23 февраль
көнө
(23 февраля битенән йүнәлтелде)
23 февраль — григориан стиле буйынса йылдың 54-се көнө. Йыл аҙағына тиклем 311 көн ҡала (кәбисә йылында 312).
← февраль → | ||||||
Дш | Шш | Шр | Кс | Йм | Шб | Йш |
1 | 2 | 3 | 4 | |||
5 | 6 | 7 | 8 | 9 | 10 | 11 |
12 | 13 | 14 | 15 | 16 | 17 | 18 |
19 | 20 | 21 | 22 | 23 | 24 | 25 |
26 | 27 | 28 | 29 | |||
2024 йыл |
Байрамдар һәм иҫтәлекле даталар
- Ер: Үҙ-ара аңлашыусанлыҡ һәм тыныслыҡ көнө.
- Дизель двигателе көнө.
- АҠШ: Банан икмәге көнө.
- Беларусь Ҡырғыҙстан Көньяҡ Осетия Днестр буйы Молдава Республикаһы Рәсәй Федерацияһы Тажикстан: Ватанды һаҡлаусылар көнө.
- Бруней: Бойондороҡһоҙлоҡ көнө.
- Гайана: Республика көнө.
- 1874: Инглиз майоры Уолтер Уингфилд үҙе «Sphairistike» тип атаған, әле теннис булараҡ билдәле уйынға патент ала.
- 1893: Рудольф Дизель дизель двигеленә патент ала.
- 1903: Куба Гуантанамо базаһын АҠШ-ҡа мәңгелек ҡуртымға бирә.
тулы исемлек
- 1918: Эшсе-Крәҫтиән Ҡыҙыл Армияһының тәүге отрядтары ойоша башлай.
- 1919: Башҡорт Совет Республикаһының халыҡ комиссариаттары ойошторола:
- Хәрби эштәр буйынса халыҡ комиссариаты (хәҙер Хәрби комиссариат);
- Эске эштәр халыҡ комиссариаты (хәҙер Эске эштәр министрлығы);
- Һаулыҡ һаҡлау халыҡ комиссариаты (хәҙер Һаулыҡ һаҡлау министрлығы);
- Мәғариф халыҡ комиссариаты (хәҙер Мәғариф министрлығы);
- Игенселек халыҡ комиссариаты (хәҙер Ауыл хужалығы министрлығы);
- Финанс халыҡ комиссариаты (хәҙер Финанс министрлығы);
- Хеҙмәт халыҡ комиссариаты (хәҙер Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы).
- 1927: УССР Халыҡ Комиссарҙары Советы күсмә сиғандарға ултыраҡ хеҙмәт тормошона күсеүҙә ярҙам күрһәтеү тураһында ҡарар ҡабул итә.
- 1933: Белорет металлургия техникумы тәүге уҡыусыларын ҡабул итә.
- 1941: Тәүге тапҡыр плутоний алына.
- 1943: Гвардия рядовойы Александр Матросов (Шакирйән Мөхәмәтйәнов батырҙарса һәләк була.
- 1947: Халыҡ-ара стандартлаштырыу ойошмаһы (ISO) булдырыла.
- 1953: республикала тәүге булған Туймазы—Өфө газ үткәргесе сафҡа инә.
- 1958: Мәскәүҙәге Поклонный тауында тантаналы шарттарҙа буласаҡ Еңеү һәйкәленә нигеҙ һалына.
- 1990: БМО Генераль Ассамблеяһының 17-се махсус сессияһы наркотиктар мәсьәләһе буйынса Сәйәси декларация һәм Бөтә донъя эш программаһын ҡабул итә.
- 1993: Ruby программалау теле булдырыла.
- 1999: Благовещен сәнәғәт-гуманитар техникумы асыла.
Башҡортостан менән бәйле шәхестәр
үҙгәртергә0 һәм 5 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
үҙгәртергә- Вәхитов Шакир Ҡазыхан улы (1925—31.07.2004), ғалим-юрист, дәүләт эшмәкәре. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1962—1988 йылдарҙа Башҡорт АССР-ы Юғары суды рәйесе, бер үк ваҡытта 1964 йылдан Башҡорт дәүләт университеты уҡытыусыһы. Башҡорт АССР-ының VI—XI саҡырылыш Юғары Советы депутаты. Юридик фәндәр кандидаты (1970), профессор (1987). РСФСР-ҙың атҡаҙанған юрисы (1982). II дәрәжә Ватан һуғышы (1985) һәм Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1967) ордендары кавалеры.
- Поройков Юрий Дмитриевич (1935), журналист, яҙыусы һәм шағир, ғалим-философ, комсомол органдары һәм матбуғат ветераны. Башҡорт АССР-ының 7‑се саҡырылыш Юғары Советы депутаты. Философия фәндәре кандидаты (1980). РСФСР-ҙың (1985) һәм Башҡортостан Республикаһының (1995) атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре. Ленин комсомолы премияһы (1980), Иван Бунин исемендәге әҙәби премия (2007) лауреаты. Ике «Почёт Билдәһе» ордены (1971, 1977) кавалеры.
тулы исемлек
- Иҙиәтуллин Рим Зиннәтулла улы (1940—13.09.2018), журналист һәм шағир. 1965—2000 йылдарҙа «Кызыл таң» гәзитенең бүлек мөдире, баш мөхәррир урынбаҫары. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1996), Татарстан Республикаһының Һаҙый Таҡташ исемендәге әҙәби премияһы лауреаты (2010). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Саҡмағош районы Яңы Мортаза ауылынан.
- Гальперин Иосиф Давидович (1950), СССР һәм Рәсәй журналисы, шағир һәм яҙыусы, Башҡортостан матбуғаты ветераны. 1972 йылдан СССР Журналистар союзы ағзаһы, Башҡортостан Республикаһының Яҙыусылар союзы ағзаһы. Рәсәй Яҙыусылар союзының 2015 йылғы «Йыл яҙыусыһы» милли әҙәби премияһы лауреаты.
1 һәм 6 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
үҙгәртергә- Илбаева Зәйтүнә Зариф ҡыҙы (1906—5.10.1983), йырсы (лирик сопрано), педагог. 1938 йылдан Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры солисы, 1952 йылдан хәҙерге Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһының художество етәксеһе, 1955 йылдан — солисы, 1961—1966 йылдарҙа Өфө сәнғәт училищеһы уҡытыусыһы. 1955 йылда Мәскәүҙә үткән Башҡорт әҙәбиәте һәм сәнғәте декадаһында ҡатнашыусы. Башҡорт АССР‑ының атҡаҙанған артисы (1942). «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры. (1955).
- Фәйзуллин Әғзәм Шакир улы (1921—19.03.1984), комсомол органдары эшмәкәре, мәғариф хеҙмәткәре. 1946 йылдан ВЛКСМ‑дың Өфө ҡала комитеты, 1947 йылдан ВЛКСМ-дың Башҡортостан өлкә комитеты секретары; 1953 йылдан Өфөләге 2‑се урта мәктәптең директор урынбаҫары, 1955 йылдан 39‑сы урта мәктәп директоры. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1981) һәм «Почёт Билдәһе» (1948) ордендары кавалеры. Сығышы менән Омск ҡалаһынан.
тулы исемлек
- Безденежный Фёдор Ильич (1926—26.10.2001), нефтсе, 1959—1981 йылдарҙа «Арланнефть» нефть һәм газ сығарыу идаралығы операторы, скважиналарҙы ер аҫтында ремонтлау мастеры. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. Социалистик Хеҙмәт Геройы (1971). Нефтекама ҡалаһының почётлы гражданы (1978).
- Хәсәнов Юлай Иҙрис улы (1931—21.01.2010), мәғариф эшмәкәре. 1949 йылдан Әбйәлил районы мәктәптәре уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1965 йылдан Йәнгел урта мәктәбенең директор урынбаҫары, 1967—1992 йылдарҙа — директоры. РСФСР (1976) һәм Башҡорт АССР-ы (1980) мәктәбенең атҡаҙанған уҡытыусыһы, СССР-ҙың мәғариф (1980), РСФСР-ҙың халыҡ мәғарифы (1967) отличнигы. Ленин (1981) һәм Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордендары (1971) кавалеры. Сығышы менән ошо райондың Дауыт ауылынан.
- Редреев Анатолий Васильевич (1936—1983), ауыл хужалығы алдынғыһы. Балаҡатай районы «Урал» колхозының элекке механизаторы. Ленин ордены кавалеры (1971). Сығышы менән ошо райондың Ямаш ауылынан.
- Верёвкин Александр Павлович (1946), юғары мәктәп ветераны, ғалим-инженер-электромеханик. 1969 йылдан Өфө нефть институты һәм Өфө дәүләт нефть техник университеты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1995 йылдан химик-технологик процестарҙы автоматлаштырыу, 2009 йылдан — технологик процестар һәм производстволар кафедраһы мөдире. Техник фәндәр докторы (1999), профессор (2002). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәғариф (2008), Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре (1998). Сығышы менән хәҙерге Һамар өлкәһенең Чапаевск ҡалаһынан.
2 һәм 7 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
үҙгәртергә- Ғабдулла Амантай (1907—10.07.1938), шағир, әҙәбиәт белгесе, фольклорсы һәм йәмәғәтсе. 1933—1937 йылдарҙа Башҡортостан милли мәҙәниәт ғилми-тикшеренеү институты директоры. Башҡортостан Үҙәк Башҡарма Комитеты ағзаһы. 1934 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. СССР яҙыусыларының 1-се съезы делегаты. Сәйәси золом ҡорбаны.
- Үҙәнбаев Фәтхлислам Әхмәтғәли улы (1907—24.07.1990), Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, уҡсылар батальонының отделение командиры урынбаҫары. 1-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены кавалеры (1985). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Баймаҡ районы Ғүмәр ауылынан.
тулы исемлек
- Ғәлимов Ғәни Ғәлим улы (1912—5.11.1969), хәрби хеҙмәткәр. 1938 йылда Япония ғәскәрҙәренә ҡаршы Хәсән күле янындағы бәрелештәрҙә, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, полковник. Ҡыҙыл Байраҡ (1942), 2-се дәрәжә Ватан һуғышы (1944) һәм ике Ҡыҙыл Йондоҙ (1938, 1943) ордены кавалеры.
- Бекух Абдул Ахмедович (1917—15.01.1982), хужалыҡ эшмәкәре. 1957—1979 йылдарҙа Салауат авторемонт заводы директоры. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ һәм «Почёт Билдәһе» ордендары кавалеры. Сығышы менән хәҙерге Адыгей Республикаһының Шенджий ауылынан.
- Вәлиев Абдулла Хәбибулла улы (1922—24.01.1944), Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған яугир, уҡсылар полкының танкыға ҡаршы мылтыҡ тоҫҡаусыһы, рядовой. Советтар Союзы Геройы (1944).
- Әһлиуллин Зәйнулла Заһиҙулла улы (1922—1998), педагог, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1947 йылдан Учалы районы Илсе ете йыллыҡ мәктәбе директоры, 1954—1963 йылдарҙа Рысай ауыл мәктәбе уҡытыусыһы, директоры. 2-се дәрәжә Ватан һуғышы (1985) һәм Ҡыҙыл Йондоҙ (1944) ордендары кавалеры. Сығышы менән Рысай ауылынан.
- Әһлиуллин Миниәхмәт Кәбир улы (1927—21.08.2003), педагог, яҙыусы. 1953—1987 йылдарҙа Стәрлетамаҡ районы мәктәптәре уҡытыусыһы. 1982 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре һәм халыҡ мәғарифы отличнигы.
- Арыҫланов Наил Ибраһим улы (1932), хеҙмәт ветераны. 1953—1992 йылдарҙа Салауат нефть химияһы комбинаты һәм «Салауатнефтеоргсинтез» берекмәһе механигы. Ленин ордены кавалеры (1966). Сығышы менән хәҙерге Төркмәнстандың Дейнау ҡасабаһынан.
- Куданов Николай Владимирович (1937—16.01.2013), хеҙмәт алдынғыһы. 1960—2001 йылдарҙа (өҙөклөк менән) Салауат нефть химияһы комбинаты һәм «Салауатнефтеоргсинтез» берекмәһе инженеры; 1987—1994 йылдарҙа 19-сы ГПТУ директоры. Халыҡтар Дуҫлығы (1986) һәм «Почёт Билдәһе» (1963) ордендары кавалеры, СССР-ҙың нефть эшкәртеү һәм нефть химия сәнәғәте отличнигы (1985). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Ишембай районы Аникеевский ауылынан.
- Шәрифғәлиев Әҙһәм Шәрифғәле улы (1937), төҙөүсе. 1960 йылдан «Башнефтезаводстрой» тресының ташсыһы, 1962 йылдан ташсылар бригадиры. РСФСР-ҙың атҡаҙанған төҙөүсеһе (1974). Ленин, «Почёт Билдәһе» һәм 3-сө дәрәжә Хеҙмәт Даны ордендары кавалеры, Өфө ҡалаһы Орджоникидзе районының почётлы гражданы. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Мишкә районы Ҡыҙыл Юл ауылынан.
- Клыков Михаил Васильевич (1947), хеҙмәт ветераны, ғалим-инженер, уйлап табыусы. 1999—2013 йылдарҙа Өфө дәүләт нефть техник университетының Салауат филиалы директорының фән эштәре буйынса урынбаҫары вазифаһын башҡарыусы. Техник фәндәр кандидаты (1998), доцент (2001). СССР-ҙың уйлап табыусыһы (1987). Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре (1998). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Ҡыйғы районы Кесейек ауылынан.
- Копейкина Любовь Петровна (1947), хеҙмәт ветераны. 1975—2012 йылдарҙа «Салауатбыяла» берекмәһенең быяла киҫеүсеһе. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған төҙөүсеһе (2012). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Благовар районы Ильинка ауылынан.
- Мөҙәрисов Миңлеғәли Закир улы (1947—24.03.2015), СССР биатлонсыһы, биатлон буйынса СССР һәм Рәсәй тренеры. 1995—2003 йылдарҙа Рәсәй Йәйге биатлон һәм ғәмәли күпбәйге федерацияһының тренерҙар советы рәйесе. Ғәмәли‑хәрби күпбәйге буйынса РСФСР-ҙың атҡаҙанған тренеры (1989) һәм бөтә Союз категориялы судья (1983), биатлон буйынса СССР-ҙың спорт мастеры (1971). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған физик культура хеҙмәткәре (2006).
- Ғәниев Энгель Фәтхелислам улы (1952), һаулыҡ һаҡлау өлкәһе ветераны, хирург. 1982—1988 йылдарҙа Яңауыл үҙәк районы дауаханаһының хирургия бүлеге мөдире; 1989—2020 йылдарҙа 2-се дауахана комплексының баш табип урынбаҫары. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы. Сығышы менән ошо райондан.
- Миңлеғәлиев Радик Нарислам улы (1952), хеҙмәт ветераны. «Башкиравтодор» берекмәһенең Яңауыл юл ремонтлау-төҙөү идаралығының элекке начальнигы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған төҙөүсеһе. Сығышы менән ошо райондан.
- Ғәйнуллин Эдуард Кәшиф улы (1962), хеҙмәт ветераны. «Башкиравтодор» берекмәһе генераль директорының тәьминәт буйынса урынбаҫары. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған төҙөүсеһе. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Асҡын районы Асҡын ауылынан.
- Хафизов Рауил Сәлихйән улы (1962), хеҙмәт алдынғыһы. 1979 йылдан «Саҡмағошнефть» нефть һәм газ сығарыу идаралығының слесарь-ремонтсыһы, 1983 йылдан — операторы. Рәсәйҙең почётлы нефтсеһе (2002). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Илеш районы Баҙытамаҡ ауылынан.
- Айҙар Ғәлимов (1967), йырсы, йәмәғәтсе. Башҡортостан Республикаһының дүртенсе һәм бишенсе саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты. Башҡортостан (2011) һәм Татарстан (2008) Республикаларының халыҡ артисы. Башҡортостандың Халыҡтар дуҫлығы ордены кавалеры (2017).
- Азат Фазлиәхмәтов (1967), шағир, радиожурналист, «Юлдаш» радиоһының өлкән мөхәррире, проекттар авторы һәм алып барыусыһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре (2015).
- Мостаев Рәфис Рәфҡәт улы (1972), хеҙмәт алдынғыһы. «Башкиравтодор» берекмәһе Баймаҡ юл ремонтлау-төҙөү идаралығының каток машинисы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған төҙөүсеһе. Сығышы менән ошо райондан.
3 һәм 8 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
үҙгәртергә- Ғаянов Әнүәр Нурлығаян улы (1918—27.09.2000), ауыл хужалығы хеҙмәткәре. Бөйөк Ватан һуғышында һәм совет-япон һуғышында ҡатнашыусы. 1946—1978 йылдарҙа Дүртөйлө районы «Шишмә» колхозы бригадиры, ферма мөдире. 2-се дәрәжә Ватан һуғышы (1985) һәм Почёт Билдәһе (1966) ордендары кавалеры. Сығышы менән ошо райондың Шишмә ауылынан.
- Әнғәм Атнабаев (1928—13.10.1999), шағир, драматург. 1960 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. Башҡортостандың халыҡ шағиры (1997), РСФСР-ҙың (1988) һәм Башҡорт АССР-ының (1977) атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, Башҡортостан комсомолының Ғәлимов Сәләм исемендәге йәштәр премияһы лауреаты (1972).
- Белышев Василий Лаврентьевич (1938—14.07.2009), водитель. 1954—1978 йылдарҙа Әбйәлил районы 22-се партсъезд исемендәге колхоз шофёры. 3-сө дәрәжә Хеҙмәт Даны ордены кавалеры (1976). Сығышы менән ошо райондың Михайловка ауылынан.
- Флорид Бүләков (1948—18.01.2015), драматург. Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы (2013). Рәсәй Федерацияһының әҙәбиәт һәм сәнғәт өлкәһендәге дәүләт премияһы (1996) һәм Башҡортостан Республикаһының Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы (1994) лауреаты, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1993).
- Ниғәмәтова Гүзәл Исхаҡ ҡыҙы (1948), журналист. 1978 йылдан Баймаҡ ҡала гәзите хеҙмәткәре, 2003—2010 йылдарҙа телерадиотапшырыуҙар студияһы яңылыҡтар сығарылышының баш мөхәррире. Журналистар союзы ағзаһы. Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре. Сығышы менән ошо ҡаланан.
- Солтанов Артур Хәбибрахман улы (1948—22.03.2010), ветеринария табибы, ауыл хужалығы һәм муниципаль орган хеҙмәткәре. 2001—2004 йылдарҙа Салауат районы хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары — ауыл хужалығы идаралығы начальнигы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре (2003), «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры (1982).
- Мырҙағәлин Радмир Дамир улы (1958), тележурналист. 1981 йылдан «Башҡортостан» телерадиокомпанияһы мөхөррире һәм баш мөхәррире, шул иҫәптән 2003—2007 йылдарҙа реклама-мәғлүмәт үҙәгенең баш белгесе. 1986 йылдан СССР Журналистар союзы ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1997). Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премия лауреаты (1993).
4 һәм 9 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
үҙгәртергә- Ғайсаров Ғөзәйер Ғайсар улы (1914—1990), колхоз механизаторы. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, сержант. 3-сө дәрәжә Дан ордены кавалеры.
- Ҡудашев Шамил Рөстәмхан улы (1919—3.04.1986), табип. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан хәрби хирург, медицина хеҙмәте капитаны. 1946—1986 йылдарҙа Бүздәк район һаулыҡ һаҡлау бүлеге мөдире, үҙәк район дауаханаһының беренсе баш табибы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған табибы (1960), СССР-ҙың һаулыҡ һаҡлау отличнигы. 2-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены кавалеры (1985). Райондың почётлы гражданы (2005). Сығышы менән Иҫке Бүздәк ауылынан.
тулы исемлек
- Мөхәмәтйәнов Хафиз Хөсәйен улы (1919—30.04.1977), ауыл хужалығы һәм элемтә өлкәһе хеҙмәткәре. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1945 йылдан Хәйбулла районы «Һаҡмар» колхозы иҫәпсеһе, ферма мөдире, бригадиры; 1960—1977 йылдарҙа Әбеш почта бүлексәһе почтальоны. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған элемтәсеһе (1975). Сығышы менән ошо райондың Һаҡмар Наҙарғол ауылынан.
- Саевич Тимофей Александрович (1919—26.11.2003), Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан хәрби хеҙмәткәр, осоусы, разведка авиацияһы полкының звено командиры. Советтар Союзы Геройы (1945). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Архангел районы Сухополь ауылынан.
- Тимонин Василий Иванович (1919—18.05.1999), ауыл хужалығы хеҙмәткәре. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1963—1981 йылдарҙа Стәрлетамаҡ районы совхоздары директоры. Ленин, 2-се дәрәжә Ватан һуғышы, Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ һәм «Почёт Билдәһе» ордендары кавалеры. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Бәләбәй районы Покровка ауылынан.
- Аллабирҙин Мортаза Ғәлләм улы (1924—18.09.2005), колхозсы. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены кавалеры.
- Вәлиев Камил Абдрахман улы (1934—26.03.2000), физик-ғалим. 1967 йылдан Башҡорт дәүләт университеты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1987—2000 йылдарҙа дөйөм физика кафедраһы мөдире. Физика-математика фәндәре докторы (1986), профессор (1987). Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1989).
- Кинйәбулатов Сәйфулла Ялмырҙа улы (1934), эшсе. 1954—1983 йылдарҙа Бөрйән районы урман сәнәғәте предприятиелары эшсеһе, 3-сө дәрәжә Хеҙмәт Даны ордены кавалеры.
- Корнилова Зөлфирә Хөсәйен ҡыҙы (1939—14.05.2015), табип-пульмонолог-ғалим. Рәсәй Медицина фәндәре академияһы Үҙәк туберкулез ғилми-тикшеренеү институтының (Мәскәү) элекке бүлек мөдире, фтизиатры. Рәсәй Тәбиғи фәндәр академияһының ағза-корреспонденты. Медицина фәндәре докторы (1993), профессор. Рәсәйҙең һәм Ингушетия Республикаһының атҡаҙанған табибы. Рәсәйҙең һаулыҡ һаҡлау отличнигы (2002). Композитор Хөсәйен Әхмәтовтың ҡыҙы.
- Рахманғолов Әширәф Ишйәр улы (1939—24.07.2012), малсы. 1955—1999 йылдарҙа Баймаҡ районы Салауат исемендәге колхоздың мал ҡараусыһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре (1997). Сығышы менән ошо райондың Үрге Яйыҡбай ауылынан.
- Фәтҡуллин Ринат Абдулла улы (1939), географ-ғалим. 1974 йылдан Башҡорт дәүләт педагогия институты һәм М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1978—1985 һәм 1987—2003 йылдарҙа тәбиғи география факультеты деканы. География фәндәре кандидаты (1974), профессор (1996). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған халыҡ мәғарифы хеҙмәткәре (1997), СССР-ҙың юғары мәктәбе отличнигы (1984), Рәсәйҙең геодезия һәм картография отличнигы (2003). Саңғы ярышы буйынса СССР-ҙың спорт мастеры (1965).
- Насиров Венер Тимерғәли улы (1949—16.12.2021), хәрби хеҙмәткәр, гвардия генерал-майоры. 1991—2004 йылдарҙа Коми Республикаһының хәрби комиссары. Коми Республикаһының атҡаҙанған хеҙмәткәре (2004) һәм Почёт грамотаһы менән бүләкләнеүсе (2000). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Шишмә районы Шишмә ауылынан.
Дөйөм исемлек
үҙгәртергә- 1685: Георг Фридрих Гендель, Германия композиторы.
- 1745: Иван Старов, Рәсәй империяһы архитекторы.
- 1900: Максим Штраух, театр һәм кино актёры, СССР-ҙың халыҡ артисы (1965).
- 1917: Хәмзәт Ҡырымшамхалов, СССР скульпторы, рәссам. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. Сәйәси золом ҡорбаны.
- 1945: Светлана Герасименко, СССР астрономы, Чурюмов-Герасименко кометаһын асыусы.
- 1855: Карл Фридрих Гаусс, байтаҡ фәнни өлкәләргә тос өлөш индергән немец математигы һәм физигы.
- 1943: Миңлеғәле Шайморатов, генерал-майор, 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы командиры.
- 1945: Алексей Николаевич Толстой, яҙыусы.
- 1992: Зәйтүнә Бикбулатова, башҡорт театр актёры, СССР-ҙың халыҡ артисы (1973).
- 2009: Пстыго Иван Иванович, хәрби осоусы, Советтар Союзы Геройы, авиация маршалы.