География

(Географ битенән йүнәлтелде)

Геогра́фия (грек телендә γεωγραφία, ерҙе тасуирлау) — Ерҙе тасуирлаған, йәғни Ерҙең географик тышлығын тикшергән фәндәр системаһы. Географик тышлыҡ иһә литосфера, атмосфера, гидросфера һәм биосфераның бер-береһенә үтеп инеү һәм йоғонто яһау сфераһы итеп аңлайҙар. Физик география был тышлыҡтың физик асылы менән шөғөлләнә (уның элементтарының бер-береһенә ҡарата урынлашыу һәм унда барған процестар менән). Шунан тыш, географияның сәйәси, социаль һәм иҡтисади тармаҡтары бар. Был һуңғы йүнәлештәр кеше эшмәкәрлегенең төрлө төрҙәрен географик аспекта өйрәнәләр.

География
Рәсем
Өйрәнеү объекты географик урынлашыу[d]
Ҡайҙа өйрәнелә география тарихы[d] һәм Q3589295?
Өҫтәмә мәғлүмәт өсөн URL data.europa.eu/euodp/en/…
Һештег geography
Пиктограмма
Батиметрик карта
Вид с воздуха
CIP коды 45.0701 һәм 45.0799
Өлөшләтә тура килә Йәмғиәт фәндәре һәм Ерҙе өйрәнеүсе фәндәр
Берекмәләре исемлекте ҡарағыҙ[d]
 География Викимилектә

Өйрәнеү объекты

үҙгәртергә

Географияның өйрәнеү объекты булып географик мөхит компоненттарының урынлашыу һәм үҙ-ара тәьҫир итешеү ҡанундары һәм тәртибе, уларҙың төрлө кимәлдәге үҙ-ара ҡушылмалары тора.

Өйрәнеү объектының ҡатмарлылығы һәм өйрәнең дәирәһенең киңлеге география фәнен махсуслашҡан фәнни дисциплинларға бүлә.

Шулай итеп, дөйөм һәм берҙәм география фәндәре системаһы тәбиғи (физико-географик) һәм ижтимағи (социаль-экономик) географик фәндәрҙе үҙ эсенә ала. Шулай уҡ, географик картографияны ла айырым география дисциплинаһы итеп ҡарайҙар.

География — бик боронғо фәндәрҙең береһе. Уның күп кенә нигеҙҙәренә башланғыс эллин дәүеренән үк һалынған. Беҙҙең эраның I быуатында күренекле географ Клавдий Птолемей шуларҙың барыһын берләштереп ҡуя.

Көнбайыш географияһының сәскә атыуы Яңырыу дәүеренә тура килә. Был эллинизм ҡаҙаныштарын ҡайтанан ҡарап сығыу, картографияла Герхард Меркатор исеме менән ҡаҙаныштарға бәйле. Хәҙерге заман академик географияна нигеҙ XIX быуаттың тәүге осоронда Александр Гумбольдт һәм Карл Риттер тарафынан һалына.

Өйрәнеү ысулдары

үҙгәртергә
 
Ерҙең эйәрсен аша төшөрөлгән һүрәте
 
Ерҙең бейеклектәр картаһы

"Карта — географик тикшеренеүҙәр нигеҙе"

« Һәр географик тикшеренеү картанан сыға һәм картаға ҡайта, картанан башлана һәм карта менән тамамлана» (Н. Н. Баранский).

География фәненә ниндәй генә яңы өйрәнеү ысулы (метод) индерелмәһен, картография төп өйрәнеү ысулдарының береһе булып ҡала. Сөнки география картаһы  — арауыҡ тураһында мәғлүмәтте биреүҙең иң аныҡ һәм камил ысулы булып тора.

Географиялағы моделләү, геомәғлүмәт һәм дистанцион өйрәнеү ысулдарын картографик ысулға таянып ҡына ҡулланып була.

Донъяның географик картинаһы һәм географик мәҙәниәт

Географик мәҙәниәт тигәндә географияның фән булараҡ мәҙәниәте күҙ уңында тотола. Географ-ғалимдәрҙең, һәм шулай уҡ, халыҡтың да география буйынса белем мәҙәниәте.

«Географик мәҙәниәт» һәм «Донъяның географик картинаһы» тигән хеҙмәттәрендә (Максаковский, Владимир Павлович) был төшөнсәләрҙе хәҙерге география фәне күҙлегенән үҙ-ара бәйле итеп ҡарай.

Географик мәҙәниәткә ул ошо компоненттарҙы индерә:

  1. Донъяның географик картинаһы,
  2. географик фекерләү,
  3. география ысулдары,
  4. география теле.

Фәнни географик мәҙәниәт менән киң дәирәләге көндәлек географик мәҙәниәт араһында айырма күк менән ер араһы. Сөнки йәмғиәт һүрәтләмә география тураһында ғына хәбәрҙәр һәм фәнни география теле һәм ысулдары тураһында бөтөнләй белмәй.

Тәғлимәти (теоретик) география — географик күренештәрҙең арауыҡта (киңлектә) урынлашыуын (ойошоуын) тикшереү, өйрәнеү өлкәһе булып тора. Физико-географик, шулай уҡ ижтимағи-географик процестар өсөн уртаҡ фундаменталь ҡанундарҙы асыҡлай.

Тәғлимәти (теоретик) географияға нигеҙ был фәндәге иҫәп революцияһы һөҙөмтәһендә һалына. Артабан фән үҫешендә сифати алымдар, мөнәсәбәттәр ҙә үрын ала.

Физик географияның өйрәнеү объекты булып тотош географик ҡатлам, уны төҙөүсе тәбиғи комплекс һәм компоненттары тора.

Физик географияның нигеҙен дөйөм (ер тураһындағы фән) ерҙе өйрәнеү фәне һәм ландшафты өйрәнеү ғилеме тәшкил итә. Дөйөм (ер тураһындағы фән) ерҙе өйрәнеү фәне тотош географик ҡатлам ҡанунлыҡтарын, ландшафты өйрәнеү ғилеме ландшафт комплекстарын өйрәнә.

Физик география

үҙгәртергә

Ҡитғалар ( лат. continens — күләмле, өҙлөкһөҙ) — ҙур өлөшө океан менән ҡапланмаған, ситтәре океан кимәленән түбән урынлашҡан ер ҡабығының ҙур массивы.

Архипелагтар (бор. грек. Αρχιπέλαγος: Αρχι «тәү, баш» + πέλαγος «диңгеҙ») — бер-береһенә яҡын урынлашҡан һәм ғәҙәттә барлыҡҡа килеүҙәре (ҡитғасал, вулкансал, кораллсал) бер үк булған һәм оҡшаш геологик төҙөлөшкә эйә булған диңгеҙ утрауҙары төркөмө.

Утрау—тирә яғы океан, диңгеҙ йәки йылға менән уратып алынған ҡоро ер.

Тауҙар— бейеклеге менән тирә-яҡтағы кимәлдән ҡырҡа айырылып торған, түбәләре, артылыштары, битләүе, итәге булған ныҡ ҡалҡыу урын.

Тигеҙлектәр — ауышлыҡтар ҙур булмаған ( 5°-ҡа тиклем) , күрше нөктәләренең бейеклектәре ныҡ айырылмаған ( 200 м-ға тиклем) ҡоро ер йәки дингеҙ, океан төптәрен биләп торған ҙур ер майҙандары.

Сүллектәр ౼ тигеҙлектәрҙән торған, үҫемлектәре (флора) бик һирәк йәки бөтөнләй булмаған, бик үҙенсәлекле фауналы тәбиғәт зонаһы.

Океандар (грек. Ωκεανός, боронғо грек алиһәһе Океан исеменән) — Ерҙең бөтә материк һәм утрауҙарын уратып алған һыуҙар, донъя океаны. Ҡитғалар араһын алып торған, глобаль һыу әйләнеше һәм башҡа үҙенсәлтәре булған ҙүр һыу объекты.

Диңгеҙҙәр ౼ҡоро ер йәки һыу аҫты рельефы менән айырылып торған Донъя океанының бер өлөшө.

Боғаҙ ౼ике күл йәки диңгеҙҙе бер-береһенә тоташтырып торған тар һыу арауығы.

Йылға ౼үҙе яһаған һыу юлы буйлап ағып ятҡан, ер аҫты һәм ер өҫтөндәге һыу бассейны иҫәбенә тулышып торған тәбиғи һыу ағамы.

Күл ౼ һыу алмашыныуы аҡрын барған, донъя океаны менән бәйләнеше булмаған йомоҡ, тәбиғи һыу ятҡылығы.

Сәйәси география

үҙгәртергә

География фәненеү төп йүнәлештәре

үҙгәртергә

Биогеография — биология һәм география фәндәре сигендә барлыҡҡа килгән дисциплина; хайуандар, үҫемлектәр һәм микроорганизмдарҙың. ерҙә таралыу һәм урынлашыу законлылыҡтарын (географияһын) өйрәнеүсе фән.

Климатология(грексә κλίμα — ауышлыҡ, λόγος — фән) — метеорология фәненең климатты өйрәнеүсе бер бүлеге. Климат — айырым бер төбәккә йәки дөйөм Ер шарына хас көн торошоның күп йылдарҙы үҙ эсенә алып тороусы ҡылыҡһырламаһы.

Метеорология(бор. грек. μετεωρο-λογία — «һауа күренештәре тураһында фекер йөрөтөү», бор. грек. μετ-έωρα — «һауа күренештәре» (др.-греч. μετέωρος metéōros — атмосферные и небесные явления, «небесный») + бор. грек. λογία — фән) — Ер атмосфераһы төҙөлөшө һәм үҙенсәлектәре, унда барған физик һәм химик процестар тураһында белемдең фәнни-ғәмәли өлкәһе.

Геоморфология (от др.-греч. γῆ «Земля» + μορφή «форма» + λόγος «учение, наука») — Ер шарының рельефын, уның тышҡы йөҙөн өйрәнеүсе фән.Тышҡы күренешенең үҙгәреү ҡанунлығын, тарихын һәм динамикаһын, килеп сығышын асыҡлай.

Гидрология(грек. Yδρoλoγια, от бор. грек. ὕδωρ — һыу + λoγoς — һыу + λoγoς — һүҙ, тәғлимәт) — тәбиғәттәге һыуҙы, уның атмосфера һәм литосфера менән тәъҫир итешеүен, шулай уҡ уның менән бәйле процесстарҙы (парға әйләнеү, туңыу кеүек) өйрәнә торған фән.

Океанология(океан һәм бор. грек. λόγος — фекер йөрөтөү, һүҙ) йәки океаногра́фия (океан һәм бор. грек. γραφειν — яҙам, һүрәтләйем) - океандың һәм атмосфераның ҙур масштабта бер-береһе менән тәьҫир итешеүен һәм уның оҙаҡ арауыҡта үҙгәрешен, океандың материктар менән, атмосфера һәм океан төбөнөң химик алмашыныуын, биотаны һәм уның экологик тәьҫир итешеүҙәрен, океан төбөнөң геологик төҙөлөшөн, океандың төрлө райондары араһындағы энергия һәм есем алмашыу иҫәбенә барған урындағы һәм локаль процестарҙы өйрәнә.

Гляциология (от лат. glacies — лёд, греч. λόγος — слово, учение) — наука о природных льдах во всех их разновидностях ер өҫтөндәге, атмосфералағы, гидросфералағы һәм литосфералағы бөтә төр тәбиғи боҙҙар, боҙлоҡтар тураһындағы фән.Гляциологияның өйрәнеү объекты булып гляциосфера һәм ниваль-гляциаль система (ҡар ҡатламы, боҙ ҡатламы, боҙлоҡтар, ҡар ятҡан туң ерҙәр, бейек тау баштары һәм башҡалар)тора.

Криолитология — тау тоҡомдарының туңыуы, иреүе менән бәйле геологик күренештәрҙе, уларҙың литологик и геоморфологик һөҙөмтәһен, боҙ яһалау һәм юҡҡа сығыу процестарын өйрәнә. Геокриологияның — туң ҡатламдарҙы өйрәнеү ғилеменең (мәңгелек туң) бер бүлеге йәки география фәнененең бер йүнәлеше булып тора.

Литология, геокриология, гляциология һәм дүртенсел (четвертичной) геология сиктәрендә үҫешеүсе фән. Криолитологияның шәхсән үҙенең өйрәнеү, тикшеренеү ысулдарын булдыра, туң тау тоҡомдарының составын, төҙөлөшөн, криотекстураһын, үҙсәнлектәрен өйрәнә. Төп өйрәнеү предметы булып ер аҫты боҙҙары, уларҙың төрҙәре тора.

Тупраҡ географияһы — тупраҡтың Ер йөҙөндә таралыу ҡанундарын өйрәнә.

Палеогеография (от др.-греч. παλαιός — древний + география) —геологик дәүерҙәр эсендә Ер йөҙөнең физик-географик торошон, уның динамикаһын, был динамиканың факторҙарын — климат үҙгәреүен, тектоник хәрәкәттәрҙе өйрәнеүсе фән.

География фәне тарихы — географии фәненең барлыҡҡа килеү, аяҡҡа баҫыу, үҫешеү тарихын өйрәнә ( физик, ихтисади һәм ижтимағи географияларҙың,хәҙерге география фәненең торошо, үҫеш перспективаһы). Шулай уҡ, географик тикшеренеүҙәр һәм асыштар тарихы, картография тарихы , тарихи география,геоботаника тарихы һәм башҡалар ).

Шулай уҡ, географик циклға ингән башҡа фәндәр һәм уларға бәйле Ер тураһындағы фәндәр

үҙгәртергә

Ижтимағи-иҡтисади география — йәмғиәттең территориаль бүленешен өйрәнеүсе бүлектәр:

Иҡтисади география — йәмғиәттең территориаль иктисади төҙөлөшөн өйрәнеүсе фән.

Ауыл хужалығы географияһы— Ижтимағи-иҡтисади географияның бер бүлеге. Ауыл хужалығы менән географик мөхит араһындағы үҙ-ара бәйләнештәрҙе өйрәнә. Ҡырсылыҡ һәм малсылыҡ продукцияһының донъя буйынса бүленешен, төрлө географик арауыҡта үҫемлектәр үҫтереүҙе һәм малдар үрсетеүҙе анализлай .

Социаль география—ижтимағи-географик фән. Йәмғиәтте, кешеләрҙең тормошон һәм үҙ-ара мөнәсәбәттәрен өйрәнә.

Сәйәси география— ижтимағи-сәйәси географик фән. Сәйәси күренештәрҙең һәм процестарҙың территориаль бүленешен, айырымланыуын өйрәнә.

Мәҙәни география- жтимағи-иҡтисади географяның бер тармағы. Арауыҡта мәҙәниәт төрҙәрен, айырмаларын, территориаль таралышын өйрәнә.

Был фәнни йүнәлешкә 1930 йылдарҙа Карл Зауэр башланғыс һала. Оҙаҡ йылдар тик АҠШ-та ғына үҫеш ала.

Тарихи география — тарихи дисциплина. Тарихты географик күҙлектән өйрәнә. Шулай уҡ, ниндәйҙер төбәк географияһының билдәле бер ваҡыт арауығына ҡарата тарихи үҫешен асыҡлай.

Ил өйрәнеү фәне һәм геоурбанистика — айырым биләмәләрҙе һәм уларҙың үҫеш проблемаларын һәр яҡлап өйрәнеүсе дисциплиналар.

Хәрби география — география фәненең бер бүлеге. Билдәле бер географик арауыҡта хәрби хәрәкәттәр алып барғанда урындың үҙенсәлектәренән сығып уңышҡа өлгәшеүҙе тәьмин итеүсе стратегик һәм тактик планлаштырыу менән шөғәлләнә.

Термин Рәсәйҙең фәнни дәирәһендә 1846 йылдан, күренекле хәрби хеҙмәткәр, географ һәм ғалим- теоретик Милютин, Дмитрий Алексеевичтың «Критическое исследование значения военной географии и военной статистики» тигән хеҙмәте баҫылып сыҡҡандан һуң ҡулланыла башлай[1]

Иҡтисади география

үҙгәртергә

Иҡтисади география — йәмғиәттең территориаль иктисади төҙөлөшөн өйрәнеүсе фән.

Иҡтисади география дөйөм донъя хужалығы географияһына, төбәк иҡтисади географияһына һәм айырым тармаҡтарға ( сәнәғәт географияһы, ауыл хужалығы географияһы, транспорт географияһы, хеҙмәтләндереү дәирәһе географияһы һәм башҡалар...) бүленә.

Социаль география

үҙгәртергә

Социаль география— ижтимағи-географик фән. Йәмғиәтте, кешеләрҙең тормошон һәм үҙ-ара мөнәсәбәттәрен өйрәнә. Етештереү ысулына һәм географик мөхит үҙенсәлектәренә (көнкүреш, халыҡты аң-белем,һаулыҡты һаҡлау буйынса хеҙмәтләндереү, халыҡ мәғәрифе һәм башҡалар) бәйле сәйәси күренештәрҙең һәм процестарҙың территориаль бүленеш ҡанундарын, сәйәси инфраструктураһын өйрәнә.

Етештереү сфераһы етештереүҙе үҙмаҡсат итеп ҡуймай, ә кешенең рухи һәм матди ихтияждарын ҡәнәғәтләндереү өсөн етештерә. Хужалыҡты кешеһеҙ, кеше факторынан башҡа күҙ алдына килтереп булмай, сөнки кеше — төп етештереүсе көс. Шуға ла иҡтисади география, кешенең үҙең иғтибар үҙәгенә ҡуйып, социаль география менән берләшеп, «иҡтисади һәм социаль география» булып формалашты. Был ике фәнде берләштереүгә килтергән сәбәптәр:

-берҙән, донъя иҡтисады кеше ихтыяждарын тулыраҡ ҡәнәғәтләндереү өсөн тура йөҙ менән менән боролдо общий поворот экономики мира к более полному удовлетворению потребностей людей;

-икенсенән, расширение и усложнение процессов урбанизация, демографик проблемалар ҡатмарлаша бара;

-өсөнсөнән, география фәне эсендә яңы социаль йүнәлештәр барлыҡҡа килде махсуслашты:хеҙмәтләндереү сфераһы географияһы, фән, мәҙәниәт һәм белем географияһы, рекреацион географияһы, туризм географияһы, дин географияһы һәм башҡалар.

Географик төшөнсәләр

үҙгәртергә

Картография(грек. χάρτης — «карта» һәм γράφειν — «һыҙыу») — тәбиғәт һәм йәмғиәт объекттарының һәм күренештеренең үҙ-ара бәйләнешен, ойошмаһын һәм арауыҡтағы урынлашыуын тикшереү, моделләштереү һәм сағылдырыу тураһындағы фән. Киңерәк мәғәнәлә, картография үҙ эсенә технологияны һәм етештереү эшмәкәрлеген дә ала.

Топография (др.-греч. τόπος — место и γράφω — пишу) — айырым төбәктең географик һәм геометрик элементтарын ерҙән, һауанан, йыһандан тороп һүрәткә төшөрөү ысулдары ярҙамында топографик карталар һәм пландар төҙөү менән шөғәлләнеүсе фән.

Физик-географик райондарға бүлеү — ер йөҙөн тәбиғәтен, үҙенсәлектәрен өйрәнеү нигеҙендә иерархиялы биләмәләргә (тәбиғәт райондарына) бүлеү системаһы.

География иарихы

үҙгәртергә

Боронғо Көнсығыш географияһы

үҙгәртергә

Беҙҙең эраға тиклем икенсе мең йыллыҡта Боронғо Мысырға, Африка үҙәгенә, Урта диңгеҙ һәм Ҡыҙыл диңгеҙҙәр буйлап экспедициялар үткәрелгән. Халыҡтарҙың йәшәгән урыны, һуғыштар һәм сауҙа кешеләрҙең тирә-яҡ тураһында белемен киңәйтә, Ҡояшҡа, Айға һәм йондоҙҙарға ориентирлашыу оҫталығын үҫтерә. Йылға ташыуына һәм башҡа ваҡытлы тәбиғәт күренештәренә ауыл хужалығының һәм малсылыҡтың бәйле булыуы календарь барлыҡҡа килерә.

Беҙҙең эраға тиклем III—II мең йыллыҡта Хараппан цивилизацияһы вәкилдәре (хәҙерге Пакистан территорияһында) муссондар булыуын асыҡлай. География элементтарында боронғо изге һинд китаптарында бар. Ведаларҙа космологияға тотош бер бүлек бағышланған. Махабхаратала океандар, тауҙар, йылғалар исемлеген табырға мөмкин. Беҙҙең эраға тиклем IX—VIII быуаттарҙа уҡ Боронғо Ҡытайҙа ҡәлғә төҙөү өсөн урын һайлағанда яраҡлы участкаларҙың карталары эшләнгән. Беҙҙең эрағи тиклем III быуатта тулыһынса географияға бағышланған компас, алыҫлыҡты үлсәү ҡоролмалары, Ҡытай атласы турыһында хеҙмәттәр яҙыла.

Урта диңгеҙ буйының антик географияһы

үҙгәртергә
 
Птолемейҙың II быуат географияһындағы ҡулъяҙмалары нигеҙендә XV быуат уртаһындағы донъя картаһы

Сократикҡа тиклемге фәлсәфәүи традиция географияның барлыҡҡа килеүенең күп кенә тәүшарттарын тыуҙыра ла инде. Ерҙең иң боронғо тасуирламалары «осорҙар» (περίοδοι), йәғни «урау» тип атала; был исем карталарға һәм тасуирламаларға тиң ҡулланыла; "география" атамаһы урынына Арриан Эратостендарҙың дөйөм географияһын ошо исем менән атай. Шул уҡ ваҡытта диңгеҙ аша сығыу мәғәнәһендә «перипле» (περσπος) «перипл» атамалары ла ҡулланыла. Яр буйын һүрәтләү өсөн «перигез» (πεεήγσς) термины ҡулланыла.

Страбон «периплдарҙы» (ярҙан алыҫ ятҡан илдәр тураһында мәғлүмәт йыймаған диңгеҙселәр төҙөгән гавань иҫәпләүҙәре менән бер яҡлы тасуирлама булараҡ) илдәрҙең ентекле тасуирламалары булған «перигестар» эштәренә ҡаршы ҡуя.

Фән йүнәлештәре | Фән тураһында…
Гуманитар | Йәмғиәт | Тәбиғи | Техник | Практик
Математика | Физика | Химия | География | Астрономия | Геология | Биология | Тарих | Тел белеме | Филология | Фәлсәфә | Психология | Социология | Антропология | Иҡтисад | Информатика
  1. Критическое исследование значения военной географии и военной статистики. СПб.: Военная типография, 1846. 70 с.