Картография
Картография (грек. χάρτης — «карта» һәм γράφειν — «һыҙыу») — тәбиғәт һәм йәмғиәт объекттарының һәм күренештеренең үҙ-ара бәйләнешен, ойошмаһын һәм арауыҡтағы урынлашыуын тикшереү, моделләштереү һәм сағылдырыу тураһындағы фән. Киңерәк мәғәнәлә, картография үҙ эсенә технологияны һәм етештереү эшмәкәрлеген дә ала.