Ауыл
Булат
Булат
Ил

Рәсәй

Федерация субъекты

Башҡортостан

Муниципаль район

Әбйәлил районы

Координаталар

53°03′12″ с. ш. 58°39′58″ в. д.HGЯO

Сәғәт бүлкәте

UTC+6

Һанлы танытмалар
Автомобиль коды

02, 102

ОКАТО коды

80 201 804 003

ОКТМО коды

80 601 404 111

Булат (Рәсәй)
Булат
Булат
Булат (Әбйәлил районы) (Башҡортостан Республикаһы)
Булат

Географик урыны

үҙгәртергә

Булат (Монаш) ауылы Оло Ҡыҙыл йылғаһы буйында, район үҙәге Асҡар ауылынан көньяҡ-көнсығышҡа табан 40 километр һәм Әлмөхәмәт тимер юл станцияһынан 8 километр алыҫлыҡта урынлашҡан[2].

Булат ауылына Верхнеурал өйәҙе Бөрйән улусы башҡорттары үҙҙәренең аҫаба ерҙәрендә 18021811 йылдарҙа нигеҙ һалған. Был ауыл бөрйәндәрҙең Ҡыҙыл йылғаһы буйындағы өсөнсө тораҡ пункты. Әммә, билдәле булыуынса, ауылды Монаш тип тә атағандар. Был — этноним, ырыу атамаһы менән йөрөтөлгән улус бүлексәһе. Мәҫәлән, Сыңғыҙ ауылы һәм башҡалар шулай аталған. Тәүге төпләнеүсе Булат Раҡаев (1743—1824). Уның балалары: Дәүләтбирҙе (улы Төхвәтулла), Сәйфулла, Мәхмүт, Сәйфелмөлөк, Иғәбирҙе, Хоҙайбирҙе һәм Үтәпҡол (улы Әхтәм).

Әбделвәли Әбдрәшев 1812 йылғы Ватан һуғышы осоронда 14-се полк составында француздарға ҡаршы алыштарҙа ҡатнаша, күрһәткән батырлығы өсөн көмөш миҙалдар менән бүләкләнә.

Булат ауылы халҡы бүтән тораҡ пункттарына ҡарағанда һәйбәт йәшәгән. 255 кеше йәшәгән 45 йортҡа 433 ат, 201 һыйыр, 556 һарыҡ һәм 150 кәзә тура килә. Һәр ғаиләгә 3 умарта булған. Бөтә халыҡ йәйләүгә йөрөгән. Бында ауыл хужалығы нығыраҡ үҫешкән: һәр ихатаға 24 бот самаһы яҙғы бойҙай сәселгән [3].

1866 йылда 58 хужалыҡта 383 кеше йәшәгән. Малсылыҡ, игенселек менән шөғөлләнгәндәр. Мәсет булған. 1900 йылда шулай уҡ тирмән теркәлгән[4].

Халыҡ һаны

үҙгәртергә
Халыҡ иҫәбе
2002[5]2009[5]2010[6]
158194155
Милли составы

2002 йылғы иҫәп алыуға ярашлы, халыҡтың күпселеге — башҡорттар (100 %)[7].

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар) 411
1920 йыл 26 август 548
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар 289
1959 йыл 15 ғинуар 203
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар 150
2002 йыл 9 октябрь 158
2010 йыл 14 октябрь 155 83 72 53,5 46,5

Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.

1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны

Әлеге ваҡытта Булат ауылында башланғыс мәктәп, фельдшер-акушерлыҡ пункты, клуб бар[8].

Билдәле кешеләре

үҙгәртергә
  • Мәмлиева Гөлнур Хәйбулла ҡыҙы (1.7.1931, БАССР‑ҙың Әбйәлил р‑ны Булат ауылы - ) — халыҡ йырсыһы, импровизатор. 1955 йылда Темәс башҡорт педагогия училищеһын тамамлағандан һуң, 1981 йылға тиклем Әбйәлил районының төрлө мәктәптәрендә уҡыта. «Ҡомартҡы» фольклор төркөмөн ойоштороусы һәм уның етәксеһе (1989). 1989 йылда Хәйбулла районы Аҡъяр ауылында үткән «Йомабай Иҫәнбаев көндәре» Республика халыҡ сәнғәте байрамында еңеүсе. 1991 йылда Республика сәсәндәр конкурсында Гран-при яулай һәм «Әйтеш» конкурсы лауреаты почётлы исеменә лайыҡ була[9].

Урамдары

үҙгәртергә
  • Монаш урамы (рус. улица Монаш)
  • Йәштәр урамы (рус. Молодежная улица)
  • Шоссе урамы (рус. Шоссейная улица)[10].

Шулай уҡ ҡарағыҙ

үҙгәртергә

Матбуғатта

үҙгәртергә
  • Башҡортостан. 4 февраль 2020, Ҡыҙыл һыуын һыулаған халыҡтың сәләмәт тормош алып барғаны[11]

Һылтанмалар

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник.  (рус.)
  2. Булат (Әбйәлил районы) // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
  3. Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — С. 31. — ISBN 978-5-295-04683-4.
  4. Булат (Әбйәлил районы) // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
  5. 5,0 5,1 Единый электронный справочник муниципальных районов Республики Башкортостан ВПН-2002 и 2009
  6. Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность населения по населённым пунктам Республики Башкортостан. Дата обращения: 20 август 2014. Архивировано 20 август 2014 года.
  7. Единый электронный справочник муниципальных районов Республики Башкортостан — приложение в формате Excel 2016 йыл 4 март архивланған..
  8. Булат (Әбйәлил районы) // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
  9. Булат (Әбйәлил районы) // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9. Мәмлиева Г. Х.
  10. Улицы деревни Булатово
  11. [1]