Морозов Савва Тимофеевич

(Савва Морозов битенән йүнәлтелде)

Морозов Савва Тимофеевич (15 февраль 1862 йыл — 26 май 1905 йыл) — Рәсәй империяһы эшҡыуары, меценат һәм шәфҡәт күрһәтеүсе, мануфактур-кәңәшсе.

Морозов Савва Тимофеевич
Рәсем
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  Рәсәй империяһы
Тыуған көнө 3 (15) февраль 1862
Тыуған урыны Орехово-Зуево
Вафат булған көнө 13 (26) май 1905 (43 йәш)
Вафат булған урыны Канн
Ерләнгән урыны Рогожское кладбище[d]
Атаһы Морозов, Тимофей Саввич[d]
Әсәһе Мария Фёдоровна Морозова[d]
Бер туғандары Морозов, Сергей Тимофеевич[d] һәм Крестовникова, Юлия Тимофеевна[d]
Хәләл ефете Зинаида Григорьевна Морозова[d]
Һөнәр төрө сауҙагәр, эшҡыуар, бағыусы, мануфактур-советник
Уҡыу йорто Мәскәү университетының физика-математика факультеты
 Морозов Савва Тимофеевич Викимилектә

Биографияһы

үҙгәртергә

Савва Тимофеевич Морозов 1862 йылдың 15 февралендә Рәсәй империяһының Мәскәү губернаһы Богородский өйәҙе Зуево ауылында тыуған,старообрядсы сауҙагәр ғаиләһенән, почётлы граждандар нәҫеленән.

Бала сағы Трехсвятительский переулок усадьбаһында үткән. Покровский ҡапҡалары эргәһендәге 4-се мәскәү гимназияһын (1881) тамамлай.

1881 йылда тәбиғи бүлегенә Император Мәскәү университетының физика-математика факультетына уҡырға инә, һәм уны 1887 йылда химик дипломы менән тамамлай. Был йылдарҙа әһәмиәтле хеҙмәт — буяу тураһында тикшеренеү эшен яҙған, ә һуңғараҡ Менделеев менән аралашҡан.

1883 йылда Рус гимнастика йәмғиәтен ойоштороусыларҙың береһе була.

18851887 йылдарҙа ул Кембридж университетында (Бөйөк Британия) химия фәнен өйрәнгән, бер үк ваҡытта инглиз фабрикаларында туҡыу эшен (Манчестерҙа)[1] ойоштороу серҙәре менән танышҡан.

1886 йылдан «Савва Морозов улы һәм Ко» тип аталған Никольский Ширҡәте мануфактураһының ойоштороусы директоры.

Никольский мануфактураһы, продукция сифаты яҡшы булғаны өсөн, һанап бөтөрмәҫлек төрлө диплом һәм миҙалдар яулаған. Рус матбуғаты Савва Морозовты «сауҙагәрҙәр воеводаһы» тип атаған. Түбәнге Новгородта үткән Бөтә Рәсәй сәнәғәт күргәҙмәһендә һәм йәрминкәһендә Морозов, йәрминкә комитеты рәйесе булараҡ, батшаға икмәк-тоҙ тотторған. Ә һуңғараҡ «Макарий» йәрминкәһе янында тәүәккәл телмәр тотҡан. Савва Тимофеевичтың был аҡыллы һүҙҙәре хәҙер вариҫтарға васыят булып яңғыраған тип ҡабул ителә: «Байлығы мул булған рус еренә һәм рус халҡына сит ерҙәр ҡаҙнаһына һәм сит халыҡҡа яһаҡ түләүсе (бурыслы) булыу төҫ түгел… Рәсәй, үҙенең тәбиғи байлығы, халҡының иҫ киткес зирәклеге, эшсе халҡының һирәк осрай торған сыҙамлығы арҡаһында, Европа илдәре араһында сәнәғәт буйынса иң беренсе булыуы мөмкин һәм беренсе булырға тейеш». Беҙҙең бөйөк яҡташыбыҙҙың был телмәрен Суворин ҡырҡа тәнҡитләгән, әммә сәнәғәт һәм сауҙаның күренекле вәкилдәре тулыһынса Савва Тимофеевичты хуплаған.

Төркөстанда Морозовтың мамыҡ яландары булған.

Ул эшен бик яратҡан һәм һәр ваҡыт: «Мин Декарттың был формулировкаһы менән риза түгел. Фекерләү — үҙ-үҙенә йомолған процесс. Ул уңышһыҙ булып һәм кешеләргә билдәһеҙ ҡалып, тышҡа сыҡмауы мөмкин. Беҙ, фекерләү үҙенең серле асылында нимә икәнен белмәһәк тә, уның сиктәренең ҡайҙа икәнен беләбеҙ… Мин әйтәм: эшләем икән, тимәк, бармын. Минең өсөн: фәҡәт хеҙмәт кенә донъяны һәм минең аңымды киңәйтә, байыта икәне билдәле»[2] (49 б.) тип әйтер булған.

Морозов үҙенең фабрикаларында хеҙмәтсән ҡатын-ҡыҙҙарға йөклөлөк буйынса түләүҙәр индергән. Илдең техник юғары уҡыу йорттарында уның стипендиаттары булған, уның ҡайһы бер стипендиаттары сит илдәрҙә уҡыған. Рәсәйҙәге башҡа сәнәғәт предприятиеларындағыға ҡарағанда Морозовтың эшселәре күпкә белемлерәк булған .

Ул шулай уҡ Мәскәүҙәге Трехгорный һыра етештереү ширҡәте директоры булған.

1888 йылдың 24 июнендә, Савва Тимофеевич Морозов һәм уның ике туған ҡустыһының улы Сергей Викуловичтың элекке ҡатыны — Зинаида Григорьевна Морозова менән никахлашҡан; 6 ай үтеүгә уларҙың беренсе улы Тимофей тыуған.

1890 йылда Морозов Уралда Пермь губернаһы Всеволод-Вильва ҡасабаһында имение һатып алған. Химик реактивтар етештереү сеймалы урман булыуы уның төп маҡсаты булған. Реактивтар мануфактура етештереүендә ҡулланылған яңы буяуҙар булдырыу өсөн кәрәк булған. Всеволод-Вильвала Савва Морозов элекке тимер эшләү заводын химия заводы итеп үҙгәртеп ҡорған. Ивака йылғаһында шундай уҡ йүнәлештәге тағы ла бер завод асҡан. Икеһенең дә баш инженеры Б И. Збарский булған.

1893 йылда Морозов А. Н. Аксаковтың Спиридоновкалағы йортон һатып алған, уны емергән һәм архитектор Ф. О. Шехтель проекты буйынса ҡатыны өсөн бик матур йорт төҙөгән.

Бында ул ҡунаҡтар ҡабул иткән һәм балдар ойошторған, уларҙа Мамонтов, Боткин, Шаляпин, Горький, Чехов, Станиславский, Боборыкинды һәм Рәсәйҙең башҡа күренекле кешеләрен осратырға мөмкин булған. Ошондай балдарҙың береһе тураһында Книппер-Чехова былай тип хәтерләй: «Миңә Морозовтың балында булырға тура килде. Мин бер ҡасан да шундай затлы һәм бай тормошто күргәнем юҡ ине». Эйе, С Т. Морозовтың байлығы һәм ҡеүәтенең, ихтимал, илдә тиңе булмағандыр. Бер хаҡта тағы бер осраҡ һөйләй. Бер мәл Зинаида Григорьевна бөйөк кенәз ҡатыны Ксения Александровнаға саҡырыла. Ҡунаҡ ҡатындың сәскә гөлләмәһе шундай һоҡландырғыс матур һәм затлы булған, юғары дәрәжәле ханым көнләшеүҙән ирендәрен генә тешләгән. Батша гөлләмәләренән дә артыҡ бындай сәнғәтле гөлләмәне Морозовтың баҡсасылары төҙөгән була.

1905 йылда Савва Тимофеевич Морозов «С. Т. Морозов, Крель һәм Оттман» Берләшкән химия заводтары Акционерҙар йәмғиәтенең ойоштороусыһы булған. Ул эшҡыуарҙар даирәһендә абруй менән файҙаланған: Новгород йәрминкәһе комитетын етәкләй, Мануфактура сәнәғәтен яҡшыртыуға һәм үҫешенә ярҙам итеү йәмғиәте һәм Сауҙа һәм мануфактура советының мәскәү бүлексәһе ағзаһы була. Мәскәү художество театрына ҙур ярҙам күрһәткән: 1898 йылда Мәскәүҙә дөйөм ҡулланышта булған театрға нигеҙ һалыу Ширҡәте составына инә, Мәскәү художество театрын төҙөүгә һәм уның үҫешенә һәм даими рәүештә иғәнә индерә, (1901—1904) уның финанс өлөшө мөдире, Мәскәү художество театрын эксплуатациялау буйынса пайсылар ширҡәте идаралығы рәйесе һәм Камергер тыҡрығында театрҙың яңы бинаһын төҙөү инициаторы (1901) була.

Савва Тимофеевичҡа мөрәжәғәт итеп, Станиславский былай тип әйткән: «… Һеҙ индергән хеҙмәт ҠАҺАРМАНЛЫҠҠА тиң, ә ҡараҡтар ояһы емереклектәрендә ҡалҡып сыҡҡан күркәм бина өнгә әйләнгән төш кеүек күренә… Мин һынлы сәнғәтебеҙ үҙ Третьяковын көтөп алған кеүек, рус театры ла үҙенең Морозовын тапҡанына шатланам…».

Мәскәү университетының мохтажлыҡ кисергән студенттарына әсбаптар Йәмғиәтенең Почётлы ағзаһы булған.

Рәсәйҙең иң яҡшы юртаҡтары «Ташкент» һәм «Неяда» С. Т. Морозовтыҡы булған, мәскәү ипподромдарында бөтә абруйлы ат сабыштарында тиерлек еңеү яулаған.

XX быуат башында либераль хәрәкәт, лидерҙары менән мөнәсәбәттәрен яйға һалған, уның 18931898 йылдарҙа ҡатыны З. Г. Морозоваға инселәгән Спиридоновка урамындағы йортонда земцы-конституционалистарҙың ярым йәшерен ултырыштары үткән.

Шулай итеп Морозов революция хәрәкәте менән дә бәйле булған. «Осҡон» социал-демократик гәзитен баҫтырыуға финанс ярҙамы күрһәткән, уның аҡсаһына «Яңы тормош» һәм «Көрәш» тип аталған легаль большевистик гәзиттәр ойошторолған. Морозов үҙенең фабрикаһына тыйылған әҙәбиәтте һәм типография шрифтты йәшерен үткәргән, 1905 йылда полициянан большевиктарҙың лидерҙарының береһен, Н. Э. Бауманды йәшертеп ятҡырған. Максим Горький, менән дуҫ булған, Леонид Борисович Красин менән яҡындан таныш булған.

Савва Тимофеевич Морозов үҙенең фабрикаһындағы эшселәрҙең хәл-торошона иғтибарлы ҡараған. Ул предприятиеға эшкә алынған һәм эштән сыҡҡандарҙың исемлеген шәхсән ҡарап сыға торған булған. Әгәр ҙә тәртипте боҙоуҙы йә тайпылыштарҙы тапһа, идарасыларҙан аңлатып биреүҙе талап иткән. Шундай бер ҡыҙыҡ әйберҙе әйтеп үтер кәрәк, 1903 йылда уға буйһонған директорҙарҙың береһе предприятиела 18 һәм 19 йыл буйы хеҙмәт иткән эшсене ҡыуып сығарғанын белеп ҡала. Бының өсөн етәксе ҡаты яуапҡа тарттырыла. Һөҙөмтә булараҡ, быға оҡшаш идара итеү алымы предприятиела оҙайлы һәм тотороҡло тыныс мөнәсәбәттәр тәьмин иткән[3]. Савва Тимофеевич эшкә ҡабул иткәндә ғаиләлеләргә өҫтөнлөк биргән. Бер мәл ул эшкә алынған эшселәр исемлегендә буйҙаҡтарҙы ғына күреп, ағартыу-буятыу фабрикаһы директоры С. А. Назаровты киҫәткән. Үҫмерҙәр фабрикаға халыҡ училищеһын тамамлағандан һуң ғына эшкә алынған, өлкән йәштәгеләрҙе эшкә ҡабул итеүҙең мөмкин булған кимәле 45 йәш булған. Эштән етди тәртипһеҙлектәр өсөн — мәҫәлән, Никольский Морозов мануфактураһында 40,4 % эшсе, фабриканан тауар алып сығырға маташҡандан һуң, ҡыуылған, 13,7 % — венерик сирлеләр, 10,1 % — талашырға һәм ярһыуға һәүәҫтәр, 9,7 % — эшкә сыҡмаусылар һәм эскеселәр[4] ҡыуылған.

Бер нисә көндән һуң 1905 йылдың 9 ғинуарынан һуң бер нисә көн үткәс, ул һүҙ, матбуғат һәм союздар азатлығы, дөйөм тиңлек, шәхестең, торлаҡтың тейелгеһеҙлеге, мотлаҡ мәктәптә белем биреүҙе, дәүләт бюджеты һәм башҡа мәсьәләләр буйынса йәмәғәт контролен талап иткән «Забастовка хәрәкәтенең сәбәптәре тураһында. Демократик азатлыҡ индереү талаптары» тигән яҙма төҙөгән. Яҙмаларҙа билдәләнеүенсә, «эшселәргә йыйылыштар үкәреүгә, төрлө союздар һәм үҙярҙам һәм үҙ мәнфәғәттәрен яҡлау хоҡуғы бирелергә тейеш тип күрһәтелгән. Бында билдәләнгән бөтә хоҡуҡи саралар шулай уҡ сәнәғәтселәр ҡатламына ла тәғәйенләнергә тейеш»[5]. Морозовтың фекере буйынса, үлтереүҙәр, янауҙар, көсләүҙәр, мөлкәтте юҡҡа сығарыу һәм боҙоуҙан башҡа, тыныс юл менән эш ҡалдырыу йәки забастовкалар хакимиәт йә енәйәти язаға тарттырылмаҫҡа тейеш тип һанаған. Был яҙма артабан тапшырылмаған, сөнки М. Ф. Морозова етәкселегендәге Никольский мануфактураһы идаралығы уны хупламаған. «Әсәһе, ысынлап та, Савва Тимофеевичҡа эштән ситләштереү менән янаған, тик формаль рәүештә был эшләнмәгән. 1905 йылдың 17 мартында Никольский мануфактураһы пайсыларының сираттағы йыйылышында М. Ф. Морозов башҡарыусы директоры вазифаһына кире һайланған, ә Савва Тимофеевич — армеецтар урында етәксе директор вазифаһына баҫыусы итеп билдәләнгән. Совет тарихсыларының оҙаҡ йылдар дауамында Савва Морозов эштән ситләтелгән тип раҫлауына ҡарамаҫтан, Никольский мануфактураһы идараһы ултырыштары журналын өйрәнеү уның эштә ҡатнашҡанын раҫлай. Был, һис шикһеҙ, Савва Тимофеевичтың бүләсәре Т. П. Морозованың һәм Морозов мануфактураһын тикшереүсе И. В. Поткинаның асышы»[6].

Морозов үҙенең көсһөҙлөгөнә һәм нимәлер үҙгәртә алмауына ныҡ үртәнгән. Ул күп ваҡытын, бер кемде лә күргеһе килмәйенсә, яңғыҙлыҡта уҙғарған. По Мәскәү буйлап уның аҡылдан яҙыуы тураһында ғәйбәт таралған. По настоянию жены и матери Морозовтың ҡатыны һәм әсәһе талабы буйынса, 1905 йылдың 15 апрелендә врачтар Г. И. Россолимо, Ф. А. Гриневский һәм Н. Н. Селивановский ҡатнашлығында консилиум саҡырылған. Консилиум Савва Морозовтың сирен «артыҡ ныҡ ярһыу, тынғыһыҙланыу һәм йоҡоһоҙлоҡ, күңел төшөнкөлөгө, һағыш һ. б. өйәнәктәрендә сағылған ауыр дөйөм нервы боҙолоуы» тигән һығымтаға килгән. Морозовты Европаға дауаланырға ебәреү тәҡдиме индерелгән.

Үлеме (фаразлауҙар)

үҙгәртергә
 
Сауҙагәр Морозовтар ғаиләһенең Мәскәүҙәге ҡәберлеге

Ҡатыны һәм доктора Селивановский оҙатыуында Савва Морозов Берлинға, артабан Канныға юлланған. Бында 1905 йылдың 26 майында ҡунаҡхана номерында уның, күкрәгенә атылған, үлек кәүҙәһе табылған.

Савва Тимофеевичтың ҡулдары эсендә ята ине, һул ҡулының бармаҡтары көйгәйне, һул ҡулының бармаҡтары яҙылған ине һәм уның эргәһендә браунинг системалы пистолет ята ине… Иҙәндәге ҡағыҙға:

«Үлемемдә бер кемде лә ғәйепләмәгеҙ» тип яҙылғайны.

Рәсми фараздар буйынса Морозов Үҙ-үҙенә ҡул һалған тиелә, әммә башҡа фаразды ла онотмаҫҡа кәрәк: уны үлтереүҙәре мөмкин, үҙенә ҡул һалған тигән тәьҫир килтереп сығарыу ойошторолған булыуы бик мөмкин.

Рәсми властар был фажиғәле ваҡиғаға ихтирамлы мөнәсәбәтен күрһәткән. А. А. Козлов, Мәскәүҙең ул саҡтағы генерал-губернаторы ҡала начальнигы граф П. П. Шуваловҡа былай тип яҙған: «Минең ҡулымдағы документтарға таянып, һеҙ ғали йәнәптәренең мануфактур-кәңәшсе Савва Тимофеевич Морозовтың кәүҙәһен хакимиәт яғынан христиан йолаһы буйынса ерләргә рөхсәт итеүҙе раҫлаған таныҡлыҡ биреүегеҙҙе һорайбыҙ». Морозовты ерләгәндә, Козлов, яҡшы таныш булған Зинаида Григорьевна эргәһенә килеп, уға үҙенең ҡайғы уртаҡлашыуын еткергән: «Үҙенә-үҙе ҡул һалған тигәнгә мин ышанмайым. Савва Тимофеевич бик әһәмиәтле һәм ихтирамға лайыҡ кеше ине. Барыбыҙ өсөн дә ҙур юғалтыу был».

Тарихсы Ю. Г. Фельштинский Морозовтың үлемендә Л. Б. Красинды ғәйепләй[7].

Әммә, Максим Горькийҙың иҫтәлектәре буйынса, Савва Тимофеевич үҙенең үлеменә саҡлы ҡара сотнялылар үлемен теләгәнен иҫкәрткән, сөнки уның революцияла ҡатнашҡаны өсөн үсләшеп хаттар ебәргән булған. Максим Горький шулай уҡ былай тигән: «Савва Морозовтвң вафатынан һуң эшселәр араһында легенда бпрлыҡҡа килгән: Савва үлмәгән, уның урынына башҡа кешене ерләгәндәр, ә ул „байлыҡтан баш тартҡан да йәшертен генә фабрикаларға бара һәм эшселәрҙе аҡылға өйрәтеп йөрөй, имеш“».

Савва Тимофеевичтың кәүҙәһе старообрядсыларҙың Мәскәүҙәге Рогожский ҡәберлегендә ерләнгән.

Киновоплощения

үҙгәртергә
  • Ефим Копелян — «Николай Бауман», 1967
  • Донатас Банионис — «Красный дипломат. Страницы жизни Леонида Красина», 1971
  • Сергей Векслер — «Савва Морозов», 2007
  • Документальный фильм «Роковая любовь Саввы Морозова», 2011
  • Герой одной из серий «Исторических хроник с Николаем Сванидзе»

Шулай уҡ ҡарағыҙ

үҙгәртергә
  • Ивановская горка
  • Список богатейших предпринимателей России (1914)

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Богородское краеведение. В. С. Лизунов // Минувшее проходит предо мною
  2. Морозов С. Т. Дед умер молодым. М.: Экономическая газета, Терра, 1996. С. 30-31
  3. См.: Поткина И. В. На Олимпе делового успеха: Никольская мануфактура Морозовых. 1797—1917. М., 2004. Сс. 229—230
  4. Поткина И. В. На Олимпе делового успеха: Никольская мануфактура Морозовых. 1797 — ., 2004. С. 231
  5. ЦГАМ. Ф. 342, Оп. 8, Д. 1169, Л. 187—190.
  6. Вико Н. Дичь для товарищей по охоте. — М.: Издательский Дом Мещерякова, 2007.
  7. Фельштинский Ю. Г. Вожди в законе — гл. 1