Сөләймәнов Риф Сафа улы

музыка белгесе, фольклорсы

Сөләймәнов Риф Сафа улы (9 июнь 1936 йыл) — хеҙмәт ветераны, ғалим-музыка белгесе‑фольклорсы. 1986 йылдан СССР Композиторҙар союзы ағзаһы. Сәнғәт ғилеме докторы (2006). Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (2000), Башҡорт АССР‑ының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1990). Салауат Юлаев ордены кавалеры (2012)[1].

Сөләймәнов Риф Сафа улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  Рәсәй
Тыуған көнө 9 июнь 1936({{padleft:1936|4|0}}-{{padleft:6|2|0}}-{{padleft:9|2|0}}) (88 йәш)
Тыуған урыны Лағыр, Салауат районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Һөнәр төрө музыка белгесе
Ғилми дәрәжә сәнғәт фәндәре докторы[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Салауат Юлаев ордены

Биографияһы

үҙгәртергә

Риф Сафа улы Сөләймәнов 1936 йылдың 9 июнендә Башҡорт АССР-ының Малаяҙ районы (хәҙер — Башҡортостан Республикаһының Салауат районы) Лағыр ауылында тыуа. Легендаларҙа һөйләнгән, йырҙарҙа йырланған йәмле Әй йылғаһы буйында үҫкәнгә күрә, бәләкәйҙән йыр-моңға ғашиҡ була. 1950-се йылдарҙа етенсе класты бөткәндә уға тальян гармун һатып алып биргәс, Әй буйҙарын яңғыратып гармунда уйнай, таҡмаҡтар теҙә. Усть-Ҡатауҙа һөнәрселек училищеһында уҡығанда йыр-моңдан айырылмай. Художестволы үҙешмәкәр коллективтарҙың сығыштарында ихлас ҡатнаша[2]. Өфө музыка-педагогия училищеһына уҡырға инә һәм уны 1962 йылда тамамлай[3]. Училищела уҡыған саҡта күп кенә музыка ҡоралдарында уйнарға өйрәнеүгә бик ифрат ҙур тырышлыҡ һала. Пионер һарайындағы оркестрға йөрөй, күнегеүҙәр ала. Училищенан һуң Салауат районының Малаяҙ интернат-мәктәбендә, Өфөләге 1-се башҡорт интернат-мәктәбендә уҡыта[2]. Совет Армияһында хеҙмәт итеп ҡайтҡандан һуң, юғары белем алыу хыялы менән Ҡазанға юллана.

1968 йылда Ҡазан дәүләт педагогия институтының музыка-педагогия факультетын тамамлай. Юғары белемле белгес Өфө музыка тәрбиә биреү мәктәп‑интернатында уҡыта.

1970 йылдан СССР Фәндәр академияһының Башҡортостан филиалында Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтына ғилми хеҙмәткәр булып күсә һәм унда өлкән (1990), төп (2007) ғилми хеҙмәткәр булып эшләй.

19731976 йылдарҙа Риф Сафа улы Рәсәй Фәндәр академияһының Урал фәнни үҙәге аспирантураһында уҡый[4].

1981 йылда СССР Композиторҙар союзы ағзаһы итеп ҡабул ителә[2].

Фәнни хеҙмәттәре башҡорт халыҡ йырҙары, йолаларының жанр үҙенсәлектәрен өйрәнеүгә, шулай уҡ думбыра, дөңгөр, ҡыл ҡумыҙҙы тергеҙеү мәсьәләләренә арналған. Башҡортостан, Куйбышев (Һамар), Ҡурған, Силәбе, Һарытау һәм Ырымбур өлкәләре буйлап фольклор экспедицияларында 3 меңгә яҡын башҡорт музыка фольклоры әҫәрҙәрен йыйған һәм 500‑ҙән ашыуын нотаға һалған. 50‑нән ашыу фәнни хеҙмәт, шул иҫәптән монографиялар, урта һәм юғары музыка уҡыу йорттары өсөн башҡорт музыка фольклоры, думбырала уйнау буйынса уҡытыу‑методик әсбаптар авторы. Риф Сөләймәнов 30 томлыҡ «Башҡорт халыҡ ижады» һәм 14 томлыҡ «Башҡорт халыҡ музыка сәнғәте» ғилми тупланмаларының фәнни етәкселәренең һәм яуаплы башҡарыусыларының береһе[4].

Башҡорт думбыраһын тергеҙеү, уны халыҡ араһында пропагандалау маҡсатынан сығып, Риф Cөләймәнов башҡорт думбыраһы һәм унда уйнау ысулдары тураһында «Башҡорт думбыраһы» исемле китап баҫтырып сығара. Был хеҙмәтендә ул йәш быуында башҡорт думбыраһында уйнарға өйрәтеүҙе маҡсат итеп ҡуя һәм үҙенең күп йыллыҡ тәжрибәһе менән уртаҡлаша[5].

Тыңғыһыҙ ғалим Риф Сафа улы Сөләймәнов йыйылған халыҡ ынйыларын системаға һалыу, эшкәртеү өҫтөндә ал-ял белмәй эшләй, улар менән халыҡты гәзит-журнал биттәрендә таныштыра, Башҡортостан телевидениеһы һәм радиоһы аша думбырала уйнап, ҡобайырҙар әйтә, башҡорт халыҡ йырҙарын башҡара[2].

Хеҙмәттәре

үҙгәртергә
  1. Старинная башкирская скрипка — кылкубыз. Өфө, 2001;
  2. Жемчужины народного творчества Урала. Уфа, 1995;
  3. Песенное творчество иргизо‑камеликских башкир. Уфа, 2002.
  4. «Игровые и плясовые песни и напевы. Хрестоматия по башкирскому фольклору» (Уфа, 2005)
  5. Башкирское народное музыкальное искусство. Т.1: Эпические песни. — Уфа, 2001.
  6. Башкирское народное музыкальное искусство. Т.2: Лирические песни и наигрыши. — Уфа,
  7. Башкирские народные мелодии — Уфа: Китап, 1995 . С.104
  8. Башкирское народное музыкальное искусство. Т. III: Лирико-драматические песни и напевы. — Уфа, 2001 (на башк. яз.)
  9. Песни и наигрыши южноуральских башкир. Уфа: РУМЦ МКНП РБ. 2009. — 240 с.
  10. Башкирское народное музыкальное искусство: песни северо-восточных башкир. Том 9. Авт.-сост. Р. С. Сулейманов. Отв. ред. Д. Д. Хасаншин. — Уфа: МК и НП РБ, 2005.
  11. Башкирское народное музыкальное искусство: песни юго-западных башкир. Том 10. Авт.-сост. Р. С. Сулейманов. Отв. выпуск. — Е. Б. Сагадатуллина. — Уфа: МК и НП РБ, 2005.
  12. Башкирская народная песня (проблемы жанровой системы). — Уфа: Гилем, 2005. 73 с.
  13. Песни юго-западных башкир (локальные особенности жанровой системы). — Уфа, 2005. 100 с.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Сөләймәнов Риф Сафа улы
  2. 2,0 2,1 2,2 2,3 А. Буранғолов. Моң һөйәрҙе ил һөйөр. «Йәшлек» гәзите. 17 август, 1995
  3. И. Ғәләүетдинов. Ижад шишмәһе. «Совет Башҡортостаны» гәзите. 15 ноябрь, 1986. 264-се һан
  4. 4,0 4,1 Видные деятели культуры Башкортостана: Риф Сулейманов (К 80-летию ученого)
  5. Флорида Иҫәнбаева. Юлдар буйлап, йыр-моң эҙләп. «Башҡортостан» гәзите, 24 август, 1995. 163-се һан

Һылтанмалар

үҙгәртергә