Ғәлимов Айҙар Ғәни улы

(Айҙар Ғәлимов битенән йүнәлтелде)

Ғәлимов Айҙар Ғәни улы (23 февраль 1967 йыл) — йырсы, Башҡортостан Республикаһының (1995) һәм Татарстан Республикаһының (1996) атҡаҙанған артисы. Башҡортостан Республикаһының (2011) һәм Татарстан Республикаһының (2008) халыҡ артисы. Башҡортостандың Халыҡтар дуҫлығы (2017) һәм Салауат Юлаев (2022) ордендары кавалеры.

Айҙар Ғәлимов
Файл:Айдар Галимов.jpg
Төп мәғлүмәт
Тыуған

23 февраль 1967({{padleft:1967|4|0}}-{{padleft:2|2|0}}-{{padleft:23|2|0}}) (56 йәш)

Тыуған урыны

Ҡаҙағстан, Целиноград өлкәһе

Һөнәрҙәре

Йырсы

Жанрҙар

Эстрада

Коллективтар

«Айдар» театр-студияһы

Наградалар
Халыҡтар дуҫлығы ордены (Башҡортостан) Салауат Юлаев ордены
Башҡортостандың халыҡ артисы
Татарстандың халыҡ артисы

Башҡортостан (1995) һәм Татарстандың (1996) атҡаҙанған артисы

aidar.ru
Commons-logo.svg Аудио, фото, видео Викимилектә

БиографияһыҮҙгәртергә

Айҙар Ғәни улы Ғәлимов Ҡаҙағстандың Целиноград (хәҙерге Астана) өлкәһе Мәҙәниәт ауылында 1967 йыл)дың 23 февралендә тыуған. Бер йылдан һуң ата-әсәһе Башҡортостандың Миәкә районы Оло Кәркәле ауылына күсеп ҡайта. Бала сағы шунда үтә.

1986 йылда Өфө автотранспорт техникумын тамамлай, һуңынан, әрме сафтарына саҡырылып, 7-се гвардия һауа-десант дивизияһында хеҙмәт итә.

1993 йылда Башҡорт дәүләт университетының юридик факультетын тамамлай. Икенсе юғары белемен Ҡазан дәүләт педагогия университетында ала.

Өфө ҡалаһында йәшәй. Рәсми вазифаһы — «"Айдар" театр-студияһы» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәт директоры.

2022 йылдың 23 февралендә 55 йәше айҡанлы йырсы Салауат Юлаев ордены менән бүләкләнде[1].

Ижади эшмәкәрлегеҮҙгәртергә

ДискографияҮҙгәртергә

  • 1996 — Туган көнең белән!
  • 1998 — Абага чәчәге
  • 1998 — Вакытларны булмый туктатып…
  • 1999 — Айдар 2000
  • 2000 — Сезнең белән 10 ел бергә
  • 2001 — Бәхет бит ул
  • 2002 — Яшәргә икән, яшәргә!
  • 2004 — Дәрвиш юлы
  • 2005 — Син — минем җанымның яртысы (CD/DVD)
  • 2005 — Еллар. Юллар. Жырлар (Live)
  • 2007 — Лучшие песни 1990—1995 (сборник)
  • 2008 — Син булганда…
  • 2008 — Моң артыннан моңлы сәяхәт (DVD)
  • 2009 — Гомер буйлап барам
  • 2010 — Безнең кино (DVD)
  • 2010 — Алтын коллекция 1990—2000, Алтын коллекция 2000—2010 (МРЗ)
  • 2011 — Сөю юлы (DVD)
  • 2013 — Бер мизгел (DVD)
  • 2014 — Язган язмышыбыз (СD)

Йәмәғәт эшмәкәрлегеҮҙгәртергә

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәреҮҙгәртергә

  • Салауат Юлаев ордены (2022)
  • Башҡортостан Республикаһының Халыҡтар дуҫлығы ордены (2017)[2][3]
  • Башҡортостандың халыҡ артисы (2011)
  • Татарстандың халыҡ артисы (2008)
  • Татарстандың атҡаҙанған артисы (1996)
  • Башҡортостандың атҡаҙанған артисы (1995)

Йырсы матбуғаттаҮҙгәртергә

  • Низамова Р. Халыктан аерылгысыз җырчы. «Кызыл таң» гәзите, 2017 йыл, 23 февраль[4].
  • Романов В. 23 февраля «золотой» юбилей Айдара Галимова. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, 2017, 23 февраль. (рус.)[5]
  • Галиев Д. Будни и праздники Айдара Галимова. Статус дедушки для певца дороже всех наград. Улыбчивый и доброжелательный на концертах, таким же он остается и в жизни. «Республика Башкортостан» гәзите, 2017, 21 февраль[6].

ИҫкәрмәләрҮҙгәртергә

  1. Айдар Галимов на свой 55-летний юбилей получил орден Салавата Юлаева из рук Главы Башкирии. ИА «Башинформ», 23 февраля 2022 года (рус.) (Тикшерелеү көнө: 23 февраль 2022)
  2. Рустэм Хамитов вручил государственные награды Российской Федерации и Республики Башкортостан. Официальный сайт Главы Республики Башкортостан, 2017, 17 февраль 2017 йылдың 23 февраль көнөндә архивланған. (рус.) (Тикшерелеү көнө: 23 февраль 2017)
  3. СПИСОК награждённых государственными наградами Российской Федерации и Республики Башкортостан. Орден Дружбы народов. Галимов Айдар Ганиевич - директор ООО «Театр-студия «Айдар» 2017 йылдың 29 апрель көнөндә архивланған. (рус.) (Тикшерелеү көнө: 23 февраль 2017)
  4. Халыктан аерылгысыз җырчы. «Кызыл таң» гәзите, 2017 йыл, 23 февраль(недоступная ссылка) (тат.) (Тикшерелеү көнө: 4 март 2017)
  5. 23 февраля «золотой» юбилей Айдара Галимова.  , 2017, 23 февраль (рус.) (Тикшерелеү көнө: 27 февраль 2017)
  6. Будни и праздники Айдара Галимова. «Республика Башкортостан» гәзите, 2017, 21 февраль 2017 йылдың 19 сентябрь көнөндә архивланған. (рус.) (Тикшерелеү көнө: 7 март 2017)

ҺылтанмаларҮҙгәртергә