Быяла — материал һәм есем. Кварц ҡомон иретеп, махсус ысул менән эшкәртеп яҺаған үтә күренмәле ҡаты матдә[1]. Ул кешелек тормошонда иң боронғо дәүерҙәрҙән үк ҡулланыла. Төрлөлөгө менән көнкүрештең төрлө тармаҡтарында осратырға мөмкин. Башҡорт телендә шулай уҡ слюданы ер быялаһы тип атайҙар[2].

Быяла
Рәсем
Тығыҙлыҡ 2200 грамм на кубический сантиметр һәм 7500 грамм на кубический сантиметр
Модуль Юнга 48 000 мегапаскаль һәм 12 000 мегапаскаль
Коэффициент Пуассона 0,25
Модуль сдвига 26,2 гигапаскаль
Embodied energy 15 megajoule per kilogram
Код утилизации 70, 71 һәм 72
Commons-logo.svg Быяла Викимилектә
Янартауҙың быяла тауҙары. Шифалы күлдәр (ингл. Medicine Lake Volcano). Калифорния. Фото Джулии Доннелли-Нолэйн (USGS)
Молдавит. Минерал, ерҙең тау тоҡомонан метеорит атылыуы һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килгән. Беседнице. Чехия

Быяла төрҙәреҮҙгәртергә

Быяла төрҙәре уларҙың составындағы матдәләр нигеҙендә билдәләнә. Бер компонентлы — көкөрт, фосфор, углеродтан һәм ҡайһы бер металдар — кальций, хром, цинктан һ.б; шулай уҡ бериллий, цирконий, барий фторидтарынан, күп — фторбериллатлы быяла, металл галогенидтары нигеҙендә; составы буйынса — боратлы, бор-силикатлы (пирекс), силикатлы (кварц быяла), фосфатлы, халькогалогенидлы һ.б.; агрегат хәле буйынса — шыйыҡ (һелтеле иретмәләр), күләмле кристаллаштырылған (ситалдар); ҡатламдарының һаны буйынса — бер ҡатлы, күп ҡатлы (ярсыҡһыҙ, бер-береһенә йәбештерелгән силикат быяла пластинкаларҙан тора — триплекс, пентаплекс, полиплекс һ.б.; тәғәйенләнеше буйынса — төҙөлөш (тәҙрә, полировкалы, биҙәкле, арматураланған; архитектура-төҙөлөш — блоктар, пакеттар, формаланған быяла, күбек быяла; быяла көпшәләр), техник (оптика, химия лаборатория, медицина, электр техникаһы, электр изоляциялау, яктылык техникаһы һ.б.), тара, сортлы (бәллүр, һауыт-һаба), махсус (лазер, фотохром, оптик һәм магнит активлы) һ.б. быяла төрҙәре бар. Быяла үҙенсәлектәрен сеймалдың составы билдәләй. Таҙа кварц быяла (100 % лы кремний диоксиды) юғары температураға сыҙамлығы менән айырыла, металдарҙың төрлө оксидтары берләшмәләренең һәм өҫтәмәләре төрлө төҫ, люминесценция, яҡтылыҡҡа һиҙгерлек, фотохром, полихром үҙенсәлектәр, агрессив мөхиткә һ.б. аҙмы-күпме сыҙамлыҡ бирә.

 
Сәмәрҡәндтең төҫлө быяла биҙәктәре
 
Быяла өрөүсе эш өҫтөндә

Быяла тарихы (технология)Үҙгәртергә

Оҙаҡ ваҡыт Быяла эшләү Мысырҙа таныла, уға Хоссер пирамидаһының (беҙҙең эраға тиклем XXVII быуат) эске япмаларының ялтырап торған фаянс плиткалары һис шикһеҙ дәлил булып һанала; элекке осорға (фирғәүендәрҙең беренсе династияһы) фаянс биҙәүестәре табылдыҡтарына ҡарай, йәғни быяла Мысырҙа 5 мең йыл элек булған. Боронғо Месопотамия археологияһы, бигерәк тә боронғо Шумер һәм Аккад, тикшеренеүселәрҙе Быяла эшләүҙең боронғо өлгөһөн Ашунаҡ районындағы Месопотамияла табылған ҡомартҡы тип иҫәпләй, Аҡҡад династияһы осорона ҡараған үтә күренмәле быяланың цилиндрик мисәте , йәғни уның йәше яҡынса дүрт мең ярым йыл тәшкил итә. Берлин музейында ?аҡланған 9 мм диаметрлы йәшел мунсаҡ быяла эшләүҙең иң боронғо өлгөләренең береһе тип һанала. Был мунсаҡта египтолог Флиндерс Питри Тебс янында тапҡан, ҡайһы бер фекерҙәр буйынса, мунсаҡ биш мең ярым йыл элек эшләнгән. Н. Н. Качалов билдәләүенсә, Старовильон батшалығы территорияһында археологтар хуш еҫтәр өсөн урында эшләнгән һауыттар таба. Ғалим раҫлауынса, «Мысырҙа һәм Көнбайыш Азия илдәрендә быяла эшләүҙ... беҙҙең көндәрҙән алты мең йыл элек булған»[3].

ЕтештереүҮҙгәртергә

Быяла етештереүҙә ҡулланылған матдәләрҙең төп өлөшөн 70-75 % кремний двуокисы (SiO2) тәшкил итә, уны кварц ҡомонан сығаралар. Икенсе өлөшө — кальций окисы (CaO). Ул быяланы химик яҡтан тотороҡло һәм ялтырауыҡлы итә. Урта быуаттарҙа уны ағас көлөнән йәки ылымыҡтарҙан алғандар. Эзбизташты беренсе булып Богемия быяласылары XVII быуатта ҡуша башлағандар. Быяланың өсөнсө өлөшө — һелтеле металдарҙың оксидтары — натрий (Na2O) һәм калий (K2O) — 16-17 % тәшкил итә. Быялаға улар юғары температура тәьҫирендә окистарға тарҡала торған сода (Na2CO3) йәки поташ (K2CO3) рәүешендә инә.

Башҡортостан сәнәғәтендә быяла әйберҙәр етештереү урындағы балсыҡ, доломит, кальцийланған сода, каустик сода нигеҙендә алып барыла. «Газпром нефтехим Салауат» ААЙ продукцияһы — натрий сульфаты һәм силикаты һәм ситтән килтерелгән (кварц ҡом) сеймал нигеҙендә быяла һәм унан эшләнгән әйберҙәр етештереү Красноусол быяла заводы, «Туймазы фарфоры», Октябрьский фарфор эшләнмәләр заводы һ.б. предприятиеларында башҡарыла. Быяла етештереү (металл оксидтары, ярҙамсы ҡатнашмалар берләшмәләре), яныусан һәм электр мейестәрендә ҡайнатыу, аллойҙан етештерелгән продукция, иретмәнән эшләнгән әйберҙәргә рәүеш биреү (һуҙыу, прокатлау һ.б.), уларҙы яндырыу, артабан механик, химик, термик юл менән эшкәртеүҙе үҙ эсенә ала. Продукциянең төп төре — табаҡлы быяла. Туймазы медицина быялаһы заводы НС 1 (төҫһөҙ), СНС 1 (яҡтылыҡтан һаҡлай торған), МТО (медицина тараһы өсөн төҫһөҙ), ОС (ҡыҙғылт һары) маркалы быяланан өрөп эшләнгән әйберҙәр — ампулалар, пробиркалар, флакондар, шешәләр, шулай уҡ сәнғәти һәм керамик эшләнмәләр һ.б. етештерә; «ГазпромнефтехимСалават» ААЙ-ы — шыйыҡ быяла; «Салаватстекло» — полировкалы, тәҙрә, витрина, автомобиль өсөн, сыныҡтырылған һәм өс ҡатлы быяла, көҙгө, моллировкаланган эшләнмәләр һ.б.; «СТЕКЛОНиТ» ААЙ-ы — ваҡ быяла шарҙар, ровингылар, ептәр, конструкциялы, фильтрлау, электр изоляцияһы өсөн туҡымалар, фильтрлау селтәрҙәре, махсус аппретура менән эшкәртелгән тулыландырыусы быяла оно, туҡылмаған быяла сүс материалдар һ.б; Октябрьский фарфор эшләнмәләр заводы — һауыт-һаба, бина ҡабырғаларын эске яҡтан көпләү һәм иҙәнгә түшәү өсөн плиткалар сығара. Нефтехимия һәм катализ институтында шыйыҡ быяла һәм аның реологик үҙенсәлектәрен, структураланыу һәләтен көйләү, йәбешеү үҙенсәлектәрен яҡшыртыу, йәбештерелгән материалдарҙың ҡалтайыуын кәметеү өсөн глицерин өҫтәмәләре менән модификациялау буйынса тикшеренеүҙәр үткәрелә[4][5] .

Физик-механик сифаттарыҮҙгәртергә

Ауыҙ-тел ижадындаҮҙгәртергә

  • Бала күңеле быяла — һаҡһыҙ әйтһәң, ыуала.
варианты
  • Ир күңеле — быяла, төшөп китһә, ыуала, ә ҡатын күңеле — ҡарындыҡ, күпме һуҙһаң да, ыуалмай ҙа, йыртылмай ҙа ул

ИҫкәрмәләрҮҙгәртергә

  1. Толковый словарь современного башкирского литературного языка. (под. ред З. Г. Ураксина, 2005)
  2. Башҡорт теленең һүҙлеге. 2 томлыҡ. — Мәскәү, 1993. — 1-се том, 861 бит — 193-сө бит
  3. Зарождение стеклоделия. // Качалов Н. Стекло. — М.: Издательство АН СССР, 1959.
  4. В Башкортостане запустили новое производство зеркал для мебели
  5. Стекольная промышленность в Республике Башкортостан

СығанаҡтарҮҙгәртергә