Солтанов Артур Хәбибрахман улы

ветеринария белгесе, хужалыҡ эшмәкәре, Салауат районының ауыл хужалығы идаралығы начальнигы.

Солтанов Артур Хәбибрахман улы (23 февраль 1948 йыл — 22 март 2010 йыл) — ветеринария табибы, ауыл хужалығы һәм муниципаль орган хеҙмәткәре. 20012004 йылдарҙа Салауат районы хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары — ауыл хужалығы идаралығы начальнигы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре (2003), «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры (1982)[1][2].

Солтанов Артур Хәбибрахман улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 23 февраль 1948({{padleft:1948|4|0}}-{{padleft:2|2|0}}-{{padleft:23|2|0}})
Тыуған урыны Лаҡлы ауылы, Салауат районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Вафат булған көнө 22 март 2010({{padleft:2010|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:22|2|0}}) (62 йәш)
Вафат булған урыны Малаяҙ, Башҡортостан Республикаhы, Рәсәй
Һөнәр төрө ветеринар
Уҡыу йорто Башҡорт дәүләт аграр университеты
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
«Почёт Билдәһе» ордены

Биографияһы үҙгәртергә

Артур Хәбибрахман улы Солтанов 1948 йылдың 23 февралендә Башҡорт АССР-ы Салауат районы Лаҡлы ауылында күп балалы Бөйөк Ватан һуғышы ҡатнашыусыһы Солтанов Хәбибрахман менән Нура ғаиләһендә тыуған. Аталары иртә вафат була, дүрт бала әсә тәрбиәһендә ҡала.

1971 йылда Өфөлә Башҡортостан ауыл хужалығы институтының ветеринария факультетын тамамлай[3].

Тормош һәм хеҙмәт юлы үҙгәртергә

Уҡыу йортонан һуң Салауат районы Ҡалмаҡҡол ауылы ветеринар участкаһына эшкә килә.

19731975 йылдарҙа үҙәге Салауат районы Әлкә ауылында урынлашҡан Салауат исемендәге колхоздың баш зоотехнигы.

1975 йылдың аҙағынан 1978 йылға саҡлы «Һарғамыш» совхозының баш ветврачы.

1978 йылдың октябренә йәш коммунист XXI партсъезд исемендәге колхоз рәйесе итеп һайлана. Был эшендә 1986 йылға тиклем ҡала.

Артабан район агро-сәнәғәт берекмәһенә (РАПО) эшкә күсерелә һәм тыуған ауылы Лаҡлыға Хамматов исемендәге колхоз рәйесе итеп һайлана.

19901994 йылдарҙа Салауат төҙөлөш материалдары директоры урынбаҫары.

1994—1997 йылдарҙа Силәбе өлкәһе сик контроль ветеринар пунктының ветеринар врачы.

1997 йылда ауылдаштары Артур Солтановты ҡабат Хамматов исемендәге колхоз рәйесе итеп һайлай.

20012004 йылдарҙа район хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары — ауыл хужалығы идаралығы начальнигы.

2004 йылдан алып хаҡлы ялға сыҡҡансы, Салауат районының баш дәүләт ветеринар инспекторы — район ветстанцияһы начальнигы.

Хеҙмәт ҡаҙаныштары өсөн СССР Юғары Советы Президиумының 1982 йылғы Указына ярашлы «Почёт Билдәһе» ордены менән бүләкләнә. 2003 йылда «Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре» тигән исем бирелә. Шулай уҡ күп Почёт грамоталары һәм Рәхмәт хаттары менән бүләкләнгән[4].

Артур Хәбибрахман улы Солтанов 2010 йылдың 22 мартында вафат булды. Малаяҙ ауылында ерләнгән[5].

Ғаиләһе үҙгәртергә

Артур Хәбибрахман улы тормош иптәше Жәннә Йомаҙил ҡыҙы менән өс бала тәрбиәләп үҫтерҙе. Альбина Санкт-Петербург ҡплаһында йәшәй, стоматолог. Улдары Игорь менән Рөстәм ғаиләләре менән Мәскәү ҡалаһында йәшәй һәм эшләй.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре үҙгәртергә

  • «Почёт Билдәһе» ордены (1982)
  • Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре (2003)[6]

Ваҡытлы матбуғатта үҙгәртергә

  • «На земле Салавата», № 18 от 22.02.2003. «Вся его жизнь посвящается селу», Н. Валеев.
  • «Республика Башкортостан», № 56 от 24.03.2010 г. Султанов Артур Хабибрахманович

Әҙәбиәт үҙгәртергә

  • С. Сабирьянова. «Земля славатская, земля батыра»

Һылтанмалар үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. Заслуженный работник сельского хозяйства РБ Султанов Артур Хабибрахманович, 21 октября 2021 г.
  2. С. Сабирьянова. «Земля славатская, земля батыра»
  3. «На земле Салавата», № 18 от 22.02.2003. «Вся его жизнь посвящается селу», Н. Валеев.
  4. «Республика Башкортостан», № 56 от 24.03.2010 г. Султанов Артур Хабибрахманович
  5. Султанов Артур Хабибрахманович 14 октября 2018
  6. Заслуженный работник сельского хозяйства РБ Султанов Артур Хабибрахманович, 21 октября 2021 г.