Әлмөхәмәтов Илмар Разин улы

Әлмөхәмәтов Илмар Разин улы (9 июнь 1971 йыл[1], Ишембай) — башҡорт театр режиссёры, спектаклдәр ҡуйыусы, телетапшырыуҙар алып барыусы, драматург, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрының генераль директоры (29 декабрь 2015)[2]. Халыҡ-ара «Туғанлыҡ» һәм «Ҡолонсаҡ», «Театральное Поволжье» — «Ниточка» фестивалдәренең режиссёры һәм ойоштороусыһы.

Әлмөхәмәтов Илмар Разин улы
Рәсем
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  Рәсәй
 СССР
Тыуған көнө 9 июнь 1971({{padleft:1971|4|0}}-{{padleft:6|2|0}}-{{padleft:9|2|0}}) (53 йәш)
Тыуған урыны Ишембай, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Туған тел урыҫ теле
Яҙма әҫәрҙәр теле башҡортса‎
Һөнәр төрө яҙыусы, драматург
Уҡыу йорто Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институты

Ҡуйыусы режиссёр 2013 йылда VI ҡышҡы халыҡ-ара балалар уйындарын асыу һәм ябыу тантанаһын ҡуйыусы-режиссёр[3]. 2011 йылдың ғинуарынан — Башҡорт ҡурсаҡ театры директоры. Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институты уҡытыусыһы.

Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (2014).

Башҡорт милли эпосы «Урал-батыр» мотивтары буйынса (режиссёры Илмар Әлмөхәмәтов, композиторы Андрей Березовский, Аношкин Владимир пьесаһы) ҡуйылған спектакль 2014 йылда Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһына тәҡдим ителә.

Телевидениела

үҙгәртергә

«Башҡортостан» ДТРК йәштәр редакцияһында «Форс-мажор» программаһының авторы. Хәҙер ЮЛДАШ телевидениеһында мосолмандар өсөн «Әл-Фәтиха» программаһының алып барыусыһы.

Режиссер, драматург, ҡурсаҡ театры өсөн бер нисә пьеса авторы.

Ильмар Әлмөхәмәтов: «Миңә барлығы биш йәш ине. һәм мин Ишембай ҡалаһында йәшәй инем. Театрҙы урамда тәүге тапҡыр күрҙем. Унда әллә ниндәй Баба-яга, клоун бар ине. Актёрҙар минең менән һөйләшергә булышты, ә мин ҡурҡып ҡастым, әммә уларҙың уйнағанын йәшеренеп кенә күҙәтеп ултырҙым. Нәҡ шул ваҡытта мин үҙемә театрҙы, уның ысынбарлыҡты сағылдырған донъяһын астым. Мәктәп йылдарында драма түңәрәгендә спектаклдәрҙә уйнаным. хатта грамоталар ҙа алдым. Ул түңәрәктәрҙе әҙәбиәт уҡытыусылары алып бара ине һәм миңә уның менән шөғөлләнеү ҡыҙыҡ ине». Атайым мине "артист" булғаным өсөн әрләй ине, ә өләсәйем: «теймә балаға, ул шундай, уның „башында пуля“ тип атайымды туҡтата ине. Һәм мин уға бик рәхмәтлемен, сөнки был „пуля“ минең башта булып ҡына ҡалманы, ә тәрән итеп инеп ултырҙы»[4].

19771985 — Ишембай ҡалаһының 3-сө урта мәктәбендә уҡый.

19871990 — Салауат медицина училищеһында уҡый. Илмар әйтеүенсә: «Туғандарым мине улар кеүек табип булыуымды теләне (мин тәүге белемем буйынса фельдшер-акушер). Хәҙер аңлайым: минән иң яҡшы табип сығыр ине, моғайын… Әммә театр һәм әкиәт… — мине үҙ яғына ныҡ тартты».

19901994 — Өфө сәнғәт институтының актёрлыҡ факультеты (хәҙер — Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт академияһы) унда, Мельниченко Павел Романовичта уҡый.

2000 — 2002 йылдарҙа — сәнғәт, мәҙәниәт һәм туризм хеҙмәткәрҙәрен ҡабаттан уҡытыу Академияһында уҡый; элекке ВИПКРК

Ике тапҡыр хаж ҡыла.

Интервьюларының береһендә ул иң яратҡан әкиәте — Андерсендың «Русалочка»һы булыуын әйтә, сөнки « уның финалы бик моңһоу: әҫәр аҙағында героиняны һәләкәткә осрай, ул диңгеҙ күбегенә әйләнә. Мин диңгеҙҙе тәү тапҡыр күргәс — күпме Русалочка һәләк булған бит бында!-тип уйланым».

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Һылтанмалар

үҙгәртергә