Корнилова Зөлфирә Хөсәйен ҡыҙы
Корнилова Зөлфирә Хөсәйен ҡыҙы (23 февраль 1939 йыл, Ленинград — 14 май 2015 йыл, Мәскәү) — СССР һәм Рәсәйҙең табип-пульмонологы, фтизиатр. Медицина фәндәре докторы, профессор, РФ атҡаҙанған табибы, Рәсәй Медицина фәндәре академияһы Үҙәк туберкулез ғилми-тикшеренеү институтының яңы мәғлүмәт технологиялары бүлеге мөдире, Рәсәй Тәбиғи фәндәр академияһының ағза-корреспонденты[1], ғалимдар һәм диссертация советы ағзаһы, РФ Президенты эштәре идаралығының медицина үҙәге консультанты, «Вестник» электрон журналының редколлегия ағзаһы, [2]
Корнилова Зөлфирә Хөсәйен ҡыҙы | |
Зат | ҡатын-ҡыҙ |
---|---|
Гражданлыҡ |
СССР Рәсәй |
Тыуған көнө | 23 февраль 1939 |
Тыуған урыны | Санкт-Петербург, РСФСР, СССР |
Вафат булған көнө | 14 май 2015 (76 йәш) |
Вафат булған урыны | Мәскәү, Рәсәй |
Һөнәр төрө | ғалим |
Эшмәкәрлек төрө | фтизиатрия[d] |
Уҡыу йорто | БДМУ |
Ғилми дәрәжә | медицина фәндәре докторы[d] |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Биографияһы
үҙгәртергәЗөлфирә Хөсәйен ҡыҙы Корнилова 1939 йылдың 23 февралендә Ленинградта тыуған. Атаһы Хөсәйен Әхмәтов (1914—1993) — композитор, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, әсәһе Рауза Мөхәмәтдиева (1918—2006) — табип-инфекционист.
1970 йылда Зөлфирә Хөсәйен ҡыҙы кандидатлыҡ диссертацияһы, ә 1993 йылда "Восстановительные процессы в легком и их регуляция природными эндогенными соединениями" темаһына докторлыҡ диссертацияһы яҡлай. 1994—1997 йылдарҙа 7-се Мәскәү туберкулез клиник дауаханаһында дауалау эштәре буйынса баш табип урынбаҫары вазифаһын башҡара. 1997 йылдан — Үҙәк туберкулез ғилми-тикшеренеү институтының фәнни-дауалау эше буйынса директорҙың урынбаҫары вазифаһында (РМФА ЦНИИТ), 2004 йылдан — дөйөм клиника бүлеге мөдире, 2007 йылдан — үҙ эсенә телемедицина һәм институттың уҡыу үҙәген алған яңы мәғлүмәт технологиялары бүлеге мөдире.
Ошо ваҡытта телекоммуникация технологияларын индереү һәм үҫтереү менән яңы мәғлүмәт үҙәге бүлегенең эшен һәм Мәскәү ҡалаһы клиника базаһында РМФА ЦНИИТ фәнни төркөмдәренең эшен ойоштора. «Фтизиатрия», «пульмонология» һөнәрҙәре буйынса юғары категорияға эйә.
Бынан тыш, З.Х Корнилова үпкәнән тыш туберкулез буйынса белгес булып тора, уның етәкселегендә уҡыу әсбаптары, киң профилле табиптар өсөн методик ҡулланмалар эшләнә, ул 1994 йылдан алып медицина-социаль реабилитациялау буйынса «даими йәшәү урындары булмаған» кешеләр менән эшләй. Уның ҡатнашлығында мәғлүмәт хаттары, йортһоҙҙарҙың туберкулезын диагностикалау һәм дауалау программаһы эшләнә; башҡарылған эштәре өсөн Мәскәү Хөкүмәте Корнилова Зөлфиәр Хөсәйен ҡыҙына Мәскәү Премияһы лауреаты исеме бирә.
Төньяк Кавказ төбәгендә «Яҡлау» Бөтә Рәсәй һәләкәттәр медицинаһы үҙәгенең ялан госпиталдәре эшен тәьмин итеү өсөн институт белгестәре төркөмөн күп тапҡыр етәкләй, Ингушетия Республикаһы һәм Чечен Республикаһында кураторлыҡ эштәрен дауам итә, унда 500-ҙән ашыу фтизиатрия һәм дауалау-профилактика хеҙмәте табиптарының һәм шәфәҡәт туташтарының туберкулездың актуаль проблемалары буйынса уҡыу ойоштора; Ингушетия Республикаһының атҡаҙанған табибы була. Халыҡ-ара «Врачи без границ» ойошмаһы менән бергә эшләй.
150-нән ашыу фәнни эштәр авторы, 19 фән кандидаты һәм 6 фән докторы әҙерләгән; һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә Мәскәү ҡалаһы мэры премияһы лауреаты (2005), «һаулыҡ һаҡлау отличнигы» билдәһе менән бүләкләнә (2002) һәм «Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған табибы», шулай уҡ Рәсәй Федерацияһы Һаулыҡ һаҡлау министрлығының Почет грамотаһы менән бүләкләнә.
2015 йылдың 14 майында 77-се йәшендә Мәскәүҙә вафат була[3].
Төп эштәре
үҙгәртергә- Корнилова З. Х., Титюхина М. В., Батыров Ф. А. «Комплексное лечение больных туберкулезом органов дыхания при токсическом лекарственном гепатите». ж. «Туберкулез и болезни легких». М. — 2011, № 3-С.29-33.
- Корнилова З. Х., Каюкова С. И., Макаров О.В, Демихова О. В. «Проблемы современной диагностики туберкулеза женских половых органов». ж. «Туберкулез и болезни легких». М. — 2011, № 3-С.49-51.
- Корнилова З. Х. «Современные проблемы туберкулеза», учебное пособие. Издательство «Медицинский проект». М.-2011, № 1(27)-С.3-80.
- Корнилова З. Х., Нерсесян А. А., Меркурьева Я. А. «Клиника, диагностика и лечение мочеполового туберкулеза».
ж. «Проблемы туберкулеза и болезней легких». М. — 2006, № 9-С.5-15.
- Ерохин В. В., Корнилова З. Х., Алексеева Л. П.
«Казеозные процессы у больных туберкулезом, сочетанного с ВИЧ-инфекцией». ж. «Проблемы туберкулеза». М. — 2008, № 10
- Ерохин В. В., Корнилова З. Х., Алексеева Л. П.
«Особенности выявления, клинических проявлений и лечения у ВИЧ-инфицированных». Доклад на научно — практич. Конференции 25 — 26 мая 2005 г. — М.-стр.129-131. (Проблемы туберкулеза 2005 г. № 10 стр.20-28)
- Корнилова З. Х., Тахтоходжаева Г. Р. и соавторы «Эффективность комплексной терапии, включающей лимфотропное введение изониазида у подростков с деструктивным туберкулезом легких и нарушенным вегетативным состоянием». ж. «Проблемы биологии и медицины». Самарканд — 2009, № 3 (58)-С.155-157.
- Корнилова З. Х., Зюзя Ю. Р., Алексеева Л. П.,
«Клинико-морфологические особенности течения туберкулеза при ВИЧ-инфекции». ж. «Проблемы туберкулеза и болезней легких». М. — 2008, № 10, С. 13-20.
- Корнилова З. Х., Выренкова Т. Е. «Фликтенулезные поражения глаз при туберкулезе у детей». ж. «Проблемы туберкулеза» — 1969 г. № 3.
- Одинец В. С., Погосова К. Р., Корнилова З. Х. « Эффективность теста — терапии глаз в сочетании с местной инъекции изониазид + дексаметазон». Доклад на Региональной научно — практич. Конференции 25 — 26 мая 2007 г. — Ставрополь.
- Корнилова З. Х., Алексеева Л. П. «Диссеминированный туберкулез легких у больных ВИЧ — инфекцией». Сборник материалов научно — практической конференции Москва «Проблемы туберкулеза у больных ВИЧ — инфекцией» — 25 — 26 мая 2005 года.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Состав оргкомитета 2014 йыл 10 март архивланған.. XV Международный конгресс «Здоровье и образование в XXI веке».
- ↑ Электронный научно-образовательный вестник «Здоровье и образование в XXI веке» . Дата обращения: 13 август 2013. Архивировано 10 март 2014 года. 2014 йыл 10 март архивланған.
- ↑ 14 мая ушла из жизни Зульфира Хусаиновна Корнилова, ЦНИИТ РАМН (14 май 2015). 17 май 2015 тикшерелгән. 2015 йыл 21 май архивланған.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Корнилова Зульфира Хусаиновна(недоступная ссылка) (недоступная ссылка) на сайте ФГБУ ЦНИИТ РАМН.