Ғәлимов Ғәни Ғәлим улы
Ғәлимов Ғәни Ғәлим улы (23 февраль 1912 йыл — 5 ноябрь 1969 йыл) — СССР-ҙың хәрби хеҙмәткәре, полковник.
Ғәлимов Ғәни Ғәлим улы | |||||
Тыуған ваҡыты | |||||
---|---|---|---|---|---|
Тыуған урыны |
Өфө губернаһы, Бәләбәй өйәҙе, Япрыҡ ауылы | ||||
Үлгән ваҡыты |
5 сентябрь 1969 (57 йәш) | ||||
Хеҙмәт иткән урыны | |||||
Хеҙмәт итеү йылдары |
{{ {{{1}}} | размер = | alias = Совет Социалистик Республикалар Союзы | shortname alias = СССР | flag alias = Flag of the Soviet Union.svg | flag alias-1923 = Flag of the Soviet Union 1923.svg | flag alias-1955 = Flag of the Soviet Union.svg | flag alias-ВМС = Naval Ensign of the Soviet Union.svg | flag alias-ВМС-1924 = Naval Ensign of the Soviet Union 1924.svg | flag alias-ВМС-1935 = Naval Ensign of the Soviet Union 1935.svg | flag alias-армия = Red Army flag (Fictitious).svg | flag alias-ВВС = Flag of the Soviet Air Force.svg | var1 = 1923 | var2 = ВМС | var3 = ВМС-1924 | var4 = ВМС-1935 | var5 = армия | var6 = ВВС | variant = }} 1932—1969 | ||||
Хәрби звание |
полковник | ||||
Хәрби алыш/һуғыш |
Хәсән күле янындағы бәрелештәр, | ||||
Наградалар һәм премиялар |
|
Биографияһы
үҙгәртергәҒәни Ғәлим улы Ғәлимов 1912 йылдың 23 февралендә Өфө губернаһы Бәләбәй өйәҙе (хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Туймазы районы) Япрыҡ ауылында тыуған. Милләте башҡорт.
Мәктәпте тамамлағандан һуң, Өфө сәнғәт училищеһында уҡый. 1932 йылда 3-сө курста хәрби училищеға уҡырға күсә, уны тамамлап лейтенант званиеһында хәрби хеҙмәт юлын башлай.
1938 йылда Япония ғәскәрҙәренә ҡаршы Хәсән күле янындағы бәрелештәрҙә ҡатнаша, 32-се уҡсылар дивизияһының рота командиры була. 6 августа яралана. Совет ғәскәрҙәре һөжүмгә күскәндә, лейтенант Ғәлимов, гранаталар менән шыуышып, дошмандар яғына яҡынлаша һәм япон миномётына граната ташлап, уны юҡ итә. Лейтенант, тағы бер граната алып, уны дошман окобына бәрә, артабан позицияға сыҡҡан пулемётты һәм уны хеҙмәтләндереүселәрҙе юҡ иткән. Япондар Ғәлимовты күргәс, уға граната ташлайҙар, әммә лейтенант уларҙы көрәк ярҙамында ситкә ҡаға. Был алышта күрһәткән батырлығы өсөн рота командиры лейтенант Ғәлимов Ҡыҙыл Байраҡ ордены менән бүләкләнә. Яугирҙың ҡаһарманлығы бөтә Ҡыҙыл Армияға тарала, хатта С. Болотин һәм Т. Сикорскаяның шиғырына композитор А. Новиков «Лейтенант Галимов» тигән йыр яҙа, ул ошолай итеп башлана:
Орудийный гром гремел в долинах,
Грохотали танки по лесам,
Комсомолец лейтенант Галимов
Вел отряд на озеро Хасан…
Много нас бойцов неодолимых.
Все великой Родины сыны,
Все пойдем, как лейтенант Галимов,
На защиту Ленинской страны.
Шағир С. Алымовтың «32-се дивизияның йыры»ның ҡушымтаһында ошолай йырлана:
Наш Галимов, он, ребята,
Всех отвагой потрясал:
На лету ловил гранаты
И обратно их бросал!
Япондарҙы еңгәндән һуң, Мәскәүҙә М. В. Фрунзе исемендәге хәрби академияла уҡый. ВКП(б) ағзаһы.
Бөйөк Ватан һуғышы башланғас, майор Ғәлимов академиянан тура фронтҡа юллана, уҡсылар бригадаһы штабының оператив бүлеге начальнигы булып хеҙмәт итә. 1942 йылдың 22 июлендә Ҡыҙыл Байраҡ, 1943 йылдың 31 мартында — Ҡыҙыл Йондоҙ ордендары менән бүләкләнә. 1942 йылдың авгусынан 3-сө Удар армияһы оператив бүлеге начальнигының өлкән ярҙамсыһы вазифаһына күсерәләр. Подполковник званиеһына лайыҡ була. 1944 йылдың 17 февралендә 2-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены менән бүләкләнә. Еңеүҙе полковник дәрәжәһендә 130-сы Латыш уҡсылар корпусының оператив бүлеге начальнигы сифатында ҡаршылай.
Һуғыштан һуң К. Ворошилов исемендәге хәрби академияла белем ала.
Артабан Байкал аръяғы хәрби округының штаб начальнигы булып хеҙмәт итә.
1969 йылдың 4 ноябрендә вафат була.
Хәтер
үҙгәртергә- Туймазы районының Япрыҡ ауылында башҡорт халҡының ҡаһарман улы, Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Ғәни Ғәлим улы Ғәлимов иҫтәлегенә мәктәп бинаһына мемориаль таҡтаташ ҡуйылған[1].
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
үҙгәртергә- ике Ҡыҙыл Йондоҙ ордены (1938; 31.03.1943)
- 2-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены (17.02.1944)
- Ҡыҙыл Байраҡ ордены (22.07.1942)
- миҙалдар.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Кускарбеков Э. В Туймазинском районе открыли мемориальную доску герою битвы на озере Хасан // ИА «Башинформ»
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Галимов Гани Галимович / Бессмертный полк
- Воин в зоне СВО повторил подвиг башкирского героя Гани Галимова, совершенный им на озере Хасан. ИА Башинформ. 8 ноября 2022 года (рус.) (Тикшерелеү көнө: 8 ноябрь 2022)