Фазлетдинов Камил Нәжми улы

Фазлетдинов Камил Нәжми улы (псевдонимы Камил Фазлый; 15 февраль 1949 йыл) — яҙыусы, уҡытыусы, мәктәп директоры[1]. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы (2005), Башҡортостандың мәғариф отличнигы (1994). Ф. Кәрим иссемендәге (2000), Д. М. Бүләков исемендәге (2009) премиялар лауреаты. Башҡортостан Яҙыусылар союзы (1997) һәм Журналистар союзы (2005) ағзаһы. Бәләбәй районының почётлы гражданы (2017).

Фазлетдинов Камил Нәжми улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 15 февраль 1949({{padleft:1949|4|0}}-{{padleft:2|2|0}}-{{padleft:15|2|0}}) (75 йәш)
Тыуған урыны Туҙлыкыуыш, Бәләбәй районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Һөнәр төрө яҙыусы
Уҡыу йорто Башҡорт дәүләт университеты

Биографияһы

үҙгәртергә

Камил Нәжми улы Фазлетдинов 1949 йылдың 15 февралендә Башҡорт АССР-ы Бәләбәй районы Туҙлыҡыуыш ауылында тыуған.

Тыуған ауылында урта мәктәпте тамамлағас, хеҙмәт эшмәкәрлеген Баймырҙа мәктәбендә башлай. Бер аҙ ваҡыт Бәләбәй ҡалаһының эске эштәр бүлегендә эшләй.

Совет Армияһы сафында хеҙмәт иткәндән һуң, 1970 йылда Башҡорт дәүләт университетының филология факультетына уҡырға инә һәм уны 1975 йылда тамамлай һәм тыуған Туҙлыҡыуыш ауылы урта мәктәбенә уҡытыусы булып ҡайта.

1983 йылдан ун бер йыл дауамында мәктәп директоры булып эшләй[2].

Мәғариф өлкәһендә күрһәткән хеҙмәттәре өсөн «Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы» тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ була. Шулай «Башҡортостан мәғарифы отличнигы» билдәһе менән бүләкләнә һәм Рәсәй Федерацияһының иң яҡшы уҡытыусылары конкурсында Рәсәй Президенты премияһы лауреаты була. Педагогик эшмәкәрлектән тыш, Камил Нәжми улы оҙаҡ ваҡыт шиғриәт һәм проза жанрҙарында яҙыу менән шөғөлләнә. Уның әҫәрҙәре башҡорт һәм татар телдәрендә баҫыла. Яҙыусы-сатирик тип һанала, сөнки төп хеҙмәттәре — ул ябай тормошта йәмғиәттең мөһим проблемалары хаҡында бәйән иткән ҡыйыу әҫәрҙәр[3].

2017 йылда ветеранға «Бәләбәй районының почётлы гражданы» тигән маҡтаулы исем бирелә[4].

Китаптары

үҙгәртергә
  • Бүрек фикере: поэма һәм шигырьләр. — Уфа, 2004.
  • Һәр берегез бәхет бөртегем: шигырьләр. — Уфа, 2015.
  • Тәпәләй ауылы яңылыҡтары: повестар һәм хикәйәләр. — Өфө, 2016.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  • Камил Фазлый // Писатели земли башкирской : справочник / [сост. Р. Н. Баимов, Г. Н. Гареева, Р. Х. Тимергалина; отв. ред. Р. Н. Баимов]. — Уфа : Китап, 2006. — 495 с. : портр. — Тит. л., текст парал. рус., англ. — 3000 экз. — с. 393.