Мырҙағәлин Радмир Дамир улы

тележурналист. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1997). Журналистар союзы ағзаһы (1986). Ш. Хоҙайбирҙин исемендәге

Мырҙағәлин Радмир Дамир улы (23 февраль 1958 йыл) — тележурналист. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1997). Журналистар союзы ағзаһы (1986)[1]. Ш. Хоҙайбирҙин исемендәге премияһы лауреаты (1993)[2].

Мырҙағәлин Радмир Дамир улы
Зат ир-ат
Тыуған көнө 23 февраль 1958({{padleft:1958|4|0}}-{{padleft:2|2|0}}-{{padleft:23|2|0}}) (66 йәш)
Тыуған урыны Бәхтегәрәй ауылы, Мерәҫ ауыл Советы, Баймаҡ районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Һөнәр төрө тележурналист
Уҡыу йорто Башҡорт дәүләт университеты
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

Биографияһы

үҙгәртергә

Радмир Дамир улы Мырҙағәлин 1958 йылдың 23 февралендә БАССР-ҙың Баймаҡ районы Бәхтегәрәй ауылында тыуған. 1981 йылда Башҡорт дәүләт университетын тамамлай һәм «Башҡортостан» телерадиокомпанияһында эш башлай, бында эшләгән дәүерендә төрлө вазифалар биләй, профессиональ һәм ижади яҡтан үҫешә: 1986 йылдан — өлкән мөхәррир, 1992 йылдан — ижади берекмә етәксеһе, 1999 йылдан — ТВ мәғлүмәт программаларының баш белгес координаторы, 2000 йылдан мәғлүмәт музыкаль радиотапшырыуҙар программаһының баш мөхәррире. 2002 йылдан алып «Башҡортостан» ТРК ДУП-ында: мәғлүмәт музыкаль радиотапшырыуҙар программаһының баш мөхәррире, 2003 йылдан — реклама мәғлүмәт үҙәгенең баш белгесе[1].

2007 йылда «Век» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенә (Өфө) бүлек начальнигы итеп тәғәйенләнә.

Радмир Мырҙағәлин ижтимағи-сәйәси һәм социаль темаларға телевизион тапшырыуҙар авторы[1].

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

үҙгәртергә

Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1997)

Ш. Хоҙайбирҙин исемендәге премияһы лауреаты (1993)

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Һылтанмалар

үҙгәртергә

/ Мырҙағәлин Радмир Дамир улы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.

Лауреаты премии Ш. Худайбердина